Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
282.62 Кб
Скачать
  1. Дәреслек буйынса эш.

”Урал батыр” эпосынан өҙөк, тәү тормош кешеләренең көнкүреше тураһында уҡыу.

  1. Уҡыусыларҙың белемен тикшереү.

Һорауҙарға яуаптар.

  1. Йыраусылар ҡулланған ниндәй музыка ҡоралдарын беләһегеҙ? (Думбыра, ҡурай).

  2. Шүлгән Уралдан нисә йәшкә өлкән? (Ике).

  3. Һомайҙың ата-әсәһе кемдәр? (Самрау, Ҡояш).

  4. “Урал батыр”ҙа ниндәй стихиялы ҡаза һүрәтләнә? (туфан һыуы ҡалҡыу).

  5. Ҡатил батша иле ҡайҙа? (Уң яҡта).

  6. Бында кеше булмаған,

Берәү аяҡ баҫмаған,

Шуға ... … был ерҙе

Килеп эҙләп тапмаған. (Үлем).

  1. Үҙенә йәр һайлаған,

Икеһен дә арбаған,

Бар ҡоштарға баш булған

... … атлы атам бар. (Самрау).

  1. Бына мин дә ... … бала

Күргән әсә донъяла.

Дүртеһен һайлап алдылар,

... … һыуға һалдылар... (ун, бишеһен).

  1. Донъялай ғүмер һөрәм, тип,

Үлемгә буй бирмәҫкә,

... … эсмәгеҙ,

Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ. (Йәншишмәнән).

  1. Донъяла мәңге ҡалыр эш-

Донъяны матур төҙөгән,

Бағты мәңге биҙәгән-

Ул да булһа ... … . (Яҡшылыҡ).

  1. Уҡытыусы яуаптарҙы әйтә, уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә, дәфтәргә баһалар ҡуйыла.

  2. Дәресте йомғаҡлау.

Дөйөмләштереп шуны әйтергә була. «Урал батыр» илебеҙ халыҡтары эпостары араһында күренекле урынды биләй. Беҙ бының өсөн халыҡ сәсәне М.Буранғоловҡа һәм яҡташтарыбыҙ Ғәбит сәсән Арғынбаев менән Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовҡа бурыслыбыҙ. Бөгөнгө көндә беҙ ошондай абруйлы Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә инәй Әлмөхәмәтова менән осрашыуыбыҙ үҙе үк ҙур бәхет. Хәмит сәсәндең нәҫеленән булғандар барыһы ла сәсән телле булып иҫәпләнә. Мәҫәлән, Сәлимә инәй үҙе лә шиғырҙар ижад итә, ейән-ейәнсәрҙәре “Урал батыр” эпосын яттан һөйләй һәм әҙәби конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.

«Урал батыр» эпосын бөтә төрки халҡы юғары баһалай, ул хәҙер ҙә төрлө телдәргә тәржемә ителә. «Урал батыр» — әле лә өйрәнеп бөтөлмәгән ҡиммәтле хазина. Беҙ был ижади мираҫты һаҡларға, өйрәнергә бурыслыбыҙ һәм данлы яҡташыбыҙҙың изге рухына тап төшөрмәҫкә тейешбеҙ.

  1. Баһалау.

49