Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Минең диалект Көньяҡ диалекты Эйек.docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
16.11.2019
Размер:
47.2 Кб
Скачать

Лексик үҙенсәлектәр

1. Боярышник – еҙәй

2. Шиповник – гөлйемеш, әлморон

3. Малина – малина, ҡурай йеләге

4. Земляника – еләк, ҡайын еләге

5. Клубника – ер еләге

6. Черемуха – муйыл

7. Самец – арлан, ата

8. Лягушка – баҡа

9. Черепаха – ташбаҡа

10. Божья коровка – ҡояш апа

11. Угол – мөйөш

12. Мешок – тоҡ

13. Хлеб – икмәк

14. Ведро – күнәк

15. Воробей – турғай

16 . Бабушка – өләсәй

17. Дедушка – ҡартай, олатай

18. Мать – әсәй

19. Туғандаш төркөмдәр: нәҫел, ырыу

20. Кесе ҡыҙ туғанына өндәшеү: һылыу, аҡыллым

21. Кесе ир туғанға өндәшеү: мыртый, ҡусты

22. Атаһынан өлкән ир затына өндәшеү: олатай, бабай

23. Әсәһенән өлкән ҡатындарға өндәшеү: инәй, әбей

24. Шерстяные носки: йөн нәскей

25.Шапка – ушанка: бүрек

26. Слякоть: йепшек

27. Боҙ өҫтөнә ҡалҡҡан һыу: шәре

28. Быстрина: ағын

29. Остров: утрау

Эйек-Һаҡмар һөйләше әҙәби телгә яҡын, тик был һөйләштең һүҙлеген өйрәнеүгә диалектологтар ҙур иғтибар бирмәгәндәр. Был зонаның үҙәккә яҡын булыуы, күренекле яҙыусыларҙың, журналистарҙың һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ошо яҡтан булыуы, әлбиттә, был тирәнең телен әҙәби телгә яҡынайтҡан.

Көньяҡ диалект әҙәби телгә яҡынайыуын дауам итһә лә, һөйләштең үҙенең эсендә әле берҙәмлек юҡ, төрлө һөйләшсәләрендә төрлө һүҙҙәр ҡулланылыуын дауам итә. Диалекталь синонимдар күп. Уларҙы шул көйө әҙәби телгә алып булмай. Әҙәби телгә һүҙҙәрҙең киң таралғандарын эшкәртеп алырға тура килә.

Һаҡмар яғын Эйек яғы менән сағыштырып ҡарағанда, айырмалыҡта күренә. Мәҫәлән, Һаҡмар яғында кейәү үңгәре, бүлек (турпыша), бәкәлсәй, ҡуғырлау, ҡылау, ҡарындаш, ҡыйыҡ эсе, силсә, торна еләге, һикәлтә булһа, Эйек яғында кейәү нөгәре, турпыша, шуҡалай, ғорлауыҡ,сасҡау, һылыу, бүртлек, ҡылауыр, ҡурай еләге, баҫҡыс һүҙҙәре йөрөй.

Ҡайһы бер һүҙҙәр зоналарҙан, һөйләштәрҙән ситкә сыға йәки башҡа һүҙҙәргә тап килеп, йә һөйләш эсендә синонимдар булып йөрөйҙәр. Шулай булғас, уларҙың бөтәһенең дә әҙәби телдәге һүҙҙәр менән тап килеп бөтөүе мөмкин түгел. Миҫалдар: урыҫса боярышник ағасы Һаҡмар буйында энәлек, Һүрәм буйында еҙем, еҙ емеше, Эйек буйында еҙәй, Нөгөш буйында емшегән, Көйөргәҙе буйында йәмшегәнбулып йөрөй. Был һүҙ һөйләштәрҙә утыҙға яҡын синоним йәки вариант бирә.

Ҡурай еләге – торна еләге (2-се Этҡол тирәһендә), айыу еләге (Хайбулла районы), ағас еләге (Эйек башында); йәйге аш өйө – аласыҡ, ут ағасы, ут яҡҡыс, ашнаҡ, синнек, усаҡлыҡ.

Селбәрә – ай балыҡ, сертей (Нөгөш һөйләшсәһе), сибай (сибәтәй) – Эйек һөйләшсәһе, симала/сибаҡа (Йылайыр һөйләшсәһе), сибетә (Эйек һөйләшсәһе) – сейеш/емеш (Һүрәм һөйләшсәһе).

Баметәк – ҡатлама (Һаҡмар, Нөгөш), ҡатмар (Һүрәм, Эйек), йәргесәк (Һүрәм), мәскәү (Юшатыр).

Һөйләшәгә хас һүҙҙәр: ағута (бай, түрә), ағытау (аҡ тирмә) – боронғо төрки телдә: отағ (ҡыуыш), ҡаҙаҡ телендә (отағ тирмә), төмөрәй (тире һауытты ыҫлай торған урын), сула (буш ваҡыт), һыла “ерш”, шырт “ерш”, һәмән (байлыҡ), ҡалта (һауыт, кеҫә).

Һүрәм һөйләшсәһендә: тупраныу (буръяҡланыу), албары (иҫәр), хәрәмсе “ерш”, сейеш (селбәрә), сегән “вьюн”, тәңкәсуҡ “монисто”, кизәй “бродяга”, ҡондораҡ “полевица”, мәлеш (һеләүһен) – сағыштырығыҙ: манул (монгол телендә: ҡыр бесәйе).

Юшатыр һөйләшсәһенән: мөкәтә “улитка”, туғарланыу (бөгөрләнеү), йәлбәк (йәләүкәр), ҡалдау – ҡаҡса, һупата (йыуан кеше), мохай (маҡау), сорһоҙ (түҙемһеҙ), тәлтерсәй (ҡуян - тубыҡ).

Күгәрсен районының Әлмәс һәйләшсәһенең ҡәрҙәшлеккә бәйле һүҙҙәр: ҡәрсәй (атайҙың әсәһе), олатай (атайҙан, әсәйҙән оло ир кеше), инәй ( атайҙан, әсәйҙән оло ҡатын кеше), абзый (ағай), мырҙа, мыртый, эне (ҡусты), бейем (иренең әсәһе), һылыу (һеңле), һыйлым (дуҫының ҡатыны).

Һөйләшсәгә хас башҡа һүҙҙәр: туҡты (көҙгө бәрәс), ылаҡ (кәзә бәрәсе), бүлтерек (көҙгө бәрәс) – сағ.: монгол телендә: бэлтрэг (бүре балаһы), сәңгәр (йәйге быҙау), оздой һарыҡ (осаһыҙ һарыҡ), аҙараныу (ныҡ ялбарыу),аҙыу теш (эт теше), айғаҙау (һуштан яҙыу), алап (он һауыты), баҙыҡ (ныҡлы, мыҡты), бөрйән үңнеге (ябалаҡ ҡар), бүгән (ваҡ сәс), иргәйел, йәйек (йыйылған һыу), лүшә (ағасҡа ултырған ҡар), өкө (өлтөк), сулпы – һалма алғыс, тайлаҡ (ике йәшлек айыу балаһы), сар (ҡуян һуҡмағы), ширлек – эскәмйә, ынһытыу (зар илатыу), әрйә (эркет һауыты), әүеҫлек (бесәнлек), оҙаҡ төбө (уйын башлығы), боҙлауыҡ (ҡар), бешәлкәһеҙ (эш белмәгән кеше), сеүәтә (һай ғына һауыт), аласыҡ (йәйге аш бешереү урыны), ҡыҫылдырыҡ (ҡатын-ҡыҙҙырҙың һөйләшеүенә ҡыҫылған ир).

  1. Туғанлыҡ терминдары: әсәй - мама, атай - отец, абзый – старший брат, апай – старшая сестра, аҡыллым – үҙеңдән кесе туған, олатай – әсәйемдең атаһы, ҡәрсәй – атайымдың әсәһе һ.б.

  2. Һауыт-һаба: сеүәтә – сөм бәләкәй һауыт, аяҡ – ҙур табаҡ, сынаяҡ, балғалаҡ – сәй ҡалағы, ҡалаҡ – аш ҡалағы һ.б.

  3. Йорт менән бәйле: аласыҡ – йәйге аш бешереү урыны, ҡотоҡ – һыу алыу өсөн ҡоролма, урындыҡ – мебель һ.б.

  4. Аш-һыу менән бәйле: көлсә – майҙа бешерелгән йәймә, сөпрә – закваска, ләүеш – пирог, бәлеш – пирожки һ.б.

  5. Кешенең холҡон билдәләү менән бәйле: баҫалҡылы – скромный, ҡыҫылдырыҡ – мужчина, который вмешивается в женские разговоры, бешәлкәһеҙ – эш белмәгән.

Әҙәби телде өйрәтеү менән берлектә, диалект үҙенсәлектәрен өйрәнеү бөгөнгө көндә бик мөһим. Күп кенә һүҙҙәр тик һөйләшсә, һөйләштә генә ҡулланылып, башҡорт теленең байлығын, хатта башҡа төрки телдәре менән бәйләнешенә лә дәлил булып киләләр.

Эшемдә С.Ф. Миржанова “Южный диалект башкирского языка” монографияһына таяндым, Г.А. Кичикова, Х.С. Ишкинина, Р.С. Аллаярова мәғлүмәттәрен килтерҙем.

Һүҙлек

Абзый – старший брат

Алама – старье

Алсаҡ – ласковый

Асаҡай – уховертка

Аш – суп

Баҙ – погреб

Балдыҙ – своячиница

Баҫалҡалы – скромный

Бейем – свекровь

Бешеү – сильно бить

Бишек – колыбель

Боҙлауыҡ – снежная крупа

Бүгеү – переедать

Иген – зерно

Инәй – старшая сестра матери или отца

Һауығыу – выздороветь

Йүнәтеү – наладить

Йыйын, бәйге – һабантуй

Йәйғор – радуга

Көсөк – щенок

Ҡәрсәй – мать отца

Ҡорма – занавеска

Ҡусты – младший брат

Ҡытҡыс – шипцы

Ләүеш – пирог

Мәскәй әбей – баба-яга

Ҡыҡышыу – пристать

Өй турғайы – воробей

Өйкәү – натирать

Өлкән – старший

Себеш – цыпленок

Сөй – гвоздь

Сүгәләү – сесть на корточку

Сытыр – хворост

Сәйгүн – чайник

Тоҡ – мешок

Туҡмас – суп-лапша

Тупһа – порог

Тәпәшәк – низкий

Урындыҡ – нары

Форсат – возможность

Элмә – застежка

Әкәләк – желудь

Әрпеш – неряха

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]