- •Ғәбит сәсән Арғынбаев
- •9 Класс
- •1. Маҡсат менән танышыу.
- •Дәрес барышы:
- •I. Ойоштороу мәле.
- •Психологик ситуация булдырыу.
- •II. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Әңгәмә.
- •4576 Теҙмә һәм 19 сәсмә юлдарҙан
- •VII. Ҡарт һүҙҙәрен аңлатығыҙ:
- •VIII. Урал батырҙың васыятын аңлатығыҙ:
- •XII. Физминутка.
- •XVI. Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ (слайд 10)
- •XVII. Ҡобайыр сығарыу (слайд 11)
- •Дәрес барышы.
- •III. Яңы тема өҫтөндә эш.
- •Дәрес барышы:
- •1. Ойоштороу.
- •5. Пректтарҙы яҡлау.
- •7. Баһалау. Өйгә эш.
- •Дәрес барышы.
- •Ойоштороу. Тема, маҡсатты әйтеү.
- •Инеш һүҙ.
- •Дәреслек буйынса эш.
- •Уҡыусыларҙың белемен тикшереү.
- •Уҡытыусы яуаптарҙы әйтә, уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә, дәфтәргә баһалар ҡуйыла.
- •Дәресте йомғаҡлау.
III. Яңы тема өҫтөндә эш.
1. Эпоста һүрәтләнгән осор (2 минут)
- Эпоста ваҡиғалар ҡайһы осорҙа бара?
- Туфан һыуы ҡалҡҡандан һуң, тәүтормош осоро һүрәтләнә.
Дәреслектән өҙөктө уҡыу: Ере лә йүнле кипмәгән,
Ваҡ-ваҡ күллек, һаҙ ине...
- Бик боронғо осор икәнен нимә менән дәлилләп була?
- Арыҫлан менеп йөрөйҙәр, ҡан тәмләйҙәр, хайуандарҙы ҡулға яңы эйәләштерәләр.
2. Эпоста күтәрелгән проблемалар. (3 минут)
- “Урал батыр” эпосында ниндәй проблемалар күтәрелә?
- Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ. Туғандар араһында мөнәсәбәт. Үлем һәм үлемһеҙлек.
- Бөгөн беҙ, беренсе сиратта, үлемһеҙлек тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Кеше һәр ваҡыт тормош, уның асылы, үлемһеҙлек тураһында уйланған һәм уйлана . Ғалимдар үлемһеҙлек серен асыу өҫтөндә эшләй. Беҙ ҙә бөгөн ошо бөйөк серҙе сисеп буламы, шул турала һөйләшәсәкбеҙ.
3. Дәреслектән әҫәр өҫтөндә эш. (6 минут)
- Ни өсөн һәм нисек эпос геройҙары Үлем тураһында уйлана башлай?
Өҙөктәрҙе табып уҡыйбыҙ.
- Урал, Шүлгән ҡош-ҡорт, хайуандарҙың үлемгә мөнәсәбәте нисек?
- Урал- Үлемде юҡ итеү, Шүлгән киреһенсә ҡалдырыу юлын һайлай. Йәнлектәр һәм ҡоштар ҙа төрлөсә уйлай (өҙөктө уҡыу).
- Урал менән Шүлгәндең Йәншишмәне эҙләп юлға сығыуына нимә сәбәп була?
- Һомай ҡоштоң тотолоуы сәбәп була (өҙөктө уҡыу).
- Тимәк, Урал менән Шүлгән Әжәлде еңеү, кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарыу өсөн юлға сыға.
- Урал менән Шүлгән ниндәй илдәр аша үтә? Был илдәргә ниндәй үҙенсәлектәр хас? Улар нисек булып һеҙҙең күҙ алдына баҫа?
- Батырҙар Ҡатил, Ҡәһҡәһә, Әзрәҡә, Самрау батшалыҡтарын күрә. Самрау батшалығы изгелек батшалығы булып күҙ алдына баҫһа, ҡалған батшалыҡтарҙа яуызлыҡ ҡылына (өҙөктө уҡыу).
4. Урал һәм Шүлгән образдары. (10 минут)
- Үлемһеҙлек өсөн көрәш әҫәрҙә ҡыҙыл еп булып үтә. Ошо көрәш осоронда төп геройҙар нисек асыла?
Төркөмдәр менән эш. Уралды һәм Шүлгәнде характерлау .Уҡыусылар дәфтәрҙә эшләй. Эпостан раҫлаусы өҙөктәрҙе табып уҡыйҙар.
1-се төркөм 2-се төркөм
Урал |
Шүлгән |
Ҡатил батшаны ҡыйрата һәм халыҡты иреккә сығара. Үгеҙ менән алыша һәм уны кешеләргә буйһондора. Зәрҡүмде ҡотҡара, Ҡәһҡәһәнең 9 башлы аждаһаһын еңә һәм халыҡты иреккә сығара. Айһылыуҙы таба . Етмеш батман ауырлыҡ ташты һауаға ата. Аҡбуҙат уны тиң күрә . Шүлгән менән Әзрәҡәне, Зәрҡүмде еңә. Йәншишмә һыуын уртлап үҙе хасил иткән тауға, тирә-яҡҡа бөркә. |
Ата һүҙен тотмай, ҡан тәмләй. Ҡустыһын ауыр юлдан ебәрә. Зәрҡүм, Әзрәҡә менән дуҫлаша. Алдыҡ юл менән Айһылыуға өйләнә. Ҡустыһынан көнләшә. Ер йөҙөн һыуҙан баҫтыра. Кешеләргә, Уралға ҡаршы көрәшә . |
- Урал ниндәй юлды һайлай?
- Шүлгән ниндәй юлды һайлай?
Уҡыусылар һығымта сығара.
5. Әңгәмә. (12 минут)
- Улар араһындағы көрәш ниндәй көрәшкә әүерелә ?
- Урал-яҡшылыҡ, Шүлгән яуызлыҡ юлын һайлай . Яҡшылыҡ менән яуызлыҡ араһындағы көрәшкә әүерелә.
- Ни өсөн Урал Шүлгәнде үлтермәй? Ул дөрөҫ эшләйме? Шул юлдарҙы табып уҡығыҙ.
- Сөнки Шүлгән уның бер туған ағаһы . Эйе, ул дөрөҫ эшләй.
- Ысынлап та, Урал туғанлыҡ хаҡында онотмай. Әгәр ул Шүлгәнде үлтерһә, үҙе лә Шүлгән кимәленә төшөр ине. Шүлгәндә яуызлыҡ ҡасан ярала?
Ата һүҙен тотмай ҡан тәмләгәндә үк уның яуызлыҡ юлына баҫыуы һиҙелә. Үҫә бара ул үлем яғына баҫа. Көнләшеү тойғоһо яуызлығын көсәйтә лә инде.
Урал үлемде табып юҡ итәме? Ни өсөн ?
- Юҡ, Урал үлемде юҡ итә алмай.
- Ни өсөн Урал Йәншишмә һыуын эсмәй?
Эпостан өҙөктө аудио яҙманан тыңлау.
Йәншишмәнән эсмәгеҙ ,
Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ .
..Беҙ үлем тип һанаған ,
Яуыз ул тип ҡараған -
Бағтың туҙған үҫмерен
Йәки көнө тулғанын
Сүпләп, бағты бушатҡан.
Унан донъя ташлатҡан
Бөтмәй торған йола икән.
Эпоста үлә алмай йөрөгән ҡарт образы ни өсөн кәрәк?
Ул үлемһеҙлек асылын аңларға ярҙам итә.
Һеҙ “Урал батыр”ҙағы үлемһеҙлеккә ҡараш менән килешәһегеҙме? Нимә ул үлемһеҙлек? Кеше үлемһеҙ булырға тейешме?
Үлемһеҙ булыр өсөн яҡшы исем, яҡшы эштәр донъяла ҡалырға тейеш.
Урал үлемһеҙлеккә нисек ирешә?
Яҡшы эштәре һәм лайыҡлы вариҫтары менән.
- Ни өсөн Урал һыуҙы тирә–яҡҡа бөркә? Башҡорттарҙың тәбиғәткә ниндәй ҡарашы асыла? Быйылғы йыл менән эпоста ниндәй уртаҡлыҡ бар?
- Сөнки тәбиғәт мәңгелек булырға тейеш. Башҡорт тәбиғәтте тере итеп ҡабул иткән һәм уға һаҡсыл мөнәсәбәттә булған. Быйылғы йыл да тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған. Эпос та тәбиғәтте һаҡларға саҡыра, сөнки тәбиғәт мәңгелек булырға тейеш.
Башҡортостан тәбиғәтенең иң гүзәл күренештәренә арналған слайд-шоу ҡарау. С.Юлаевтың һүҙҙәренә “Уралым” йыры яңғырай.
- Эпоста башҡорттарҙың хайуандарға мөнәсәбәте нисек?
- Йылҡы малы, был әҫәрҙә Аҡбуҙат әҙәмиләштерелә, кеше менән тиң ҡуйыла. Тәбиғи гармония һаҡлана.
Урал эшен кем дауам итә?
- Уралдың 3 улы һәм Шүлгәндең Һаҡмар исемле улы дауам итә. Улар кешеләргә һыу бирә.
Милләт үлемһеҙ булһын өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ?
Туған телде, әҙәбиәтебеҙҙе өйрәнергә һәм яратырға, милләтебеҙҙең белемле, лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булырға тейешбеҙ.
IV. Йомғаҡлау. (2минут)
“Урал батыр” эпосында ябай кеше, ябай халыҡ данлана. Мәңгелек ғүмерҙең, мәңгелек тормоштоң теге йәки был заттың - ниндәй генә бөйөк булмаһын ул - шәхси үлемһеҙлегендә түгел, бәлки тотош халыҡтың үлемһеҙлегендә икәнен аңлатыуы менән донъя халыҡтарының рухи мәҙәниәтендә, кешелек цивилизацияһының тиңдәшһеҙ бөйөк әҫәрҙәре рәтендә. Был эпос мотлаҡ өйрәнелергә тейешле 100 әҫәр араһына бушҡа индерелмәгән. “Урал батыр” беҙгә башҡорт халҡының үҙаңын өйрәнеү сығанағы ғына түгел, ә кеше тормошоноң асылын аңларға ла ярҙам итә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Быйылғы йыл да тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған, сөнки тәбиғәт бөтһә, кешелек тә юҡҡа сығасаҡ.
Әлеге заманда ла ғалимдар үлемһеҙлек серен эҙләй, ә беҙҙең халҡыбыҙ был һорауға эпос аша күптән яуап биргән:
Донъяла мәңге ҡалыр эш -
Донъяны матур төҙөгән ,
Бағты мәңге биҙәгән -
Ул да булһа яҡшылыҡ.
Яҡшылыҡ ҡыл! Тәбиғәтте һаҡла!.
V. Баһалау. (2 минут)
VI. Өйгә эш: дәрестә алынған белемде,яҙмаларҙы файҙаланып “Урал батыр” эпосында үлемһеҙлек бирелеше” темаһына инша яҙырға (1 минут)
Нәҙербаева Лена Сәғәҙи ҡыҙы,
Түбә мәктәбе уҡытыусыһы
Тема: Ир-ат үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.
9-сы кластың башҡорт төркөмөндә “Урал батыр” эпосы буйынса әҙәбиәт дәресе
Маҡсат:
1) әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү;
2) уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, фекерләү ҡеүәһен, үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү;
3) Тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә, ғаиләгә битараф булмаған яҡлаусы, һаҡлаусы ил улдарын, ҡыҙҙарын тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: “Урал батыр” эпосы, проектор, аудиояҙма, ватман, фломастер.
Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Тикеев Д.С, Ғафаров Б.Б, Хөснөтдинова Ф.Ә.
Дәрестең эпиграфы:
Донъяла йәм биреп, эҙ ҡалдырып,
Матур йәшәүҙәргә ни етә?
