Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
морфология.doc
Скачиваний:
39
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
75.26 Кб
Скачать

Морфология уҡытыу методикаһы

Мәктәптә морфологияға ҡараған темалар синтаксик нигеҙҙә өйрәнелә. Һәр һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәрҙең грамматик билдәләрен, уларҙың мәғәнә биҙәктәрен,телмәр төҙөүҙәге ролен бары тик һүҙбәйләнештә, һөйләмдә һәм текстта ғына күрһәтеп була. Морфологияны синтаксик нигеҙҙә өйрәнеү баланың телмәрен, телмәр эшмәкәрлеген үҫтерә.

Башта уҡ уҡыусыларға лексик берәмектәрҙең үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәргә бүленеү юлдарын аңлатыу мөһим. Бының өсөн алдан таҡтаға яҙылған, йә булмаһа, башҡортса-русса, орфографик, аңлатмалы һүҙлектән айырым һүҙҙәргә класс менән һорау биреп ҡарарға кәрәк. Шул саҡта уҡыусылар һорауға яуап була алған һәм була алмаған һүҙҙәр барлығын төшөнәләр. Улар һорауға яуап була алған һүҙҙе лексик мәғәнә белдерәләр, ә ә һорауға яуап була алмаған һүҙҙәр лексик мәғәнә аңлатмай тигән һығымтаға килә. Бындай һығымтаны фәҡәт балаларҙың үҙҙәренән яһатырға кәрәк. Сөнки, һәр асышҡа, һәр проблеманы хәл итеүгә уҡыусыны йәлеп итеү уның актив танып-белеү эшмәкәрлеген үҫтерә.. Артабан лексик мәғәнә аңлатҡан һәм аңлатмаған һүҙҙәрҙең һөйләм киҫәге булып килә алыу-алмауын асыҡлау эштәре ойошторола. Был төшөнсәләр буйынса эште йомғаҡлап, түбәндәгесә схема төҙөргә мөмкин.

Һүҙҙәрҙең үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәргә бүленеүен үҙләштреү күнегеүҙәре итеп түбәндәгеләрҙе тәҡдим итергә мөмкин.

Һүҙҙәрҙең үҙ аллы мәғәнәгә эйә булыу-булмауын билдәләтеү, уларҙы үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәргә классификациялатыу, текстағы һөйләмдәрҙең синтаксик ролен билдәләтеү аша һүҙҙәрҙең үҙ аллы һүҙ, ярҙамсы һүҙ булыуын аңлатыу; текстағы һөйләмдәрҙе һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәгә эйә булыу-булмауын һәм синтаксик роленән сығып, уларҙы үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәргә төркөмләтеү; һәр үтәлгән эштең дөрөҫлөгөн тикшертеү; үтәлгән эшкә аңлатма бирҙертеү, Һорауҙарға яуап эҙләтеү, әйттереү, яҙҙырыу һ.б.

Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр тураһында ошо күләмдә белем биреү уҡыусыларға һүҙҙәрҙең һүҙ төркөмдәренә бүленеүен, һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын, ҡушма ҡылымдарҙың, ҡушма хәбәр лингвистик нигеҙҙәрен үҙләштерергә ярҙам итә. Һүҙ төркөмдәрен өйрәнә башлауҙың тәүге дәрестәрендә һүҙҙәрҙең семантик һәм грамматик юилдәләренән сығып, һүҙ төркөмдәренә бүленеү сәбәптәрен (критерийҙарын) бишенсе класс уҡыусыдары төшөнөрлөк формала аңлатыу кәрәк. Бының өсөн һөйләмдәр йәки текст алып, ундағы һүҙҙәрҙең белдергән лексик мәғәнәләре, морфологик һәм синтаксик билдәләре асыҡлана һәм бер һүҙ икенсе һүҙ менән сағыштырыла килә. Мәҫәлән, исемде ҡылым менән сағыштырырға мөмкин: исем предмет, урын һәм башҡа атамаһын, ә ҡылым предметтың эшен белдерә; исем килеш менән үҙгәрә, ә ҡылым-үҙгәрмәй, уның ҡарауы ҡылым өс заманда ҡулланыла, ә исем өс заманда килмәй. Ошо тәртиптә тағы ҡылымға ҡараған һүҙҙе сифат менән, исем менән рәүеште аналитик сағыштырыу эше ойошторорға мөмкин һ.б.

Уҡыусыларҙың ошондай анализ, аналитик сағыштырыу эштәре аша, башҡорт теле һүҙлек составындағы һүҙҙәрҙең белдергән лексик мәғәнәләре һәм грамматик билдәләре яғынан бер төрлө типта ғына булмауын, уларҙың һүҙ төркөмдәренә классификацияланыуы күрһәтелә.

Уҡыусыларға таныш һүҙҙәр биреп, уларҙы төркөмләтеү эштәре түбәндәгесә ойошторола:

Өҫтәлдәрҙең, яҙам, зәңгәр, биш, алдым, дәфтөрҙәремдең, еремдең, түңәрәк, ун биш, урамдың, кешеләр һ.б.

  1. Предмет атамаһын белдереүсе, һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәреүсе һүҙҙәр: өҫтәлдәрҙең, дәфтәрҙәремдең, еремдең, урамдың, кешеләр.

  2. Предметтың эшен белдереүсе, һан, зат менән үҙгәреүсе, заманы булған һүҙҙәр: яҙам, алдым.

  3. Предметтың һанын белдереүсе, килеш, һан, зат, эйәлек заты менән үҙгәрмәй торған һүҙҙәр: биш, ун биш.

Һүҙ төркөмдәренең башланғыс кластарҙа үтелеүен иҫкә алып, айырым һүҙҙәр, йәки текст биреп, һүҙҙәрҙе һүҙ төркөмдәренә классификациялатырға ла була: мин, һөйләйем, ул, мәктәп, оҙон, әсе, ҡәләм, һуған, ун бер, өсөнсө, ҡайын, ҙур, алтмыш, һеҙ, уҡыйҙар.(күнегеү таблицала слайд 2).

Бындай эштәрҙән һуң тейешле һөҙөмтә яһала, күнегеүҙәр эшләнә.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]