Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Минең диалект Көньяҡ диалекты Эйек.docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
16.11.2019
Размер:
47.2 Кб
Скачать

Инеш

Минең диалект Көньяҡ диалекты Эйек-Һаҡмар һөйләшенә ҡарай. Сығышым Күгәрсен районы Әлмәс ауылынан. Ошо ауылдың һөйләшенә бер аҙ туҡтап үтмәксемен. Әлегә ауыл тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт.

1935 – 1740 һәм 1755 йылдарҙа булған ихтилалдар ваҡытында тәүге ауылдар яндырылдылар һәм ер менән тигеҙләнделәр. Ихтилалдар тамамланғандан һуң киренән ауылдар төҙөйҙәр. Күгәрсен районында яңы ауылдар ҡалҡып сыға. Элекке заманда беҙҙең ауылды икенсе төрлө атап йөрөткәндәр “Татыр” тип. Ошо ауылда Әлмәс исемле кеше йәшәгән ти. Был ергә ул беренселәрҙән булып нигеҙ һалған. Әлмәс бабай ярҙамында яңы ҡуйы урман менән уратылған Шаушаҡ, Сәрхәт һәм Бабай тауҙары араһында матур ауыл барлыҡҡа килә. Ауылды икегә бүлеп Мерәүешле йылғаһы аға.

Һуңынан Татыр ауылына Әлмәс тигән икенсе исем бирелә. Беҙҙең Әлмәс бабайыбыҙҙың улдары: Ҡускилде, Килинбай, Килсенбай, Аит, Табулды.

1922 йылда Ҡускилде улы икенсе Әлмәс төҙөй, ә тегене Иҫке Әлмәс тип йөрөтә башлайҙар. 1921 – 1922 йылдарҙа бик ауыр ваҡыт була, кешеләр аслыҡтан интегәләр. Ошо ике ауылдар “Иҫке Әлмәс” һәм “Әлмәс” урыҫ халҡына һатыла. Ошонан һуң киткән дә инде “Урыҫ Әлмәс” ауылдың исеме. Ауыл халҡы ауылдарын ташлап, төрлөһө төрлө яҡҡа сығып киткәндәр.

Бер нисә ғаилә берләшеп, йорт һала башлайҙар. Мерәүешле йылға буйына һәм шулай уҡ үҙ ерҙәрен “Әлмәс” тип атайҙар. Ошо ауылға нигеҙ һалыусы Ҡускилде, Килинбай, Килсенбай, Аит һәм Табулды, йәғни Әлмәс бабайҙың улдары. Хәҙерге көнгә тиклем беҙҙең ауыл үҫә. Элекке замандан алып халыҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнгәндәр һәм ҙур үрҙәргә өлгәшәләр. Ауылдың территорияһы ҙур урын алып тора. Йыл һайын яңы йорттар төҙөлә.

Бер нисә ғаилә берләшеп, йорт һала башлайҙар Мерәүешле йылға буйына һәм шулай уҡ үҙ ерҙәрен “Әлмәс” тип атайҙар. Ошо ауылға нигеҙ һалыусы Ҡускилде, Килинбай, Килсинбай, Аит һәм Табулды, йәғни Әлмәс бабайҙың улдары. Улар ауылдың тарихында иң төп урынды алып торалар. Хәҙерге көнгә тиклем беҙҙең ауыл үҫә. Элекке замандан алып халыҡ, йәғни аыл халҡы ауыл хужалығы менән шөғөлләнәләр һәм ҙур үрҙәргә өлгәшәләр. Ауылдың территорияһы ҙур урынды алып тора. Йыл һайын яңы йорттар төҙөлә… тип һөйләп үтә А. Казаков “Урыҫ Әлмәсе” ауылынан.

Ауыл тарихынан, ысынлап та, тәүҙә Әлмәс ауылы икенсе исем менән аталып йөрөтөлгән булған. Татыр йә Һолонсаҡ тип аталған.1916 йылда тәү күсеп килгәндең улына – Ҡушкилде Әлмәсовҡа 45 йәш ине. Ул ваҡытта ауылда ни бары 13 йорт ҡына булған: 75 ир-егеттәр һәм 54 ҡатын-ҡыҙҙар һаны. 1943 йылдан һуң был һан күпкә үҙгәргән 49 йорттар, ауыл халҡы – 300 булып киткән. 1920 йылда һәр бер 83 йорттан 5,1 кеше йәшәгән булған.

1842 йылда 207 кешенең һәр ҡайһыһына 3-әр бот яҙғы ашлыҡсәселә. Һәр кемгә уртаса әйткәндә 1,9 ат, эре мөгөҙлө малдарҙан – 1, 0,5 баш һарыҡ тура килә.

Беҙҙең бала ваҡытыбыҙ һуғыш йылдарына тура килде. Тамағыбыҙ ашҡа туймай, өҫтөбөҙ кейемгә туйманы. Үлән ашап үҫтек. Ниндәй генә эштәр эшләргә тура килмәне. Урман да ҡырҡтыҡ, сплавта ла, дорожныйҙа ла булдыҡ. Колхоз эшенә килгәндә үгеҙ менән ер һөрҙөк, үгеҙ менән иген ташыныҡ. Мораҡ элеваторына шулай уҡ үгеҙ менән иген тапшырҙыҡ. Иптәштәрем йәки минең тиҫтерҙәрем Кильчинбаева Ғәтифә, Аитова Гөлсөм, Заитова Шәмсиә, Бикбулатов Әсҡәт, Килинбаев Барый, Аитов Рәхмәт, Ҡускилдин Ниғмәт һәм Табулдин Тәлғәттәр менән бергә йөрөнөк. Хәҙер уларҙың күбеһе юҡ инде. Беҙ ҙә күп ҡалманыҡ. Йылдар үтә ҡартайҙыҡ. Һуғыш йылдарына ҡарап бәйет уйлап сығарҙым.

Бейек йорттарҙа быяла ишек

Ут йылдың бәйетен ишет

Бик ауыр булды һуғыш йылдары

Ятып ҡалды бит илем улдары

Бындала беҙгә еңел булманы

Көнө-төнө эшләп тә ял да булманы

Шулай булһа ла махы бирмәнек

Илем еңеүен өҙөлөп теләнек

Бына шулай булды беҙҙең йәшлек йылдары

Хәҙерге киләсәк быуын баларына

Ундай ваҡытты күрергә яҙмаһын.

Килинбаева Минзакира Һибәтулла ҡыҙы Ул ваҡытта уға 76 йәш була. Үҙенең көндәлегендә яҙып үтә. Иҫтә ҡалғандарҙан киләсәк быуын балаларына бер иҫтәлек ҡалһын өсөн яҙам. Әлмәс ауылының ҡайҙан килеп сыҡҡанын атайымдың һөйләүе буйынса яҙам. Атайымдың ағаһы Алмас исемле булған. Улар йәшәгән урам урыҫ урамында булған. Бола сыҡҡас, йәки аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы башланғанда ул ваҡыт революциға тиклемге булған хәл был. Хәҙер был Алмас бабайҙы аҡтар килеп ҡыуып ебәрәләр. Хәҙерге йәшәгән башҡорт урамы Әлмәс исемле ауыл. Ул бабай иң тәүгеләрҙән булып әбейе менән землянканан йәшәрлек урын төҙөп, шунда йәшәгәндәр. Ете улдары булған, етеһенә лә ете килен алып биргәндәр. Шунан килеп тә сыҡҡан Килинбаев фамилияһы.

Аитова Хәбирә Әлмәс ауылында урынлашҡан Ҡаҙағүлгән тауының легендаһын һөйләп үтте.

Әлмәс ауылында Ҡаҙағүлгән тауы иң бейектәрҙең береһе. Элек бер ҡаҙаҡ үҙенең аты менән ошо тауҙан төшмәксе булған. Тау бейек һәм бик текә булыу сәбәпле, ҡаҙаҡ атының аяғы һөрлөгөп, икеһе лә шул ерҙә һәләк булғандар. Шул ваҡыттан бирле ҡаҙаҡ үлгән, йәғни Ҡаҙағүлгән тип исемләнеп йөрөтөлә башлаған был урын.

Улаҡлы йорт һәм Аулаҡ йорт. Ата-бабалар яҙ етеп, көндәр йылыныу менән йәйләүгә күскәндәр. Таулылар нәҫеле йәйләүҙең беренсе яланда – Улаҡлы йортта, ҡыпсаҡ-ҡалмыҡтар икенсе яланда – Аулаҡ йортта урынлашалар. “Аулаҡ” һүҙенең мәғәнәһе “тыныс йәшәү”гә ҡайтып ҡала.

“Улаҡ йорт” атамаһы йылғаға һыу алыу өсөн улаҡ ҡорғанлыҡтан килеп сыҡҡан булырға тейеш.

Аулаҡ йорт яланында Сәмәкәй күле бар. Ҡалҡыу урында таҙа, саф һыулы күл булыуы, шул күлдә балыҡтар йәшәүе мөхжизәле хәл. Йәйләүҙең көньяғында һырттан һуң Әбей йылғаһы башлана.

Йәйләүҙә ир-ат туғын, сана табаны сабып, йүкә ағасынан һалабаш ҡуптарып, йүкә һыҙырып, ҡыш көнө септә, ҡап һуғып, арҡан, дилбегә, мөйәт үреп, уларҙы һатып көн күргән. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә һыйыр һәм бейәләрҙе һауып, ҡымыҙ бешеп, миңлектәр бәйләп, дарыу үләндәре, емеш-еләк йыйып йәшәгән.

Әлмәс ауылы йәйләүе Шығырыш менән Ширбәк утарҙары араһында ятҡан ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Йәйләүҙең көньяғында бер нисә ҡалҡыулыҡ аша Әсе һырты ята. Был исемде урман киҫеүсе, бура бураусы ир-егеттәр ауыр, әсе тир талап иткән эшкә арнап ҡушҡан, тигән фекер бар.

Шығырыш утарынан Аулаҡ йортҡа урман аша борма-борма юлдан менәһең. Унда текә ҡурҡыныс урындар күп. Шул юл буйлап бала-сағаларын ултырып, тормош кәрәк-яраҡтарын тейәп барған ҡатындың аты сығынлап китә һәм артҡа сигенә башлай. Әйберҙәр араһында ҡымыҙ бешкәге соҡорға тәгәрәй башлай. Шул саҡ әсәһе улына:

“Балам, йәбеш бешкәккә!” – тип ҡысҡыра. Ошо минуттан соҡорға “Балам, йәбеш бешкәккә” тигән исем тағыла һәм тарихҡа инә.

Киренән һөйләшкә күскәндә инде хәҙерге ваҡытта диалекттарға һәм һөйләштәргә әҙәби тел дә йоғонто яһап, уларҙың үҙенсәлектәрен кәметеүгә табан алып бара. Ә Башҡортостандан ситтәге өлкәләрҙә әҙәби телдең шауҡымын кисермәгән һөйләштәр үҙҙәренең элекке үҙенсәлектәрен һаҡлауын дауам итә.

I. Башҡорт теленең, уның диалекттарының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше.

Башҡорттар Көньяҡ Уралда һәм уның тирәһендә IX – X быуаттарҙан билдәле. Мәхмүт Ҡашғари үҙенең 1074 йылда сыҡҡан “Диван лөғәт ит-төрк” тигән хеҙмәтендә башҡорт теленә урын биргән. Борон башҡурт этнонимы ошо территорияла йәшәгән ырыу-ҡәбиләләр табынының исеме булған. Ҡыпсаҡтар дәүерендә башҡурттар уларҙың күршеһе булып йәшәгән.

Башҡорт теле ҡатмарлы этно-лингвистик шарттарҙа формалашҡан. Көньяҡ Уралда һәм уның тирәһендәге ерҙәрҙә төрлө ҡәрҙәш һәм ҡәрҙәш булмаған ырыу-ҡәбиләләр, этник төркөмдәр төп башҡорт ырыу-ҡәбиләләре менән аралашып, бер-береһенә йоғонто яһап, яҡынайтып, ваҡыт үтә килә, уларҙың диалектарында уртаҡ һыҙаттар хасил булып, ишәйеп, бер тел булып, ойошоуға нигеҙ һалына. Бара-тора уртаҡ һыҙаттар арта һәм айырмалыҡтар кәмей төшөп, диалекттарҙан өҫтөн торған дөйөм башҡорт теле барлыҡҡа килә. Барған һайын уның дөйөм һыҙаттары арта килгән.

Тюркологтар төрки телдәр бүленешендә башҡорт телен ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡараталар. Ләкин башҡорт теле был төркөмдә башҡа телдәрҙән ныҡ ҡына айырылып, үҙенә башҡа урып алып тора. Телдәрҙе ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарҡтыу бер ни тиклем шартлы. Башҡорт теле ҡыпсаҡ теленән килеп сыҡҡан тип ҡарау дөрөҫ булмай. Тарихта башҡорт халҡының этник составына ҡыпсаҡтарҙың килеп ҡушылып, башҡортлашыуы билдәле.

Башҡорт теле – күп үҙгәрештәр кисергән боронғо тел. Уның үҙендә боронғолоҡ ҡалдыҡтары бер ни тиклем һаҡланыу менән бергә, үҙенә генә хас яңы һыҙаттар барлыҡҡа килгән. Боронғолоҡ ҡалдыҡтары халыҡ теленең диалект – һөйләштәрендә һаҡланған, мәҫәлән, Урта һөйләштәге диссимилятив өн ҡушылмалары – лт, - нт, - ңт, - мт, - ңҡ, - мҡ, - мк (Уралта, урманта, таңтан, урмаңҡа, кемкә) боронғо төрки телгә барып тоташа.

Башҡорт диалекттары боронғо дәүерҙә Уралда күсеп йөрөгән иран һәм фин-уғыр ҡәбиләләренең диалекттары менән дә тығыҙ бәйләнештә булғандыр тип фараз итергә мөмкин.

Телдәрҙең һәм диалекттарҙың бер-береһенә булған ҙур тәьҫире тел ҡанундарын үҙгәртеүгә килтергән. Бындай көсөргәнешле ҡатмарлы шарттар тел үҙгәрешен тиҙләтә. Башҡа ҡәрҙәш телдәрҙә булмаған яңы күренештәрҙе барлыҡҡа килтерә. Үҙенсәлекле үҙгәреш иң элек фонетикала сағыла. Мәҫәлән, башҡорт телендә һ, ҫ, ҙ өндәрнең барлыҡҡа килеүе шул ҡатмарлы шарттар менән бәйле. Ҫ аффрикаттарының с өнөнә күсеүе йәшәп килгән с өнөн ҫ, һ өндәренә күсерелгән: бас – баҫ, сал – һал.

Спирантлашыуға булған тенденция көсәйгән. Ошо шауҡым буйынса тағы ла ҙ өнө хасил булған. Был өнө ҙ һәм д өндәренән барлыҡҡа килгән (ҡаз – ҡаҙ, адым - аҙым).

Башҡорт телендә һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең үҙгәреүе әйтелештең еңелләшеүгә, ябайлашыуға булған йүнәлешенең көсәйеүе менән бәйле. Был үҙгәрештәр телдең эске ҡанундары менән генә түгел, тышҡы фактор (төрлө диалекттарҙа һөйләшкән ҡәбиләләрҙең аралашыуы, башҡа тедәрҙең йоғонтоһо) менән дә бәйлелер. Диалекттарҙа һәм һөйләштәрҙә ҡалын әйтелгән һүҙҙәр нәҙегәйә баралар: асы – әсе – боронғо төрки телдә: ачиг, төньяҡ-көнсығыш һөйләштәрҙә уларҙың нәҙек варианттары күберәк осрай. Был күренеш, ғөмүмән, төрки телдәрҙә артикуляцияның алға күсеүенән килә. Һаңғырау тартынҡыларҙың яңғыраулана, шартлаулы тартынҡыларҙың спирантлаша (өрөлөп әйтелә) барыуы һәм башҡалар ошо уҡ рәткә ҡарайҙар.

Башҡорт теле һәм уның диалекттар системаһы көнсығыш һәм көнбайыш телдәр араһында формалашҡан. Башҡорт теленең тарихи үҫешен тикшергәндә, ошо хәлгә иғтибар итмәй булмай. Уның үҙенә генә хас үҙенсәлектәре барлыҡҡа килгән. Шуға ла синонимдар һәм варианттар күп осрай. Хатта хәҙерге әҙәби телдең нормаларын билдәләгәндә лә, шундай варианттар осрай, мәҫәлән, барғым килә – бараһым килә. Тәүгеһе көнсығыш телдәргә, ә икенсеһе көнбайыш төрки телгә барып тоташа. Ҡайһы бер ғалимдарҙың барғым килә формаһын әҙәби телгә норма итеп тәҡдим итеүенә ҡарамаҫтан, икенсеһе лә йәшәүен дауам итә. Бараһым килә вариантының да әҙәби телдә йәшәрлек хаҡы бар. Ни өсөн тигәндә, бараһы формаһы башҡорт теленә ят түгел. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: әҙәби телдең нормаларын тик берәр вариант менән сикләргә тырышыусылар бар, был ҡараш дөрөҫ түгел, сөнки әҙәби телдең үҫеше өсөн бер ни тиклем самала варианттар кәрәк. Халыҡ телендә варианттар бик күп, шулар нигеҙендә ул тәбиғи үҫеүен дауам итә.

Башҡорт халыҡ мәҙәниәте лә бик үҙенсәлекле. Ул, әлбиттә, башҡа халыҡтар мәҙәниәтенең йоғонтоһон кисермәгән түгел, кисергән, бер аҙ дөйөм һыҙаттарҙы табырға булыр ине. Ләкин был тәңгәлдә эҙләнеү эштәрен алып барманылар. Уртаҡ һыҙаттар бер тирәләр оҙаҡ йәшәгән ҡәрҙәш һәм ҡәрҙәш булмаған телдәрҙә барлыҡҡа килә. Шула булғас, телдәрҙең тарихи үҫешен өйрәнгәндә, географик факторға ла иғтибар итергә кәрәк була.

Хәҙер башҡорт диалекттарында һәм һөйләштәрендә теге йәки был ырыу-ҡәбилә диалектына бәйле үҙенсәлектәр һаҡланмаған тип әйтерлек.

Башҡорт әҙәби теленең йоғонтоһо самалы йәки бөтөнләй булмаған һөйләштәр үҙҙәренең үҙенсәлектәрен күберәк һаҡлап килә, икенсе яҡтан, башҡа телдәрҙең тәьҫиренә бирелә. Күрше өлкәләрҙә мәктәптәрҙә уҡытыу урыҫ телендә алып барылғанлыҡтан, үҙенең тыуған телен онотабашлау кеүек күңелгә ауыр күренеште осратырға мөмкин.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]