Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кузибаева Гульгина, 4 БяЛ-Диплом-2015.doc
Скачиваний:
60
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
316.93 Кб
Скачать

1.2. Әҫәрҙәрҙә төп башҡорт һүҙҙәре

Сығышы буйынса башҡорт теленең лексикаһы төп башҡорт һүҙҙәренән һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән тора. Төп башҡорт һүҙҙәре дөйөм төрки сығанаҡлы һүҙҙәрҙе һәм башҡорт теленең үҙ һүҙҙәрен эсенә ала [7; 67].

Р. Сафин шиғриәтенең төп лексик составын, әлбиттә, төп башҡорт һүҙҙәре тәшкил итә. Миҫалдар:

Һары балаҫтарын йәйеп,

Көҙ урманда туй итә.

Бер ут ҡыҙыл уҫаҡ улын

Ел таҡмаҡлап бейетә.

(“Ут эсендә бейеү”).

Ҡайттым бына…

Тыуған төйәгемдә

Әйләндем мин йәнә сабыйға.

Әсәйемдең изге теләктәре

Биләүендә генә сағыма

Ҡайттым бына, ҡайттым тағы ла.

Шулай булмай, ҡайтһа, ҡайһығыҙ?

Ҡайтығыҙ!

(“Ҡайтығыҙ!”).

Юҡ, яҙ түгел, йәй ҙә түгел,

Ялҡын өрҙө ҡар тыны,

Өшөгән йәнемде йылытты

Марттың һуңғы һалҡыны.

Юҡ, яҙ түгел, йәй ҙә түгел,

Йөрәгемде нурланы,

Йөрәгемә моңдар һалды

Марттың һуңғы бураны.

Юҡ, яҙ түгел, йәй ҙә түгел,

Яланда ҡыш типтерҙе,

Марттың һуңғы буранына

Төрөп һине килтерҙе.

Кем инең һин? Ҡарһылыумы,

Яҙһылыумы, кем инең?

Аҡтарылған боҙҙар һымаҡ,

Аҡтарылды күңелем.

(“Юлдағы бер осрашыу”).

    1. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ҡулланылышы

Тикшерелгән әҫәрҙәрҙәге үҙләштерелгән һүҙҙәр араһында күпселекте ғәрәп һәм фарсы теленән ингән һүҙҙәр алып тора.

Ғәрәп һәм фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе түбәндәге билдәләренән танырға мөмкин:

  1. Төп башҡорт һүҙҙәрендә [х] һәм [ф] өндәре бөтөнләй юҡ. Шуға күрә составында [х] һәм [ф] өндәре булған һүҙҙәр йә ғәрәп, йә фарсы теленән килеп ингән һүҙҙәр була; мәҫәлән, хәҙер, хаҡ, холоҡ, әхләҡ, хөкөм, нәфрәт һ.б.

  2. Төрки сығанаҡлы төп башҡорт һүҙҙәрендә [ғ] һәм [ҡ] өндәре фәҡәт ҡалын һуҙынҡылар эргәһендә генә була; мәҫәлән, ҡара, ҡыш, яҡшы, туҡ, ямғыр һ.б.

  3. [ғ] өнө менән башланған һүҙҙәрҙә [ғ] өнөнөң аҙағынан ҡалын һуҙынҡылар килһә, ул һүҙҙәр ғәрәп (йәки фарсы) һүҙҙәре була. Мәҫәлән, ғазап, ғариза, ғауға (фарсы), ғаҡыл, ғауам, ғажис һ.б. [11; 125].

Ғәрәп, фарсы теленә үҙләштерелгән һүҙҙәргә миҫалдар: Ватан, бәхет, ғүмер, ғәжәп, донъя, мөхәббәт, нәфрәт, халыҡ (ғәрәп); азат (фарсы) һ.б. Миҫалдар:

…“Хәйләһеҙ бит донъя файҙаһыҙ”, – тип

әйтә килде һаман ҡорҙашым.

Шул намыҫ тип, тип күпме дошман йыйҙым,

күпме хафа күрҙе был башым”

…Үкенмәйем, әммә уйлап ҡуям;

ҡорҙашымдың һүҙе хаҡмы әллә?

Намыҫ заманаһы уҙғанмы әллә,

Хәйлә менән йәшәр саҡмы әллә?

(“Намыҫ”).

Башҡа байлыҡ миңә кәрәк түгел,

Мөхәббәтем иң ҙур хазина.

Мин йәшәйем икән был донъяла,

Йәшәйем тик һөйөү хаҡына.

(“Башҡа байлыҡ миңә кәрәк түгел…”).

Заманы ниндәй бит! Ниндәй бит!

Батырлыҡ артынан – батырлыҡ,

Мөғжизә артынан – мөғжизә

Бит шуға тик хайран ҡалырлыҡ…

(“Иҫкесә”).

Рус теленән һәм рус теле аша ингән һүҙҙәрҙең ҡулланылышына миҫалдар:

Ҡайһы башҡа нимә килешә –

Шуға ул баш мотлаҡ ирешә.

Берәү кейә ҡупшы эшләпә,

Эшләпә, ти, башты эшләтә.

Ә башында иһә… ел иҫә.

Берәүҙең бик башы эшләп тә,

Ябай кепкаһы ла килешә…

…Була шундай баштар: уларға

Хәйләкәрлек үтә килешә.

Ҡайһы баш бик важный булырға

Тырыша… һәм шуға ирешә.

(“Ҡайһы башҡа нимә килешә”).

Яулыҡ осо менән битен ҡаплап,  ултыралар улар бөгөн дә  Ғәйфулланың йә иһә Сәйфулланың  эскәмйәле ҡапҡа төбөндә. 

(“Инәйҙәрем”).

Ул дәрт! Ул сәм! Илдә бер һылыуҙы

Ҡаратыр ҙа кәләш итерлек,

Кәрәк икән, теләһә ниндәй илдең

Президенты булып китерлек….

…Иҫкермәнек уңыш шарабынан,

Иҫкермәнек иҫке алдында,

ҡурҡманыҡ “иҫке булыуҙан да”

Долой иҫке!” тигән табында.

(“Һабаҡташтарыма”).

Яҡын дуҫтар мине оҙата килде,

Оҙатып ҡалды “Ҡазан” вокзалы.

Айрылыуҙы бары һиҙҙем кеүек,

Поезд киткәс кенә ҡуҙғалып.

(“Хуш, институт”).

Күренеүенсә, Октябрь революцияһына тиклем ингән рус һүҙҙәре әйтелешкә яраҡлаштырып үҙләштерелһә (эшләпә, арыш, бураҙна, торба), унан һуң ингәндәре (кепка, президент, поезд, вокзал) үҙгәртелмәйенсә ҡабул ителгән.

Автор варваризмдарҙы ла ҡулланып китә: важный, долой һ.б. Варваризм тип сит телдән үҙләштерелгән, телдә ерегеп өлгөрмәгән, тик ябай телмәрҙә һәм художестволы әҫәрҙәрҙә генә осраған һүҙҙәргә, һүҙбәйләнештәргә әйтәләр.