Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
283 Кб
Скачать
☆

9 Класс

Маҡсат:

  • халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” эпосына ҡыҫҡаса байҡау яһау;

  • эпостың аҙ өйрәнелгән өлкәһе – һандар донъяһының серлелеген асыу;

  • нумерология фәне тураһында төшөнсә биреү, уҡыусыларҙың һандар тураһындағы белемдәрен тикшереү һәм киңәйтеү, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу;

  • һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү, үҙ фекерҙәрен дөрөҫ, матур итеп әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеү, халыҡ ижадына ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: тулы әҫәр, слайдтар.

Дәрес барышы.

1. Маҡсат менән танышыу.

- Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар! Халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыһы, ауыҙ – тел ижадының гүзәл өлгөһө – “Урал батыр” эпосы мәңге һайыҡмаҫ шишмә һымаҡ яңынан – яңы серҙәрен аса. Ғалимдар уны төрлө яҡлап тикшереп, ғилми хеҙмәттәр ижад итә. Эпостың сағыштырмаса аҙ өйрәнелгән өлкәһе – һандар донъяһы үҙенең серлелеге менән иғтибарҙы үҙенә тарта. Бына бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән эпостағы һандар донъяһына сәйәхәт ҡылырбыҙ. Дәфтәргә число һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.

2. Инеш өлөш.

а). Кроссворд – диктант.

- Хәҙер , уҡыусылар, кроссворд – диктант үткәрәйек. Һеҙ тиҙ генә ошо һүҙҙәрҙең аңлатмаһын дәфтәрегеҙгә яҙығыҙ һәм бер – берегеҙҙең эшен тикшереп баһалағыҙ. Слайд 1:

эпос, ҡобайыр, номер,

нумерология, мираҫ,

ҡомартҡы, ғалим, йыһан

Баһалау өсөн критерийҙарҙы экранда күрәһегеҙ.

- Баһаланығыҙмы? Яуаптарҙы тикшерәбеҙ.

- Эйе, нумерология – һандарҙың мәғәнәһе тураһындағы фән. Ҡайһы бер ғалимдар уны боронғо ариҙарҙың мираҫы ти, икенселәре нумерологияның тыуған иле – боронғо Греция, тип иҫбатлай. Сығышы менән ҡайҙан булыуына ҡарамаҫтан, ул - бөгөнгө заман кешеләре өсөн дә ҡыҙыҡлы фән. Мәҫәлән, өс тапҡыр ҡабатлап әйтеү, гөлләмәләге сәскәләрҙең таҡ һанда булыуы, сервиздағы һауыт - һабаның алты йә ун ике кешегә иҫәпләнеүе нимә менән бәйле икәнлеге ҡыҙыҡһыныу уята.

б). Фразеологик һүҙбәйләнештәр.

- Һандар менән фразеологик һүҙбәйләнештәр ҙә бик күп. Әйҙәгеҙ, шуларҙы иҫкә төшөрөп китәйек. Слайд 2:

бер төптән

бер тауыштан

бер ҡалыптан

бер сыбыҡтан ҡыуылған

ике һүҙҙең береһендә

ике ут араһында

ике аяғының береһен дә атламай

ике кәмә ҡойроғон тотоу

ике донъя бер мөрйә

дүрт күҙ менән көтөү, дүрт яғы ҡибла

күҙҙәре дүрт булды

биш бармағы кеүек белә

- Рәхмәт, дауам итәбеҙ. Һандарҙың мәғәнәһенә килгәндә, бер,ике, өс, дүрт – башҡа бөтә һандарҙың нигеҙе, йыһандың ҡоролошон ойоштороусы һандар. Өс – мәғәнәне көсәйтә, дүрт – тәбиғәттең дүрт миҙгелен, донъяның дүрт тарафын белдерә. Нумерологияның төп һаны – туғыҙ, ул юғары ҡаҙанышты аңлата һәм ниндәй һанға ҡабатлаһаң да, үҙен килтереп сығара:

Слайд 3: 9 х 2 = 18 - 1 + 8 = 9

9 х 3 =27 -2 + 7=9

9 х 4 = 36 - 3 + 6 = 9

- Борон кешеләр алтыға тиклем һанай белгән, ә етенән башҡа һандар “күп” тигәнде аңлатҡан. Тәбиғәт көстәре алдында яҡлаусыһыҙ ҡалған кеүек, аңһыҙ кешеләр ҙур һандарҙан ҡурҡҡан, улар алдында баш эйгән. Ете һаны ғәжәйеп хикмәтле, серле һанала, ул – яңырыу символы.

в). Төркөмләп эшләү.

Ете һаны тураһында һеҙ нимәләр әйтә алаһығыҙ? Регламент 2 минут.

Ҡайһы төркөм әҙер?

Слайд 4: өҫтә ете ҡат күк

аҫта ете ҡат ер

күктә ете йондоҙ

ерҙә ете мәғдән

ете аҙан сыҡҡандар

үлгәс етеһен уҡытҡандар

ете юл саты

ете башлы аждаһа

ете төн уртаһы

ете ят кеше

ете ҡат тире

ете ҡат үлсәү

ете йәннәт һ. б.

- Эйе, ете айҙан баланың теше сыға, аҙнала ете көн, йәйғорҙоң ете төҫөн беләбеҙ, моңдоң ете өнөн ишетәбеҙ, ете мөғжиҙәгә һоҡланабыҙ. Етегәнгә табынабыҙ, ете быуыныңды белеүҙе фарыз һанайбыҙ.

г). Мәҡәлдәр.

- Рәттәр араһында ярыш. Һандар менән ҡайһы рәт күберәк мәҡәл белә икән?

Слайд 4: Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

Алты йәшәр юлданҡайтһа, алтмыш йәшәр күрешә килер.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

Ҡурҡаҡтың күҙе дүртәү.

Биште эшләгәнсе берҙе еренә еткер.

Егәрленең ҡулы етәү.

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.

Ир аҡылы бер алтын, ил аҡылы мең алтын.

Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ мең үлә.

Ике кәмәнең ҡойроғона йәбешһәң, береһен дә тота алмаҫһың.

Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра.

Бер уртлағансы, йөҙ һора.

Бер атып, ике тейҙерә.

Бер атыуҙа ике ҡуян.

Бер ағас ҡырҡһаң, ҡырҡты ултырт.

Бер ҡаҙанға ике кәзә башы һыймай.

Берәүҙән икәү, икәүҙән өсәү яҡшы.

Ун тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр.

Бер ҡуянды ике тунамайҙар.

Беләге бар берҙе йығыр, белеме бар меңде йығыр.

Ике кәңәш бер була, илле егет йөҙ була.

- Йомғаҡлайбыҙ. Ҡайһы рәт еңеүсе булды? Рәхмәт.

д). Әкиәттәр.

- Уҡыусылар, әкиәттәр донъяһына ла ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ әле. Әкиәттәрҙә ыңғай геройҙар ғәҙеллек, хәҡиҡәт өсөн көрәшә һәм, ғәҙәттә, нисә төрлө һынау үтә? (3)

Эйе, өс төрлө һынау үтеп, маҡсаттарына ирешә. Батыр өс башлы дейеү менән ... (3) көн, ... (3) төн алыша һәм еңә. Бының өсөн ул алдан ... (3) ҡаҙан ит ашай, ...(3) самауыр сәй эсә.

е). Коллектив эш:

- 5 синыфта уҡыған “Ҡамыр батыр” әкиәтен иҫкә төшөрәйек әле. Ҡамыр батыр нисә йшендә бәһлеүән булып етешкән?

- Нисә тапҡыр йүгәнен шылтыратып, үҙенә насип булған тайҙы эйәрләй?

- Ул, ҡыҙ батшаны еңгәс, нисә көн, нисә төн уянмай йоҡлай?

- Уғатар батыр нисә көнлөк юл алыҫлығындағы ҡарсығаға уҡ атып тейҙерә ала?

Тағы бер һорау: мәмерйәләрҙә, әҙәм аяғы баҫмаған ҡара урмандарҙа, хатта күктең етенсе ҡатында йәшәгән мифик образ – дейеү нисә башлы була?

- 12 башлы.

2. Төп өлөш.

- Ошондай уҡ ҡабатлауҙар, хикмәтле һандар халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосында ла күп.

- Донъяның өс ҡаттан тороуы тураһында боронғо ҡараш төрки халыҡтарынан башҡорт һәм яҡут эпостарында ғына һаҡланған. Йүгерек һорауҙар ярҙамында, әйҙәгеҙ, эстафета үткәрәйек:

- “Урал батыр”эпосында нисә донъя һүрәтләнеше сағыла? Ниндәйҙәр? - Өс – йыһан, ер, ер (һыу) аҫты.

- Өҫкө күктәге донъяла кем хакимлыҡ итә?

- Ҡоштар батшаһы Самрау.

- Ерҙә кемдәр йәшәй?

- Тәү кешеләр Йәнбирҙе менән Йәнбикә.

- Ә ер аҫты (һыу аҫты) донъяһында кемдәр хөкөм һөрә?

- Аждаһалар батшаһы Ҡатил һымаҡтар.

- Әҫәр нимәне һүрәтләү менән башлана?

- Дүрт яғынан диңгеҙ менән уратып алынған төпкөл ҡара урманлы ерҙе.

а). дәреслек буйынса эш:

- Дәреслектән табып уҡыйбыҙ:

Борон, борон – борондан

Кеше – маҙар булмаған,

Килеп аяҡ баҫмаған,

Ул тирәлә ҡоро ер

Барлығын һис кем белмәгән,

Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан

Булған, ти, бер урын.

  • Дауам итәбеҙ. Дүрт һаны нимәне аңлата?

  • Дүрт миҙгел, донъяның дүрт тарафын билдәләүсе һан.

  • Эпос нисә өлөшкә бүленә һәм нисә быуын кешеләре тормошон сағылдыра?

  • Өс өлөшкә һәм өс быуын.

  • Өс быуын икәнлеген иҫбат итегеҙ.

  • Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ; уларҙың улдары – Урал менән Шүлгән; Уралдың вариҫтары – Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш, Һаҡмар.

  • Аталары башлаған изге эште дауам итеүселәр итеп балаларының һүрәтләнеүе нимәне күрһәтә?

  • Быуындар күсәгилешлеген.

  • Эпостың инеш өлөшөндә ни тураһында бәйән ителә?

  • Бөтә донъяны һыу баҫҡандан һуң, ер йөҙөндә кешелекте башлап ебәреүсе Йәнбирҙе менән Йәнбикә тураһында.

  • Артабан нимә тураһында һүҙ бара?

  • Урал батырҙың яуыз Ҡатил батша илендәге батырлыҡтары тураһында.

  • Һүрәтләүҙең башында үлемде эҙләп юлға сыҡҡан Урал батыр менән уның ағаһы Шүлгән ҡайҙа килеп сығалар?

  • Ике юл сатына.

  • Был осраҡта ике һаны тураһында ни әйтерһегеҙ?

  • Икеләнеүҙе, алдағы билдәһеҙлекте белдерә, көтөлмәгән ҡаршылыҡтарға ишаралай, донъяның ике яртыға: яуызлыҡ һәм яҡшылыҡҡа бүленгәнлеген аңлата.

  • Әкиәттәргә хас алым – юл һайлау күренешендә һеҙгә нимә асыҡланды?

  • Бер туғандарҙың холоҡ үҙенсәлектәре асыла: Шүлгәндең үҙен генә яратыуы, ҡурҡаҡлығы, Уралдың батырлығы, яуаплылығы күренә.

  • Артабан ошо ике ҡапма – ҡаршы төшөнсә ниҙе кәүҙәләндерәсәк?

  • Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡты.

  • Урал батыр менән көрәшәсәк дошман кем ул?

  • Ҡан эскес, йәлләү белмәҫ, ҡурҡыныс Ҡатил батша.

  • Эпоста Ҡатил батшаның ҡылған яуызлыҡтары нисә тапҡыр һүрәтләнә?

  • Өс.

  • Иҫбат итегеҙ.

  • Беренсе тапҡыр – Урал батырға яуыз батша тураһында уның яманлыҡтарын үҙе кисергән ҡарсыҡ, икенсе тапҡыр халыҡ араһында торған ҡарт һөйләй, ә өсөнсөһөндә инде батыр был ҡот осҡос хәлдәрҙе, халыҡты мыҫҡыллауҙы үҙ күҙҙәре менән күрә.

  • Бер үк хәлдәр тураһында өс тапҡыр ҡабатлау нимәгә кәрәк булды икән?

  • Ҡатилдың яуызлығына иғтибарҙы йүнәлтеү, ваҡиғаларҙың көсөргәнешлеген арттырыу өсөн ҡулланылған алым.

  • Һәр йыл һайын Ҡатил батша ҡорбан килтертә. Ни өсөн һәм нисә тапҡыр?

  • Үҙенең тыуған көнөндә өс тапҡыр: ата – әсәһе, үҙе тыуғас, уны ҡойондорған ҡойоһо һәм аллалар хөрмәтенә.

- Эпоста дүрт һаны ла йыш ҡулланыла. Миҫалдар килтерегеҙ.

- Мәҫәлән, Ҡатил батша илендә Урал батыр батшаның дүрт батырына ҡаршы көрәшә.

- Был осраҡта дүрт һаны нимәгә ишара яһай?

- Уралға ҡаршы сыҡҡан көстөң донъяның дүрт тарафын һелкетерлек ғәйрәтле булыуына.

- Уҡыусылар, эстафетаны дауам итәбеҙ. Эпостың икенсе өлөшө нимәгә арналған?

- Уралдың Ҡәһҡәһә ерендәге дейеүҙәр менән алышына.

- Урал, тау – урмандар үтеп, ҡайҙа барып сыға?

- Ҙур йыландың ун ике тарбаҡ боланды ботарлап ятҡан еренә.

- Тик йылан боланды йота аламы?

- Йота алмай, сөнки мөгөҙ ебәрмәй.

- Зәрҡүм исемле был йылан Уралға үҙ ҡылығын нисек аңлата? Дәреслектән табып уҡыйбыҙ:

Атайым: “Бөгөн ауға сыҡ, тине,

Йылан тунын кей, тине,

Ун ике тарбаҡ мөгөҙлө

Болан тотоп ей, тине,

Шуны йотһаң, донъяла

Төрлө төҫкә керерһең...”.

- Уҡыусылар, ун ике һаны элек – электән халыҡ араһында хөрмәт менән файҙаланған: Ҡөрьәндә “хәлиф” һүҙе ун ике тапҡыр осрай, библияла ун ике ырыу, ун ике изге апостол хаҡында әйтелә, тимәк, дин был һанды бәхетле тип иҫәпләй. Йыл ун ике айҙан тора, ун ике йыл һайын ерҙәге ваҡиғалар алышынып, билдәле бер циклға буйһона.

Уйлап ҡарағыҙ әле, эпоста ун ике тарбаҡ мөгөҙлө болан нимәне аңлата икән?

- Ун ике айҙан торған йылды.

- Дөрөҫ, атаһы Зәрҡүмгә, тап ошондай боланды ашап, төрлө ҡиәфәткә инеү мөмкинлеге тураһында әйтә, йәғни бер йыл ваҡыт үтеп, икенсе йыл башлана һәм ҡиәфәт үҙгәрә.

- Ә өсөнсө бүлек тураһында ни әйтерһегеҙ?

- Урал батырҙың дейеүҙәр батшаһы Әзрәҡә менән көрәше һүрәтләнә.

- Яуыз Әзрәҡә, бөтә донъяға батша булып, кешеләрҙе үҙ ҡулында тоторға уйлай һәм, тылсым көсөнә эйә булған Аҡбуҙатты урлап алып төшөү өсөн, дейеүҙәрен ебәрә. Нисә дейеүен ебәрә һәм уларҙың яҙмышы ни менән бөтә?

- Ете. Әммә дейеүҙәр толпарҙы алып ҡаса алмай һәм, Әзрәҡәнең асыуынан ҡурҡып, Етегән йондоҙлоғон хасил итеп, күктә ҡала.

- Уҡыусылар, тыңлағыҙ әле, боронғо кеше йыһанды ниндәйҙер юғары, мөғжизәле бер көс, изге йә яман заттар йәшәгән урын рәүешендә ҡабул иткән. Ундағы бар есемдәрҙең бер – береһе менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, ғаләмдәге һәр хәрәкәт, үҙгәреш кешеләр күңеленә хәүеф, шом һалған. “Етегән йондоҙҙо ете ҡабат һанаһаң, сауап була”, тигән киң таралған юрау ҙа йондоҙҙарға табыныуҙан ҡалған бер күренештер.

Слайд 5: Етегән йондоҙҙо ете ҡабат һанаһаң, сауап була.

  • Эстафетаны дауам итәбеҙ. Эпоста Аҡбуҙат үҙенә тиң булырҙай батырҙы һүрәтләй. Шул урындарҙы табып уҡыйбыҙ:

Етмеш батман ауырлыҡ

Күтәреп күккә сөймәгән,

Өс бармағы осонда

Төшөрмәйсә тотмаған

Кеше – батыр ир булмаҫ, - ти.

  • Урал Шүлгәнде ҡылған ҡылыҡтары өсөн битәрләй башлағас, Шүлгән, уның үлтереп ҡуйыуынан ҡурҡып, үҙенә тағы бер ышаныуын һорай.

Слайд 6: “Һыбай йөрөгән арыҫланым ике һөрөнөп абынды, өсөнсө тапҡыр һөрөнгәс, ҡабат инде һөрөнмәм,” – тип һүҙ бирҙе. Мин – ағаң Шүлгән дә, һөрөнгән арыҫландай, ике тапҡыр юғалдым, күңелеңә шом һалдым. Өсөнсөгә китәйем, дейеүҙе тар – мар итәйем, үҙемде аҡлайым,” – ти. Был осраҡта өс һаны ни өсөн ҡулланылған?

- Әйткән һүҙен көсәйтеү, үҙенең фекеренә ышандырыу өсөн.

- Бер заман ер йөҙөндә йәнлек, кешеләр бик күбәйеп, торор ер, эсер һыу етмәй башлағас, Урал батырҙың улдары ҡылыстары менән ерҙе уя сабып, шишмәләр сығара. Кемдәр улар һәм нисәүҙәр?

- Дүрт батырҙан Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмар йылғалары ағып китә, улар тирәләй халыҡ таралып ултыра.

- Ни өсөн дүрт улы, дүрт һаны нимәне аңлата?

- Был һан дүрт тараф, бөтә донъя мәғәнәһен бирә.

- Рәхмәт. Бик әүҙем эшләнегеҙ.

3. Дәресте йомғаҡлау.

- Әйҙәгеҙ, йомғаҡлап ҡуяйыҡ. Күренеүенсә, халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосында хикмәтле, серле һандар, ҡабатлауҙар йыш осрай. Улар “Урал батыр”ҙың халыҡсанлығын, боронғолоғон, һәр һөйләменең, һүҙенең тәрән мәғәнәле булыуын раҫлай. Эпос, мәңге һайыҡмаҫ шишмә һымаҡ, яңынан – яңы серҙәрен аса.

Бөгөн дәрестә әүҙем эшләнегеҙ. Барығыҙға ла рәхмәт.

4. Баһалау.

Иҙрисова Вәсилә Дәүләтбай ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһының

3-сө һанлы мәктәбе уҡытыусыһы

Тема: “Урал батыр” эпосы

Маҡсат: Әҫәргә анализ яһау, ҡобайырҙың художество үҙенсәлектәрен асыу;

Урал һәм Шүлгән образдарына характеристика биреү;

халыҡ педагогикаһы нигеҙендә әхлаҡ тәрбиәһе биреү;

яҡшылыҡ, изгелек, батырлыҡ өлгөһөндә гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, китаптар күргәҙмәһе.