Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кузибаева Гульгина, 4 БяЛ-Диплом-2015.doc
Скачиваний:
60
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
316.93 Кб
Скачать

3.2. Р.Сафин әҫәрҙәрендә метафора һәм метонимия күренештәре

Һүҙ сәнғәте өсөн күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙең әһәмиәте айырыуса ҙур. Улар эмоциональ-экспрессив яҡтан көслө яңғырай, төрлө стилистик биҙәктәргә бай булалар, әҫәрҙең формаһы һәм йөкмәткеһе менән туранан-тура бәйләнештә тороп, уның йөкмәткеһен тәрән асырға ярҙам итәләр. Тел саралары ярҙамында яҙыусы үҙ фекерҙәрен уҡыусыға еткереп кенә ҡалмай, уның тойғоһона, хыялына тәьҫир итә; уны тулҡынландыра, үҙенең геройҙары менән шатлыҡты ла, ҡайғыны ла кисерергә мәжбүр итә 8; 23.

Р. Сафин әҫәрҙәренең теле иҫ киткес бай, һутлы, бында телдең күркәмлек саралары үтә лә уңышлы, оҫта файҙаланыла. Бигерәк тә күп мәғәнәле һүҙҙәрҙән метафора әүҙем ҡулланыла.

Метафора – грек һүҙе, күсереү мәғәнәһен белдерә. Сағыштырыуҙан айырмалы рәүештә, метафорала һүрәтләнгән күренештәр, предметтар икенсе күренештәге йәки предметты бирә торған һүҙ менән туранан тура әйтелә 8; 7. Метафора – ниндәй ҙә булған берәй нәмә йәки күренешкә уға оҡшашлығы булған икенсе бер әйбер йәки күренештең үҙенсәлектәрен күсереү [24; 97]. Был һүҙ барған төп предметҡа образлылыҡ биреү өсөн шулай эшләнә. Ғ. Хөсәйенов былай тип билдәләй: “Әҙәбиәттә, айырыуса поэзияла метафоралар – бына тигән һүҙ биҙәктәре, поэтик ынйылар улар”. Аристотель метафораны образлы фекерләүҙең һүҙ менән бирелгән үҙенсәлеге тип аңлатҡан. Ул метафораны ижад итеү хаҡында бик ҡиммәтле фекер әйткән: «Метафора һайлауҙа оҫталыҡ кәрәк… был – талант билдәһе. Уңышлы метафора табыу – ул оҡшашлыҡты күреү тигән һүҙ. Метафора юғары дәрәжәлә асыҡ, аныҡ, яңы булырға тейеш» [18; 23].

Автор ҡулланған метафорик һүҙҙәрҙе, башҡорт тел ғилемендә ҡаралғанса, телдә ҡулланыу дәрәжәһенә, стилистик ролдәренә ҡарап, өс төркөмгә бүлергә була:

  1. художестволылығын (һынлылығын) юғалтҡан метафоралар;

  2. образлы (йәки фигуралы) метафоралар;

  3. индивидуаль-стилистик метафоралар 9; 20.

Художестволылығын (һынлылығын) юғалтҡан метафоралар күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең бер төрө булып иҫәпләнәләр. Улар айырым-айырым ике предметтың тышҡы оҡшашлыҡтарын бер-береһенә күсереүҙән барлыҡҡа килә: тау түбәһе, энә күҙе, тау бите, ер йөҙө, энә күҙе, ҡолаҡ япрағы, тәгәрмәс теше, йылға тамағы һ.б. Бындай типтағы һүҙҙәр матур телмәргә лә художестволыҡ һыҙаты артыҡ өҫтәмәйҙәр. Әҙәбиәтселәр уларҙы метафоралар булараҡ ҡарамай.

Һынлы метафоралар, күркәм телмәрҙә һүрәтләү саралары сифатында ҡулланылып, образлы тел барлыҡҡа килтереүҙә мөһим урын тота. Уларҙы түбәндәге һүҙбәйләнештәрҙә күрергә мөмкин: аҡ бәхет, ҡара эс, ҡарт йөрәк, тәрән тойғо, ғашиҡ уты, утлы ҡараш, алтын ер, күңел теҙгене, әсе нәфрәт, ҡаты күңел, алтын көҙ һ.б. Миҫалдар:

Йөрәгемә татлы әрнеү һалдың,

Әллә ысынлап, әллә шаяртып?

(“Ул кис беҙҙең бергә ултырыуҙар”).

Йөрәгемә өмөт нуры һипте

Һинең уйсан, моңло ҡарашың.

Шатлыҡтарым юлға сығып баҫты,

Ҡайғыларым ҡалды аҙашып.

(“Беҙҙе хыял шулай иҫерттеме”).

Образлы метафораларҙы В.Ш. Псәнчин, һүҙ төркөмдәренә булған мөнәсәбәте буйынса, түбәндәге төрҙәргә бүлеп ҡарай:

- исем метафоралар,

- сифат метафоралар (эпитеттар),

- ҡылым метафоралар (йәнләндереүҙәр).

Шулай уҡ форма оҡшашлығына, күләм, киңлек һәм хәрәкәт оҡшашлығына нигеҙләнгән метафораларҙы айыра 8; 23-24.

Р. Сафин әҫәрҙәрендә был төр метафораларҙы ҡулланылышын ҡарайыҡ:

1. Исем метафоралар: ғүмер йомғағы, ғүмер яҙы, ғүмер көҙө, ижад ялҡыны,өмөт йыры, йыр усағы һ.б. Миҫал:

Һин — бүтән менән,  Мин — бүтән менән.  Ғүмер йомғағын  Тик һүтәм генә.  Тик һүтәм генә,  Башҡа ни һуң бар?  Бар, һине уйлап,  Яман һулауҙар.  Тағатҡан һайын  Йомғаҡ кесрәйә,  Таң атҡан һайын  Һағыныу көсәйә. 

(“Һин — бүтән менән”).

Йөрөһөндәр! Тик ул түбәнлектән Өҫтөн булһын һинең аҡылың. Мин беләмен шуны: йөрөгемдә Дөрләгәндә ижад ялҡыны...

... Күңелем тулы өмөт йыры менән күҙҙәреңә һинең бағырмын. Күҙҙәреңдә һинең тоғролоҡ та, ышаныс та, көс тә табырмын.

(“Һин әйтәһең: ауыр уйҙар ҡайсаҡ...”).

Юҡ, яҙмаһын икән айырылырға

Шиғриәттән. Йырым усағы,

Һүнә күрмә! Юҡһа йәбешеп бара

Был донъяның төрлө бысрағы.

(“Шиғыр яҙылмаған саҡтарҙа”).

Яҙмыш беҙҙе тура килтермәгән

Ғүмер яҙы тигән бер мәлдә

Һуңға ҡалдың, тимә! Көҙҙөң дә бит

Үҙ йәме бар күрә белгәнгә. (“Ялбарыу”).

  1. Һүрәтләү саралары араһында иң күп осрағаны – сифат метафоралар (эпитеттар). Художестволы образ тыуҙырыуҙа һүрәтләү сараһы хеҙмәтен үтәүсе поэтик аныҡлаусылар эпитет тип атала. Эпитеттар – башҡорт халыҡ ижады менән художестволы әҫәрҙәргә айырыуса хас булған һүрәтләү саралары. Улар тасуир ителә торған предмет, кеше, күренеш, процесс, хәл-ваҡиғаларҙың образлылығын көсәйтеүҙә, уларҙың тыңлаусыға йәки уҡыусыға булған тәьҫирен арттырыуҙа ҙур роль уйнай [14; 28]. Сифат метафоралар (эпитеттар): яҡты юл, алтын нур, алтын йомғаҡ, ауыр уй, әсе яҙмыш, ҡаты яҙмыш һ.б. Миҫалдар:

Ә әйләнеп баҡһам, эҙләй-эҙләй  Бергә уҙған яҡты юлдарҙы,  Торғоҙаһым килә  Шул юлдарҙа  Ҡолап ҡалған ҡайнар йылдарҙы

(“Юҡ, үткәндәр кире ҡайтмай, беләм”).

Ал таңдарымдың  Алтын нурҙары  Бәйләнер төҫлө  Һиңә бер барып,  Әйләнер төҫлө  Ғүмерем шул саҡта  Һүтелмәй торған  Алтын йомғаҡҡа.

(“Һин — бүтән менән”).

Һин әйтәһең: ауыр уйҙар ҡайсаҡ Йоҡо бирмәй, тиһең, төндәрҙә. Ишетергә тура килә, тиһең, Минең хаҡта яман һүҙҙәр ҙә.

(“Һин әйтәһең: ауыр уйҙар ҡайсаҡ...”)

Беҙ беләбеҙ, үҙең булып ҡалыу,

Ай-һай еңел түгел икәнен,

Үҙе булып ҡалған “диуана”ны

Әсе яҙмыш алда көткәнен. (“Ултырайыҡ әле саҡ ҡына”).

Ә бер мәлде йыға һуҡты

Ҡаты яҙмыш суҡмары:

Имеш бөттө... ошо булыр

Һинең һуңғы һуҡмағың. (“Ғорурлыҡ”).

Һүрәтләү сараларынан сағыштырыу, эпитет һәм метафора бер-береһе менән шул тиклем тығыҙ бәйләнгән, улар йыш ҡына бер-береһен тултырып үрелеп килә, хатта бер-береһенең сифаты икенсеһенә күсә:

Әйтерһең дә, сыңлап һибелделәр

Көн битенә көмөш ынйылар.

Ҡояш баҡты, болот иреп аҡты.

Хозурланып китте донъялар. (“Һандуғас”).

3. Ҡылым метафоралар (йәнләндереүҙәр).

Йәнләндереү – тере заттарға хас булған эш-хәрәкәтте, сифатты, уй-тойғоларҙы тәбиғәт күренештәренә, йәнһеҙ әйберҙәргә йәки абстракт төшөнсәләргә күсереү 8; 143. Р.Сафиндың ижадында түбәндәге йәнләндереүҙәрҙе осратырға мөмкин:

Тағы үтәм урман һуҡмағынан,  һыйпап үтәм һәр бер сәскәне.  Күр, ел инде йәшел таҫма менән  үреп киткән ҡайын сәстәрен.

(“Тағы киләм урман аҡланына”).  

Әйтерһең дә, сыңлап һибелделәр

Көн битенә көмөш ынйылар.

Ҡояш баҡты. Болот иреп аҡты.

Хозурланып китте донъялар. (“Һандуғас”).

Әйтерһең дә, сыңлап һибелделәр

Көн битенә көмөш ынйылар.

Ҡояш баҡты, болот иреп аҡты.

Хозурланып китте донъялар. (“Һандуғас”).

Тәбиғәт күренештәрен йәнләндереү, уның менән кеше кисерештәре араһындағы бәйлелекте күрһәтеү лирик герой тойғоларын ваҡиғаларға ҡушыу һәм уҡыусы зиһенен дә шуларға актив мөнәсәбәткә йәлеп итеү алымы, тимәк, Р. Сафин әҫәрҙәрендә тәрән мәғәнә белдереү, ҙур эстетик бурыс үтәү сараһы булып әүерелә. Муйыл ағасынан ҡойолған сәскәләр кеүек ҡар бөртөктәре, күбәләктәр һымаҡ, тәҙрәләргә ҡунған ап-аҡ йондоҙҙар, ҡотороп ҡар ҡыуған февраль еле һәм ял көнөндә һәр әйбере тынлыҡҡа сумған өй эсендәге һиллек ише образ-күренештәрҙә кәүҙәләнгән һәр деталь йәнле төҫ ала, ниндәй ҙә булһа мәғәнә белдерә. Шулар аша әҫәр туҡымаһындағы тойғо менән күренеш ҡаршылығы, кисереш хәрәкәткәкилә һәм уҡыусы зиһенен дә биләп ала. Р. Сафин шиғырҙарында, мәҫәлән, таң гөлөнә ҡунған ҡоштар тирбәләүе (“Далаларҙа”) йәки шат йондоҙҙоң тәҙрәнән эйелеп ҡарауы (“Дала мөхәббәте”) күңелдәрҙе наҙлай. Айырым әҫәрҙәрендә йылдарҙың көйләп йүгереүе (“Йәшлек”), йә булмаһа, болоттарҙың, ергә йығылып, арыштарға аҙыҡ ташыуы (“Тормош үҫә”), ә тауҙың, курорттағы кеше кеүек, ҡояш нурында ҡыҙыныуы (“Һағыныу хистәре”) уҡыусыны елкендерә, ябай тәбиғәт күренешенең йәнле образы күтәренке хис уята. Бер төркөм шиғырҙарҙа еҙ кәүҙәле, баҡыр башлы башаҡтарҙың ҡояш нурында сәс йыуыуы (“Хистәр тулҡынында”), айҙың, яланғас бала кеүек, тән йыуырға һыуға төшөүе (“Трагедиялы төн”) йәки, һары ҡауын кеүек, өҫтәлдә тәгәрәүе (“Шиғыр”) образлылығы менән һоҡландыра. Икенселәрендә йылғаның, ялҡын булып, тимер сыбыҡ буйлап ағыуын (“Днепрҙа”) йәки иген күтәргән ерҙең биле һығылыуын (“Мин постамын”) күреү маһирлығы йәлеп итә. Батырҙар үлемһеҙлеген данлаған аҡ ҡайын йыры менән һағышҡа тулы шишмә моңо (“Һалҡын шишмә”) һәр кемде әҫәрләндерә, хискә күмә. Ә инде ҡояш битен үпкән магнолиялар йылмайыуы йәки ҡаяларҙың, иңенә шәл һалған ҡыҙҙар һымаҡ, болот ябыныуы (“Кавказ”), баҫыуҙағы көнбағыштарҙың, наҙлы ҡыҙҙар һымаҡ, һары ҡашмауҙарын һалындырып, түбән ҡарауҙары йәки талдар таҡмағына баҫҡан ерҙә бейеп тороуҙары һәм тирәктәрҙең душ аҫтында сәсрәп ҡойоноуы (“Йәйге ямғыр”) йәнле мөғжизә булып күҙ алдына баҫа, юғары поэтик хис тәрбиәләй. Улар, берҙән, уңышлы художество сараһы булһа, икенсенән, пейзаж лирикаһының идея-эстетик әһәмиәтен күтәрә.

Шулай итеп, троптың бер төрө булараҡ метафоралар Р. Сафин әҫәрҙәренең эмоционаллек дәрәжәһен көсәйтеп тә, авторҙың хистәрен, әйтергә теләгән фекерҙәрен тәрәнәйтеп тә киләләр, образдарҙы асыуҙа ла ҙур роль уйнайҙар.