Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Минең диалект Көньяҡ диалекты Эйек.docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
16.11.2019
Размер:
47.2 Кб
Скачать

II. Көньяҡ диалект

Көньяҡ диалект Эйек-Һаҡмар, Дим һәм Урта һөйләштәрҙе үҙ эсенә ала. Көньяҡ диалект менән Көнсығыш диалекттың сиге л өнөнән башланған ялғауҙарҙың ниндәй варианттарҙа килеүенә ҡарап билдәләнә.

Көньяҡ диалектта –лар, -лыҡ, -лы, -ла кеүек ялғауҙарҙа л өнө күбеһенсә һаҡлана: таллар, атлар, һыйырлар, көйләр, таулар, ташлыҡ, ағаслы, эшлекле, етмешләгән, еүешләй, алтмышлап, ташланыу, туҡланыу, ҡаҡлығыу, башланыу берләштереү. М, ң, н өндәренән һуң бындай ялғауҙар н өнөнән башланыуы мөмкин: унныҡ, тәмне, яннау, иркеннек.

Әҙәби телдә –лыҡ, -лы, -ла кеүек һүҙ яһаусы ялғауҙар тик л өнөнән башлана. Күплек ялғауы, һүҙҙең ниндәй өнгә бөтөүенә ҡарап, дүрт төрлө килә: -лар, -дар, -ҙар, -тар.

Көньяҡ диалект әҙәби телгә яҡыныраҡ булһа ла тап килеп бөтмәй. Әҙәби тел үҙенең нормалар системаһы менән диалекттарҙан өҫтөн тора.

Эйек-Һаҡмар һөйләше. Әлмәс ауылының һөйләшсәһе.

Был һөйләшкә Хәйбулла, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Ишембай, Йылайыр, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондарында, шулай уҡ Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының көньяҡ өлөштәрендә һәм Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙың теле ҡарай.

Был ерҙәрҙә боронғо заманда бөрйән, үҫәргән, дүңгәүер, тамъян, ҡыпсаҡ (бер нисә ырыу), юрматы ҡәбиләләре йәшәгән.

Фонетик үҙенсәлектәре

Күгәрсен районының Әлмәс ауылы һөйләшәһендә һүҙҙең башында тамаҡ төбө менән әйтелә торған аъ өнө бар. Миҫалдар: аъҡаъғара, аъхыры.

Аъ өнөнөң тамаҡ төбө менән әйтелеүе һүҙҙең беренсе ижегендәге ҡ, ғ, х, һ өндәре эргәһендә тағы ла арта бирә.

Беҙҙең һөйләшсәлә нәҙек әйтелгән һүҙҙәр артып, сингармоник вариианттар барлыҡҡа килә. Миҫалдар: сөс кеше – сос кеше (етеҙ кеше), елгер – йылғыр, йөлөн – йолон (арҡа мейеһе), өлгәшеү – олғашыу, сикәнеү – сиркәнеү – сирҡаныу, сәс – сас, сәсәк – сасаҡ.

Әлмәс һөйләшсәһендә һәм уның эргәһендәге ауылдағы башҡорттарҙың телендә ҡ өнө тамаҡ төбөндә бер аҙ яңғыратыбыраҡ әйтелә: ҡъайнай, ҡъайныһы, ҡъара әле, туҡъал һыйыр, туҡъыратыу.

Тамаҡ төбө менән әйтелгән ҡ һәм а өндәренең бәйләнеше бар, ахыры. Инйәр буйындағы ҡатай башҡорттарының телендә тамаҡ төбө менән әйтелештән ҡайтышыраҡ.

Өләсәйемдең һөйләшенән белеп була элек шул территорияла й өнөн ж-лаштырыу бер ни тиклем һаҡланған. Ләкин әҙәби тел йоғонтоһонда был күренеш бөтөүгә табан бара.

Ҡайһы бер һүҙҙәрҙә ж өнө урынына з өнө ҡулланыла. Миҫалдар: ҡоназын – ҡонажын, дүнәзен – дүнәжен, бозортмаҡ – божортмаҡ, аздаһа – аждаһа, мөнәзәт – мөнәжәт, мөхтәз – мохтаж, әзәл – әжәл.

Бер аҙ һүҙҙәрҙең башында т өнө яңғырауланып, д өнөнә күскән: дәрән, дулҡын, дамға, дегәнәк, дүңгәләк, дирҫ (көн теймәҫ), дөйлөгән – әҙәби телдә: төйлөгән, дөйтә – төйҙә (балтаның өлөшө), дүмгәк – түңгәк, дүмәр умарта – түмәр.

Ҡайһы бер һүҙҙәрҙә с-з сиратлашыуы бар: сәмсә – зәмзә, бурыс – бурыз, ҡурыс – ҡурыз.

Башҡорт теленә хас булмағанса, һүҙ башында ғ һәм г осраштырғылай: гөргөлдөк уйыны, гөрләтмә, ғырлауыҡ – ҡыҙыл үңәс, гөмбөр, ғуршылдау, ғылауыз итеү.

Морфологик үҙенсәлектәре

Килеш ялғауҙарында һәм эйәлектең 2-се затында ң өнө урынына н өнөн ҡулланыу бар. Миҫалдар: улының урынына (улынын), әсәйең урынына (әсән), атайың урынына (атан), һиңә урынына (һинә), миңә урынына (минә).

Изафеттың беренсе һәм икенсе төрҙәре башҡорт телендә һүҙъяһалыштың үҙенә күрә ҡалыптары булып киткән. Улар бер лексик төшөнсәне белдерәләр. Миҫалдар: аш өйө (кухня), ат ҡолағы, кәкүк сәрмәһе (үлән исеме), кәзә һаҡалы (үлән исеме), һарыҡ йыуаһы, йүкә йыуаһы, торна еләге.

Тик был һөйләштең бер һүҙ мәғәнәһен белдергән бындай һүҙҙәр ялғау менән дә ялғауһыҙ ҙа ҡулланыуы бар. Һүҙбәйләнештең варианты тип ҡарап була: аш өй – аш өйө (икеһе лә бар), ут аласыҡ – ут аласығы (икеһе лә бар), яҡ теш – яҡ теше, ойоҡ баш – ойоҡ башы, өкө ябалағы, елек һөйәк – елек һөйәге.

-лау (-ләү, -нау, -нәү) ялғауы исемдән йәки сифаттан исем яһай: ярлау (йылғаның ер емерелеп яһалған текәрәк, ҡара яры), башлау – йылға башы, һыртлау – тауҙың ҡалҡыуыраҡ урыны, яннау – тире һауыт, нәзекләү – ҡылтамаҡ, дымнау – дымлыраҡ урын.

-лау ялғауы Ырымбур башҡорттары телендә сифаттың аҙһытыу дәрәжәһен белдерә: ҡыҙыллау – ҡыҙғылт, һарылау – һарғылт.

-мтал/-мтәл ҡылымдан ғәҙәтте белдергән сифат яһай: өшөмтәл – өшөүсән, арымтал – арыусан, яғымтал – илгәҙәк.

Күрһәтеү алмашының төбәү килеше – ныңа ялғауы менән белдерелә: мыныңа – әҙәби телдә: быға, аныңа – әҙәби телдә: уға, ошоноңа – әҙәби телдә: ошоға,шуныңа, тегенеңә – ныңа боронғо төрки телдәге эйәлек һәм төбәү килеш ялғауҙары ҡушылып барлыҡҡа килгән: мыныңа<буниңға, аниңа<ониңға. Боронғо төрки телдә зат һәм күрһәтеү алмаштары билдәлелекте белдергәнгәлер, ялғауҙарын эйәлек килеше ялғауының өҫтөнә ҡабул итер булған.

Быны алмаштарҙың бәйләүестәр алдынан эйәлек килеш ялғауҙарын ҡабул итеүе менән сағыштырып була: һинең өсөн, уның кеүек, уның аша. Өсөн, кеүек, аша бәйләүестәре төп килештәге исем менән киләләр.

Ялғау менән килә торғандары: һуңғары – һуңыраҡ, тәүеңкәре – тәү башлап, яҙыртын – яҙыртып йөрөгән, - яҙа йөрөгән, кислектә – кисен, өлкәнләтә – олоға һанап, янаша барыу – йәнәшә барыу.

-ғары (-гәре, -ҡары, -кәре) ялғауы боронғо төрки телдә йүнәлеш мәғәнәһен белдергән. –ртын ялғауы аҫтыртын кеүек һүҙҙәрҙә бар. –ын боронғо төрки телдә килеш ялғауы булған. Яҙ – ҡылымы хәҙерге телдә төп ҡылым булып йөрөмәй. Ярҙамсы ҡылым ҙәм рәүеш булып йөрөй: йығыла яҙҙы.

-ла, -мала, -ҡалаҡла ялғауҙары эш-хәрәкәттең ҡабатланыуын белдерә. Миҫалдар: мал тапаламаһа, үҫтерем үҫә. Игенде болдалап бөткән (әрәм-шәрәм итеп). Йүгермәләп йөрөй. Ҡар һымаҡ ялтыр нәмә аяҙҙа осҡалаҡлап яуып тора.

-дыниһә (-ҙыниһә, -тыниһә, -ныниһә...) ҡылымға ҡушылып, шартты белдерә: ҡалдыниһә нишләрбеҙ, күрҙениһә, ҡуштыниһә, ҡараныниһә. Был ҡатмарлы ялғау үткән заман ялғауына иһә ярҙамсы ҡылымы ҡушылып яһалған:-ды-н-иһә; -н- өҫтәлгән өн, иһә – шарт ялғауы менән килгән и-ҡылымы.

-айыҡлар (-эйекләр) эшкә өндәүҙәрҙе белдерә. Эшкә өндәүсе заттың үҙенең дә шул эште башҡарыуҙа ҡатнашырҙан ниәте була. Миҫалдар: Әйҙәгеҙ, егетләр, эшкә тотонайыҡлар. Ҡуҙғалайыҡлар.

-дыҡлармы ялғауын да ҡулланалар: киттекләрме, егетләр.

Ҡатмарлаштырылған ялғауҙы ҡулланалар: эшләп ташлайыҡларығыҙ әле, -айыҡларығыҙ ике ялғау ҡушылып яһалған: -айыҡлар менән –айығыҙ. Шулай уҡ барайығыҙ формаһы ҡулланыла.

-а (-ә)-й ялғауы хәл ҡылым маҡсат төшөнсәһен белдереп тә килә ала: улар кәбән ҡоя киттеләр.

-малы (-мәле) ялғауы мөмкинлек сифат ҡылымын яһай: иҫ китмәле хәл, үтә сыҡмалы урын.

-малы үҙенең мәғәнәһе менән –ырлыҡ, ырҙай ялғауына тап килә. –малы ялғауы хәҙер әҙәби телдә лә йышыраҡ осрай башланы.

Сикле, тире, шайы, ҡорло, саны, сәйен бәйләүестәре һирәк ҡулланыла: быға сикле, Ырымбурға тире, көҙгә шайы, шу ҡорло булып. Был бәйләүестәр урын һәм ваҡыт буйынса сикте белдерә. (Р.Ғ.Аҙнағолов. Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу методикаһы. 1991. 131б.)

Исем

1) а) быҙауҡай, танаҡай – исем яһаусы.

б) балаҡай, киленкәй – иркәләү.

в) бисәкәй, кешекәй – билдәһеҙлекте белдереүсе.

2) атас (тас атаһы),ҡартас (тас ҡарттаһы)

2. атай, әсәй, абзый, апай, олатай.

3.тоҙло, башлы, бесәнле.

4.объектив, вәкил, молбиль, стилле, модалы.

5. талымһаҡ, ҡайтымһаҡ, тартымһаҡ, баҫымһаҡ.

6. утыҙлап , унлап, бишләп.

7. юҡ

8. Алмаш

1) миңә, уға, уларға, ошоға, шуға.

2) был, теге, мынау, мынауы, анау, ул, ошо, шул.

3) нимә, нимәкәй.

9. Ҡылым

1) тотормон, тоторбыҙ, торормын, торорһың,

2) ятҡанмын, ятҡанһың, ятҡанбыҙ, ятҡанһығыҙ.

3) тороғоҙ, сығарығыҙ, килегеҙ.

4) алайыҡ.

5) барһа, килдеме.

6) күрһәт, мендер, ҡотҡар, туйҙыр, үҫтер.

7) барғым килә, күргем килә, яҙһа ине, ашаһа ине.

8) торормом, торорһоң, торорбоҙ, торорһоғоҙ.

9) китап алырға уйлай, эш эшләргә уңайлы ваҡыт, күрергә барам, ҡалаға уҡырға бара.

10. Рәүештәр

а) аҡса менән (аҡсалата), йылы көйөнсә аша.

б) күрә тора (күрәләтә), йаҙа.

в) ҡышҡылыҡта (ҡышын)

11. бит, ҡуй.

12. мәйтәм – әйтәм һүҙен аңлата; хуш – һау бул;

13. белергә кәрәк ( белеү кәрәк).

14. кискә табан, үргә табан.

15. менән

16. шул тиклем матур–шул хәтлем матур.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]