Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
морфология.doc
Скачиваний:
40
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
75.26 Кб
Скачать

Шарт һәм теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының ябай (синтетик) һәм ҡушма (аналитик) формалары барлығын иҫкә алып, уларҙың белдергән мәғәнәһен һәм яһалашын бер, ә зат, һан һәм барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәрешен икенсе дәрестә аңлатыу йәтешерәк.

Уларҙың белдергән төп мәғәнәәһен һәм мәғәнәүи биҙәктәрен, үҙенсәлектәрен аңлатыу өсөн ,миҫалдар шулай уҡ һөйләмдәрҙә йәки бәләкәй текста алынырға тейеш.

Был һөйкәлеш ҡылымдарының синонимик формаларын, уларҙың яһалыу үҙенсәлектәрен демонстрациялау өсөн таблицалар ҡулланыу, ә был төшөнсәләрҙе үҙләштереү, үҙ аллы яҙма формала аңлатрыға уҡыусылырҙы өйрәтеү өсөн формулалар, схема төҙөтөү эффектлы.

Теләк һөйкәлешенә инә торған ҡылымдарҙың бөтәһе лә бер төрлө үҙгәрмәй. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөтә зат ялғауҙарын ҡабул итмәйҙәр (алайым, алайыҡ), ҡайһылары барлыҡта ғына ҡулланып, юҡлыҡта ҡулланылмай (бармаҡсы, бармаҡсын) һ.б.

Теләк һөйкәлеше ҡылымдарының дөйөм грамматик мәғәнһен тәүләп аңлатҡанда, барғы килә, бармаҡсы формаһын һөйләмдәрҙә, текста алыу йәтешерәк һанала, сөнки улар контекста теге йәки был эште эшләү тураһындағы теләкте тулыраҡ белдерә.

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары буйынса эшләгәндә йәки уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү күнегеүҙәре үтәткәндә, барғы килә,ҡайтҡы килә, бараһы килә, уҡыһы килә формаларының синонимик формаларын булыуына иғтибар итеү кәрәк.

Ҡылым төркөмсәләре

Ҡылым төркөмсәләре 6-сы класта үтелә. Шунлыҡтан, был материалды өйрәтә башлағанға тиклем уҡыусыларҙың ҡылым бүлеге буйынса 5-се класта алған белемдәрен ҡабатлау, системалаштырыу күнегеүҙәрен эшләтеү ойошторолорға тейеш.

Исем ҡылымдарҙы үткәндә, тәүҙә үк уларҙа исем һәм ҡылым билдәләре булыуын, шуға ярашлы уларҙың коммуникатив функцияларын аңлатһаң, был үҙенсәлектәрен телмәрҙә күрһәтһәң, уҡыусыларҙа бындай ҡылымдарҙың үҙенсәлекле грамматик билдәләре, телмәрҙә ҡулланыу тәбиғәте менән ҡыҙҙыҡһыныу тыуа. Исем ҡылымдың был үҙенсәлектәренә төшөндөрөү өсөн, һөйләмдәрҙә, текста алынған исем ҡылымдарҙың лексик һәм грамматик билдәләрен күҙәтеү, ул билдәләрҙе исем һәм ҡылым билдәләре сағыштырыу файҙалы.

Исем ҡылымдарҙың яһалышын аңлатҡанда, алдан һайланған исем ҡылымдарҙың яһалышын күрһәтеүсе формала, таблица төҙөтөү йәки әҙер ҡылымдарҙың лексик һәм грамматик үҙенсәлектәренә төшөнгәс, исемгә әйләнгәнбирҙереү алымдарын ҡулланыу эффектлы.

Башҡорт телендәге исем ҡылымдарҙың бер ни тиклеме исем һүҙ төркөмөнә күскән: кисеү, көтөү (көтөү көтә), буяу, тегеү (тегеү күбәйеп китте), яҙыу (яҙыу алдым) һ.б.. Уҡыусылар исем ҡылымдарҙың лексик һәм грамматик үҙенсәлектәренә төшөнгәс, исемгә әйләнгән (субстантивация) исем ҡылымдар тураһында аңлатып, был күренеште миҫалдарҙа күрһәтеп үтеү кәрәк.

Уртаҡ ҡылымдарҙың белдергән мәғәнәһен, грамматик билдәләрен (синтаксик ролен) һөйләмдә йәки текста алынған миҫалдарҙы уҡыусыларҙың аналитик күҙәтеүе аша аңлатҡас, яһалыштарын шулай уҡ формулалар, таблицалар төҙөтөү алымы менән кластың үҙенән билдәләтеү, был турала һөҙөмтә яһатыу уңышлы һанала.

Артабан уртаҡ ҡылымдарҙың тик барлыҡ-юҡлыҡта ғына ҡулланылып, заман, зат һәм һан менән үҙгәрмәү, тимәк, уртаҡ ҡылым төркөмсәһенә инә торған ҡылымдарҙың үҙгәрмәй торған ҡылымдар икәне иҫбатлана, уҡыусыларҙың үҙҙәренән билдәләтелә.

Сифат ҡылымдың сифатҡа һәм ҡылымға оҡшаған яҡтарын асыу, уның ошо ике һүҙ төркөмөнә хас билдәләрен таный, күрә белергә өйрәтеү бик мөһим.

Сифат ҡылымдарға һәм башҡа төркөмсә, һөйкәлеш ҡылымдарына морфологик анализ үткәргәндә, уларҙың ҡушма формалары бер морфологик берәмек итеп ҡаралырға тейеш. Мәҫәлән, ҡайтып барам, килеп төшһә, һөйләй торған булһа һ.б. анализлана икән, ҡайтып барам – хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман ҡылымы булһа, үтеп барған – үткән заман сифат ҡылым, нигеҙ ҡылымға (үт)-еп ялғауы ҡушылып, барған ярҙамсы ҡылымы менән яһалған.

Хәл ҡылымдар икенсе (төп) ҡылым белдергән эш йәки хәрәкәттең башҡарылыу-башҡарылмау рәүешен, ваҡытын, сәбәбен аңлатыусы эш йәки хәрәкәтте белдерә: ат кешнәшеп танышыр, кеше һөйләшеп танышыр. Хәл ҡылымды үткәндә, шулай уҡ, алда әйтеп үткән методтар ҡулланыла.

Ҡылым йүнәлештәрен өйрәтеү

Башҡорт телендәге йүнәлеш төрҙәренең йөкмәткеһенә төшөндөрөү өсөн уҡыусыларҡа был категорияның йөкмәткеһен – дөйөм төшөнсәһен асырға кәрәк. Төрлө йүнәлеш ҡылымдарындағы йүнәлеш грамматик мәғәнәһен уҡыусыларҙың аналитик тикшереү юлы менән билдәләткәндән һуң ҡылым белдергән эш, йәки хәлде башҡарғанда, эште башҡарыусы(субъект) менән хәрәкәт төшөүсө предмет(объект) араһындағы мөнәсәбәттең төрлөсә булыуы, ул төрлө мөнәсәбәттерҙең махсус ялғауҙар менән бирелеүе тураһында һөҙөмтәгә килтерелә. Аңлатыу ваҡытында ҡылым йүнәлештәрен күрһәтеүсе формулаларҙы төрлө варианттарҙа төҙөтөргә мөмкин: нигеҙ ҡылым +ын, ен, он, өн, н=ҡайтым йүнәлеше: йыуын, кейен, тотон, төрөн, биҙән һ.б.

Ҡылым темаһын уҡып бөткәс, бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабалау, уҡыусыларҙың алған белемдәрен системалаштырыу күнегеүҙәре эшләтеүгә махсус ваҡыт биреү бик мөһим. Бындай күнегеүҙәрҙе эшләткәндә, төп иғтибарҙы алған белемдәрҙе ижади ҡулланырға, уларға таянып, ҡылымдарға, уларҙың коммуникатив функцияларына дәлилле аңлатма бирергә, иҫбатлауҙар яһарға кәрәк була.

11

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]