Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
баш лит.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
04.09.2019
Размер:
243.71 Кб
Скачать

25 Билет

1.Сәғит Мифтаховтың «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» драмаһында илдә социализм үҫешенең артабанғы этабы һүрәтләнә.Кешеләр араһындағы нығып килгән яңы мөнәсәбәттәр,ғаилә,шәхес һәм коллектив мәсьәләләре борсой.

«Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» драмаһында С.Мифтахов Айһылыу һәм Юлайҙың ғаиләлә һәм коллективта үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һүрәтләп,уларҙың характер үҙенселәктәрен,өс эске донъяһын асырға ынтыла.Юлай менән Айһылыуҙың ғаилә мәсьәләһенә, тормошҡа төрлө күҙлектән сығып ҡарауҙарына нигеҙләнгән.Тимәк драманың төп конфликты Юлай менән Айһылыу характерҙары бәрелеше,тормошҡа төрлө ҡараштары.

2.Муса Ғали лирикаһы – заманса һәм үҙенсә көйҙәргә көйләнгән ижад.Уның шул көйөн һәм моңон да нескә тоя белеү шарт.Уға абайлабыраҡ ҡолаҡ һалғанда, башҡорт халыҡ поэзияһынан Пушкин һәм Лермонтов, Тютчев һәм Блок,Туҡай һәм Твардовский, М.Кәрим һәм М.Йәлил лирикалары традицияларынан килгән моңдарҙы шәйләргә мөмкин.Ана шундай бәрәкәтле поэтик ерлектән үҫеп сыҡҡанға күрә, М.Ғәли поэзияһы көр һәм емешле ижад.

Муса Ғәли «Шиғриәт» тигән шиғырында кеше йөрәге мәңге һөйгән, һағынған кеүек, йыр-ул үҙе бер мөғжизә, йөрәгенә моңо булғанға үҙе бер шиғриәт. М.Ғәли поэзияһында ошо шиғриәтле доъяны бөтә тәрәнлеге, бейеклеге, киңлеге менән иңләп һүрәтләү ярылып ята.

Муса Ғалиҙең «Ҡояш иле» поэмаһы йыһан хаҡында, космосты яулау менән бәйле романтик әҫәр.Шағир уйы менән, космонавтар кеүек, күктәргә олғашҡанда ла барыбер Ер улы, тәбиғәт балаһы булып ҡала.Төпһөҙ серле донъя – йыһан киңлектәре бик ныҡ тартһа ла, уға тыуып үҫкән Ер шары, уның кешеләре ғәзиз. «Ҡояш иле» поэмаһы космосты яулау заманында совет кешеләренең анна шул иҫ киткес ҡаҙаныштарын, ғорурлыҡ тулы уй-тойғоларын сағылдырыуы менән әһәмиәтле.