Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Практика.doc
Скачиваний:
12
Добавлен:
18.03.2016
Размер:
163.33 Кб
Скачать

Инеш

Матурлыҡҡа, гүәзллеккә ынтылыу һәр бер халыҡ өсөн хас күренеш булған һымаҡ, үҙенең тормошон йәнләндерергә, матурларға тырышыу һәр халыҡтың тарихи үҫешендә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Бына ошоноң менән бәйле рәүештә, бик боронғо замандарҙа уҡ халыҡ ижадының төрлө тармаҡтары һәм улар халыҡтарбыҙ ижтимағи аң үҫешенең сағылышы булараҡ, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Халыҡ ижадын йыйыу, туплау, уны өйрәнеү бик сауаплы эш. Борон-борон быуаттарҙы еңеп, кеше хәтерендә бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килә алған тәбиғәткә мөрәжәғәт – халыҡ ижады һәм хәтеренең көслөлөгөн йәнә зиһендең ҡеүәтен һөйләй. Халыҡ ижады өлгөләре кеше хәтерендә тиҙ ҡалыусан, еңел ятланыусан. Шуға ла был рефератҡа ингән халыҡ ижады өлгөләрен ятлау бик мөһим. Халыҡтың милли хәтере, генетикаһы ижад иткән емеште әҙәми зат  быуатта ла еңел үҙләштерер.

Байғаҙы ауылы тарихы

Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылмаҫ элек Мәсем хан менән замандаш Ураз исемле хан йәшәгән.

Ә.Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары тураһындағы мәғлүмәттәр» китабында былай тип яҙылған; «Сотник Байғаҙы Ҡунаҡбаев (1770 - 1853) Һәүәнәк йылғаһы буйында ауыл нигеҙләй һәм уға үҙенең исемен ҡуша. 1816 йылғы ревизия материалдарынан күренеүенсә, Байғаҙы, Бикмөхәммәт, Килмөхәмәт, Ҡунаҡбай Тимерҙә йәшәй. 1850 йылғы ревизия буйынса, улар бала-сағалары менән Байғаҙыла йәшәй.

Шулай уҡ Ҡарағай-Ҡыпсаҡ волосы старшинаһы ;Ғөбәйҙуллин Хафиз байтаҡ ғүмерен Байғаҙыла үткәрә. Хафиз бай 25 йыл старшина була. Байғаҙыла, Темәстә, Ҡыҙылда таштан төҙөлгән магазиндары була. Әлеге көндә лә уның магазаиндары һаҡлаған, ә Хафиз байҙың йәшәгән өйө ауылдың клубы, мәктәбе булып хеҙмәт итә. Хафиз бай ике әбейе менән Байғаҙы зыяратында ерләнгән. Ҡәберлектәре таштан кәшәнә формаһында эшләнгән. 1859 йылда 220 кеше иҫәпләнә. XX быуатта ауыл үҫә. 1920 йылда 98 хужалыҡта 428 кеше, 2007 – 492 кеше. 1921 йылда ауылда ҙур янғын була. Был ваҡытта иҫ китмәле ауыр аслыҡ йылдарынан һуң халыҡ һаны кәмей. Һөҙөмтәлә 1925 йылда – 44 хужалыҡ,  230 кеше. Байтаҡ халыҡ ситкә китә. Революциянан һуң йәшәү бер аҙ йәнләнә. Районда тәүге мәктәп 1924 йылда Сабирйән Мөхәмәтҡолов тарафынан ойошторола. 1930 йылда әкренләп колхоз ойоштора башлайҙар. Тәүге председатель Шахморатов Искәндәр. Ауылда төрлө йылдарҙа бригадир, председатель, партком үҙгәртеп тора. Халыҡ өсөн хеҙмәт итеүселәр, Заманов Шәйхислам, Баязитов Ярулла, Рәхмәтуллин Аллабирҙе, Мәжитов Әхмәт ауыл менән етәкселек итәләр. Бөйөк Ватан һуғышында 61 кеше ҡатнаша.

1936 й. – 1957й. – «Ворошилов» колхозы

1957й. – 1959й. – «Паризан» колхозы

1959 й. – 1966 й. – «Сталин» колхозы

1966 й. – 1969 й. – Яңы Усман менән берлектә «Үрнәк» совхозы

1924 й. – 1951й. – Башланғыс мәктәп

1951й. – 1956 й. – 7 йыллыҡ мәктәп

1956 й. – 1970 й. – башланғыс мәктәп

1970 й. – 1993 й. – 8 йыллыҡ мәктәп

1993 йылдан – урта мәктәп».

"Ә. Әсфәндиәров китабында Байғаҙыла ялан яғынан килгән халыҡ байтаҡ, тигән фекер бар. Бында "Әбйәлил районы Таһир ауылынан килгән кешеләр барлығы асыҡлана. Ә уларҙың ҡасып килеп был тирәләргә ултырыуы ҡаҙаҡ эҙәрлекләүҙәренә барып тоташа. Уныһы инде айырым тарих.

Әлеге көнд ауыл матур, төҙөк. Медпункт, мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, өс магазин, ферма бар. Ауыл халҡының төп кәсебе – йылҡысылыҡ, ҡортсолоҡ, таҡта ҡырҡыу, малсылыҡ.

Тыуған ауылым – Байғаҙым (Мәзитова Лилиә ҡобайыры)

Ауылым урынлашҡан

Бик тә матур урында -

Ураҙы тауы янында,

Һәүәнәк буйҙарында

Беҙҙең Ураҙы ҡаһы

Болоттарға олғашҡан.

Алып килдек һеҙгә сәләм

Бына ошо яҡтарҙан.

Ай Ураҙы, Ураҙы,

Түбәң күккә олғашҡан,

Тағы ниндәй серҙәрең

Һинең асылмай ҡалған/

Йәйге селлә еткәндә

Ураҙы битлегендә

Төрлө емеш-еләктәр

Ҡыҙарышып бешәләр.

Аҡ ҡайындар, ҡарағайҙар

Талғын елгә сайҡалып,

"Әллә күпме серҙәр сисә,

Тыңлап торһаң һоҡланып.

Яҙ етеү менән йәштәр

Үҙ йолаларын боҙмай,

Тау итәгенә артыла,

һис береһе лә ҡалмай.

Ураҙы ҡайындарына

Матур суҡтарын тағып,

Изге теләк теләйҙәр,

Таштарына тәңкә һалып.

Бик борондан тороп ҡалған

Беҙҙәге бер йола ул.

Урҙыға табыныуҙы

Иҫбатлап та тора ул.

Ҡояш нурына сағылып,

Ер өҫтөндә балҡып яна

Ураҙымдың гәлсәре.

"Әле хаҡын белмһәк тә,

Киләсәк быуындарыбыҙға

Булыр микән кәрәге/

Ситтән килгән туристар

Аптырап һорап ҡуя=

«Был тиклем байлыҡҡа, - ти, -

Заказник ҡасан була/»

Саф һыулы Һәүәнәгем

Сылтырап ҡына аға.

Яр буйында бөҙрә талдар

Ҡул болғап тороп ҡала.

Байғаҙымды һаҡлап торған

Тағы ике тауыбыҙ бар;

Ҡыҙбикә һәм Ҡаршытау.

Байғаҙымдың Ҡаршытауы

Киң күкрәген алға киреп,

Әсе елдән һаҡлап ҡала.

Көн боҙолор алдынан

Урманы шаулап ала.

Ҡыҙбикә тауында иһә

Ишелеп уҫә сейә.

Байғаҙы килендәре

Йәй көнө сейә йыя.

Ауылыма етмәҫ элек

Ҡаншалтау ҡаршы ала.

Ситтә килгәндәр уны

Маймылға ла оҡшата.

ЙәмлеҮҙән буйҙары

Ҡайынтүш яланында.

Тәмле көртмәле еләге

Ишелеп уҫә бында.

…Бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ берҙә

Герман һуғыш башлаған.

Бөтә халыҡ айырылып,

Туған ерен ташлаған.

Ауылымдан сығып киткән

Илле дүрт егет яуға,

Тик дандары ғына ҡайтты

Ғәзиз тыуған еренә.

Ситдыҡ олатай булған Һунарсы,

Ярулла – кавалерист,

Кәбир менән ;Ғайзулланы

Ҡулға алған бит немец.

Дамулла менән Фазулла –

Ауылым батырҙары.

Ҡыҙыл йондоҙ алып ҡайтҡас

Алыҫ китте дандары…

Етеш тормошта йәшәй

Бөгөн ауылым халҡы,

Көтөү-көтөү мал аҫырай,

Күптәре күс тоталар.

Матур ерҙә йәшһә лә

Беҙҙең ауылдың халҡы,

Ҡайһы саҡта оноталар

Тәбиғәтебеҙ хаҡын.

Ерҙе, һыуҙы һаҡлайыҡ,

Тәбиғәтте яҡлайыҡ,

Килер быуындарыбыҙға

Сүп-сарҙар ҡалдырмайыҡ\

Тирә-йүнде ҡайғыртайыҡ,

"Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә\