Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
баш лит.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
04.09.2019
Размер:
243.71 Кб
Скачать

1 билет

1. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әҙәбиәт тыуған илдең наказын, саҡырыу һүҙҙәрен халыҡҡа художество саралары – тәьҫирле һүҙҙәр ярҙамында еткереүсе көрәш ҡоралына әүерелә. Мәҫәлән, Р. Ниғмәти «Тыуған илем өсөн», «Үс ал патриот», Б. Бикбай «Ҡоралға иптәштәр!» - шиғыр – плакат, шиғыр-агитка һ.б сыға башлай. Яҙыусылар публицистик лирика, очерк, хикәйәгә йышыраҡ мөрәжәғәт иттәләр. Үҙәк темалары – халык батырлығы, оборона, тыуған ил. Йырға ныҡ әһәмиәт бирәләр. Яу йырҙары танылыу ала. Мәҫәлән, Б. Бикбайҙың «Башҡорт атлылары», К. Даяндың «Гөлсирәнең һөйгәне», «Кусимов» һ.б.. Лириканың хат, алғыш биреү өлгөләре лә ҙур үҫеш ала. Мәҫәлән Р. Ниғмәти «Әсә һүҙе», М. Кәрим «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!». Һуғыш йылдарының ҙур поэтик әҫәрҙәрен «Герой тураһында» поэма менән Р. Ниғмәти башлап ебәрә. Унда таран яһағанда һәләк булған летчик Вася образы. М. Кәрим «Үлмәҫбай» поэмаһында Үлмәҫбай менән Теребай образдары аша еңеүгә ышанған, батыр, ғәйрәтле һалдаттарҙы кәүҙәләндерә. Фронта, тылда, хатта тотҡонлоҡта ижад итәләр. Мәҫәлән, Муса Йәлил, Рәхим Саттаров. Уларҙың ижады Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы башҡорт әҙәбиәтенең героик биттәрен тәшкил итә. Драматургия ла әкрен генә булһа ла үҫә. А.Мөбәрәков «Бисәкәй», Кирәй Мәргән «Яу» пьесаһын яҙа. Бында башҡорт халҡының тылда һәм фронта күрһәткән батырлыҡтары, эштәре тураһында.

2. М. Кәрим 1919й Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ауылында 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай, 2 йыл Өфөлә педагогия рабфагында уҡый, 1937 – 1941 йылдарҙа – башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәте факультеты студенты. 1942 йылда фротҡа китә һәм һуғыш бөткәнсе фронтта була. Батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә. 1951 – 1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1962й. РСФСР Яҙыусылар союзының секретары итеп һайлана. Хеҙмәттәре өсөн Ленин ордены, 2 тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ, «Халыҡтар дуҫлығы», «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнә. 1963й Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен ала. Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. «Йылдар эҙенән» шиғырҙар йыйынтығы өсөн 1972й СССР Дәүләт премияһы бирелә. 1978й «Хәбәр көтәм» китабы өсөн Андерсен исемендәге халыҡ – ара почетлы диплом ала. 1979й Социалистик хеҙмәт Геройы исеме ала. 1984й «Оҙон – оҙаҡ баласаҡ», «Ташлама утты Прометей» әҫәрҙәре өсөн Ленин премияһына лайыҡ була. М.Кәрим 1935 – 1936й яҙа башлай. 1938й «Отряд ҡуҙғалды» тигән тәүге шиғыр китабы донъя күрә. М.Кәрим 2005 й вафат була. Яҙыусы үҙенең тормош юлы тураһында «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» әҫәрендә яҙа. М.Кәрим – драматург, прозаик, шағир.

2 Билет

1. Беренсе донъя һуғышы Д.Юлтый тормошона, ижадына киҫкен үҙгәрештәр алып килә. 1914й армияға алына, фронтҡа эләгә, һалдаттың окоп тормошо, утлы яу, ҡан-йәм, үлем-хафаға, уйға һала. «Шинель»(1915) шиғырында шинель кейгән һалдат образы күҙ алдына килә. Һалдат йыл әйләнәһенә үҙенә окопта юрғаны ла түшәге лә булған, һалҡындан һаҡлаған шинеленә рәхмәт уҡый, күңелен йыуата. 1916й «Сумка» шиғырында һуғышҡа, ҡан- ҡойошҡа һалдаттың протестын белдерә. Һалдат баштары иҫәбенә һуғышҡан ҙур табыш алған һуғыш суҡмарҙары – генералдарҙы яманлай. 1916й «Ҡан баҙары» шиғырында «ҡан баҙарынан» ҡотолоу юлдарын әйтеп бирә алмаһа ла, кемдәрҙең һалдат ғүмерҙәре иҫәбенә байыуын ҡәһәрләп атай. Шағирҙың был шиғырҙары заманында хат эстәрендә йәки ҡуйын дәфтәрендә ҡулъяҙма көйө ҡалһа ла, шул дәүерҙәге уй – кисерештәрен, һуғышҡа мөнәсәбәттәрен аңлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Башта ул һуғышты алла ҡарғышы, үҙенең ҡәһәрле яҙмышы кеүегерәк күрә. Аҙаҡ донъяға күҙе асыла, һуғыштың асылын аңлай. «Шинель», «Сумка», «Ҡан баҙары» шиғырҙарында ошо хаҡта һөйләй.

2. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында М. Кәримдең шағирлыҡ һәләте тағы ла сағыуыраҡ асыла. Ул һуғышҡа китер алдынан яҙған «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғыры, һуғышҡа киткән һалдаттарҙың анты булып яңғырай. Бында ата - әсәнең улына фатихаһы, бойороғо,үтенесе, ә улының яуап анты һүрәтләнә. М.Кәрим үҙ шиғырҙарында ауыр йылдарҙа ла илебеҙ кешеләренең рухи ныҡлығын, еңеүгә ышанысын һүрәтләй. Был «Ямғыр», «Трубка», «Таш өҫтөндәге гөлдәр» һ.б. шиғырҙарында сағыла. «Үлемһеҙлек» шиғырында Ватан азатлығы өсөн ғүмерен биргән батырҙарҙың яҡты исемдәренә дан йырлай. Бында ул үҙ кәүҙәһе менән дошман дзотын ҡаплаған һуғышсының образын тыуҙыра, батырҙың үлемһеҙлеген раҫлай. «Үлмәҫбайҙа» - шат күңелле, ихтиярлы, сабыр егетте һүрәтләй. Үҙенең батырлығы менән маһайырға яратмаған Үлмәҫбай, яу эштәрен мәрәкә хәл итеп һөйләй. «Башҡорт халҡына яуап хат»ын ул 1943 йылда, Башҡортостандан башҡорт халҡынан һалдаттарға яҙған хатты алып уҡығас яҙа, фронтташтары исеменән. Фронтовиктарҙың тыуған ерҙәренә, ғаиләһенә иҫән-һаулыҡ хәбәрен, һағыныу сәләмен еткерә. Һуғыш ваҡытында яҙған шиғырҙары совет һалдатының әхлаҡи йөҙөн, батырлыҡтарын, башҡа халыҡты ла ҡоллоҡтан ҡотҡарыуҙарын сағылдыра.

Билет 3

1. «Ҡан» 1914 -1918 йылдарҙа булған Беренсе донъя һуғышы тураһындағы роман. Һуғыштың импералистик асылы, кешелеккә килтергән фажиғәләрен асып бирә, һуғышҡа ҡаршы көрәш, нәфрәт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һалдат массалырының нисек пассив ҡаршылыҡтан актив революцион көрәшкә күтәрелә барыуҙары, фронтта ла, тылда ла революцион хәл-ваҡиғаларҙың ҡуйырыуы, импералистик һуғышты граждандар һуғышына әйләндереп ебәреү юлдарын, килешеү, тыныслыҡ өсөн көрәш мәсьәләлерен-проблема итеп ҡуя. Был проблемаларҙы фронт һәм окоп тормошоноң, ҡанлы яу эсенең иң ауыр шарттарында һалдат яҙмыштары аша асып һала. Ғөмүмән, донъяла ҡыйралыш, һәләкәт тыуҙырған, кешеләрҙең ғүмерҙәрен өҙгән, тормоштарын боҙған һуғыш ҡәһәрләнергә, мәңгегә бөтөрөлөргә тейеш, тигән идея ята әҫәрҙә. Төп геройҙары – Булат, Новиков, Индрил, Байғужа. Булат – автобиографик образ. Булат аша бөтә ваҡиғалар һөйләтелә. Уларҙың пассив ҡаршылыҡтары нисек итеп революцион көрәшкәсә үҫеүен яҙа. Новиков – эшсе улы, тура, әсе теле кеше, ҡыҙыу ҡанлы. Индрил-һалҡын ҡанлы, социаль тип, сабыр кеше. Байғужа – ауыл батрагы, йыйнаҡ, хәстәрлекле, тоғро юлдаш. Булат крәҫтиән улы, башта йыуаш, ауыҙ асмаҫ егеттән яйлап ҡыйыу көрәшсегә әйләнә.

2. Поэманы 1960й яҙған. Поэмала ваҡиғалар һалдат – ветеран исеменән һөйләтелә. Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған һөйгән йәре өсөн йөрәк түрендә күпме йылдар ҡәҙерле хистәр, ғазап ҡатыш өмөттәр һаҡлап килгән сабыр һәм ғорур тол ҡатын сыҙамлығы хаҡындағы фажиғәле хикәйәт ул. М. Кәрим поэмаһында ике һалдатты тыуған ерҙең яҙмышы хәл ителерҙәй киҫкен ваҡиға үҙәгенә хәл иткес хәтәр яу сатына ҡуя. Тыуған ере өсөн йәнен аямаған батыр һалдат утта янһа – көйһә лә тере ҡала, үлемесле алыш үлемде еңә; ә үҙ йәне генә аяулы ҡурҡаҡтың яҙмышы иҙелгән ер ҡортоноҡо. Батырлыҡ кешене ир-егетлеккә, данға, үлемһеҙлеккә илтһә, ҡурҡаҡлыҡ – хыянатсылыҡҡа, әҙәм аҡтылыҡлығына, мәлһеҙ үлемгә һәм ләғнәткә килтерә. Батыр һалдат һәм ҡурҡаҡ йән, хыянатсы Яҡуп образдары ошо ҡәтғи хаҡиҡәтте һөйләй.

Яҡуп – ҡурҡаҡ, һатлыҡ йән, хыянатсы, ышанысһыҙ. Тол ҡатын – сабыр , ғорур, батыр, матур.

Һалдат – ветеран – батыр, изге йөрәкле, түҙемле, ярҙамсыл.

Билет 4

1. Әхмәтзәки Вәлиди Туған ( Әхмәтзәки әхматтаһ улы Валидов) 1890й 10(22) декабрендә элекке Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге РБ Ишембай р-ны Көҙән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. 1902 йылдың көҙөндә Көҙәндән 14 саҡрам алыҫлыҡтағы Үтәк ауылына бабаһы Хәбибназар әл-Үтәкиҙең мәҙрәсәһенә уҡырға бирәләр. 1911й – мәҡәләләре баҫылып сыға. 1909-1910 «Ҡасимлә» мәҙрәсәһенә ғәрәп әҙәбиәте,төрки тарихынан мөғәллим итеп тәғәйенләнә. 1912 й. Ҡаҙанда «Төрк тарихы» китабы баҫылып сыға. 1923 – 1925 Эмигрант. 1925й – Төркиәлә Истанбулда туҡтала. 1940 й. румын нуғайҙары нәҫеленән Нәзмиә Үмәр ҡыҙы менән никахлаша. 1969й «Хәтирәләр» әҫәрен баҫтырып сығара. 1970й 26 йюлендә 80-се йәшендә вафат була. «Хәтирәләр» әҫәрҙең тәү башлап 1969 йылда ( воспоминания, мемуары, как дневник короче его жизни о_О) Истанбулда нәшер ителә. Был әҫәрҙә, хеҙмәттәр библиографияһы 450 -гә яҡын исемдән тора. Китаб «Ғаиләбеҙ» тигән бүлексә менән башлана. Уның бала сағы һәм йәшлеге ғәжәп саф әхлаҡлы ғаиләлә, дини һәм донъяуи белемдәргә ынтылыш менән халыҡтың борондан килгән традицияларына тоғролоҡ, оло мөһәббәт атмосфераһында яҙылған. Атаһынан ғәрәпсә, әсәһенән фарсы телен өйрәнеп, олатаһы уны 11 йәшендә үҙенә уҡырға ала. 6-7 йәштәрҙә 3 тел белә: рус, фарсы һәм ғәрәп. Дуҫы Ибраһим Ҡасҡынбай менән үткәргән көндәрен йөрәктә һаҡлай. Китапта Ғәлиәҡбәр, Алағуянбашы, Аҡбейек ауылдары телгә алына 1908й Ҡаҙанға барып тарих һәм филология буйынса лекцияларҙы тыңлай. 1915й Өфөгә ҡайтып «Ғосмания» мәҙрәсәһендә дәрестәр биреүе тураһында һөйләп бирә. Ғәбделхәй Иркәбаевтың ижады билдәһеҙ булып ҡалған, ул уның хатын килтерә. М.Ғафури менән 1917й осрашыуы тураһында ла һүҙ алып бара. Фәхретдинов менән мөнәсәббәттәре һүрәтләнә. Милли геройыбыҙ Муса Мортазин тураһында күп тапҡыр телгә ала, уның ҡыйыу һәм ҡаһарман бер ғәсҡәр башлығы булыуын билдәләй, Әүхәҙи Ишмырҙиндың Төркөстанда һәләк булған һүңғы сәғәттәрен һөйләп бирә. Иң ҡәҙерле биттәре : башҡорттоң йырҙары, традициялары.Әҫәр уның васыяты,аманаты,рухи таянысы.

2. «Ай тотолған төндә» трагедияһында шәхестең рухи азатлығы идеяһы үҙәктә тора. Трагедия башҡорттарҙын боронғо көнкүрешенә ярашлы ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын,ҡанундарын һүрәтләүгә арналған.Әҫәрҙең конфликты - Аҡйегет менән Зөбәржәттең мөхәббәте һәм фажиғәле яҙмыштары тураһында.Ләкин Аҡйегет йола буйынса,ағаһы үлгәс,еңгәһенә өйләнергә тейеш.Трагик конфликт-шәхес һәм йәмғиәт ҡаршылылығы.Аҡйегет менән Зөбәржәт бәхетле булһын тиһәң,ҡанундарҙы,билдәле бер йәмғиәттең йәшәү ҡанундарын емерергә кәрәк.Ә ул саҡта был мөмкин түгел.Тәнкәбикә ҡатмарлы тәбиғәтле,абруйлы,ҡаты ҡүллы,баҙыҡ характелы,уй-фекерҙәре,хис-тойғолары нескә тасуирләнгән иң тетрәткес трагик образ.Шәфҡәтле әсә лә ул.Тәңкәбикә ырыу башлығы.Трагедияһы — әсә кеше булһа ла, балаһын яратһа ла, әрнәһә лә,Аҡһаҡалдар ҡарарына буйһынырға,үҙ балаларын үлемгә-далаға ҡыуып ебәрергә мәжбүр.Йола шулай ҡуша,был-ҡанун.Ә ул ҡанун ҡоло,йола ҡоло.Аҡйегет рухи ҡоллоҡҡа ҡаршы сыға,ирек,азатлыҡ өсөн ҡорбанға бара.

Билет 5

1. Мөхәммәтша Буранғол (Мөхәммәтша Абдрахман улы Буранғолов(1888-1966)) 1888й 15 декабрҙең элекке һамар губернияһының Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын олоҫо (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский р-ны) Үрге ильяс ( Тәңес) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1900 үкһеҙ етем ҡалып, ағалары тәрбиәһендә үҫә. Күршеләге иҫке Юлдаш ауылында земство мәктәбен тамамлай һәм 1901й Ырымбурға сығып китә. 1903-1906 ҙа йәйгеһен Аҡтүбә өйәҙенең ҡаҙаҡ ауылдарында балалар уҡыта, ҡыштарын Ырымбурҙың «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1912-1916й-ҙа Ҡайыпҡол ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1919-1920 – Туҡ Соран кантоны башҡарма комитетының рәйесе. 1959Й 31 0ктябрендә. – халыҡ сәсәне исемен тергеҙәләр. 1910й – «Урал батыр» эпосын. Аҡһаҡалдар ауыҙынан : Ҡарас менән Аҡша, «Ерәнсә сәсән» һ.б. Эпик, ҡомартҡыларҙы яҙып ала. 1943й «Батырҙар тураһында эпос» тигән исем менән йыйынтығы сыға. 70-80 й-ҙа баҫылған 18 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығы сыға. 1915 «Шура» журналында - «Ашҡаҙар» легендаһын баҫтырып сығара, 1917й. Дармаһын ижад итә һәм сәхнәлә ҡуйыла.

«Зәңгәр шәл» (1918), «Буранбай» - 1920 «Тәфтиләү» (1921) һ.б. 12 пьеса ижад итә.

«Башҡорт туйы» пьесаһының конфликты ла, унда барған ваҡиғалар ҙа башҡорттоң йола(обычай) ҡанундарын үтәү көнкүреш драмаһы.

Содержание(сжатое): Бай ҡыҙы Гөлзифаны кейәүгә бирмәкселәр. Әммә уның бала сағында, нәҙер әйтеп, ҡолағын тешләтеп аҙаҡ ҡапыл ғына юғалған егете булған. «Хәҙер иһә нәҙерҙе үтмәйенсә сара юҡ. Гөлзифа көрәшеп еңгән батырға ғына барам тей. Көтмәгәндә һаҡмар буйынан Юлдыбай тигән етемлектә үҫкән бәһлеүән егет килеп сыға. Байлығы, батырлығы менән танылған, Гөлзифаны икенсе бисәлеккә ( второй женой ) алырға йөрөгән егете көрәштә еңелә, әммә барыбер үҙ һүҙен һүҙ итмәксе. Стражаһын эйәртеп, ҡустыһын ҡотларға тип, ағаһы кантон хәҙрәт килеп төшә. Кантон Юлдыбайҙы ҡулға алырға бойора, ҡыҙҙы, атаһы менән алдан килешеп ҡуйғанса, бай егеткә биреү тейеш тигән талап ҡуя. Халыҡ, ризаһыҙлыҡ белдереп, ҡаршы төшә. Гөлзифа менән Юлдыбайҙың мөхәббәтен яҡлаусы көс булып сығыш яһайҙар. Юлдыбай, Себер һөрөлөп, үлеп ҡалған тигән хәбәр тарала, Гөлзифаны бай егеткә сығырға күндерәләр. Әммә Юлдыбай ҡасып ҡотолған булып сыға һәм ул Гөлзифаны ҡотҡарып алмаҡсы. Гөлзифаға һәм халыҡ алдында ул үҙенең көрәштә еңгән батыр, бала сағында ҡолағын тешләтеп йәрәштерелгән егете Юлдыбай булыуын асып һала.

Әҫәрҙә иҙелгән халыҡтың бай түрәләрҙең ғәҙелһеҙлегенә, мәкер-золомона ҡаршы көрәшен, тормоштағы ҡаршылыҡтырҙы, конфликтлы ситуацияларҙа ҡыҙ алыу, ҡыҙ биреү, никахлашыу, туй үткәреү йолалары, ваҡиғалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, һүрәтләнгән, уйын-көлкө, йыр-моң, йор һүҙ менән биҙәлгән.

2. «Ташлама утты Прометей»

Идеяһы : кешенең азат ителеүе, рухи иреклек алыуы, кешеләргә «күҙҙе асыуы», кешелекте яҡшыға, рухи азатлыҡҡа күтәреү. Темаһы : Миф донъяны, ғәҙәттә, өскә - күк, ер, ер аҫты донъяларына бүлә. (күктәгеләр-изге, үлемһеҙ; ерҙәгеләр - әжәлле бәндәләр; түбәндәгеләр – яуыз. Тирандарҙы еңгәс, Зевс үҙен батша тип иғлан ҡыла, Баш алла булып китә. Зевс үҙе Выждан, үҙе иман, үҙе Оят. Прометей – ғәҙелдәрҙән ғәҙел алла. ( справедлив) ул батыр тәбиғәтле. Прометейҙың эше Зевс – Баш алла золомлоғо менән көрәш кенә түгел, бәлки төп аллалар ҡулындағы күк утын ергә, кешелергә илтеү, күк уты менән ер утын ҡушып, кешелекте яҡтыға, бөйөклөккә күтәреү. Шуға Прометей «Ут килтерҙем ергә, ҡот килтерҙем, инде әҙәм балсыҡҡа йән өрөр, тимергә көс, ағасҡа моң, таштарға тел бирер» ти.

Ут — кешеләрҙең киләсәккә, идеалға, яҡтылыҡҡа мөнәсәбәте символы Прометей үҙен-кешелеккә ут илтеү миссияһында, һәм мөхәбәттә таба.(Агазияға мөхәббәте.)

Прометей, күк утынын урлап, уны ергә алып китергә мәжбур була. Прометей йөрәгенде илаһи ут сатҡыһын йөрөтә, Агазия үҙ йөрәгендә ер уты сатҡыһын һаҡлай. Күк уты менән ер уты ҡауышҡанда ғына ер йөҙөнә, кешеләргә яҡтылыҡ, бәхет, ҡот килерен Прометей яҡшы белә. Прометей утынды урлай, тик Зевс быны күреп, уны язаға тарттыра. Гефест менән Эрида, Прометейға тиклем( раньше ) кешеләргә ут ул насар тип әйтергә тейеш инеләр. Әҙәмдәр батшаһы Әҙәмшах быларға ышанып, Прометейҙы утты ергә ташларға рөхсәт бирмәй, тик Прометей уны тыңламай, Агазия менән уның уты ҡушыла, Агазия янып сыға, ә Прометейҙы Гефест 30 мең йылға ҡаяға бығаулап ҡуя.

( Прометей висел привязанный к горе, за то, что хотел принести людям свет).

«Ташлама утты,Прометей» трагедияһы кешеләр бәхете өсөн ҡаһарманлыҡҡа, хатта үҙ-үҙеңде ҡорбан итеүгәсә барыуҙы, идея, идеал өсөн көрәште данлауы менән заманса яңгырай, Рухи ҡеүәт, өлгө алырға саҡыра.

Б6

Ғәйнан Хәйри (Тимерғәйнан Хайретдин улы Хәйриев) элекке Өфө өйәҙе Бәләкәй Күҙәй олоҫо Иҫке Күл ауылында 1903 й. 13 июндә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Хәйретдин, мәҙрәсә белеме лә ала алмаған, ҡара эш менән үткән крәстиән, улын да үҙенә ярҙамсы итергә, эшсән игенсе итеп тәрбиәләргә тырышҡан. Ғәйнан башта үҙ тыуған ауылы мәҙрәсәһендә һабаҡ алған. Октябрь рволюцияһы һәм граждандар һуғышы осоро уның бала һәм үсмер саҡтарына тура килә. Ул ошо тарихи ваҡиғаларҙы үҙ тормошонда боролош тип истләй. 1920-1922 й. ул Яңы Күл ауылында китапхана мөдире булып эшләй. Күҙәй кантонының халыҡ мәғарифы һәм профсоюз органдарында ла эшләп ҡала. Һуңынан Ғайнан ата йортон ташлап китә һәм 1922 й. көҙөндә Ырымбурҙағы Башҡорт педтехникумына уҡырға инә. Комсомолға ағза итеп алына. Комсомолдың Башҡортостан өлкә комитетының саҡырыуы буйынса Ғәйнан Хәйри 1924 й. Өфөгә күсә һәм Өфө район комитетында «Башҡортостан», «Яңы ауыл» гәзиттәре редакцияһында эшләй. 1925 й. Арғаяш кантонына эшкә ебәрелә. Үпкә ауырыуы көсәйеп китеү сәбәпле дауаланырға Өфөгә ҡайтырға мәжбүр була.1927 й. «Яңылыҡ», «Трактор» журналдарынаң яуаплы секретары була. Педагогия институтында филология факультетында ситтән тороп уҡый. 1929 й. эшенән, партиянан сығаралар. 1930 й. үпкә ауырыуы йәнә көсәйеп китә. Оҙаҡ йылдарға һуҙылған туберкулез ауырыуы уны 1938 й. 16 октябрендә яҡты донъянан алып китә.

«Октябрь йыры» шиғыр 1923, «Беҙҙең яҙ» 1927 шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы. «Октябрь тураһында» шиғыры, «Ике йыр», «Йөрәк» шиғырҙары. Повестар: «Кооператорҙар. Повесть һәм хикәйәләр» 1926, «Башҡорт ауылында. Очерктар» 1928, «Ҡатын. Повесть» 1931. «Яңы осорҙоң яңы геройҙары» тәүге хикәйәһе.

Боролош»Тема: Яҙыусы романда ауыл тормошон һәм ауыл кешеләрен һүрәтләй. Уларҙың яҙмышын, һәм тормошон, байҙарҙы һәм ярлыларҙы, һалдаттарҙы һәм крәҫтиәндәрҙе күрһәтә. Беренсе Донъя һуғышы, Февраль һәм Октябрь революциялары, граждан һуғышы осоронда геройҙарыбыҙҙың тормош юлдары һәм яҙмыштары ул тыл эсендә нисек үҙгәргәнен күрһәтә.

Идея: автор романда кешеләрҙең мораль үҫеүен, совет власын ҡаршы алыуын, яңы социализм йәмғиәтен төҙөүен күрһәтергә теләгән.

Экспозиция: Ваҡиғалар ХХ быуаттың 20-30 йылдарҙа ауылда башлана. Һуңынан Шәмси ҡатыны менән Мәскәүгә китәләр.

Ваҡиғалар үҫеше: Шәмси етем ҡала, Гәриф байҙа хеҙмәтсе булып эшләй; Шәмси ҡалаға китә һәм большевик була, халыҡ араһында аңлатыу эшен алып бара; беренсе мөхәббәт Зөләйха менән; никах; Шәмси ҡатыны менән Мәскәүгә уҡырға китәләр; ҡатыны менән айырылышыуы; 1925 й. өйгә ҡайта.

Төйөнләнеү: Кешеләр – донъяның бер күренеше, өлөшө биҙәге.

Кульминация: революция Шәмсинең күҙен аса, синфи аң тәрбиәләй

Төйөнләнеү: Ризуан Шафиков менән танышыуы.

Сиселеш: Һәр кеше үҙенең тормош юлын үҙе һайларға тейеш. Шәмси дөрөҫ юл менән бара.

2) Т.Ғәниеваның «Ҡыпсаҡтар» поэмаһы ҡыпсаҡ характерлы ҡатын-ҡыҙ образын, ҡыпсаҡтарҙың данлы һәм ҡанлы-яулы тарихын, әүәлге йәшәйеш ҡанундарын, ғүмер ағышын, донъя һағышын ил, халыҡтар мөнәсәбәтен драматик үткенләге, бар дөрөҫлөгө, күңел йылыһы, уйланыуҙары менән тасуирләй. Дала көнкүрешенә арналған лирик, романтик, драматик әҫәр.

Б7

Мәжит Ғафури 1880 йылдың 3 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан әкиәт, китаптар тыңларға ярата. Ете-һигеҙ йәштәр самаһында ул ауыл мәктәбенә инә. 1893 йылдың көҙөнән күршеләге Оло Үтәш ауылында Хатип хәҙрәт мәҙрәсәһендә һабаҡ алыуын дауам итә. 1896 йылдың көҙөндә Өфөләге Ғосмания мәҙрәсәһенә барып ҡарай. Ләкин ҡала ерендә аҡсаһыҙ, ситтән ярҙамһыҙ уҡыу мөмкин түгеллеген күреп, ҡайталмай Өфөнән йыраҡ булмаған Ҡыйышҡы мәҙрәсәһенә туҡтала һәм бай шәкерттәргә тағы аш-һыу әҙерләшеп унда бер ҡыш уҡый. 1898 йылдың көҙөндә Урал тауҙары аръяғындағы, үҙҙәренән 450 саҡрымдар ары ятҡан Троицк ҡалаһындағы атаҡлы Рәсүлиә мәҙрәсәһенә уҡырға китә. М.Ғафури Троицк мәҙрәсәһендә 1905 йылға тиклем уҡый. 1905 й. революция башланған осорҙа Ҡаҙанда «Мөхәмәҙия» мәҙрәсәһендә, киләһе йылына Өфөгә ҡайтып «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә ғилемен камиллаштырыу һабаҡтарын ала.

1934 й. 13 октябрендә үпкә арыуынан үлеп ҡала.

Тәүге шиғырҙары 1902 йылға ҡарай. «Себер тимер юлы йәки милләттең хәле» оҙон шиғыры менән 1904 йылда басылып сыға. 1905 йылдың 17 октябрь манифесы айҡанлы яҙылған «Шатлыҡ». М. Ғафури 1905-1907 йылдарҙағы революцияны шатланып ҡаршылаған кеүек, 1917 йылғы революцияны ла хуплап ҡабул итте. 1920 й. «Ант» шиғырын яҙа. ХХ быуаттың 20-се – 30-сы йылдарында М.Ғафури совет илендәге яңылыҡтар, ауыл тормошо, завод-фабрикалар, колхоз төҙөлөшө хаҡында бик ҡуп шиғырҙар яҙҙы. Әҫәрҙәре: «Ҡара йөҙҙәр» (1927), «Тормош баҫҡыстары»(1928), «Шағирҙың алтын приискаһында»(1900)

В этом произведении речь идет о самом низшем сословии, о бедняках. Действия происходят в небольшом городке, где каждый день на рынке собираются толпы бедных людей, чтобы найти себе хоть какую-то работу. Они зарабатывают себе на кусок хлеба, исполняя самую грязную работу: они убирают снег, колют дрова. Самый старательный среди рабочих был Шариф. Он работал усердно, ведь у него была целая семья: жена Бадри и два ребенка – семилетняя Гульджихан и четырехлетний Худайбирде. У Шарифа был «хороший» заработок лишь в те дни, когда выпадал снег. В эти дни он вставал рано и шел к богачам, убирать их дворы. Таким образом жили эти бедные люди. Одной из главных героинь повести является Джамиля. Она была соседкой Шарифа. Когда её муж ушел от неё, она можно сказать переселилась к семейству Шарифа.

Однажды Шариф заболел и, после мучений, умер. А Джамиля умерла при родах. Все семейство осталось на Бадри. К тому же она родила ещё одного ребенка. Им пришлось переселиться в деревню.

Рәми Ғарипов

1932 йылдың 12 февралендә Салауат р-ны Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, 1946 й. Өфөгә килеп, 9-сы башҡорт мәктәбендә уҡый. 1950й. Мәскәүгә барып Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә. 1955 йылдан «Совет Башҡортостан» гәзитендә эшләй башлай. 1959й. тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. «Йүрүҙән», «Һарғамыш» колхозында комсомол секретары булып эшләй. «Совет Башҡортостаны» гәзитенә кире эшкә ҡайта. 70-се йылдарҙан-профессиональ яҙыусы. 1977 йылда Өфөлә вафат була. «Һайланма әҫәрҙәр» китабы менән «Табыныу» поэмаһы өсөн үҙе үлгәндән һуң 1988й. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. 1992й. уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исеме бирелә. Арҡауылда, Өфөлә — 1-се мәктәп-интернатта музейы асылды. Р.Гәриповты тормош намыҫлы, тоғролоҡло булырға, ғәҙеллек, хаҡлыҡ өсөн ҡыйыу көрәшә белергә өйрәтте. Тураһын ярып әйтеү, дөрөҫлөктө һөйләү, хаҡлыҡты яҡлау уның ижадының төп асылы. Уның поэзияһында ХХ быуаттың икенсе яртыһында илебеҙ тормошонда, тарихында булған уңыштар, уңышһыҙлыҡтар, ҡайғы, шатлыҡтар, хәүеф һәм борсолоуҙар, уйланыуҙар сағылыш тапты. Улар кеше рухын байытырлыҡ, үткер, оҫта, тапҡыр, ялҡынлы шиғри юлдарға һалынды. «Йөрүҙән», «Таш сәскә»-китаптары «Һабантурғай йырҙары», «Осоу», «Аманат йыйынтыҡтары», «Уйҙарым» ҡобайыры тәржемәсе лә ул- «Минең анталогиям»-китабы. Лермонтов, Есенин, Пушкин, Гете, Шекспир, Ғмәр Хайам һ.б.

.

Б8

1.30-сы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә тарихи-революцион көндәренең, совет власын урынлаштырыу, нығытыу өсөн алып барылған көрәш ваҡиғалары тарихи-революцион планда әҙәбиәтенең жанрында, һәр тарихи-үҫеш осоронда һүрәтләнде.Яңы йәмғиәт ҡоролошон яҡларға саҡырыу асыҡ сағылды.Рәшит Ниғмәтиҙең «Осҡондан ялҡын», Баязит Бикбайҙың «Ер» кеүек поэмалары ҙур урын ала.«Ер» поэмаһында халыҡтың тарихы, Октябрь революциһынан һуңғы һәм 30-сы йылдарҙағы тормошо һүрәтләнә.

2.Р.Ғариповтың «Табыныу» йәки «1937» тип исемләнгән поэмаһын аптыраулы һорауҙар биреп, шулары яуаптар эҙләп ҡарау нигеҙендә тыуған әҫәр тип әйтергә булла.Шағир 1937 йылда 1917 йылғы Октябрь революцияһын һүҙҙә ҙурлауҙы ла шул уҡ ваҡытта ошо революцияны яһаған батырҙарҙы, большевиктарҙы ғәмәлдә ҡулға алып, илде етемһерәтеп хурлауҙы ла бер юлы әйтә.1937 йылғы фәжиғәләрҙең бер сәбәбен автор Сталиндың шәхес культы, баш-баштаҡлыҡтары менән бәйләй.Халыҡ дошмандары тип – Бабичтың, Юлтыйҙың,Дәүләтшинаның китаптарын яндырҙылар,үҙҙәрен атып үлтерҙеләр. Блюхерҙар,Мортазиндар һәләк булды, ләкин уларҙың һынмауын, еңелмәүҙәрен илдәре генә белә алмай.Ләкин уларҙың яҡты исемдәре бырыбер кире ҡайтарылды.Кеше ниндәйҙер бер шәхескә түгел,хеҙмәтсән ғәҙел кешегә, кешелеккә табынырға тейеш. «Табыныу» поэмаһының төп алышы шунда.

Б9.

1.Мифтахетдин аҡмулла 14.12.1831 йылдың Ырымбур губернаһында Туҡһанбай ауылында (Хәҙерге Миәкә районы) мулла ғаиләһендә тыуған.Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, 1848-51 Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылдарҙың мәҙрәсәләрендә уҡый.1851-1852 йылдарҙа Туҡанбай ауылында йәшәй, унда тәүге тапҡыр өйләнә.1853-1854 й. Стәрлебаш ауылы мәҙрәсәһендә шәкерт була, унда күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең дәрестерен тыңлай.1854-1856 й. Ырымбур, Троицк,Күскәтау ҡалаларында,ауылдарҙа балаларҙы уҡытып йөрөй.1867-70 й. Иҫәнгилде бай ошағы буйнса,батша армияһында хеҙмәт итеүҙән ҡасып йөрөүҙә ғәйепләнеп Троицк ҡалаһының төрмәһендә ултыра.1871 й. Әхмәтбай шағирҙы порукаға ала һәм төрмәнән сығарта.1871-1893 й. Ҡаҙанда, Петербургта була.1892 й. Ҡаҙанда «Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе» китабы сыға.1893-1984 й. Туҡһанбай ауылында йәшәй.8.10.1895 Златоуст эргәһендәге һарыстан ауылында үлтерелгән.

Үҙенең ижадында мәғрифәтселек идеяларын тарата:кешенең яҡшылыҡҡа, прогресҡа мәңгелек ынтылышын раҫлап,аҡыллыҡты,ғәҙеллекте,кешелеклекте данлай.Әҙәпһеҙ наҙан муллаларҙан көлә, властарҙың баш-башлаҡтығын һәм законһыҙлығын фашлай.

2.Р.Ғарипов үҙенең ҡобайырҙары менән башҡорт әҙәбиәтенә ҙур өлөш индерә.

«Уйҙарым» ҡобайырында шағирҙың иле, халҡы, ир-егеттәре хаҡындағы уйҙары шулай йыш ҡына үткәндәргә, тарихҡа әйләнеп ҡайта, бөгөнгөгә ялғана, киләсәккә йүнәлә.

Рәми Ғарипов ҡобайыр шиғыры менән халаҡсан образдар һәм тапҡыр һүҙҙәр ярҙамында иң изге теләктәрен әйтеп бирә.Балҡып янған көнө бар, мең йыл йәйгән түле бар, түл йәйҙергән теле бар, телде һаҡлар халҡы бар милләттең генә оло хаҡы,киләсәге, бөйөклөгө барлығын зиһендәргә үтерлек итеп әйтеп бирә.Киләсәкте ҡайғыртырға саҡыра.

«Аманат» ҡобайыры ошо изге төшөнсәләрҙең ололоғон, әһәмиәтен халыҡ һәм тел яҙмышына тығыҙыраҡ бәйләп еткерелгән шиғри аманат һүҙ булып әүерелә.

Шағир үҙенең ҡобайырҙары менән киләсәк быуынға васыят ҡалдыра, тыуған телен, илен һаҡларға, һөйөргә өндәй.

Б 10

1.Башкорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан тәүге иң күренешле яҙыусыларҙың береһе Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы (хәҙерге Куйбышев өлкәһе) Пугачев өйәҙенә ҡараған Хәсән ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1919 йылда уның атаһы үлеп китә. Тырыш һәм зирәк Һәҙиә оҫтабикәнең «ҡыҙҙар мәҙрәсәһе»нә йөрөп, һабаҡ өйрәнә. 1920 йылда уның үҙен – 15 йәшлек ҡыҙҙы – шул тирәләге Диңгеҙбай ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Бер йыл үткәс, Һәҙиә Һамар ҡалаһына килеп, яңы ғына ойошторолған татар-башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. 1922 йылда ире Ғөбәй Дәүләтшин менән Мәскәүгә күсеп китеүе сәбәпле, уға техникумды тамамларға тура килмәй. Ваҡытлыса өҙөлөп торған уҡыуын ул 1924 йылда Өфөлә Башҡорт педагогия рабфагында дауам итә.

Ул 1927 йылдан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортонда тәрбиәсе-педагог булып эшләй башлай. 1932 йылда Мәскәүгә барып, китап нәшриәттәре өсөн редакторҙар әҙерләү институтына уҡырға инә. Аҙаҡтан «Йылайыр» орлоҡосолоҡ совхозы газетаһы редакцияһына әҙәби сотрудник итеп эшкә ебәрәләр. 1935-1937 й. Һәҙиә Дәүләтшина – БДПИ тел һәм әҙәбиәт факультеты студенткаһы.

Һәҙиә Дәүләтшина 1937 йылда ғәйепһеҙгә хөкөм ителеп, оҙаҡ йылдар төрлө ауырлыҡтар һәм мохтажлыҡтар кисереүенә ҡарамаҫтан, Тыуған иленә, халҡына тоғро ҡалды.

1942 й. Башҡортостанға ҡайта һәм Бөрө ҡалаһында йәшәй башлай. Сәләмәтлегенең шаҡтай ҡаҡшауына ҡарамаҫтан, 1942-1952 й. төрлө эш араларында «Ырғыҙ» романын яҙыу менән шөғөлләнә. Был романын яҙып бөтөр-бөтмәстән Һәҙиә Дәүләтшина 1954 йылда Бөрө ҡалаһында йөрәк һәм үпкә ауырыуынан үлеп китә.

1926 йылдың мартында «Башҡортостан йәштәре» газетаһында уның «Һылыуҡай-пионерка» тигән тәүге хикәйәһе баҫылып сыға. 1931 йылда «Айбикә», «Башаҡтар тулҡыны» тигән повестары сыға. 1935 йылда «Хикәйәләр шәлкеме» исеме аҫтында тәүге китабы сыға. «Ырғыҙ» романын Һ. Дәүләтшина ун йылдан артыҡ яҙа. Ул 1957 йылда баҫылып сыға.

1967 йылда Һ. Дәүләтшинаға ошо әҫәре өсөн Салауат Юлаев премияһы бирелде.

2. «Дон Кихот»

Был монолог асылда «Табыныу» поэмаһында күтәрелгән донъялағы хаҡлыҡ һәм хаҡһыҙлыҡ, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ төшөнсәләрен бөтә ХХ быуат күләмендә ҡуя.

Бындай шарттарҙа хаҡлыҡ ҡылысын тоткан шағир ел-тирмәндәре менән алышҡан Дон-Кихот хәленә ҡалған кеүек тоя үҙен. Ғаләм, донъя алдына ҡуйған һорауҙары ла яуапһыҙ ҡала. Ләкин донъяны ҡапларҙай яуызлыҡ, ғәҙелһеҙлектәр менән шағир килешмәй һәм ҡаршы көрәшкә сыға.Шағир: “хаҡлыҡ дауалар Дон-Кихоттар булғанда ғына бер саҡ донъяла хаҡлыҡ,ғәҙеллек тантана итер”, - тей.-Монологтың төп асылы ошонда.

«Батырша»

Был баллада ла монолог рәүешендә ижад ителгән. 1755 йылғы башҡорт ихтилалының башлығы Батырша, тотолоп, алыҫта Ладога күлендәге Шлиссельбург утрау-ҡәлғәһенә ябылғас, уның таш төрмәлә кисергән уй-зарҙары итеп яҙылған.Рәми Ғарипов «Батырша» балладаһында Шлиссельбург тотҡононоң мәңгелеккә ябылған таш төрмәлә лә рухының үлмәүен, батыр йән булыуын асып бирә алған.

Балладаға эпиграф итеп яу батырҙары һәм Батырша тураһындағы башҡорт халыҡ йырҙарынан ике куплет алынған. Ошо йырҙарҙың рухы балладаға күскән.Уларҙа азатлыҡ өсөн көрәштең яулы,даулы хәлдәре еңеүгә ышаныс,ҡаһарманлыҡ, фажиғәлелек моң-мотивтары менән аралашып китә.

Б-11

Дөйөм алғанда, «Ырғыҙ» романында Башҡорт иленең, тарихи Башҡортостандың алыҫта ятҡан күркәм бер төбәге – Ырғыҙ буйы башҡорттарының ХХ быуаттың тәүге ун йыллыҡтарындағы тормошо һәм көрәше фиҙәҡәр ҡатнашып, халыҡтың оло ихтирамын ҡаҙанған ҡаһармандаштарыбыҙҙың йәнле образдары һүрәтләнә.

Һ. Дәүләтшинаның художестволы асышы һәм яҙыусылыҡ йөръәте нәҡ ана шул Ырғыҙ буйы башҡорттарының үҙенсәлекле бер доньяһын дөйөмләштергән образдар һәм картиналар аша һынландырыуында. Шуның менән был эпик әҫәр бөтөн башҡорт рухи мәҙәниәте кимәлендәге баһалап бөткөһөҙ оло ҡаҙанышҡа, прозабыҙҙың классик өмөтөнә әйләнә.

2) Ә. Хәкимов әҙәбиәт өсөн тағы бер яңы өлкәне аса: Хәҙисә Барласовна, Зөфәр Богданов, Нурислам, Мәҙинә шәхестәре аша ниҡилап осоронда милли зыялылар яҙмышы һәм элек иҙеүсе һаналған синыф вәкилдәре-башҡорт дворяндары образдарына мәрәжәғәт итә, халыҡтың тотош бер социаль ҡатлансы фәжиғәһен күрһәтә «Өйөрмә» романындағы ағалы-һеңлеле Зөфәр Богданов менән Хәҙисә Барласовнаны «сабаталы алпауыттар нәҫеленән» тип таныштыра автор. Ижтимағи эшмәкәр, уҡымышлы кеше, китапхана мөдире булараҡ, ул «өйөрмә» романының төп геройы Искәндәр Мораҙымовтың шәхес булып етешеүендә лә ҙур роль уйнай.

Б-12

1.Айбулат – ул үҙенең социаль сығышы, тормоштағы урыны, фекерләү рәүеше менән халыҡ вәкиле.Ваҡиғалар барышында ул, халыҡ мәнфәғәте өсөн эҙмә-эҙлекле һәм эскерһеҙ көрәшеүсе халыҡ етәксеһе, халыҡ батырҙарына тиң монолит фигура булып күтәрелә.Айбулат үҙенең бөтөн тормошо һәм үлеме менән дә ысын халыҡ батыры, “хаҡлыҡ өсөн,халыҡ өсөн” үҙ-үҙен аямайынса көрәшеүсе ҡаһарман шәхес булараҡ кәүҙәләнә.Айбулаттың характер үҫеше,рухи эволюцияһы, халыҡ яҙмышы,тарихи боролоштар, киҫкен социаль-ижтимағи үҙгәрештәр менән бергә үҙгәрә бара.

Гөлйөҙөм – бар булмышы менән халыҡ вәкиле, ысын-ысынында көслө һәм һөйкөмлө милли характер булараҡ хәтерҙә ҡала. Саф һәм нескә күңелле, ярҙамсыл, эшлекле, ҡыйыу,уңған, сабыр һәм түҙемле, тормошҡа яҡты ҡарашлы кеше. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының, иң яҡшы сифаттарын туплаған.Был образ әҫәрҙә ғәйәт ҡырҡыу һәм мөһим ваҡиғалар эсендә төрлө сифаттары менән асыла.Йәш сағында ул,Айбулатҡа булған мөхәббәтен өҫтөн ҡуйып, атаһының ихтиярын, үҙ дәүеренең йола,канундарын аша атлап үтергә батырсылыҡ итә.Шуның менән улар,Айбулат менән Гөлйөҙөм үҙҙәренең яҙмышында дөрөҫ аҙым яһайҙар,бер-береһенә таяныс булалар.Гөлйөҙөмдө лә,Айбулатты ла автор айырыуса бер һөйкөмлөлөк менән, яратып, һоҡланып тасурилай.Гөлйөҙөм үҙ яҙмышы өсөн хәл иткес ваҡыттарҙа ғәжәп ҙур тәүәкәллек, ҡыйыулык, күрһәтә,уның характерына итәғәтлелек,тәрбиәмлек инсафлыҡ менән ғорурлыҡ тойғоһо хас.

2.Ғ.Хөсәйенов – Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башкортостан Республикаһының Ҡырмыҫкалы районы Үтәгән ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Бөйөк Ватан һүғышы йылдарында колхозда эшләй. Бер йыл Еҙем-Ҡаран мәктәбендә уҡып алғас, Өфөгә китеп, интернатлы 9-сы урта мәктәпте(хәҙерге Р. Ғарипов гимазияһы) тамамлай. Унан 1947-1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый.

Ул Башкортостан Яҙыусылар союзында әҙәби тәнҡит, поэзия секцияһы менән етәкселек итте, Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы булып һайланды. «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында күп йылдар редколлегия ағзаһы булып ҡатнашты. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы комиссияһында, юғары Совет янындағы терминология комиссияһында ағза булып торҙо.С.Юлаев исемендәге премия лауреаты.

«Ҡанлы илле биш» - 1775 йылда Батырша башлап йөрөгән башҡорт ихтилалы хаҡындағы тарихи-документаль, хроникаль роман. Был әҫәр башҡорт тарихи романы, романистикаһында тарихи мәғлүмәттәрҙе документаль дөрөҫлөгөндә, хәл ваҡиғаларҙы нисек булған, шулай яҡтыртыуы менән үҙенсәлекле. Был романда Ғ. Хөсәйенов тарихи документтарға айырыуса ныҡ таянып эш итә.

Беҙҙең тарихи хәтеребеҙҙе уята алған,элекке батырҙарыбыҙ, аҡыл эйәләребеҙ, ил азаматтырыбыҙ менән ғорурланырлыҡ, рухыбыҙҙы байытырлыҡ күренекле роман – ул «Ҡанлы илле биш».Бында ул башҡорт халҡының XVIII быуат уртаһындағы тормош-көнкүреше,Батыршаның яҙмышы,Әмин,Сураш ишеатаҡлы батырҙар,Бикбулат старшина,граф Шувалов,Нурали хан,ғалим Петр Рычков тарихи дөрөҫлөктә күҙ алдына баҫтырыла.