Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кузибаева Гульгина, 4 БяЛ-Диплом-2015.doc
Скачиваний:
60
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
316.93 Кб
Скачать

II бүлек р. Сафин поэзияһында синонимия һәм антонимия күренештәре

2.1. Р. Сафин поэзияһында синонимдарҙың

Ҡулланылышы

Матур әҙәбиәт әҫәрҙәре троптарҙан ғына тормай. Әҫәрҙә төрлө метафораларҙан тыш тура мәғәнәһендә ҡулланылған һүҙҙәр ҙә ҙур урын ала. Телмәрҙең аныҡлығы һәм баҙыҡлығы күбеһенсә һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыуға бәйләнгән.

“Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәһендә генә түгел, тура мәғәнәһендә лә уй-тойғоға эмоциональ тәьҫир итер ҡеүәһе бар, – тип билдәләй Ғ. Хөсәйенов. – Телдең ҡаҙнаһы ғәжәйеп бай. Һәр кем туған теленең һүҙ байлығынан үҙ тәжрибәһе, зиһене һәм хәтере мөмкинлек биргән ҡәҙәр уй-тойғоларын тәьҫирлерәк еткерер өсөн теүәл төшөнсәле һәм тапҡырыраҡ мәғәнәле һүҙҙәрҙе, ҡалыплашҡан һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланырға тырыша. Яҙыусы кешегә инде һүҙҙәрҙең, фразаларҙың иң аҫылдарын һайлау һәм тейешле урынына ҡуйып баҙлатып ебәреү фарыз” 26; 170.

Нәфис һүҙҙәрҙең ҡөҙрәте киң. Шуға айырым һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр – лексик саралар нәфислектең, поэтиканың мөһим сифатына әйләнәләр. Мәғәнә оҡшашлығы йәки айырмалығы йәһәтенән уларҙы синоним, антоним, омоним, фразеологизм, актив һәм пассив ҡулланылыш күҙлегенән архаизм, неологизм, варваризм һ.б. бүлексәләргә төркөмләргә мөмкин. Р.Сафин әҫәрҙәрендә уларҙың ҡулланылыш үҙенсәлектәрен ҡарап китәйек.

Мәғәнәһе менән бер-береһенә яҡын йәки, берҙәй булып, бер үк төшөнсәне сағылдырған, ләкин мәғәнә биҙәктәре йәки стилистик буяуы менән айырылған һүҙҙәрҙе синонимдар тип йөрөтәләр. Мәҫәлән, ҡысҡырыу, аҡырыу, баҡырыу, һөрәнләү, һөрән һалыу, яр һалыу һ.б. Был һүҙҙәрҙе уларҙың мәғәнәләш булыуы берләштерә, ләкин уларҙың һәр береһенең тауыш кимәле төрлө-төрлө.

Матур әҙәбиәттә синонимдарҙың тейешлеһен һайлап алыу һәм улар менән тейешле күренеште тасуирлау ҙур роль уйнай: улар бер мәғәнәне бирһәләр ҙә, ул һүҙҙе туранан-тура асып бөтөрә алмайҙар. Һөйләмдә теге йәки был синонимды ҡулланыуҙан алда уның шул һөйләм эсендә тотҡан мәғәнәүи әһәмиәтенә иғтибар итергә кәрәк була.

Синонимдар художестволы әҫәрҙәрҙә бер үк һүҙҙе ҡабат-ҡабат ҡулланыуҙан ҡотҡара. Шуға күрә яҙыусы һөйләм, абзац һәм строфа эсендә үҙ-ара синоним булған һүҙҙәрҙе ҡуллана ала икән, ул яҙыусының һүҙҙәр менән оҫта эш итеүен күрһәтә, автор үҙе һүрәтләгән предметтың, күренештең тасуирлығына ирешә ала.

Синонимик һүҙҙәрҙе бер шиғыр юлында, бер строфала ҡулланыу ысынбарлыҡ картиналарын, шағир әйтергә теләгән фекер конкретлаштырып, һынландырып һәм шул образды ҡабартып, көсәйтеп биреүгә килтерә. Бының асыҡ миҫалын Рафаэль Сафиндың түбәндәге әҫәрҙәрендә күрергә була:

Бейей ул хас ут эсендә.

Әйҙә, янһын, дөрләһен!

Ул күрәһен кемдәр күрһен,

Тәҡдире шул, күрәһең.

…Һаман утҡа! Күпме генә

Ташламаһын ҡыйынға,

Уның һайын ҡәҙерлерәк,

Уның һайын ғәзизерәк

Ҡәһәр һуҡҡан был донъя! (“Ут эсендә бейеү”).

Был шиғыр юлдарында янһын һәм дөрләһен, ҡәҙерлерәк һәм ғәзизерәк – синоним һүҙҙәр.

“Ҡайтығыҙ!” шиғырында синонимдарҙың ҡулланылышышы үҙенсәлекле:

Йән көйҙөргөс донъя ваҡлыҡтары

Ана инде – ята упҡында.

Кемдәрҙеңдер ғәйбәт, ялаһынан

Күңелемдә ҡалған юшҡындар

Әсәйемдең алсаҡ ҡарашынан

Ыуалып, иреп, йыуылып аҡтылар. (“Ҡайтығыҙ!”).

Был юлдарҙа ғәйбәт һәм яла; ыуалып, иреп һәм йыуылып синонимдары аша фекерен көслө итеп еткереүгә өлгәшкән.

Р. Сафин әҫәрҙәрендә синонимдар үҙ-ара мәғәнәләш булғандары өсөн генә ҡулланылмай, ә уларҙың мәғәнә нескәлектәре аша тасуирлыҡты арттырыу маҡсатында бирелә:

Әй, иманһыҙ!

Һин түгелме

Мәжнүн булып уны һөйөүсе,

Ләйлә итеп наҙлап иркәләүсе,

“Йондоҙом” тип, күккә сөйөүсе?

(“Алтын ҡуллы ир һәм заман хаҡында”).

Бында һөйөүсе, иркәләүсе, күккә сөйөүсе һүҙҙәре һәм һүҙбәйләнештәре бер-бер артлы теҙелеп, контестуаль синонимдар булып тора. Уларҙы ҡулланып, автор хәл-ваҡиғаның ни тиклем көслө тәьҫир итеүен күрһәтеүгә өлгәшкән.

Киләһе юлдарҙа ҡаҡты һәм һуҡты һүҙҙәре абсолют синонимдар булһа, өҙҙө, йолҡто, ҡойҙо һүҙҙәре бер-бер артлы теҙелеп, алдағыларына ҡарата контекстуаль синонимдар булып тора. Уларҙы ҡулланып, автор хәл-ваҡиғаның ни тиклем көслө тәьҫир итеүен күрһәтеүгә өлгәшкән.

Донъя әллә миңә генә

Шулай ҡаты ҡағылды?

Ҡаҡты, һуҡты, өҙҙө, йолҡто…

Ҡойҙо япраҡтарымды. (“Ут эсендә бейеү”).

Был осраҡҡа тағы миҫал ҡарап китәйек:

Әллә ниндәй тылсым барсы унда!

Донъяларым тағы нурлана.

Яуызлыҡтар, мәкер, хыянаттар

Юҡ шикелле була донъяла. (“Тальяным”).

Бында тәүге икәүһе абсолют синонимдар, һуңғыһы тәүгеләренә ҡарата контекстуаль синоним: яуызлыҡтар, мәкер, хыянаттар.

“Ҡайтығыҙ!” шиғырында синонимдарҙың ҡулланылышышы үҙенсәлекле:

Йән көйҙөргөс донъя ваҡлыҡтары

Ана инде – ята упҡында.

Кемдәрҙеңдер ғәйбәт, ялаһынан

Күңелемдә ҡалған юшҡындар

Әсәйемдең алсаҡ ҡарашынан

Ыуалып, иреп, йыуылып аҡтылар.(“Ҡайтығыҙ!”).

Был юлдарҙа автор ғәйбәт һәм яла; ыуалып, иреп һәм йыуылып синонимдары аша тормоштағы төрлө йәмһеҙ күренештәрҙе тик тыуған йортоңда, әсәй-атай янында оноторға мөмкин тигән фекерҙе еткерергә теләй.

Образлы телмәр тыуҙырыуҙа синонимдарҙың роле ҙур булыуы бер ниндәй ҙә бәхәс тыуҙырмай. Ана шул һынлылыҡты үҫтереп, көсәйтеп килеүсе сараларға тағы айырым һүҙбәйләнештәрҙең үҙ-ара йәки һүҙбәйләнеш менән билдәле бер һүҙҙең генә синоним булып килеүе лә инә. Бындай үҙенсәлек бигерәк тә контекстуаль синонимдар араһында була.

Аҡтарҙылар беҙҙе, ауҙарҙылар,

Айырҙылар тыуған тупраҡтан,

Яндырҙылар, көлгә ҡалдырҙылар”, –

Тигән зары китмәй ҡолаҡтан.

Күңелдәрем тулып баҫып торам,

Ҡысҡырғылар килә, тыйылам.

Әйгә баҡһам, Әйем телгә килә:

Һайығам мин, ҡорой һыуғынам…”

Изге сәбәп, изге маҡсат менән

Ҡылыҡтарҙы бында ҡылдылар.

Боғаҙынан алып, тәбиғәтте

Емерҙеләр шулай, ҡырҙылар.(“Хафалары тыуған яғымдың”).

Шулай итеп, Р. Сафин поэтик әҫәрҙәрендә синонимдарҙы бик уңышлы ҡуллана. Синонимдар шиғырҙарҙа бер үк һүҙҙе ҡабатлауҙан ҡотҡарып, авторҙың һүҙҙәр менән оҫта эш итә белеүен күрһәтеп килә. Улар һүрәтләнгән күренештәрҙе төрлө яҡлап күрһәтергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ әҫәрҙең телен һығылмалы, күркәм яһарға ла булышлыҡ итә.