Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
морфология.doc
Скачиваний:
40
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
75.26 Кб
Скачать

Ҡылым уҡытыу методикаһы

Башҡорт теленең һүҙ төркөмдәре араһында иң ҡатмарлы һәм уҡыусылар ауыр узләштера торған темаларҙың береһе – ҡылым. Башланғыс синыфтарҙа уның тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирелә һәм бишенсе класста ул ҡабатлана, алтынсы класста иһә практика нигеҙендә уҡыусыларға был тема буйынса тәрәнерәк белем күҙ уңында тотола.

Башланғыс кластарҙа ҡылымдарҙың лексик мәғәнәһе, бойороҡ, хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман, һан, зат, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәрештә үтелә. Тимәк, 5-6 кластарҙа өйрәтелә: үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар, хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман формалары, теләк һөйкәлеше ҡылымдары, ҡылым төркөмсәләре, йүнәлештәре, күләмдәре, ҡылымдарҙағы заман һәм билдәлек-билдәһеҙлек категорияларына бәйләнешле морфологик синономия һәм уларҙың коммуникатив функцияһы.

Ҡылымдарҙың дөйөм төшөнсәһен аңлатыу

Ҡылым тураһында дөйөм төшөнсә биреүҙе тема буйынса үтелгәнде ҡабатлау, ситуатив күнегеүҙәр эшләтеү менән йәки, дәреслектәге ҡылым билдәләмәһен уҡытып , уға ҡарата эвристик әңгәмә үткәреү, ҡылым буйынса башланғыс мәктәптә үтелгәнде ҡабатлау менән башлап ебәрәләр. Һуңғы ваҡыттарҙа яңы материалды аңлатыуҙы проблемалы ҡабатлау күнегеүҙәрҙен эшләтеү менән башлау уҡытыусылар тәжрибәһендә йышыраҡ күҙетәлә.

Материалды аңлатыу нисек ойошторолһа ла, тәүҙә уҡыусылар эште, хәрәкәтте, йәки хәлде белдергән, ни эшләй? Һорауына яуап булыусы, һан, зат, заман менән үҙгәрә торған, һөйләмдә хәбәр булып килгән һүҙҙәр ҡылым һүҙ төркөмөнә инә тигән һөҙөмтә тағы беҙ тапҡыр килтерәләр.

Беренсе дәрестә, уҡыусыларҙың алдағы дәрестәрҙә алған белемдәрен актуалләштереү, уларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген активлаштырыу һәм яңы темаға кереп китеү маҡсаты менән перфокарталар ярҙамында һүҙ төркөмдәрен тикшерегә мөмкин:

Һин йәшәмә ерҙә файҙаһыҙ бер

Түмгәк булып тигеҙ урында.

Янып ҡалһын ғүмерең, маяҡ булып,

Үҙеңдән һуң килгән быуынға.

(М. Жәлил)(перфокарта)

Быңан һуң уҡыусылар тәҡдим ителгән һөйләмдәргә ҡылымдар өҫтәп күсереп язалар, ул ҡылымдарҙың ҡайһы һорауға яуап булыуын, ниндәй затта һәм һанда, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүен әйтәләр.

Беҙҙең ауыл бик матур ерҙә .......... . Халҡыбыҙ тырышып ....., матур... . Уның киләсәге тағы ла матур ....... .

Уҡыусылар ул һөйләмдәргә урынлашҡан, эшләй, йәшәй, буласаҡ һүҙҙәрен өҫтәп, уларҙың ни эшләгән? Ни эшләй? Ни эшләйәсәк? Һорауҙарына яуап булыуы һәм ул һүҙҙәр предметтың эшен йәки хәлен белдереүе икәнен әйтәләр. Ләкин әле уҡыусылар ҡайһы һүҙҙең хәрәкәтте, торошто белдергән ҡылымдар барлығын әйтә алмауҙары мөмкин. Шуға күрә күргәҙмәлелек ярҙамында быны аңлатырға мөмкин. Бының өсөн уҡытыусы, ҡоштар һүрәтен күрһәтә-күрһәтә, ҡылымдарҙың төрлө мәғәнәне аңлатауын үҙҙәренән сығарта: 1) ағасты суҡып ултырыусы тумыртҡаны күрһәтә лә уның ағасты суҡыуын, ҡорттар сүпләүен, (суҡый, сүпләй – эште белдерә); 2) ағас ботағына ултырған икенсе ҡошто, (миҫалға ҡыҙылтүште) күрһәтеп, уның тик тороуын, ниҙер көтөүен (ултыра, көтә),йәғни хәлен, торошон, 3) һауала осоп йөрөгән ҡарлуғас һүрәтен күрһәтеп, уның осоуын, хәрәкәтләнеүен (оса,хәрәкәтләнә) әйттерә; ул һүҙҙәргә һорау ҡуйҙыра. Уҡыусылар һүрәттәрҙе тағы иғтибар менән күҙәтәләр һәм, ул һүҙҙәрҙе индереп, һөйләмдәр төҙөйҙәр, һуңынан үҙҙәре әйткән һөйләмдәрҙең ҡылым булыуын, ни эшләй? Һорауына яуап булып килеүен әйтәләр. Шул рәүешле, уҡытыусы ярҙамында ҡылымдың мәғәнәһенә уҡыусылар үҙҙәре төшөнә һәм уҡытыусы ярҙамында ҡағиҙә сығаралар. Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр ҡылым тип атала, улар ни эшләй? Һорауына яуап була. Уҡытыусы тема һәм маҡсатты ла уҡыусыларҙан әйттерә, барлыҡ уҡыусылар ҙа күрерлек итеп яҙылған шул ҡылымдарҙы башҡа формаларҙа яҙып килгән карточкаларҙы күрһәтә һәм шул һүҙҙәргә уҡыусыларҙан һорау ҡуйҙыра.

Суҡый-суҡыны (ни эшләне?) суҡыр (ни эшләр?)

сүпләй-сүпләне (ни эшләне?) сүпләр (ни эшләр?)

оса-осто (ни эшләне?) осор (ни эшләр?)

  • Ни өсөн был һүҙҙәр төрлө формаларҙа килде? – тип, уҡытыусы уҡыусылар алдында тағы бер танып-белеү бурысы ҡуя һәм ҡылымдарҙың төрлө заманда килә алыуын әйттерә

  • Суҡый, сүпләй, оса ҡылымдары ни эшләй? Һорауына яуап була, хәҙерге ваҡыттағы эште белдерә; суҡыны, сүпләне, осто – ни эшләне? Һорауына яуап була, үткәндәге эште белдерә; суҡыр, сүпләр, осор – ни эшләр? Һорауына яуап булып, киләсәк заманды белдерә

Шул рәүешле ҡылымдарҙың өс заманда (хәҙерге, үткән, киләсәк) килә алыуын уҡыусылар үҙҙәре үк әйтәләр һәм үҙ миҫалдары менән ҡабатлайҙар.

Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше тураһында алдан әҙерләнгән таблица өҫтөндә, алдағы класстарҙа алған белемдәренә таянып, уҡыусылар үҙҙәре һығымта яһай алалар (таблицаның өҫкө графаһы ҡаплана). (слайд)

Таҡтаға бер-нисә миҫал яҙып, уҡытыусы ҡылымдарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары барлығын иҫкә төшөрәләр.

Дәрестә өйрәнгәнде нығытыу маҡсаты менән, төрлө күнегеүҙәр эшләтеүҙән тыш, уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телен үҫтереүгә бәйләнешле ижади эштәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, уҡыусыларҙың сәйәхәткә сығыуҙарын тасуирлаған, йәки башҡа һүрәттәр буйынса хикәйә төҙөйҙәр, ҡылымдарҙы әйтеп, уларҙың ниндәй һорауға яуап булыуын, ниндәй заманда һәм ниндәй затта-һанда килеүен әйтәләр.

Ҡылым һөйкәлештәрен уҡытыу методикаһы

Бойроҡ һөйкәлеше ҡылымдары

Ҡылымдарҙың һөйкәлеш һәм төркөмсәләргә бүленеүенең лингвистик нигеҙе булып, уларҙың зат категорияһына мөнәсәбәте һанала: зат менән үҙгәреүсе ҡылымдар һөйкәлеш, зат менән үҙгәрмәүсе ҡылымдар төркөмсә ҡылымдарына ҡарай. Был бүленеште 142-се биттәге схемала күрһәтергә мөмкин.

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарын таптырыу(телдән һәм яҙҙырып), уларҙың ни өсөн был һөйкәлеш ҡылымдары булыуын иҫбатлатыу, белдергән мәғәнәләрен, грамматик үҙенсәлекктәрен билдәләтеү, һөйләтеү эштәрен ойошторорға мөмкин.

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының бөтә билдәләренә, коммуникатив функцияларындағы үҙенсәлектәренә иғтибар итеү кәрәк: бындай ҡылымдарҙың II зат күплек формаһы, эште үтәргә йәки үтәмәҫкә ҡушыуҙы белдереүҙән тыш, ихтирамлы мөнәсәбәт, ихтирам менән мөрәжәғәт итеүҙе белдереү өсөн дә ҡулланыла.

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының бөтә үҙенсәлектәре өйрәтелгәс, уларҙы телдән һәм яҙып анализларға, дөрөҫ баҫым менән әйтергә өйрәтеү, үтелгән күләмдә уларға характеристка бирҙереү кеүек күнегеүҙәр ҙә эшләтелергә тейеш.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары эш йәки хәлдең хәҙер, үткәндә йә булмаһа киләсәктә үтәлеүе йәки үтәлмәүе тураһында хәбәр иитә.

Уларҙың башҡа һөйкәлеш ҡылымдарынан айырмаһын уларҙы сағыштырыу юлы менән аңлатыу эффектлыраҡ:

  1. Бар, бараһын, барағыҙ, барһындар;

  2. А) барҙы, барған, барҙым, барҙыҡ һ.б.; б) барыр, барармын, барырбыҙ һ.б.; в) барам, бара, барарбыҙ һ.б.

Был ҡылымдар заман категорияһына булған мөнәсәбеттәре менән бер-береһенән айырылар: хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары өс заман мәғәнәһен белдереүсе заман ялғауҙары ярҙамында яһалалар , зат, һан менән үҙгәрәләр: килде, килә, килер һ.б.

Хәҙерге заман ҡылымдарының үҙгәрешен күрһәтеүсе формалар, таблицалар ҡулланыу эште йәнләндерә төшә.

Билдәләле булыуынса, башҡорт телендә заман ялғауҙары эш йәки хәрәкәттең ҡайһы ваҡытта үтәлеүен белдереү менән генә сикләнмәй. Улар билдәлек һәм билдәһеҙлек төшөнсәләрен дә сағылдыралар: барҙы, килде-барған, килгән. Шуның өсөн хәбәр һөйкәлешенең үткән заман ҡылымдарына ла төркөмләнә.

Мәктәптә шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдарының бик күп синонимик формалары үтелә.

Уҡыусыларҙы шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдарын, уларҙың мәғәнәүи биҙәктәрен, стилистик мөмкинлектәрен иҫкә алып, үҙ телмәләрендә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү өсөн, түбәндә бирелгән типтағы күнегеүҙәр эшләтеү тәҡдим ителә:

  1. Текстарҙа шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдарының коммуникатив функцияһын, мәғәнәүи үҙенсәлектәрен асыҡлатыу, һөйләтеү.

  2. Шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдарын ҡулланып, уҡыусыларҙан үҙҙәре күргән һәм үҙҙәре күрмәгән ваҡиға тураһында хәбәр иткән һөйләмдәр, текстар төҙөтөү.

  3. Шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдар хәбәр булып килгән һөйләмдәр һәм текстарҙы сағыштырыу.

  4. Уҡыусыларҙан үҙҙәре күргән хәл, ваҡиға тураһында шаһитлы үткән заман ҡылымдарын ҡулланып, ә үҙҙәре күрмәгән хәл-ваҡиға тураһында шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдарын ҡулланып хикәйә төҙөтөү.

  5. Һайланған текстарҙа шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдарының ҡуллнылыу маҡсатын билдәләтеү, һөйләтеү һ.б.

  6. Шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман ҡылымдарының яһалышын, үҙгәрешен күрһәткән таблицаларҙы анализлатыу, уларға телдән аңлатама бирҙереү.

Кидәсәк заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарын өйрәткәндә, уларҙың –ыр-ер, -ор-өр, -р ялғауҙары ярҙамында яһалғандарының ҡәтғи рәүештә үтәлеүе йәки үтәлмәүе мотлаҡ булмаған эште, ә –асаҡ-әсәк, -ясаҡ-йәсәк ялғауҙары менән яһалғандарының мотлаҡ үтәләсәк йәки үтәлмәйәсәк эште белдереүҙәре лә аңлатыла. Бының өсөн дә ошо ике форма ҡылымдары хәбәр булып килгән һөйләм йәки бәләкәй текстарҙы парлап алып, уларҙа хәбәр ителгән эш-хәрәкәттең мәғәнәүи үҙенсәлеге билдәләтелә, сағыштырыла.

Киләсәк заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының яһалышын, үҙгәрешен таблицалар, формулалар ҡулланып та аңлатырға мөмкин.

Беренсе форма киләсәк заман ҡылымдарын зат, һан менән үҙгәрешен аңлатҡанда, I затты ым-ем, ом-өм ялғауҙарының (ҡарарым, килерем, көлөрөм һ.б) төп форма булыуын, уларҙан тыш мын-мен, мон-мөн формаларының да (ҡарармын, килермен, көлөрмөн, торормон һ.б.) телмәрҙә стилистик-экспрессив маҡсат менән ҡулланылыуын аңлатып, текста күрһәтеп үтеү, артабан уларҙы үҙләштереү күнегеүҙәрен дә үтәтергә кәрәк.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]