- •Ғәбит сәсән Арғынбаев
- •9 Класс
- •1. Маҡсат менән танышыу.
- •Дәрес барышы:
- •I. Ойоштороу мәле.
- •Психологик ситуация булдырыу.
- •II. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Әңгәмә.
- •4576 Теҙмә һәм 19 сәсмә юлдарҙан
- •VII. Ҡарт һүҙҙәрен аңлатығыҙ:
- •VIII. Урал батырҙың васыятын аңлатығыҙ:
- •XII. Физминутка.
- •XVI. Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ (слайд 10)
- •XVII. Ҡобайыр сығарыу (слайд 11)
- •Дәрес барышы.
- •III. Яңы тема өҫтөндә эш.
- •Дәрес барышы:
- •1. Ойоштороу.
- •5. Пректтарҙы яҡлау.
- •7. Баһалау. Өйгә эш.
- •Дәрес барышы.
- •Ойоштороу. Тема, маҡсатты әйтеү.
- •Инеш һүҙ.
- •Дәреслек буйынса эш.
- •Уҡыусыларҙың белемен тикшереү.
- •Уҡытыусы яуаптарҙы әйтә, уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә, дәфтәргә баһалар ҡуйыла.
- •Дәресте йомғаҡлау.
5. Пректтарҙы яҡлау.
6. Йомғаҡлау.
- Уҡыусылар, дәрестең эпиграфына кире әйләнеп ҡайтып, нимәләр өҫтәп әйтә алаһығыҙ?
- Ысынлап та, Урал батыр исеме үлемһеҙ. Күпме йылдар үтеп, быуындар алмашынһа ла,бөйөк шәхесте, данлыҡлы әҫәребеҙҙе яратып уҡыясаҡбыҙ һәм беҙ ҙә. Уралдың юлын дауам итеп, тик яҡшылыҡ, изгелек эшләргә, яҡындарыбыҙға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейешбеҙ. Сөнки кеше йәшәй һәм үлә, әгәр ҙә унан яҡшы исем, яҡшы эш ҡала икән, тимәк, ул- үлемһеҙ.
7. Баһалау. Өйгә эш.
- Беҙ уҡыған өҙөктән парлы һүҙҙәрҙе, синоним, антоним һәм “йола” һүҙенә бәйле фразаларҙы яҙып алығыҙ, был тема буйынса тикшеренеү эше башҡарырбыҙ.
Сәлимйәнова Рәзилә Рәил ҡыҙы,
Ниғәмәт мәктәбе уҡытыусыһы
Тема: Батыр — яуҙа, сәсән дауҙа беленер
«Урал батыр» эпосын яҙып алыуға 100 йыл тулыуға ҡарата
дәрес-осрашыу.
Маҡсат: Оҫта телле һәм тура һүҙле сәсән Хәмит Әлмөхәмәтовтың ижады һәм тормошо менән яҡындан таныштырыу, уҡыусыларҙың телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тыуған ергә һөйөү, мәшһүр яҡташыбыҙҙың ижадына ихтирам, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: фотолар, плакат «Батыр — яуҙа, сәсән дауҙа беленер», видео һәм аудио яҙмалар.
Дәрес барышы.
Ойоштороу. Тема, маҡсатты әйтеү.
Ханға ҡаршы уҡ булған,
Бейгә ҡаршы ут булған,
Сәсән булмай кем булһын,
Сәсәнгә тиң кем булһын.
Инеш һүҙ.
Уҡытыусы. Сәсән – һүҙ оҫтаһы. Сәсәнлек сәнғәтенең сәскә атыуы башҡорт ырыу-ҡәбиләләренең бер халыҡ булып ойошоу, берләшеү дәүеренә тап килә.
- Кем ул сәсән? Аңлатмалы һүҙлектән “сәсән” һүҙен табып уҡыйыҡ әле.
Сәсән – ул халыҡ шағиры һәм йырсыһы, уҡытыусыһы, халыҡ тормошонда күренекле урын алып торған йәмәғәт эшмәкәре, йәмғиәттә абруй ҡаҙанған аҡһаҡал.
Халыҡ үҙенең яратҡан сәсәндәренең исемен күп кенә йырҙарҙа мәңгеләштергән. Мәҫәлән: “Буранбай”, “Сибай”, “Байыҡ” һ.б.
Көньяҡ Уралдың йөҙөк ҡашы – Баймаҡ ере лә борон замандарҙан күренекле шәхестәре менән дан тотҡан.
Беҙҙең төбәк халҡы ла милли рухты, туған телде, башҡорт моңон һаҡлаған сәсәндәре, йыраусылары менән ғорурлана ала. Буранбай сәсән, Сибай сәсән ижад иткән йырҙар, Ғәбит сәсән менән Хәмит сәсәндән яҙып алынған эпостар бөгөнгө донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш итеп баһалана.
Төп өлөш. “Урал батыр” эпосының яҙып алыу тарихына байҡау.
- Кем булған ул Хәмит сәсән?
- Уның тураһында бына иптәшегеҙ нимәләр эҙләп табып алып килде икән?
1-се уҡыусы. Хәмит сәсән — ул беҙҙең яҡташыбыҙ. Ул бик күп башҡорт халҡы ижад иткән эпостарҙы, ҡобайырҙарҙы, йырҙарҙы йыйындарҙа ятҡа һөйләп халыҡҡа еткергән, үҙе лә ҡобайыр, йырҙар ижад иткән, оҫта ҡурайсы ла булған. “Урал батыр” эпосының да тулы йөкмәткеһен яттан белгән.
Әлмөхәмәтов Хәмит 1861 йылда Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуа. Сәсәнлек-шағирлыҡ һөнәренә Муллаҡайҙағы Абдулла Сәиди мәҙрәсәһендә өйрәнә һәм оҫта сәсән булып таныла.
2-се уҡыусы. Сәсән Хәмит Хужәхмәт улы бәләкәйҙән үтә зирәк, отҡор булып үҫә. Һәр саҡ ололар араһында булырға тырышҡан, уларҙың һөйләгәнен зиһененә шунда уҡ ала барған. Шуға күрә бәләкәйҙән оҫта телле, яҡшы хәтерле булған. Оҫта ҡурайсыларҙан ҡурайҙа уйнау серҙәрен өйрәнгән, һәр бер көйҙө еренә еткереп дәрт менән башҡарған. Йыйындарҙа әүҙем ҡатнашҡан, халыҡ ижад иткән эпостарҙы, ҡобайырҙарҙы яттан һөйләп йыйылған халыҡҡа еткергән. Мәҫәлән, Хәмит сәсән 1912 йылда Ватан һуғышының 100 йыллығына арнап үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһендә еңеүсе булған.
Ә 2012 йылда Ватан һуғышының 200 йыллығы киң билдәләнде.
3-сө уҡыусы. Хәмит сәсән тураһында күберәк белеү теләге менән беҙ уның шәжәрәһен дә өйрәндек.
Уҡытыусы. Бөгөн беҙ дәрескә Икенсе Этҡол ауылында йәшәүсе Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә инәй Әлмөхәмәтованы осрашыуға саҡырҙыҡ. Сәлимә инәй үҙе лә сәсән телле, тура һүҙле, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән мәғариф ветераны, ауылдың изге күңелле ағинәйе.
Сәлимә инәй, һеҙ ҡартатайығыҙ Хәмит сәсән ижады тураһында нимәләрәйтә алаһығыҙ? “Урал батыр” эпосының яҙып алыныу тарихы тураһында һөйләп китһәгеҙ ине?
Һүҙ Сәлимә Әлмөхәмәтоваға бирелә.
- Данлыҡлы “Урал батыр” эпосы ошо төбәктә Икенсе Этҡол ауылынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бешәтауҙа, минең олатайым Хәмит сәсәндең утарында 1910 йылда оҫта телле Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәр тарафынан һөйләнелеп, Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алына. Хәмит сәсән утары урынына беҙ – уның ейәндәре, яҙып таҡтаташ ҡуйҙыҡ.
Мин олатайым тураһында күберәк ололар һөйләүе буйынса беләм. Үҙемдең хәтеремдә һаҡланған хәтирәләр ҙә бар. 1958 йылда ошо Этҡол ауылының иң оло кешеләренең береһе 83 йәшлек Минһаж Абдулов беҙҙе, уйнап йөрөгән ҡыҙҙарҙы, саҡырып алды ла, беҙгә “Урал батыр” эпосының яҙып алыныуы тураһында һөйләне.
1910 йылда М.Буранғолов тәүҙә Баймаҡ районының Иҙрис ауылына Ғәбит сәсәнгә эпосты яҙып алыу маҡсаты менән килә. Ләкин Ғәбит сәсән:
- Мин ҡайнағамдың алдына сығып һөйләй алмайым, — тип, М.Буранғоловты Икенсе Этҡол ауылына алып китә. Ләкин Хәмит сәсән, мировой судья булыу сәбәпле, күп ваҡыт өйҙә тормай. Хәмит сәсән ҡайтҡас, Бешәтау итәгендә ултырып, ике сәсән эпостың йөкмәткеһен алмаш-тилмәш һөйләп бирәләр. Ғәбит сәсән төрлө хәрәкәттәр күрһәтеп һөйләгән, ә Хәмит тыныс, ипле тауыш менән бәйән иткән.
Хәмит сәсәндең өйөнөң нигеҙ таштары хәҙер билдәләп ҡуйылған утар урынында ята торғайны. Хәҙерге ваҡытта нигеҙ таштарын кешеләр алып китеп бөткән тиерлек. Уның йәйләүе Сарҙаҡ күле буйында урынлашҡан ине. Беҙ был ерҙәрҙе бәләкәй саҡтан белеп үҫтек. Шулай уҡ, тирмәһе Сарҙаҡ күленең янында Бешәтауҙа була торғайны. Ул унда ғаиләһе, балалары менән йәшәгән.
Ошо урында шул замандан һаҡланып ятҡан тигеҙ ҙур ташты торғоҙоп ултырталар. Был таш Хәмит сәсәндең нигеҙенең һынып ятып ҡалған таштарының береһе була.
Был урынды элек-электән Нуғай, Ниғәмәт, Байым, Этҡол ауылының оло йәштәгеләре яҡшы белгән булған, улар йәй көндәрендә был изге ерҙә аят уҡытып, мөмкинлек булғанда ҡорбан сала торғайнылар.
Уҡыусы: Олатайығыҙҙан, йәғни хөрмәтле Хәмит сәсәндән, һеҙҙә берәй иҫтәлек һаҡланамы?
Сәлимә инәй Әлмөхәмәтова: Элек беҙҙең яҡтарҙан да ҡаҙаҡтар яҡшы башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм һылыу ҡыҙҙарҙы урлап алып китер булғандар. Бер ваҡыт Этҡол ауылының яҡшы аттарын һәм ике һылыу йәш ҡыҙҙы ҡаҙаҡтар урлап ҡаса. Фажиғәне ишетеп белгәс, минең олатайым Ғәбит сәсән менән ҡаҙаҡтарҙың арттарынан ҡыуа төшөп, ҡыҙҙарҙы һәм аттарҙы барып алып ҡайталар. Ҡаҙаҡтар менән алышта Ғәбит сәсәндең арҡаһы яралана, Хәмит сәсәндең аяғына һуғалар. Миндә әлеге ваҡытта ла ҡартатайымдың эйәр өҙәңгеһе һаҡлана, шулай уҡ самауырын да ҡәҙерләп һаҡлайым.
Олатайым бик уҡымышлы булған, рус, ғәрәп телдәрен яҡшы белгән. Эше буйынса оҙаҡ ваҡыт алыҫ сәфәрҙәрҙә йөрөгән. Уның эшмәкәрлеге ғалимдарҙы ла ҡыҙыҡһындырған. 1894-1895 йылдарҙа рус ғалимы С.Рыбаков, Хәмит сәсән менән осрашырға теләп, беҙҙең ауылға ике тапҡыр килгән, әммә уны осрата алмаған. Минең атайым ул ваҡытта бәләкәй булған. “Беҙгә килгән урыҫ икмәк- хлеб, балыҡ- рыба була, тип беҙгә русса өйрәтә торғайны”,— тип хәтерләй ине ул.
