Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Минең диалект Көньяҡ диалекты Эйек.docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
16.11.2019
Размер:
47.2 Кб
Скачать

Һығымта

Көньяҡ диалектың сиге бер фонетик күренеш менән билдәләнә: -лар, -лы, -ла һәм башҡалар ялғауҙар һүҙ ниндәй өнгә бөтөүенә ҡарап, ике төрлө киләләр: күбеһенсә л һаҡланып (маллар, атлар, һыйырлар, йәшлек, татлы).

Көньяҡ диалект үҙенең фонетик системаһы, грамматик төҙөлөшө һәм лексик составы менән әҙәби телгә яҡын тора. Әҙәби тел Көньяҡ диалектҡа нығыраҡ йоғонто яһай.

Һүҙлек составы менән Эйек-Һаҡмар һөйләше әҙәби телгә бөтөнләй яҡын тигән фекер таралған. Ләкин был һөйләште ныҡлап өйрәнеү уның үҙенең эсендә диалекталь синонимдар барлығын һәм байтаҡ һүҙҙәрҙең әҙәби телдәге һүҙҙәр менән тап килмәгәнлеген күрһәтте. Айырыуса Күгәрсен районы Әлмәс ауылының һөйләшсәһе быға дәлил булып тора.

Шулай итеп Күгәрсен районы Әлмәс ауылы Көньяҡ диалекттың Эйек-һаҡмар һөйләшенә ҡарай. Эйек-һаҡмар һөйләше әҙәби телгә яҡын торған һөйләштәрҙең береһе, шуға күрә артыҡ айырмалыҡтар күп түгел. Шулай ҙа түбәндәге үҙенсәлектәрҙе күрһәтргә мөмкин:

Фонетик үҙенсәлектәр

а-ы туры-тура

а-ә әҙ-аҙ, әтей-атай

и-ә нәмә-нимә

е-ә кәҫәртке-кеҫәртке

ң-г нигә-ниңә

б-м мына-бына

Морфологик үҙенсәлектәр

-лыҡ/-лек, -лоҡ/-лөк ташлыҡ, ҡомлоҡ, көнлөк;

-лар/-ләр, -нар/-нәр атлар, урманнар;

-лы/-ле/ ҡомло, һыулы;

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Ишбулатов Н.Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. – Өфө: Китап, 2000. – 212 бит.

  2. Ишбулатов Н.Х. Башҡорт диалектологияһы. – Өфө: I киҫәге, 1979.

  3. Ишбулатов Н.Х. . Башҡорт диалектологияһы. – Өфө: II киҫәге, 1980.

  4. Миржанова С.Ф. Южный диалект башкирского языка. – Уфа, 1979.

Информаторҙар

  1. Аллаярова Р.С.

  2. Ишкинина Х.С.

  3. Кичикова Г.А.

Текст

Бай кетеүсеһенән һорай: “Ниңә был уахытта апҡайттың кетеүеңне?” “Бәй, йоҡлап киткән, төш уахытында ҡояштың байығанын гүрҙем, шул төштө йура әле”, - тигән кетеүсе байға. Теге бай йәш кенә геше буһа гәрәк инде. “Юҡ, мин был төштө йурый алмайым, мына фәлән ерҙә бер төш юраусы бар, шунда бар һин, - тигән, - ул йурыр”. Ярар, был сығып китә, теге төш юраусыға бара. Төш юраусы мыңа әйтә: “Был төшөңнө һат миңә, үҙем юллайым был төштө”, - тей. “Ярар, үҙемә етәрлек юллыҡ-нейен алам да ҡалғанын вис һиңә, бирәм дә гитәм”. Былар ыризалашалар. Төш юраусы теге төштө юллап китә хәҙер. Китә, китә, урманнар үтә, кейемнәре туҙыбөтә. Хәҙер бер урман араһында бер аланныҡ, асыҡ ерҙә бер пыяла йорт, яман матур, көҙгөлө шундай, өй араһында һарайлар ҙа бар. Бер бәләкәс кенә йорт була, шуңа барып керә был. Анда була бер әбей. Был әбекәй белеп тора тегенең ней өсөн килгәнен. “Улым, мунса төш”, - тей, күлмәг-ыштан бирә. Теге әбекәй әйтә: “Мына ошо пыяла йорттоң эсендә бер ҡыҙ бар, тей, ҡояш ҡыҙы, шундай матур. Шул ҡыҙ өсөн килгәнһең, - тей. – Аңа кереһең, анда кергән сағында ике дөлдөл булыр, толпар, -тей, - кергәндә икеһе лә бер төҫ алыр, - тей, - йара, шунда кергәс тә, ҡыҙ һиңә һикереп торор, сәй утыртыр, урындыҡ бирер, - тей. – Ул биргән утырғысҡа утырма, - тей, - икенсеһенә утыр. Шунан һинең ҡулыңны йыуҙырыр, шунан таҫтымал бирер. Ул биргән әйбергә берһенә лә теймә, һин үҙеңсә эшлә, сәй яһап бирер, һин эсмә, үҙең яһап эс, аның яһағанын эсмә”, - тей.

  1. Кетеүсе – көтөүсе

  2. Апҡайт – алып ҡайт

  3. Бәй – аптырау ымлығы

  4. Мына – бына

  5. Мыңа – уға

  6. Төшөңнө – төштө

  7. Юллыҡ-нейен – кәрәк-яраҡ

  8. Вис – бөтә

  9. Ыризалашалар – ризалашалар

  10. Урманнар – урмандар

  11. Кейемнәр – кейемдәр

  12. Пыяла – быяла

  13. Яман матур – бик матур

  14. Һарайлар – һарайҙар

  15. Бәләкәс – кесерәйтеү

  16. Шуңа – шуға

  17. Анда – унда

  18. Әбекәй – мыҫҡыллау формаһында әйтеү

  19. Мунса төш – мунса инеү

  20. Утыр – ултыр

  21. Утырғыс – ултырғыс

  22. Ҡулыңны – ҡулыңды

  23. Таҫтымал – таҫтамал.

28

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]