Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
баш лит.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
04.09.2019
Размер:
243.71 Кб
Скачать

20 Билет

  1. «Яҡтыға» трилогия авторы башҡорт ауылдарында 1911-1918 йылдар эсендә барған үҙгәрештәрҙе, 1905 йылғы революциянан һуңғы ҡара реакция, империалистик һуғыш, Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы выҡиғаларын үҙ эсенә ала.

2. «Ғүмер бер генә».

Әҫәрҙәге ҡаршылыҡтар ҙа күберәк «мөхәббәт өсмөйөшөнә», «кеше бәхетенә ымһыныусы» , ихлас тойғолаларҙы бысраҡҡа буяп ташларға ынтылыусылар менән көрәшкә нигеҙләнгән.

Илғужа үҙенең һөйгән ҡыҙын Гөлшанды яҡлайым тип енәйәтселәр төркөмө менән алышҡа инеүенән башлана.

«Ғүмер бер генә» романына автор шундай эпиграф ҡуйған: «Әҫәрҙә ваҡиғалар оҙаҡ бармай, әммә ошо арауыҡта һөйләп өлгөлгәндәр ҙә баштан ашҡан». Ысынлап та,депутат булып һайланыуы, власҡа үрләү ниәтендә нимәләр генә ҡыланмайҙар депутатлыҡҡа кандидаттар: берәүһе һайлаусыларға торба, кирбес, икенсеһе комбикорм, ашамлыҡтар вәғәҙә итә, врач Ҡаҙнабаев ҡулында булған шприц тарата.

21 Билет

1. «Аҡсәсҡә» повесы 1962 йылда яҙылған.

Аҡсәскә - изге күңелле, тырыш, уҡымышлы, маҡсатлы ҡыҙ.Уның ғүмере бик ауыр булған.3-4 йәштә атаһы уларҙы ташлап китә.Нәғимә бер үҙе ҡыҙ үҫтерә.Аҡсәскә атаһын ғүмер буйы көттө, ләкин ул килмәне.Шунан инде институты тамамлағас ул үҙенең маҡсатын үтәне.Ул уны табып осрашты, ләкин осрашыу уны ҡайғыртты ғына.

2.Фаҡиһа Туғыҙбаева 1950 йылда республикабыҙҙың Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған.Урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә.Бик күп гәзит, журналдарының өлкән мөхәррире булып эшләне( «Пионер», «Башҡортостан пионеры»).

Тәүге китабы «Мәк сәскә» шиғырҙар йыйынтығы 1980й – «Шаҡмаҡ дәфтәр»(1981), «Күҙ ҡараһы» (1984).Фаҡиһаның күп кенә шиғырҙары изге әсәгә,йөрәк бауыры – балаға бағышланған. Улар әсәләргә хас изгелек, мәрхәмәтлек менән һуғарылған. «Бүләк»-шиғыры. Башҡортостан,тыуған халҡы тураһында уйланыу Фаҡиһа Туғыҙбаева шиғриәтенең төп темаһына әүерелә.Мәҫәлән: «Әй яҙмышым минең - Башҡортостан» - тигән шиғыры. «Уян, хаяҡым»шиғыры уның оран булып яңғырай. Уның поэзияһы борсоулы, уй-тойғолар, һағыштар, кисерештәр, тетрәнеүҙәр менән тулы. «Ҡыңғырау» поэмаһы. Уралда атом бомбаһы шартлағас, Силәбе башҡорттарының фажиғәләрен-утлы ҡыңғырау ауазы аша еткерә. Бабичҡа ул «Тәүбә» поэмаһын, Салауатҡа «Яуап көнө» поэмаһын бағышлай.1995 йылда шағирә С.Юлаев премияһына лайыҡ булды.

22 Билет

1.»Шағир һәм шаһ»-Назар Нәжми

Поэма үҙәгендә шағыр менән шаһ образы. Шаһйыһан-власть эйәһе, хөкүмәт башлығы-уҫал, ҡаты, аҡылға тапҡыр. Аҡыллыларҙы үҙенә буйһондорта хеҙмәт итергә. Аҡыллы һүҙҙәрҙе, ҡанун, ҡағиҙәләрҙе вәзире әҙерләй. Башҡара-әзире, һүҙенә эйә-шаһ. Аҡылһыҙ шаһ шулай халыҡ алдында аҡыл эйәһе. Ул үҙ аҡылын0 аҡсаға яҙҙырып ала. Ә вәзире-аҡылды һүҙ оҫтаһы шағирҙан аҡсаға яҙҙырып ала. Шағир-ысын аҡыл эйәһе. Ул үҙ аҡылын аҡсаға һата, ул аҡса ҡоло. Уға Шаһйыһан хакимы хужа Шаһтарҙың көсө власть менән бәйле. Власть бөтһә, даны ла, көнө лә бөтә. Ә донъяны аҡыл көсө, ижад һәләте генә тота. Уға аҡыл эйәләре, таланттар эйә. Бер саҡ шағир хаҡһыҙлыҡҡа дау күтәрә һәм хакимлыҡ золомоноң ҡорбаны була. Шаһ ил алдында фаш0 була. Был поэманың айышы-ижад азатлығы булғанда ғына һәләт, ижад сәскә ата, рухи азатлыҡ булмағанда, ул аҡса ҡолона әйләнә тигән хәҡиҡәте раҫлай. (Яңғырашы-заманса, был көнүҙәк мәсәлә әле лә). Вәзир-яраҡлашыусан, бөтә нәмәгә әҙер, хәләкәр, эскерле. Шаһйыһан-эскерле, мәкерле, аҡылһыҙ, алдаҡсы, эое. Шағир-һеләтле, азатлыҡ өсөн көрәшә.

2.Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат темаһының үҫеше бик күп.Мәҫәлән:

  1. Б.Бикбай – «Салауат» драмаһы

  2. М.Кәрим – «Салауат» трагедияһы

  3. Степан Злобин «Салауат» романы

  4. Салауат Юлаев тормош юлын өйрәнеүсе – Нефедов

  5. Тавасиев – С.Юлаевтың һәйкәденең авторы

  6. Протазанов – Салауат Юлаев тураһында фильм төшөрә