
- •Ғәбит сәсән Арғынбаев
- •9 Класс
- •1. Маҡсат менән танышыу.
- •Дәрес барышы:
- •I. Ойоштороу мәле.
- •Психологик ситуация булдырыу.
- •II. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Әңгәмә.
- •4576 Теҙмә һәм 19 сәсмә юлдарҙан
- •VII. Ҡарт һүҙҙәрен аңлатығыҙ:
- •VIII. Урал батырҙың васыятын аңлатығыҙ:
- •XII. Физминутка.
- •XVI. Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ (слайд 10)
- •XVII. Ҡобайыр сығарыу (слайд 11)
- •Дәрес барышы.
- •III. Яңы тема өҫтөндә эш.
- •Дәрес барышы:
- •1. Ойоштороу.
- •5. Пректтарҙы яҡлау.
- •7. Баһалау. Өйгә эш.
- •Дәрес барышы.
- •Ойоштороу. Тема, маҡсатты әйтеү.
- •Инеш һүҙ.
- •Дәреслек буйынса эш.
- •Уҡыусыларҙың белемен тикшереү.
- •Уҡытыусы яуаптарҙы әйтә, уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә, дәфтәргә баһалар ҡуйыла.
- •Дәресте йомғаҡлау.
Баймаҡ районы муниципаль район
хакимиәтенең мәғариф бүлеге
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ
(алдынғы эш тәжрибәһенән)
Баймаҡ - 2013
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ. 2013 йыл. Баймаҡ ҡалаһы.
Алдынғы эш тәжрибәһенән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына методик ҡулланма итеп тәҡдим ителә.
Төҙөүсеһе Мөхәмәтйәнова Яңылбикә Баҡый ҡыҙы, мәғариф бүлеге методисы
Һәйкәлгә лайыҡ шәхестәр
1910 йылдың йәмле йәй айҙарында, “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән 22 йәшлек шәкерт Мөхәммәтша Буранғолов, халыҡтан ауыҙ-тел ижадын йыйыу, уларҙы яҙып алыу маҡсаты менән, Бөрйән ырыуы яҡтарына килә. Ул Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәүсе Ғәбит сәсән Арғынбаев менән осрашып унан бик күп ҡобайыр һәм бәйеттәр яҙып ала. Ғәбит сәсән Хәмит сәсәндән 5 йәшкә оло була. Шулай ҙа, унан Мөхәмәтша Буранғолов “Урал батыр” эпосын һөйләүен һорағас:
- Хәмит ҡайнағамдан үтеп, халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһын үҙем генә һөйләй алмайым, - тип яуап бирә. Сөнки Ғәбиттең ҡатыны Хәмит сәсәндең бер туған ҡарындашы була. Бер нисә көндән Ғәбит сәсән атын егеп, Мөхәмәтшаны ултыртып 2-се Этҡол ауылына юлланалар. Хәмит сәсән Мөхәмәтшаның изге ниәтен белгәс, алыҫ сәфәрҙән яңы ғына ҡайтып тороуына ҡарамаҫтан, ҡорбан салырға ҡарар итә. Абдулов тигән ауылдашынан ҡорбанлыҡ һарыҡ һатып ала.
Ауылдан алыҫ түгел Бишҡайын һаҙлығы буйына сығып, сәсәндәр ҡорбан салып ҡаҙан аҫалар. Изге доғалар уҡып, ҡорбан ашынан ауыҙ иткәс, улар М.Буранғоловҡа халыҡ ҡомартҡыһы “Урал батыр” ҡобайырын алмашлап яттан һөйләргә тотоналар. Сәсәндәр ҡобайырҙы сәғәттәр буйы бер туҡтамай яттан һөйләйҙәр. Шулай итеп, быуаттар буйы телдән-телгә күсеп килгән башҡорт халҡының изге ҡомартҡыһы “Урал батыр”, ошо ерҙә тәүге тапҡыр ғәрәп хәрефтәре менән аҡ ҡағыҙға яҙыла.
Был ваҡытта Бишҡайын һаҙлығынан алыҫ түгел, Байым талы һәм Сарҙаҡ күле буйында, ауыл халҡы Әхмәров Әхмәткәрим байға бесән сабып ятҡан була. Улар байҙың рөхсәте менән Мөхәммәтша Буранғоловты күрергә киләләр. Бишҡайын һаҙлығы буйында оло йыйын барлыҡҡа кил2. М. Буранғолов халыҡ менән иркенләп һөйләшә, аралаша. Һуңынан был урынға иҫтәлек итеп ике метр бейеклегендәге таш ултыртыла.
Йылдар үтеү менән Бишҡайын һаҙлығына ултыртылған таш ҡолай. 2006 йылда, Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә апай һәм ошо ауылдың тарихсыһы Мораҙым Ишбулды улы Хәлиловтарҙың инициативаһы менән, таш Сибай ҡалаһында стела итеп эшкәртелеп, шул уҡ урынға яңынан ҡуйыла. Ошо урында сәсәндең нәҫеле йыйылып шәжәрә байрамы үткәрәләр. Стеланы асыу тантанаһы ойошторола һәм “Урал батыр” эпосының ҡағыҙға төшөүенә 96 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр.
Бөгөнгө көндә лә Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙең ижады менән ҡыҙыҡһыныусы яҡташтары байтаҡ. Яҡташыбыҙ филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Ибраһимовтың “Урал батыр” эпосын төрөк теленә тәржемә итеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Һүҙ сәнғәтенең иң боронғо үрнәге булған “Урал батыр” хәҙер төрөк, инглиз, француз, рус, чех, сыуаш һ.б. телдәргә тәржемә ителгән.
Ғәбит сәсән Арғынбаев
Ғәбит Арғынбаев 1852 йылда Ырымбур өйәҙе II Бөрйән олоҫо, хәҙерге Баймаҡ районы Иҙрис ауылында, Бикмөхәмәт Арғынбай улы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән.
Уның олатаһы Арғынбай байлығы менән тирә-яҡта дан тотҡан, билдәле кеше булған. Һуғыштан, бик оҫта һыбай йөрөгән ҡалмыҡ ҡыҙын ҡатынлыҡҡа алып ҡайтҡан. Хәҙерге Иҫәнбәт ауылы ерендә Арғынбай бай йәйләү тотҡан. Уның иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡуйҙары, йылҡылары туғай тулып йөрөгән. Ул малының иҫәбен үҙе лә аныҡ ҡына белмәгән. “Ҡолсора (Иҙрис эргәһендәге ауыл) туғайы тулһа, йылҡы теүәл” тип иҫәпләгән. Ә аҡсаны ул һандығынан бәләкәй һоҫҡо менән һоҫоп алып тотонор булған.
Ғәбит Арғынбаев бына ошондай нәҫелде дауам иттереүсе булып тора ла инде. Ғәбит бәләкәйҙән йор, тапҡыр һүҙле, сәсән телле булып үҫә. Үҫә төшкәс, Ғәбит оло йыйындарҙа йырсылар һәм сәсәндәр бәйгеһендә, өлкәндәр менән бер рәттән ярышып, ал бирмәҫ булған. Уны тирә-яҡта оҫта ҡурайсы тип тә белгәндәр. Йәй көндәре Ирәндек буйында йылҡы көткәндә шаулатып ҡурай уйнаған. Ысын тәбиғәт балаһына ижад көсө, моң, аһәң, дәрт ошо тәбиғәттән күскәндер ҙә инде. Ҡурайын ул һәр ваҡыт ең эсендә йөрөтөр булған. Үҙен әҫәрләндергән берәй хәл-ваҡиғаға осраһа, шунда уҡ көй сығарып уйнап ебәргән. Әмин ауылында йәшәүсе, Арғынбай нәҫеленән булған Зәйтүнә апай Байрамғолова үҙенең хәтерләүҙәрендә “атайым, Ғәбит олатай ҡурайҙа уйнаһа, күкрәге гөрөлдәй, унан Урал шауы, Урал моңо ишетелгән кеүек була торғайны, тип һөйләр ине”, ти.
Заманына күрә, Ғәбит сәсән бик мәғлүмәтле кеше булған. Ул башҡорт халыҡ ҡобайырҙарының күбеһен яттан белгән һәм уларҙы ҙур оҫталыҡ менән башҡарған. Оҫта ҡурайсы булараҡ, ниндәй генә көйҙө уйнаһа ла, иң тәүҙә уның легендаһын халыҡҡа һөйләгән. Көйөн төрлө варианттарҙа уйнап, уларҙың ҡайһы ырыуға хас икәнлеген халыҡҡа аңлатҡан. Хатта һуңынан йырын йырлап та ҡуйыр булған.
1907 йылдан бирле сәсән менән таныш булған Мөхәмәтша Буранғолов былай тип яҙа: “Унар табаҡлы эпостарҙы һис туҡтауһыҙ яттан һөйләй торғайны. Ғәбит сәсәнгә тиклем ҡобайыр–эпостарҙы образлы итеп һөйләүсе кешегә осрағаным юҡ ине. Һөйләгәндә үҙен онотоп, көлөр ерҙә көлөп, илар ерҙә илап, әҫәрләнеп торор ине. Һөйләгәндә туҡтап ҡалһа, шул ерҙән ялғап китә алмай, яңынан башлар булды. Көйҙәр, легендалар, эпостар өйрәнеүҙә үҙенең остазы итеп Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаевты телгә ала ине…
…Байыҡ, Буранбай сәсәндәрҙең репертуарын Ғәбит сәсән Ишмөхәмәт сәсәндән ҡабул иткән.” Ш.Ғәбдиев иҫтәлектәрендә яҙылғанса, Мөхәммәтша Ғәбит сәсәндең шундай ҙур күләмле әҫәрҙе ятҡа һөйләүенә хайран ҡалып үҙе менеп килгән эйәрле-йүгәнле атын уға бүләк итә. Ғәбит сәсән репертуарынан М.Буранғолов яҙып алған эпик әҫәрҙәр донъя фольклоры хазинаһы исемлегенә индерелгән.
М.Буранғолов Ғәбит сәсән менән 1910-1912 йылдарҙа ике тапҡыр унар көн бергә була. 1918 йылда 15 көн, ә 1920 йылда дүрт ай бергә йәшәй. Ул ошо осрашыуҙарында сәсәндән башҡорт фольклорының алтын фондына ингән “Урал батыр”, “Иҙел менән Яйыҡ”, “Аҡбуҙат”, “Һары мулла”, “Күҫәкбей”, “Тамъян”, “Батырша”, “Ҡараһаҡал”, “Салауат” һәм башҡа эпостарҙы, легендаларҙы һәм йырҙарҙы яҙып ала. Ошондай ауыҙ-тел һаҡлап бөгөнгө көнгә еткереүе менән Ғәбит сәсән халҡыбыҙ өсөн иң ҡәҙерле шәхес. Уның “Урал батыр” һөйләп, яҙҙырып ҡалдырғаны өсөн генә лә иң ҙур һәйкәлгә хаҡлы.
1912 йылда Ырымбурҙа Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйын ойошторола. Ә 1920 йылда Башҡортостан хөкүмәте Стәрлетамаҡта сәсәндәр бәйгеһе үткәрә. Был йыйындарҙың икеһендә лә Ғәбит сәсән еңеүсе булып таныла.
Үҙе ижад иткән ҙур күләмле бәйеттәрҙе ул берәр сәғәт дауамында һөйләй алған. Уның репертуары бик бай һәм төрлө булған. Ул сығыш яһағанда 7 мең юллыҡ әҫәрҙәрҙе ятҡа көйләп әйткән.
Ғәбит Арғынбаев Этҡол ауылы сәсәне Хәмит Әлмөхәмәтов менән Муллаҡайҙа Ғабдулла Сәиди мәҙрәсәһендә бергә уҡыйҙар. Сәсәнлек серҙәрен тап ошо мәҙәрәсәлә үҙләштерәләр ҙә инде. Улар йыш осрашып торғандар. Ике сәсәндең осрашып, ҡурайҙа уйнап, ҡобайырҙар әйтешеүен тирә-яҡ ауыл халҡы ҡыҙыҡһынып күҙәтер булған. Ололар һөйләүенсә, Көнтөшмәҫ тауы (хәҙерге Ҡолсора һәм 2-се Этҡол араһындағы тау) эргәһендә ике сәсән осрашып һүҙ ҡойошҡан, ҡурай уйнаған. Ғәбит сәсәндең Этҡолдан ҡайтҡанын Ҡолсора, Муллаҡай, Иҙрис ауылдары халҡы Һынташ эргәһенә йыйылып көтөп торған. Уның ҡайтып килгәнен әллә ҡайҙан уҡ ишетелгән ҡурай тауышынан белер булғандар. 1921 йылда, илгә килгән аяуһыҙ йот ябырыла. Ғәбит сәсән дә, Хәмит сәсән дә үлеп ҡала. Әлегә тиклем Ғәбит сәсән ҡәберенең ҡайҙалығын әлегә берәү ҙә әйтә алмай.
Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов
Хәмит Хужахмәт улы Әлмөхәмәтов 1861 йылда Ырымбур губернаһына ҡараған 2-се Этҡол (ул ваҡытта Бәләкәй Этҡол) ауылында, күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хәмит сәсән ошо ауылға нигеҙ һалыусы Этҡолдоң шәжәрһендә туғыҙынсы быуын вәкиле булып һанала: Этҡол – Сәйетҡол – Иҫәнгилде – Жаббар – Аллаяр – Ниәтша – Әлмөхәмәт – Хужахмәт – Хәмит(1861-1923) – Килдейәр –(…-1942) Алтынғужа (1936-1992) – Салауат (1959).
Хәмит бәләкәйҙән бик зирәк, йор һүҙле, отҡор бала булып үҫә. Ул кесе йәштән үк ололар мәжлестәрендә ҡатнашыр булған. Мәжлестәрҙә ул ололарҙың үҙ-ара һүҙ уйнатып һөйләшеүҙәрен зиһененә һалып, боронғо халыҡ йырҙарын, уларҙың тарихын отоп алған. Хисле бала сәхрәләргә сығып, һыу буйҙарына төшөп ҡоштар һайрауын тыңларға яратҡан. Аң-белемгә ынтылышлы баланы атаһы, Аҡмулланың һабаҡташы Таһир Дәүләтшин мәҙрәсәһенң уҡырға бирә. Ул унда бик тиҙ ғәрәпсә уҡырға-яҙырға өйрәнә, дини тәғлимәттәрҙе, намаҙ тәртиптәрен яттан белә. Артабан Муллаҡайҙа Абдулла Сәиди мәҙрәсәһендә сәсәнлек-шағирлыҡ (ораторлыҡ) һөнәренә өйрәнә. Ошо мәҙрәсәлә ул Ғәбит сәсән Арғынбаев менән таныша. Улар яҡын дуҫтар булып китәләр. һуңынан Ғәбит Хәмит сәсәндең бер туған һеңлеһе Заһиҙәгә өйләнә.
Ишмөхәмәт, Мәхмүт, Ғәбит, Буранбай кеүек оҫта ҡурайсыларҙан Хәмит сәсән ҡурай уйнау серҙәренә өйрәнгән. Башҡорт көйҙәрен үҙе лә ҙур дәрт менән башҡарған, көйҙәр сығарып йырлаған. Ер-һыу гиҙеп, күп ерҙәр күргән сәсән, үҙе тыуып үҫкән Урал тәбиғәтен данлаған:
Урал
Уралҡайым буйы моңға тулған,
Ҡошҡайҙары һайрай һәр саҡта.
Урмандары уның, ай, сәскәле,
Йәннәттәрең торһон бер яҡта.
Урал буйҡайҙары, ай, урманлыҡ,
ҡошҡайҙары һайрай башында.
Ялан еркәйенең, ай, ҡоштары,
Ҡаңғыралыр ҡомһоу ташында.
Урал буйҡайҙары шаулы булһа,
Ялан еркәйҙәре ҡом-буран.
Урал малҡайҙары сәскә утлай,
Ялан малҡайҙары – ҡыу үлән.
Мул урманлы, гөл-сәскәле Урал тәбиғәтен ялан ерҙәре менән сағыштырып, тыуған яҡтың ҡәҙерен белергә кәрәклеккә ишара яһай. Был йырҙы 1917 йылда Хәмит сәсәндең үҙенән Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған.
Ҙур халыҡ йыйындарында ул сәсәндәр әйтешен, өзләүселәрҙе һәм ҡобайырсыларҙы ихлас күңелдән тыңлаған. Халыҡтың ауыҙ-тел ижады баһаһын яҡшы аңлаған Хәмит, уларҙы отоп алыу ғына түгел, ҡайһы берҙәрен яҙып та алған. Егет ҡорона тулғас, ул атаһы менән ҙур ауылдарға сәфәр сығып, халыҡ менән аралаша. Белорет, Верхнеуральск (Үрге Яйыҡ) яҡтарында йыш була, ҡаҙаҡ далаларына ла барып сыға. Отҡор егет рус телен ныҡышмалы өйрәнеп, ике телдә лә яҡшы уҡый һәм яҙа белгән. Уҡымышлы, кешеләргә ярҙамсыл, итәғәтле егет төрлө эштәрҙә эшләй, халыҡ менән иркен аралаша. Ул үҙ аттары менән “ям ҡыуған”, йәғни почта йөрөткән. Бер үк ваҡытта лавка тотоп, сауҙа эшен дә алып барған.
1900 йылда, рус телен һыу кеүек эскән, тура һәм үткер һүҙле, кешеләргә ҡарата һәр саҡ ғәҙел мөнәсәбәттә булған Хәмитте мировой судья итеп һайлап ҡуялар. Судьялыҡ эше менән ике-өс айлыҡ сәфәрҙәрҙә йөрөп ҡайтыр булған. Йыш ҡына уға Ырымбур, Орск яҡтарына, ҡаҙаҡ далаларына юл төшкән. Ошо сәфәрҙәрҙән ул ауылға берәй яңылыҡ, йәғни яңы һулыш алып ҡайта торған булған. Бер саҡ ауылға ат бесән сапҡысы алып ҡайтып ир-атты ҡыуандырһа, икенсе юлы һөт айыртыу аппараты (сепаратор) менән ауылдың барлыҡ ҡатындарын һөйөндөрә. Бөтә хужалыҡ эше ҡул менән башҡарылған осорҙа, ауыл халҡы өсөн бесән сапҡыс менән сепаратор оло асыш та, табыш та була. Улар Хәмиткә рәхмәт уҡып бөтә алмайҙар.
Тирә - яҡта оҫта сәсән булып танылған Хәмит һәр саҡ Табын, Үҫәргән, Түңгәүер, Ҡыпсаҡ ырыуҙарында үткәрелгән төрлө йыйындарға, бәйгеләргә саҡырылып, мәртәбәле ҡунаҡ сифатында ҡатнашыр булған. Унда үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеләрендә, сәсәндәр ярышында ул, Бөрйән ырыуы намыҫын яҡлап, алдынғылыҡты бирмәй. Ә Ырымбурҙа үткән көрәш бәйгеһендә ул жюри ағзаһы булып ҡатнаша. Был бәйгелә ҡаҙаҡ һәм башҡорт батырҙары көс һынаша. Мыҡты кәүҙәле ҡаҙаҡ егете бер кемгә лә ал бирмәй, башҡорт батырҙарын алып ташлап ҡына тора. Уға ҡаршы сығырлыҡ башҡорт ҡалмай. Шул ваҡыт, башҡорт батырҙары өсөн ныҡ ғәрләнгән Хәмит сәсән, жюри рәйесенән ҡаҙаҡ батыры менән бил һынашырға рөхсәт һорай. Рәйестең рөхсәтен алғас, ул нәфрәтләнеп ҡаҙаҡ батырының бөйөрөнән ҡыҫып тотоп күтәрә лә, башы аша ташлап ебәрә. Халыҡ геү килә, еңеүсене күккә сөйәләр. Ләкин Хәмит сәсән бүләктән баш тарта: “Мин көрәшсе түгел, ә бары тик жюри ағзаһы,”- ти ул.
Йәйен-ҡышын ил ғәме, сауҙа эше менән юл йөрөү, оҙайлы сәфәрҙәргә сығыу эҙһеҙ үтмәй. Уны һәр саҡ ике һыбайлы оҙатып йөрөр булған. Бер ваҡыт уларҙың юлын ҡаҙаҡтар баҫа. Көслө генә бәрелеш булып ала. Был хәлдән һуң ул сатан булып ҡала.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң Хәмит сәсәндең даны тирә-яҡҡа тағы ла нығыраҡ тарала. Ул 1912 йылда Ватан һуғышының 100 йыллығына арнап үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһендә еңеүсе була. Халыҡ ихтирамын яулаған, ғәҙел, ҙур тәжрибәле Хәмитте 1913 йылда тағы ла мировой судья итеп һайлайҙар.
1917 йылда Мөхәмәтша Буранғолов Хәмит сәсән менән тағы осраша. Был осрашыуҙа ул сәсәндән башҡорт батырҙары Алдар, Салауат, Ҡарас менән Ҡараһаҡал тураһында йырҙар, ҡобайырҙар яҙып ала. Рус тарихсыһы С.Рыбаков ике тапҡыр килеп тә сәсәнде осрата алмай китә.
- Атайыма килгән урыҫ, уны көтөп, беҙҙә бер нисә көн йоҡланы. Ул беҙгә “это хлеб”, “это рыба” тип русса өйрәтә ине, тип һөйләй торғайны атайым,- ти сәсәндең ейәнсәре Сәлимә апай.
Донъя малы артынан ҡыумай, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, тел байлығын һаҡлап йәшәгән Хәмит сәсән алты ул һәм ҡыҙ үҫтергән. Ул балаларына китаптар алып ҡайтып уҡыр, төрлө кәңәштәр бирер булған. Ләкин донъяла буталыш башланып киткәс, балаларымды уҡыта алманым, тип үкенгән. Күренекле халыҡ сәсәне Хәмит Әлмөхәмәтов 1923 йылда вафат була. Ул 2-се Этҡол ауылында ерләнгән.
Йылдар үтеү менән Бишҡайын һаҙлығына ултыртылған таш ҡолай. 2006 йылда, Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә апай һәм ошо ауылдың тарихсыһы Мораҙым Ишбулды улы Хәлиловтарҙың инициативаһы менән, таш Сибай ҡалаһында стела итеп эшкәртелеп, шул уҡ урынға яңынан ҡуйыла. Ошо урында сәсәндең нәҫеле йыйылып шәжәрә байрамы үткәрәләр. Стеланы асыу тантанаһы ойошторола һәм “Урал батыр” эпосының ҡағыҙға төшөүенә 96 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр.
(Ғәбит сәсән нәҫеленән булған Зәйтүнә апай Байрамғолованың хәтерләүҙәренә таянып, Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә апай Әлмөхәмәтова һөйләгәндәрҙән сығып яҙылды)
Яңылбикә Мөхәмәтйәнова,
мәғариф бүлеге методисы
Ҡулланылған әҙәбиәт:
“Ғәбит сәсән” Ә.Әсфәндиәров. “Йәшлек” №6, 2002 йыл.
“Сәсәндәр иленә сәйәхәт” Р.Үтәғолов, А.Тажетдинов. 2008 йыл.
“Ҡурайсылар иле” Ф.КӘримова. 2006 йыл.
Ғәрифуллина Ғәлиә Хәбиб ҡыҙы,
Баймаҡ ҡалаһының
2-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы
Тема: “Урал батыр” эпосында һандар