Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
282.62 Кб
Скачать

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу.

  2. Уҡытыусы. Бөгөн беҙ, уҡыусылар, һеҙҙең менән “Урал батыр” эпосына анализ яһайбыҙ. Мин һеҙгә һорауҙар бирермен, һеҙ яуап бирерһегеҙ. Экранда әҫәрҙең өҙөктәре күрһәтелә барыр.

- “Урал батыр” эпосы ҡайҙа, ҡасан һәм кем тарафынан яҙып алынған?

Яуаптар

  • Әҫәрҙең төп идеяһы нимәгә ҡайтып ҡала?

Слайд 1. Тәбиғәт стихияһы көстәре алдында кешенең еңелмәҫ бөйөк батырлығын данлау, тәбиғәт менән кешелектең мәңгелеген раҫлау идеяһы.

“Донъяла мәңге ҡалыр эш,

Донъяны матур төҙөгән,

Бағты мәңге биҙәгән-

Ул да булһа яҡшылыҡ.

Күккә лә осор - яҡшылыҡ,

Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,

Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ,

Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ.

Үҙеңә лә, кешегә лә

Мәңге йәшәр аш булыр,” –

Тигән һүҙҙе ишеткәс,

Бөтә серҙе аңлағас,

Бар халыҡты эйәртеп,

Урал юлға сыҡҡан, ти;

Йәншишмәгә барған, ти.

Һыуын уртлап алған, ти;

Үҙе сапҡан юлына,

Дейеүҙәр өйгән тауына

Һыуҙы шунда бөрккән, ти.

“Тау - урмандар йәшәрһен,

Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,

Ҡошо һайрап маҡтаһын,

Халҡы йырлап хуплаһын,

Ерҙән ҡасҡан дошмандар

Бары күреп һоҡланһын,

Илһөйәргә ил булып,

Ер һөйәргә бағ булып,

Дошман күҙен ҡыҙҙырып

Балҡып торо ер булһын!”

Уҡытыусы.Ҡобайырҙың маҡсаты, бөтә художество алымдары, поэтикаһы ошо идеал өсөн яманлыҡ менән яҡшылыҡ араһында барған көрәште сағылдырыуға һәм изгелек еңеүен раҫлауға ҡайтып ҡала.

  • Ә үлем һәм йәшәү проблемаһы ҡобайырҙа нисек хәл ителә?

Йәнбирҙе ҡарттың фәлсәфәһен аңлатығыҙ.

Слайд 2. Арыу – һыҙлау күрмәгән,

Үлем барын белмәгән,

Барлыҡ нәмәгә - үлем –

Үҙебеҙ, тип һанаған.

Бында кеше булмаған,

Берәү аяҡ баҫмаған,

Шуға Үлем был ерҙе

Ҡибла эҙләп тапмаған.

Уҡытыусы. Урал батырҙың Йәнбирҙе ҡартҡа биргән һорауының асылы нимәлә?

Слайд 3. “Яуыз үлем” – кеше, тип,

Уйламайҙар тиһеңме?

Сабағына – суртаны,

Йомранына – көҙәне,

Ҡуянына - төлкөһө,

Барыһын теҙеп уйлаһаң:

Көсһөҙөнә - көслөһө

Үлем була түгелме?

Ерҙә үлем сәсеүсе –

Ошо тирәлә беҙ дүртәү

Булабыҙ һуң түгелме?

Уҡытыусы. Йәнбирҙе ҡарттың яуабынан үлем менән үлемһеҙлек тураһындағы ҡарашты асыҡлайыҡ.

Слайд 4. Үлем тигән яуыз ул,

Күҙгә һис тә күренмәй...

Уҡытыусы. Урал батырҙың экрандағы өҙөктәге уйҙарына Шүлгән менән йыртҡыстар нисек яуап бирәләр?

Слайд 5. Үлем тигән яуыздың

Төрөн һанап беләйек,

Көслө көсһөҙҙө ейгән

Йоланы беҙ өҙәйек.

Йыртҡыслыҡты бөтөрәйек,

Яңғыҙ ҡалған үлемде

Бергә эҙләп үлтерәйек!

Уҡытыусы. Йәнбирҙе ҡарт Урал менән Шүлгәнгә ниндәй бойороҡ бирә?

Яуап. Йәншишмәнең урынын табырға, әгәр юлда үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтыу.

Уҡытыусы. Ни өсөн Шүлгән һул юлды һайлай? Урал ҡайһы юлдан китә?

Яуаптар. Аҡ һаҡаллы ҡарт былай ти: Һулға китһәң, юл буйы Уйын – көлкө төн буйы...

Самрау батша илендә кешеләргә яҡшы ҡараш, яуызлыҡ осрамай, ә Ҡатил батша илендәге тормош ошо юлдарҙа сағыла: Уңға китһәң, юл буйы –

Илау – һыҡтау йыл буйы...

Уҡытыусы. Эпостағы мифик заттар, фантастика һәм реаллекте асыҡлайыҡ.

Яуаптар.

Уҡытыусы. Эпостағы образдар системаһына күҙ һалайыҡ. Ул образдарҙың йәшәү маҡсаты нимәлә?

Яуаптар. Урал батыр образы. Халыҡ идеалын, ир – егет батырлығын үҙендә туплаған, яуыз көстәргә ҡаршы көрәшеүсе, ата һүҙен тотоусы, үлемде эҙләүсе, кешегә ярҙам итеүсе, Йәншишмәнән һыу алып, үлгәндәрҙе терелтеү өсөн йәшәүсе батыр.

Уҡытыусы. Урал батыр үгеҙ менән көрәшеп нимә иҫбат итә?

Яуап. Кешенән дә көслөрәк йән эйәһе юҡ. Үгеҙҙе кешегә буйһоноп йәшәргә дусар итә.

Уҡытыусы. Урал батыр йылан, дейеүҙәр менән алыша. Бында уның ниндәй сифаттарын күрәбеҙ?

Яуап. Ул бер ниҙән дә ҡурҡмай, көслө, ғәйрәтле. Ысын батыр.

Уҡытыусы. Ил ҡартының Урал батыр тураһындағы телмәрен күҙәтәйек, унда бирелгән фәлсәфәне асыҡлайыҡ.

Слайд 6. Ҡолаҡ һалһаң һүҙемә,

Әйтә торған һүҙем бар:

Илгә йола булырҙай,

Һынап белгән заңым бар:

Донъяла мәңге ҡалам, тип,

Донъялай ғүмер һөрәм, тип,

Үлемгә буй бирмәҫкә,

Уны бер заң итмәҫкә

Йәншишмәнән эсмәгеҙ,

Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ.

Донъя ул бер бағ икән,

Йән эйәһе был бағта

Донъя быуынын һанаған,

Ҡайһы быуын аҡлаған,

Ҡайһы уны таплаған,

Төрлө төҫкә биҙәгән,

Бары үҫемлек, гөл икән;

Беҙ Үлем тип һанаған,

Яуыз ул тип ҡараған –

Бағтың туҙған үҫмерен

Йәки көнө тулғанын

Сүпләп, бағты бушатҡан,

Унан донъя ташлатҡан

Бөтмәй торған йола икән.

Мәңге ҡалам тимәгеҙ,

Йәншишмәнән эсмәгеҙ...

Яуаптар.

Уҡытыусы. Тимәк, йәшәү бар ерҙә үлем дә бар икән. Күҙ алдына килтерегеҙ, әгәр үлем булмаһа, донъя нисек булыр ине икән? Урал батыр ер йөҙөндәге тормошто, йәшәүҙе ҡайғырта. Ә Урал батырҙан ҡалған тоҡомдар һәм тәбиғәт нисек һүрәтләнә?

Яуаптар.

Уҡытыусы. Шүлгән образы тураһында нимәләр әйтер инегеҙ?

Яуаптар. Шүлгән ата һүҙен тотмай, үҙ һүҙле, унда мин – минлек көслө, алдаша, мәкерле, хаин, яуыз. Уға ҡарата тик нәфрәт тойғоһо ғына уяна.

Уҡытыусы. Аҡбуҙат образы тураһында һөйләгеҙ, уны тасуирлаған урындарҙы уҡып ишеттерегеҙ.

Яуаптар.

Уҡытыусы. Тимәк, Аҡбуҙат Урал батырҙың төп таянысы, иң көслө мифик образ.

Ҡобайырҙың теле, художество үҙенсәлектәре тураһында бер аҙ һөйләшәйек.

Яуап. Әҫәрҙең теле халыҡсан, аңлайышлы, ябай. Бик күп һүрәтләү саралары бар: мәҡәлдәр, афоризмдар, образлы һүҙҙәр, һөйләмдәр, сағыштырыуҙар, эпитеттар, метафоралар, гипербола алымдары, фантастика, йәнләндереү, күплектең ҡабатланыулы формаһы йыш ҡулланыла.

Слайд 7 . Мәҡәлдәр: Егет һүҙе бер булыр,

Алға алған уй булыр,

Ил батыры шул булыр –

Кеше һөйөр ир булыр.

Кешегә мөгөҙ сайҡама,

Еңермен тип, айҡанма!

Афоризмдар: Яуыз бөтмәй, йән тыумаҫ,

Тыуһа ла тыныс йәшәмәҫ,

Яҡшылыҡ булһын уйығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ;

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тармағыҙ!

Күккә лә осор яҡшылыҡ,

Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ,

Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ...

Образлы һүҙҙәр, һөйләмдәр: Ҡоштар ҡунып һайраған,

Оя ҡороп йөшөгөн –

Ботаҡтарын һайлаған

Аҫыл ағас булғандыр.

Икегеҙ ҙә баламһыҙ,

Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ.

Сағыштырыуҙар: Төркөм – төркөм ҡыҙҙары –

Барыһы һайлап ҡуйғандай,

Күҙҙең яуын алырҙай,

Күргәндәр таң ҡалырҙай.

Күмәк ҡыҙ уртаһында,

Буҙ таштар араһында

Айырым бөртөк ынйылай,

Күктә балҡып йәмләнгән

Йондоҙҙарҙың айындай;

Һылыуҙарҙың битендә

Айырым торған миңеңдәй,

Типһәң – туғай үләнен

Йәмләп торған гөлөндәй –

Һылыуҙарҙың һылыуы

Илгә затлы булырҙай,

Кешегә татлы булырҙай,

Йәндәй һанап йөрөрҙәй

Тағы ла бер затлы булырҙай,

Кешегә данлы һаналып,

Донъяға батыр булырһың.

Эпитеттар: Уның усма шәлкемдәй,

Енсеген(е) ҡапларҙай,

Кәйтән менән биҙәлгән

Сәс толомо һалынған;

Оҙон керпеге үтә

Ҡара күҙе текәлгән;

Уйнап торған ҡыйғас ҡаш

Күҙ өҫтөндә йылмайған;

Тертәйешкән ҡалҡыу түш

Күҙ алдында тулҡынған;

Бал ҡортондай нәҙек бил

Борғоланып уйнаған...

Метафоралар: Самрау тигән батшаның

Һомай тигән ҡыҙымын;

Алтын сәсем тарҡаһам,

Нурға илде күмәмен:

Көндөҙ ергә нур һибәм,

Кисен айға нур бирәм.

Гипербола: Ҡаф тауына типһәм мин,

Он – талҡандай ыуалыр,

Етмеш батман ауырлыҡ

Күтәреп күккә сөймәгән

Өс бармағы осонда

Төшөрмәйенсә тотмаған.

Фантастика: Күктә тыуып, күктә үҫкән Аҡбуҙат.

Самрау батша үҙе – кеше, ҡатындары – күк есемдәре (Ҡояш, Ай)

Ҡояш ҡыҙы Һомай, Ай ҡыҙы Айһылыу ҡош та, кеше лә була алалар.

Зәрҡүм йыланға ла, кешегә лә, көшөлгә лә әйләнә.

Дейеү һарайҙарын һаҡлаусы йыландар, аждаһалар – ярым кеше, ярым фантастик заттар.

Яуға ҡаршы ут булыр, теләгәндә-һыу булыр, ел–дауылдар ҡуптарыр хикмәтле таяҡ.

Йәнләндереү: Үгеҙ, Аҡбуҙат, хайуандар, ҡоштар, йыландар, дейеүҙәр кешесә һөйләшәләр.

Ерҙе тырнап, үкереп,

Шылағайын ағыҙып,

Тауҙай үгеҙ килгән, ти,

Урал алдына килеп,

Баҫып ҡарап торған да,

Муйынын аҙыраҡ борған да:

“Егет, ергә атмамын,

Сереп туҙан булғансы,

Елгә осоп туҙғансы,

Мөгөҙөмдә ҡаҡлармын,

Һине шулай ҡаҡлармын!” –

Тип Уралға әйткән, ти.

Күплектең ҡабатланыуы:

Егет тә егет икәнһең,

Егет батыр икәнһең;

Йөрәгеңә таянып,

Беләгеңде һыҙғанып,

Беҙҙәйҙәрҙе ҡыҙғанып

Килгән батыр икәнһең,

Еңеп ятыр икәнһең!

Уҡытыусы. Ҡобайырҙың төп темаһын иҫкә төшөрөп үтәйек.

Яуаптар. Тыуған ил һәм азатлыҡ өсөн көрәш, кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге.

Йомғаҡлау. “Урал батыр” эпосы иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе. Башҡорт халҡының рухи хазинаһы, әҙәби мираҫы. Ҡобайыр халыҡ аңындағы бөйөк рухлы, ныҡлы ихтыярлы, изгелекле, яуызлыҡҡа ҡаршы бөтә ғүмере буйынса көрәшеүсе һәм еңеүсе Урал батыр образын тыуҙырыу менән ҡиммәт.

Урал батыр – бөйөк батырлыҡ өлгөһө ул. Уның көрәш маҡсаты бөгөнгө көн өсөн дә үтә әһәмиәтле. Был маҡсат хәҙерге донъя хәлдәренә, кешелектең йәшәү, ер тормошо, тыныслыҡ проблемаларына, кешелектең һәм тәбиғәттең мәңгелеген раҫлау, уны һаҡлап ҡалыу өсөн көрәш мәсьәләлренә барып тоташа. Ә бөгөнгө көндөң иң ҙур идеалы – тап ана шул кешенең ерҙә йәшәү хоҡуғын раҫлау, уның бәхетле, камил йәшәйешен тәьмин итеү.

Өйгә эш. Урал батыр образына характеристика яҙырға.

Валеева Минзәлә Әнүәр ҡыҙы,

Баймаҡ ҡалаһының

1-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы

Тема: Донъяла мәңге ҡалыр эш –

Ул да булһа яҡшылыҡ.

Маҡсат:

  • халыҡ ижадына, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу

  • “Урал батыр” эпосының идея-тематик йөкмәткеһен асыу

  • өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү

  • телмәр мәҙәниәтен үҫтереү

  • милли рух, ҡыйыулыҡ, изгелек, Тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, презентация, һүрәттәр, портреттар, картиналар, аудиояҙма (видеофильм)

Дәрес барышы: