Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Викторина ОЛИМПИАДА.docx
Скачиваний:
272
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
29.08 Кб
Скачать

Викторина “Башҡортостанды беләһеңме?”

1.Башҡортостан ниндәй өлкәләр һәм республикалар менән сиктәш?:

2. Башҡортостандың майҙаны.

3.Башҡортостанда иң бейек тау

4. Башҡортостанда нисә район бар?:

5. Башҡортостанда күпме халыҡ йәшәй?

6. Башҡортостанда нисә ҡала бар?

7. Башҡортостанда нисә ҡасаба бар?

8. Ағиҙелдең оҙонлоғо

9. Нисәнсе йылда Башҡортостан үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушыла?

10. Иң ҙур ихтилалдарҙың етәкселәре.

11 Салауат Юлаев етәкселегендәге ихтилал нисәнсе йылда була?

12. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һана.

13. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыларын һана.

14. Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән кешеләргә ниндәй премиялар бирелә?

15. Башҡортостандың ниндәй наградалары бар?

16. Республиканың суверенитет алған көнө.

17. Башҡортостан гербының авторы.

18. Башҡортостан гимнының авторы.

19. Башҡортостан флагының авторы.

20. Арҡайым ҡаласығы ҡайҙа табылған?

21. Өфө сәнғәт Академияһы кем исемен йөрөтә?

22. Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры кем исемен йөрөтә?

23. Башҡорт дәүләт академия драма тетры кем исемен йөрөтә?

24. А.Матросов (Ш.Мөхәмәтйәнов) менән М.Ғөбәйҙуллинға һәйкәл ҡайҙа ҡуйылған?

25. Ағиҙел йылғаһы ҡайҙа башлана?

26. “Урал батыр”эпосы ҡасан ижад ителгән?

27. Күренекле артистарыбыҙ

Башҡортостанды беләһеңме?”

Викторина һорауҙарына яуаптар

1.Пермь, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Татарстан, Удмурт республикалары менән

2. 143 600 квадрат км

3. Ямантау

4. 54

5. 4 миллиондан ашыу

6. 21

7. 40

8. 1420 км

9. 1557 йылда

10. Һары Мәргән, Сәйет батыр,Алдар батыр, Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат Юлаев

11. 1773-1775 йылдарҙа

12. М.Ғафури, Р.Ниғмәти, М.Кәрим, С.Ҡудаш, Р.Ғарипов, Н.Нәжми, Р.Бикбаев, Ә.Атнабаев, М.Кәримов, Т.Йосопов.

13. З.Биишева, Ә.Хәкимов, Н.Мусин, Н.Асанбаев, Ғ.Хөсәйенов

14. С.Юлаев, Ш.Бабич

15. 2 тапҡыр Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены, халыҡтар Дуҫлығы ордены

16. 11 октябрь, 1990 йыл

17. Ф.Ислахов

18. Ф.Иҙрисов

19. У.Мәсәлимов, О.Асабина

20. Сибай эргәһендә

21. З.Исмәғилев

22. М.Кәрим

23. М.Ғафури

24. Еңеү паркында

25. Учалы районында башлана

26. 4 меңдән ашыу йыл элек

27. Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатова, Гөлли Мөбәрәкова, Зәйтүнә Бикбулатова, Фидан Ғафаров, Олег Ханов, Нурия Ирсаева, Әхтәм Абушахманов, Шамил Рәхмәтуллин, Рәфил Нәбиуллин, Роза Кәримова, Зинира Атнабаева, Хөрмәт Үтәшев, Илһөйәр Ғизетдинова

Викторина һорауҙары (7-се класс)

1. “Ете ырыу” әҫәренең авторы.

2. Ырыуҙар вәкиле.

3. “Алдар батыр ҡиссаһы”әҫәренең авторы.

4. Нимә ул тарихи хикәйә?

5. “Эйәрләнгән ат”әҫәренең авторы.

6. Нимә ул тарихи фараз?

7. Ҡаһым түрә, Гете тураһында ниндәй әҫәрҙә яҙылған?

8. Халыҡ ижадына нимәләр инә?

9. Ниндәй тарихи йырҙарҙы беләһегеҙ?

10.Кантон башлыҡтары тураһындағы йырҙар.

11. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһындағы йырҙар.

12. Нимә ул риүәйәт?

13. Нимә ул сеңләүҙәр?

14. Кем ул Х.Әхмәтов?

15. “Егеткә”, “Уралым”, “Тыуған илем” шиғырҙарының авторы.

16. Нимә ул импровизация?

17. Нимә ул метафора?

18. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының авторы.

19. “Үҙем һәм халҡым”, “Гөлдәр баҡсаһында”, “Мин ҡайҙа” шиғырҙарының авторы.

20.”Зәки – Башҡортостан терәге”, “Салауат батыр”, “Ҡурайҡайға”шиғырҙарының авторы.

21.”Тимеркәй фәлсәфәһе”әҫәренең авторы.

22. Кем ул Ҡ.Дәүләткилдиев?

23. “Айбикә”повесының авторы.

24.”Йәмле Ағиҙел буйҙары”шиғырының авторы.

25. “Айгөл иле”драмаһының авторы.