Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
баш лит.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
04.09.2019
Размер:
243.71 Кб
Скачать

13 Билет

1. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р. Ниғмәти ижады идея художестволы яғынан тағы юғарыраҡ күтәрелә, һуғышҡа тиклем уҡ инде Ватанды, революция ҡаҙаныштарын һаҡлау өсөн көрәш кеүек ҙур темаларҙы үҙ әҫәрҙәрендә сағылдыра килгән Р. Ниғмати Бөйөк Ватан һуғышы шарттарында был теманы конкрет материалдар ерлегендә тағы ла киңерәк яҡтырта башлай. Ватан, уның азатлығын һаҡлау Ниғмәти ижадының төп темаһына әйләнә. Р. Ниғмәти һүғыштың тәүге көндәрендәге үк яҙған «Тыуған илем өсөн» шиғырында башта ҙур Ватанының дөйөм панорамаһын күрһәтә. Артабан ошо Ватандағы бөгөнгө шат тормоштоң ҙур көрәш аша яулап алыныуын яҡтырта. Артта ҡалған илде совет кешеләре тырыш хеҙмәттәре менән партия етәкселегендә индустриаль – колхоз державаһына әүерелдерәләр. Ләкин совет Ватанының көсө уның экономик ҡеүәтендә генә түгел , а шул ҡеүәтле Ватанды төҙөгән халыҡтың үҙ иненә ҡайнар мөхәббәтендә лә, ти шағир. Һуғыштың тәүге осоронда Ниғмәти поэзияһында агитацион лирика өҫтөнлөк итә. Шағирҙың «Үс ал патриот!» , « Күберәк нефть, иптәштәр!», «Баҫыуға туғандар!», «Әсә һүҙе» кеүек шиғырҙары шундай агитацион лирика өлгөләре. Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һүғышы йылдарындағы поэзияһында совет кешеләренең героик сидгаттары, совет халҡының мораль – политик берҙәмлеге, халыҡтар дуҫлығы , фронт һәм тыл берҙәмлеге киң сағылыш алды. Шағир «Украина», «Ҡарт белорус йыры» кеүек шиғырҙарында туғандаш совет халыҡтары араһындағы ҡаҡламаҫ дуҫлыҡ совет йәмгиәтенең мөһим көс сығанаҡтарының береһе икәнен факттар менән күрһәтте. СССР халыҡтары араһындағы дуҫлыҡ – бөйөк көс ул, һәм фашизм.

  1. Драматургия төрҙәре : драма, трагедия, комедия, трагикомедия, мелодрама. Хәҙерге драматургияла драма, комедия, жанр формалары ла, яңырыу осоро кисерә, сәхнәгә яңы геройҙар, яңы мөнәсәбәттар килә. Хәҙерге башҡорт драматургияһы тематик киңлеккә, жанр төрлөлөгөнә ынтыла. Драмалар төрлө хәҙер. Бер тирәгә йыйып барлау өсөн уларҙы шартлы рәүештә романтик ( Мәҫәлән, М. Кәримдең «Айгөл иле»), социаль – көнкүреш ( А, Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель», М. Кәримдең «Йарланмаған йыр»), Социаль-сәйәси (Н.Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша»), әхлаҡи-көнкүреш (Ә.Атнабаевтың «Балаҡайҙарым») кеүек төрҙәргә бүлеп була. Был жанрҙың йәнә драматик поэма ( З. Биишеваның «Гөлбәҙәр») рәүешендәге төрҙәре лә барлыҡҡа килде. Трагедия жанры һәр саҡ шәхес һәм йәмғиәт, йәшәү һәм үлем кеүек донъяуи мөнәсәбәттәр, фәлсәфә менән бәйле, рухи азатлыҡ мәсьәләһен күтәрә. Драмаларҙа-шәхестең йәмғиәттә урыны, гражданлыҡ позицияһы, ихтыяж, хеҙмәт, йәшәү, әхлаҡ, ғаилә, төрлө быуын, аталар һәм балалар, төрлө социаль ҡатлам мәсьәләләре тора. Заман проблемаһын үткер ситуацияларҙа конкрет шәхестәр аша һүрәтләүҙә хәҙерге драматургия ҙур аҙымдар яһаны. Әлбиттә , ундай аҙымдар бер үҡ ваҡытта әҙәбиәттең мәғәнәүи офоҡтарын да, интеллектуаллектең яңы кимәлен дә билдәләмәй ҡалмай. Хәҙерге башҡорт драматургияһында, милли проза эҙләнеүҙәрен дауам итә. Улар жанр төрҙәрендә, стиль йүнәлештәрен дә эсенә ала. Былар барыһы ла башҡорт драматургияһының өлгөргәнлек сифаттарын күрһәтә. Милли театрҙар хәҙерге закманада йәш драматургтарға ҡытлыҡ кисерә. Яҙыусылар юҡ, йәки яҙыу кимәлдәре түбән.

Билет 14

1)Был поэмала һуғыштан һуң колхоз ауылында юғары уңыш өсөн көрәш һәм кешеләрҙең тормошҡа,хеҙмәткә мөнәсәбәттәре күрһәтелә.

Геройҙары — колхоздың алдынғы, белемле комсомолецтары.Береһе:Гөлгөл-белемле,егәрле,һылыу,иғтибарлы,актив комсомолка,ҙур теләктәр, ынтылыштар менән янып йәшәй,теләге — ауыл хужалығын күтәреү.Уның һөйгән егете Фәтхел — икеһе лә алдынғы,белемле.Ләкин тормошҡа,хеҙмәткә,фәнгә ҡараштары төрлө.Фәтхел үҙенә дан алыу өсөн генә тырыша.Ләкин дан уны боҙа, маһая, һауалана,тора бара эсә башалай.Коллектив уға ярҙамға килә.Фәтхел хатаһын аңлай,коллективта ҡала.Бында яңы менән иҫке тормоштоң бәрелешен,яңының иҫкене еңеүе — поэманың конфликты.Шәхес тәрбиәләү, коллективтың роле күрһәтелә.

2)XXI быуатҡа ҡарар хәҙерге башҡорт әҙәбиәте жанрҙары, тематикаһы, күтәргән проблемалары, поэтикаһы, тел – стиль үҙенсәлектәре менән бик бай. Унын проза, поэзия, драматургия төрзәре юғары кимәлгә килә. Хәҙерге повесть жанры проблемалар үткерлеге, күркәм образдары, стиль һыҙаттары менән айырылып тора. Хәҙерге әҙәбиәт хикәйәләр, повестар, нәҫерҙәр, фекер тығыҙлығы тел – стиль йыйнаҡлығы менән билдәле. Хәҙерге башҡорт драмматургияһы һәм театр сәнғәте лә ҙур роль уйнай. Хәҙерге поэзияла йыр, ҡобайыр, баллада, элегия, шиғри парса кеүек жанр формалары бар. Тәнҡит – ул әҙәбиәттең мөһим бер ижад төрө. Әҙәби тәнкит илленсе йылдарҙа үҫеп китеп, үҙ аллы ижад рәүешендә көсәйеп ките. Бәңҡитселәр араһында Әхнәф Харисов, Әмир Чаныш, Ким Әхмәтйәнов, Әнур Вахитов һ.б.

Әзәби тәнкиттең уңыштары ла, йомшаҡ яҡтары ла бар. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте тәнҡите буйынса китаптар, йыйынтыҡтар бар, былар бөтәһе лә башҡорт ҙәбиәте өсөн ҙүр ҡаҙаныш, ләкин барыбер әҙәбиәтебеҙ тарихын тәрәнерәк тикшерергә, белергә кәрәк. Һәм тағы ла бурыстарҙын береһе - йәш тәнкитселәрҙе вуздарҙа уҡ яҡшы уҡытырға, дөрөҫ йүнәлеш биреп өйрәтергә.

Б-15

2.Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декаберендә Ырымбур өлкәһе Покровка районында Сорай йылғаһы буйындағы Үрге Ҡунаҡбай ауылында колхозсы ғайләһендә тыуған.

1945 йылда атаһы үлеп киткәс,ул күрше Ғәбдерәфиҡ ауылына туғандарына күсеп килә.1953 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.1953-1956 йылдарҙа Аҡ-Булаҡ педагогия училищеһында уҡый.1957 йылда Өфөгә килеп,БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә.Университетты тамамлағас,1962-1965 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында уҡый.1966 йылда «Хәҙерге башҡорт поэмаһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яһай.Утыҙ йылға яҡын ошо Тарих, тел һәм әҙәбиәт институнда ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.1966 йылда ул филология фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжәгә өлгәшә. 1995 йылда Р.Бикбаев Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһының рәйесе итеп һайлана.Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелә.1997 йылда әҙәби-фәнни эшмәкәрлегенең тос емеше – «Шағир һүҙе – шағир намыҫы» тигән ижади портреттар ,әҙәби мәҡәләләр, сығыштар йыйынтығын донъя күрҙе.1962 йылда «Ағиҙел» журналында «Вокзал» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. «Ҡан юлы» (1967) тигән икенсе китабы Рауил Бикбаевтың «Автобиография»(1969) – китабы.

Шиғырҙар: «Уҡ», «Ҡурай», «Аҡ-Булаҡ», «Имән», «Революция».

«Ғүмер уртаһы»-етмешенсе йылдар уртаһында сыҡҡан китап.

Рауил Бикбаев Башҡортостанда булған экология проблемаларын асыҡлай.Хәҙерге ваҡытта тәбиғәттең байлығы әҙәйеп бара һәм ғәйепле шул хәлдә халыҡ.Борон-борондан беҙҙең ата-бабалар тәбиғәтте беҙҙең өсөн һаҡлап барғандар.Ә хәҙерге көндә күп заводтар төҙөлә,шуға күрә һауа насарая бара.Урмандарҙа ағастарҙы ҡырҡып алалар,башҡортостан йылғалар,күлдәр төрлө химик ағыуҙар менан бысратыла.Рауил Бикбаев ошо проблемаларҙы үҙенең «Һыуһаным-һыуҙар бирегеҙ» поэмаһында асыҡлай. Хәҙерге заманда күптәрҙе борсоған, уйландырған социаль,иҡтисади,экологик,әхлаҡи-әҙәп мәсьаләләрен тура,үткер ҡуйыуы,публицистик пафос менән еткерә белеүе,заманса яңғырашы менән әһәмиәтле.

Билет 16

1)«Ҡарлуғас» драмаһында 1773-1775 йылдарҙын крәҫтиәндәр һуғышы алды осоро сағылдырыла. Был осорҙа Башҡортостан инде быуат буйы урыҫ дәүләте составында була. Драмала халыҡ күтәрелеше тарихын асыу мөһим урында тора. Феодаль иҙеү өҫтөнә милли иҙеү өҫтәлә. Рухи иҙеүҙең бер төрө драмала мөхәббәт темаһын яҡтырыу аша асыла. Ҡарлуғас менән Шатмураттың саф һөйөүе, уларҙың иреккә тартылыуҙары.

Проблемалар:

а) Мөхәббәт

б) Ил азатлығы

в) милләт язмышы

д) быуындар бәйнеше

е)социаль конфликт мотивтары

Образдар:

Ыңғай: Ҡормой ҡарт, Ҡарлуғаҫ, Шатморат, Мырҙағол, Ырыҫҡол, Иван, Апса, Көнһылыу.

Кире: Якуп старшина, уның писары Туҡтамышев, Әхмәт бай, һәм уның баяры Садовский.

Драманың төп геройы-халыҡ. Шатморат образында халыҡтың батырлыҡ, тоғролоҡ һәм азатлыҡ көрәшендә үҙ-үҙеңде аямау. Шатморат яңғыҙ түгел,ул халыҡҡ таяна.Ҡормой образы аша башҡорт халҡының рухи ныҡлығын, тәрән аҡылын, тормош тәжрибәһен сағылдыра.Ҡарлуғас-ҡатын-ҡыҙҙың бөйөк рухын, көсөн, гүзәллеген,бәхеткә ынтылыуын сағылдыра.

Халыҡтын ҡош кеүек ирекле булыу теләген сағылдырыусы традицион ҡош образы һәм ҡатын-ҡыҙ яҙмышын ҡанаты һынған ҡош менән сағыштырыу. Халыҡтың ғөрөф – ғәҙәттәре, туй йолалары, сеңләүҙәр йырҙар менән бергә, әҫәрҙәр ҙур ғына урын алып торалар.

2. Раүил Бикбаев — заман ағышына,кешеләр яҙмышына һиҙгел ҡолаҡ һалыр шағир.Ул халҡына шиғри хат менән мөрәжәғәт итә.Тыуған еребеҙ, тәбиғәтебеҙ,тыуған телебеҙ хаҡында хафланып уйлана,башҡорт балаларының әсә телен белмәй үҫеүенә әсенә,борсола.Был «Халҡыма хат» шиғырында сағыла.Тыуған телен белмәгән кеше милли аңын, рухын да юғалта.Милләте,иле бөтә. «Халҡыма хат» уның намыҫ һүҙе,йөрәк һүҙе.Ул халҡының яҙмышы өсөн борсола.Шиғырҙарында хәл итеү юлдарын, сараларын билдәләй.Халҡының аң-зиһенен,зауығын тәрбиәләү мәсьәләләре менән янып йәшәй. «Һыуһаным,һыуҙар бирегеҙ» поэмала ла, шул экология,тәбиғәт, илдең киләсәк яҙмышына бағышланған әҫәр.

Блилет 17

1) «Салауат»драмаһы халыҡтар дуҫлығы, халыҡтар араһында туғандарса берҙәмлек тойғоһона йүнәлтелгән.Драманың үҙәгендә Салауат образы тора. Салауат ҡурҡыу белмәҫ батыр, тәүәккәл, ҡаты холоҡло, ҙур йөрекле кеше. Ул үҙ халҡын, тыуған ерен ҡайнар һөйөү менән һөйә, дошмандарға ҡарата аяуһыҙ Салауат образы драмала героик һәм лирик планда асыла. Яҙыусы уны халыҡтың данлыҡлы батыры һәм шағир-импровизатор итеп һүрәтләй. Салауат көрәштә халыҡҡа таяна, һәр ерҙә ул халыҡтың ярҙамын күрә. Халыҡ еңелә, Салауат ҡулға алына, ләкин еңеүгә булған ышанысын юғалтмай, үҙ эшенең хаҡлығын аңлай, Салауат тураһында иҫтәлектәр һаҡлай.

2) Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 й. 17 июлендә Башҡортстандың ул саҡта Маҡар районы( Ишимбай районы) Ҡолғона ауылында тыуған. Ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, йәнә Ҡолғонаға уҡытыусы булып ҡайта. Стәрлитамаҡта уҡытыусылар институтына килә. Буласаҡ яҙыусы һуңынан районда мәғәриф булегенен мәктәптәр инспекторы булып эшләй,хәрби хеҙмәткә алына. 1953 й. армиянан ҡайтҡас, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр була, аҙаҡ үҙенең тыуған ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре бирә. Ә 1958 й. ул «Әҙәби Башҡортостан»(хәҙерге «Ағиҙел») журналына эшкә килә.

Ноғман Мусин ижады «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылған хикәйәһенән башлана. Өс йылдан – «Зөһрә» повесы донъя күрә. 50-60-сы й. «Ғорурлыҡ», «Ер биҙәге», «Кеше йылмая», «Ауылым юлы» повестары барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ «Һинең мөхәббәтең», «Төпкөлдән төшкән килен». 70- се йылдарҙа «Һайлап алған яҙмыш», шулай уҡ аҙаҡ дилогия, трилогия булып китәсәк «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа аҡ болан» романдары донъя күрҙе.

Ноғман Мусин әҫәрҙәрендә тәбиғәт ысынбарлыҡтың айырылғыһыҙ өлөшө булған саф күңелле кешеләр менән гармонияға инә, гүзәллектә тәбиғәт һәм кешеләр нисбәтен тыуҙыра.Образадары тәбиғәт донъяһы менән бәйләнгән.Тәбиғәтте,тәбиғи матурлыҡты маҡтау,идеаллаштырыу хас уға.

Тәбиғәт Ноғман Мусин ижадында геройҙар хәрәкәт иткән теге йәки был характер һыҙаттарын билдәләгән ысынбарлыҡ мөхите. Ынғай геройҙар ер биҙәге булһа, кире образдар - тәбиғи гармонияны боҙоусылар.

«Мәңелек урман» әҫәрендә Торомтаевтар ғаиләһе ағзалары яҙмышы, ул саҡтағы бөтә халыҡ яҙмышын сағылдыра,социяль-синфи,милли-колониаль сәйәсәттең фажиғәле һөҙөмтәләрен, урындағы халыҡҡа килтергән афәт офоҡтарын һынландыра. Әҫәр үҙенең эсенә күптән үткәл тарихты ла(1875-1906й.) һәм бөгөнгө көндә барған ваҡиғаларҙы(тәбиғәтте, экологияны һаҡлау проблемаларын) ала.

Билет 18

2) Азат Хаммат улы Абдуллин 1930 йылдың 26 июнендә Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуа(1930.26.06) Мәктәпте тамамлағас, ошонда уҡ уҡытыусы булып эшләй. 1949-1953 БДПИ-ла тарих факультетында уҡый. Унан Мәскәүҙәге А.М.Горький ис. Донъя әҙәбиәт институтында аспирантураға инә. Әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Драматург.

Ижады: «Онотма мине, ҡояш»(1963) романтик драма, «Ун өсөнө председатель»(1979) драма, «Һунғы үҙаман» драма; прозалар: «Аҡтан аҡ һөт», «Артылыштар», «Ҡыҙыл ысыҡ»(1979).

Анализ. «Ун өсөнсө председатель»

Тема: ғәйеп һәм хөкөм, хеҙмәт

Идея: уҡыусыларҙы дөрөҫлөккә, ғәҙеллеккә өндәргә, эшселергә етәкселәр тормошо күрһәтелә.

Образдар: Сәғәҙиев, Закиров, Яҡупов, Ҡәҙриә, Улин, Һаубабай һ.б.

Ҡыҫҡаса: Сәғәҙиевты «Ҡыҙыл нур» колхозының председателе итеп ҡуялар. Ул уны аяҡҡа баҫтыра. Уны эшселәргә ял путёвкалары биргәне өсөн хөкөм итәләр. Уны район председателе ғәйепләй.

«Һуңғы уҙаман» = 4 йылдан һуң. Сәғәҙиев аҡланмаған. Ул, төрмәнән сыҡҡас, ҡайта. Колхоз юҡ хәлгә килгән. «Ун өсөнсө предсидатель» пьесаһы замана өсөн көнүҙәк социаль, иҡтисади мәсьәләләрҙе гражданлыҡ позицияһының тороп ҡыйыу күтәреүе менән айырылып тора. Иҫке ҡоролоштоң имерелеүе, яңы осорҙоң башланыуын раҫлай. «Һуңғы уҙаманда»-үҙгәрә барған осор шарттарын, Сәғәҙиев кеүек эшлеклеләр хеҙмәтен дөрөҫ баһаларҙай заман яҡынлашыуын һүрәтләй, һәм шуның менән дә әһәмиәтле әҫәр ул.

Билет 19

1)«Сәйер кеше» әҫәрендә хеҙмәт, дан, аҡса, ғаилә, мөхәббәт проблемалары Ғәҙел күҙлегенән дә, Ғәлиәкбәр ҡарашынан да сығып баһалана. Шуға ике ҡапма-ҡаршы фекер, ике төрлө әхлаҡ кешеләрен осраштарып, уҡыусыны кем яғында дөрөҫлөк булыуы хаҡында уйланырға, фекерләргә мөмкинлек бирә. Бында ике төрлө мораль: Кешелеклелек менән иҫке мещанлыҡ мораль нормалары араһындағы айырманы күрһәтеү маҡсатында кешеләрҙе ике төркөмгә бүлә, уларҙың ҡаршылыҡтарын күрһәтә, кешегә хас юғары моральды раҫлай. Юғары моралле-Ғәҙел, Арыҫлан, Нәфисә, Ғөлбикә, икенсе яҡта — эгоистар- Ғәлиәкбәр, Мыжыҡов, Ғәбиҙә тора.

Ғәҙел Ҡоросбаев ул сәйер кеше сөнки, ул үҙенең бәхетен аңламаған, ҡәҙерен белмәгән, ти дуҫы.

Уның дуҫы сәйер кеше тип йөрөтә. Ғәҙеп икенсе кешеләр кеүеү түгел, ул ят, ғәжәп кеше, тик шул уҡ баҡытта ул яҡшы куңелле, яҡшы мөнәсәбәтле кеше.

«Уйҙар, уйҙар» повесы беҙгә, йәштәргә бик ныҡ ярҙам итә, сөнки, Суфия, Кәбир кеүек образдар аша, беҙ ауыр ситуацияларҙың сиселеш яғын өйрәнәбеҙ. Беҙҙең көндә лә, әҫәрҙә күтәрелгән проблемалар, бик актуаль. Кәбир кеүек кешеләр һаман да күп, ундай кешеләрҙе күрә белеү һәм урап үтергә кәрәк.

Был повеста беҙ кешенең хеҙмәткә, тормошҡа, мөхәббәткә, ғаиләгә булған төрлө ҡараштары менән осрашабыҙ. Баланың шәхесен формалаштырыуҙа хеҙмәткә, уҡыуға дөрөҫ мөнәсәбәт тәрбиәләүҙең хәл иткес ролен күрһәтеү өсөн ул Суфиялар ғаиләһенә Дауыт, Зәлифәләр тәрбиәләнгән ғаиләне каршы ҡуя. Суфияның яңылыш юлға баҫыуы, аҙаҡ хатаһын аңлауы, дөрөҫ юлға сығыуы сәбәбе-уҡыусыны уйландыра. Ижади хеҙмәттең кешегә шатлыҡ,бәхет килтереүе, ә унан айырылған кешенең рухи яҡтан ғәрипләнеүгә, буш, мәғәнәһеҙ тормош менеән йәшәүгә дусар ителеүе- повестың төп идеяһын тәшкил итә.

2) Р. Солтангәрәев(1935-2000)

1935й. 15 декабреңдә Баршкотостандың Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.

1953й. Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә.

1958й. «Совет Башҡортостаны» ғәзитендә әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә урынлаша.

1959-1965й. Башҡортостан телевидинияһында мөхәррир.

1970й. «Совет Башҡортостаны» гәҙитендә бүлек мөхәррире.

1978й. Салауат Юлаевт исемендәге дәүләт премияһы бирелде.

2000й. Рәшит Солтангәрәев вафат була.

Ижады: «Тыуған йорт»(1967й), «Аҡ тирәктәр»(1971й), «Тау», «Аҡ умырзая», «Таш болан», «Беҙ йәшәгән ер»(1989)

Анализ

«Ҡиәмәтлек кейәү» хикәйәһе.

Шакир, әҫәрҙең төп геройы, «Белорус» тракторында эшләй, кешеләргә утын, бесән килтерә, шуның менән хөрмәтле кеше ауылда. Ғаиләһе – ҡатыны Райхана, балалары менән килешеп татыу йәшәй. «Белорус» менән ул ауылдағы кемгәлер утын килтереп ауҙарғас, һйланып күңеллеләнеп ҡайтып килгәндә, Гөлйөҙөм әбейгә осрай. Уға ярҙам иткәндә бындағы ҡайтҡа ла емерелергә торғанын күреп, әбейҙең ҡайҙалыр ситтә олағып йөрөгән улын иҫкә төшөрә:

-Хәсән ҡайтһа, нығытып ҡуйыр әле!

Улы ҡайта тип ышанған Гөлйөҙөм ҡунаҡ йыя, ләкин был ысын булмағас ҡайғыһынан аяҡһыҙ йығыла.

Шакир ҙа үҙенең ғәйебен, ахмаҡ эш ҡалыуын аңлап ала. Ҡатыны әбейгә врач алып килә, ярҙам итергә тырыша. Шул арҡала Гөлйөҙөм инәй аҙна – ун көн тигәндә аяҡҡа баҫа. Шаҡирға кейемәтлек әсәй була.Әҫәрҙең геройҙары — Шакир,Райхана,Гөлйөҙөм инәй үҙҙәре тыуҙырған ваҡиғаларҙа ҙур үҙгәреш кисерәләр,бер-береһенә изгелек эшләүҙәре менән бәхетле улар,күңелдәре асылып,сафланып киткәндәй тоялар.

«Хамбал» - хикәйәлә һуғыш ваҡыты сағы,шәхес культы осоро.Хамбал кеүек кешеләрҙең халыҡты йәберләүе.Ләкин ғәҙеллек тантана итә,халыҡ уға үҙенеке кеүек тупаҫ көс,берҙемлек,тәүәкәллек күрһәтә һәм еңә.