Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Викторина ОЛИМПИАДА.docx
Скачиваний:
272
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
29.08 Кб
Скачать

Викторина һорауҙары (10-сы класс)

1. “Ҡарағол” драмаһының авторы.

2. Был драмала ваҡиғалар ҡасан бара?

3. Драманың төп геройҙары.

4. “Ырғыҙ”романының авторы.

5. Романда ваҡиғалар ҡасан бара?

6. Романдың төп геройҙары.

7. Нимә ул роман?

8. “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”драмаһының авторы.

9. Драманың төп геройҙары. Ниндәй драманың дауамы булып тора?

10. “Бала”поэмаһының авторы.

11. Поэманың төп геройҙары., темаһы

12. “Еңелгән ятыу”повесының авторы

13. Повестың төп геройы

14. Повеста ниндәй осор һүрәтләнгән?

15. “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһының авторы

16. “Ҡарлуғас”драмаһының авторы

17. Драмала ваҡиғалар ҡасан бара?

18. “Фәтхи һалдат”хикәйәһенең авторы

19. “Кәмһетелгәндәр”романының авторы

20. Романда ваҡиғалар барған осор.

Викторина һорауҙарына яуаптар(10-сы класс)

1. Д.Юлтый.

2.19-сы быуат башындағы ваҡиғалар.

3.Ҡарағол, Ҡыраубикә, Һөйөндөк

4.Һ.Дәүләтшина

5. 1902-1922 йылдарҙа

6.Айбулат, Гөлйөҙөм, Ныязғол

7.Эпик әҫәрҙең иң ныҡ таралған жанры.

8. С.Мифтахов

9. Юлай, Айһылыу; “Һаҡмар” драмаһының дауамы

10. Ғ.Сәләм.

11. Сәйҙел, Зәйнәп; ғаилә ҡороу, бала тәрбиәләү

12. И.Насыри

13. Шәрәфи

14. Колхозлашыу осоро һүрәтләнгән

15. Р.Ниғмәти

16. Б.Бикбай

17. 1773-1775 йылдарҙа

18. С.Агиш

19. З.Биишева

20. 1911-1918 йылдарҙа

8-се класс (туған тел булараҡ)

1. Нимә ул ҡобайыр?:

1. шиғыр

2. дан йыры

3. йыр

2. “Атам кейәү булған ер,

Әсәм килен булған ер”. Был ниндәй ҡобайыр?:

1. “Ай Уралым, Уралым”

2. “Боронғоларҙан аманат”

3. “Салауат батыр”

3. Йәй көнө матур Был:

1. һөйләм

2. һүҙбәйләнеш

4. “Кинйә һыртлауҙарҙа йөрөгән мал-тыуарын ҡарап ҡайта ла уҡырға керешә”. (Ғ.Ибраһимов. Кинйә).

Билдәләнгән һүҙбәйләнеш ниндәй юл менән яһалған?:

1. ярашыу

2. башҡарылыу

3. һөйкәлеү

4. йәнәшә5. “Кинйәнең сапҡындары яңынан-яңы хәбәрҙәр килтерҙе”. (Ғ.Ибраһимов. Кинйә).

Билдәләнгән һүҙбәйләнеш ниндәй юл менән яһалған?:

1. ярашыу

2. башҡарылыу

3. һөйкәлеү

4. йәнәшәлек

6. “Хатты асыу менән үк бөтәһе аңлашылды Һеләүһенгә”. (Ғ.Ибраһимов. Кинйә) Билдәләнгән һүҙбәйләнеш ниндәй юл менән яһалған?:

1. ярашыу

2. башҡарылыу

3. һөйкәлеү

4. йәнәшәлек

7. “Был серле яҙыуҙы Һеләүһен, елән иҙеүенә йәшереп, бик һаҡлап ҡына алып ҡайтып тапшырҙы атаһына”. (Ғ.Ибраһимов. Кинйә). Билдәләнгән һүҙбәйләнеш ниндәй юл менән яһалған?:

1. ярашыу

2. башҡарылыу

3. һөйкәлеү

4. йәнәшәлек

8. “Ил иланы,

Ҡара ер иланы”. (Б.Бикбай.Ер)

Билдәләнгән һүҙ һөйләмдең ниндәй эйәрсән киҫәге?:

1.аныҡлаусы

2.тултырыусы

3. хәл

9. “Йәшәү килде,

Татлы, матур йәшәү”. (Б.Бикбай.Ер)

Билдәләнгән һүҙҙәр:

1. тиң аныҡлаусы

2. тиң булмаған аныҡлаусы

10. Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә”драмаһында ваҡиғалар нисәнсе йылдарҙа бара?:

1. 1941-1945 йй.

2. 1773-1175 йй.

3. 1812-1813 йй.

11. Кем ул А.Мөбәрәков?:

1. рәссам

2. артист

3. йырсы

12. “Ул йорт ҡора, ә мин өйрәндем

Тулҡындарға ҡаршы йөҙөргә”.(Ғ.Сәләм. Шоңҡар)

Билдәләнгән һүҙ:

1.аныҡлаусы

2.тултырыусы

3. хәл

13. “-…Борон заманда Кавказда, ҡаялы тау өҫтөндәге киң яйлала, кескәй генә бер ауыл булған”. (З.Биишева. Һөнәрсе менән Өйрәнсек)

Билдәләнгән һүҙ:

1.аныҡлаусы

2.тултырыусы

3. хәл

14. “Һолтанбайҙың уйы ошо урында өҙөлдө, яман үкергән тауыш йөрәкте тетрәтте”. (Н.Мусин. Йыртҡыс тиреһе) Ниндәй һөйләм:

1. йыйнаҡ

2. тарҡау

15. “Тирене иң артҡы урынға һалдылар”.( Н.Мусин. Йыртҡыс тиреһе)

Бер составлы һөйләмдең ниндәй төрө?:

1. билдәле эйәле һөйләм

2. билдәһеҙ эйәле һөйләм

3. эйәһеҙ һөйләм

4. атама һөйләм

16. “Ғүмеремдә лә теләнселәп йөрөмәнем, йөрөй һалығым да юҡ”. (Н.Мусин. Йыртҡыс тиреһе). Бер составлы һөйләмдең ниндәй төрө?:

1. билдәле эйәле һөйләм

2. билдәһеҙ эйәле һөйләм

3. эйәһеҙ һөйләм

4. атама һөйләм

17. “Уралҡайым! Һинең һәр ташыңа

Ҡанлы-данлы тарих яҙылған…” (Р.Ғарипов. Урал йөрәге)

Билдәләнгән һүҙ:

1. өндәш һүҙ

2.тура телмәр

8-се класс (дәүләт теле булараҡ)

1. Был ниндәй һөйләм? Мин унда булырға тейеш!

1. һорау

2.өндәү

3. хәбәр

4. бойороҡ

2. Был ниндәй һөйләм? Кисә килдеңме?

1. һорау

2.өндәү

3. хәбәр

4. бойороҡ

3. Ағиҙел менән Ҡариҙелдә суднолар йөрөй ала. Билдәләнгән ҡылым :

1. ябай

2. ҡушма

3. Алма ағасынан алыҫ төшмәй. Был һөйләм:

1. бер составлы

2. ике составлы

4. Себеште көҙ һанайҙар. Был һөйләм:

1. бер составлы

2. ике составлы

5. Ашыҡҡан-ашҡа бешкән. Һөйләмдең эйәһе:

1. ашыҡҡан

2.эйәһе юҡ

3. ашҡа

6. Ике икең-дүрт. Һөйләмдең хәбәре:

1. хәбәре юҡ

2. дүрт

3. икең

7. Эйә ниндәй һорауға яуап бирә?:

1. нимә эшләй?

2. кем? нимә?

8. Юҡлыҡ булмағанлыҡ төшөнсәһе башҡорт телендә нисек бирелә?

1. юҡ, түгел, -ма,-мә, -һыҙ,-һеҙ

2. эйе, ярай

9. Ҡалған эшкә ҡар яуыр. Билдәләнгән һүҙ:

1. тултырыусы

2. хәл

3. аныҡлаусы

10. Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй. Билдәләнгән һүҙҙәр:

1. тултырыусы

2. хәл

3. аныҡлаусы

11. Егет яуҙа һанала. Билдәләнгән һүҙ:

1. тултырыусы

2. хәл

3. аныҡлаусы

12. “Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур,

Ҡояштай балҡып тора”;

Был шиғыр юлдарының авторы:

1. Р.Ниғмәти

2. М.Харис

3. М.Кәрим

13. “Беләм, әсәй, беләм, ауыр һиңә:

Борсолоулы уйҙар-иптәшең”.

Был шиғыр юлдарының авторы:

1. Р.Ниғмәти

2. М.Харис

3. М.Кәрим

7-се класс (туған тел булараҡ)

1. “Хан оран яңғыраған яҡҡа ҡараны ла үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай ҡатып ҡалды: алты башҡорт яугиры дәһшәтле ғәйрәт менән хан һуғышсыларының өҫтөнә ташландылар ҙа ҡамауҙы йырып сыға башланылар”. (И.Бураҡаев. Башҡорт көсө)

Билдәләнгән ҡылым:

1.үҙ аллы

2.ярҙамсы

2.“Ана Ульянов кейенһен, Каранаев менән Горшков-һалдаттар”. Билдәләнгән ҡылым һөйкәлеше:

1. шарт

2. теләк

3. хәбәр

4. бойороҡ

3. “Тәҙрәнән ҡараһам, майланмаған итегем ит ташый, сылғауым бейеп йөрөй, олторағым йоҡлап ята”. (“Ерәнсә сәсән” әкиәтенән) Билдәләнгән ҡылым һөйкәлеше:

1. шарт

2. теләк

3. хәбәр

4. бойороҡ

4. “-Һеҙҙе ҡунаҡ итмәйенсә, һыйламайынса, өйөмдән сығармайым!-тип ул башҡорт егеттәрен икенсе иркен бүлмәгә алып сыҡты”. (Я.Хамматов. Төньяҡ амурҙары)

Билдәләнгән ҡылым һөйкәлеше:

1. хәбәр һөйкәлеше, юҡлыҡ формаһы

2. хәбәр һөйкәлеше, барлыҡ формаһы

5. “Бөйөк немец шағиры Иоган-Вольфганг Гете менән Веймарҙа осрашҡандан бирле, Ҡаһым түрә үҙендә дәрт, көс һәм мәңге юйылмаҫ хистәр, рухи байлыҡ өҫтәлеүен тойҙо”. (Я.Хамматов. Төньяҡ амурҙары)

Билдәләнгән ҡылым ниндәй заманда килгән?:

1. хәҙерге

2. үткән

3. киләсәк

6. “Йәмле генә Урал буйын ташлап

Киткеләрем килмәй илемдән”. (Халыҡ йыры “Йәйләүлек”)

Билдәләнгән ҡылым һөйкәлеше:

1. шарт

2. хәбәр

3. теләк

4. бойороҡ

7. “Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым…” (С.Юлаев. Тыуған илем)

Билдәләнгән ҡылым төркөмсәһе:

1.исем ҡылым

2.уртаҡ ҡылым

3.сифат ҡылым

4.хәл ҡылым

8. “Һеҙҙе һағынып өлгөрәм

Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм…” (С.Юлаев. Тыуған илем)

Билдәләнгән ҡылым төркөмсәһе:

1.хәл ҡылым

2.исем ҡылым

3. уртаҡ ҡылым

4.сифат ҡылым

9. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк”. (Аҡмулла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!)

Билдәләнгән ҡылым төркөмсәһе:

1.хәл ҡылым

2.исем ҡылым

3. уртаҡ ҡылым

4.сифат ҡылым

10. “Атаһы күп ваҡыт землянкала булмай: утарға аҙыҡ алырға, йә урманды әйләнеп сығырға, йә балыҡ тоторға китә”. (Д.Юлтый. Тимеркәй фәлсәфәһе.)

Билдәләнгән ҡылым төркөмсәһе:

1.хәл ҡылым

2.исем ҡылым

3. уртаҡ ҡылым

4.сифат ҡылым

11. Рәүештәр яһалыштары буйынса нисә төргә бүленә?:

1.өс

2. дүрт

3. биш

12. “Юлдыбайҙы тиҙ ҡайтыр тип, дүрт күҙ менән көтһәләр ҙә, ул тиҙ генә ҡайта алманы”. ( Һ.Дәүләтшина. Айбикә)

Билдәләнгән рәүеш төрө:

1. тамыр

2. яһалма

3. ҡушма

13. Ә юлсыларҙың юлда булыуы яҡшы”. ( М.Кәрим. Айгөл иле).

Билдәләнгән теркәүес:

1. ябай

2. ҡушма

14. “Ләкин күҙ йәштәрем аша салауат күпере күрәм мин, офоҡтан-офоҡҡа һуҙылған алтын күпер күрәм”. ( М.Кәрим. Айгөл иле).

Билдәләнгән теркәүес:

1. теҙеү теркәүесе

2. эйәртеү теркәүесе

15. “Донъяла беҙҙең өсөн дуҫ бар, дошман бар, Ватан бар, сит донъя бар, бөгөнгө көн бар, иҫтәлектәр бар”. ( М.Кәрим. Айгөл иле).

Билдәләнгән һүҙ:

1. киҫәксә

2. теркәүес

3. бәйләүес

16. “Хәҙисә, уға яҡыныраҡ килеп:

-Ай, ашығырҙай булғанһың икән дә баһа!...-Шулай тигәс, Айбикә бөтөнләй туҡтаны”. (Һ.Дәүләтшина.Айбикә)

Билдәләнгән һүҙ:

1.бәйләүес

2.теркәүес

3.киҫәксә

17.“Гүйә, улар шунда йәнләнделәр,

Нурҙар сәсеп ем-ем көлдөләр”. (М.Ғафури. Гөлдәр баҡсаһында)

Билдәләнгән һүҙ:

1. модаль һүҙ

2. теркәүес

3. бәйләүес

18. Ымлыҡтар һан, эйәлек, хәбәрлек заты, килеш, заман, дәрәжә менән үҙгәрәме:

1. эйе

2. юҡ