Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кузибаева Гульгина, 4 БяЛ-Диплом-2015.doc
Скачиваний:
57
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
316.93 Кб
Скачать

Р.Сафин поэзияһының лексик үҙенсәлектәре йөкмәткеһе

ИНЕШ

3

I БҮЛЕК. РАФАЭЛЬ САФИН ӘҪӘРҘӘРЕ ЛЕКСИКАҺЫНЫҢ ГЕНЕТИК СЫҒАНАҠТАРЫ

1.1. Рафаэль Сафин – үҙенсәлекле алымдар, халыҡсан тел сараларын ҡулланыусы шағир ……………………………………………..

1.2. Әҫәрҙәрҙә төп башҡорт һүҙҙәре……………………………………….

1.3. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ҡулланылышы……………………………

II БҮЛЕК. РАФАЭЛЬ САФИН ПОЭЗИЯҺЫНДА СИНОНИМИЯ ҺӘМ АНТОНИМИЯ КҮРЕНЕШТӘРЕ

2.1. Р. Сафин поэзияһында синонимдарҙың ҡулланылышы…………

2.2. Р. Сафин ижадында антонимдарҙың ҡулланылышы……………..

III БҮЛЕК. Р. САФИН ШИҒРИӘТЕНДӘ КҮСМӘ МӘҒӘНӘЛЕ ҺҮРӘТЛӘҮ СРАЛАРЫ

3.1. Р. Сафин ижадында сағыштырыуҙарҙың бирелеше ...............

3.2. Р.Ниғмәти әҫәрҙәрендә метафора һәм метонимия күренештәре..

3.3. Әҫәрҙәрҙә фразеологик берәмектәрҙең урыны.........................

ЙОМҒАҠЛАУ …………………………………………………………………..

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ …………………………………………………

ИНЕШ

Рафаэль Сафин – илленсе йылдар аҙағында, алтмышынсы йылдар башында ҡорҙаштары Рәми Ғарипов, Марат Кәримов, Абдулхаҡ Игебаевтар менән бер осорҙараҡ әҙәбиәткә ныҡлап аяҡ баҫҡан шағир. Уның поэзияһына заманаһына берсә романтик, публицистик пафос, берсә лирик нескәлек, берсә драматик үткенлек менән көр тауыш һәм сағыу буяуҙарҙа сағылдырыу хас [1; 492].

Теманың актуаллеге. Рафаэль Сафин шиғриәтендәге лексик һүрәтләү сараларын өйрәнеү – поэтик әҫәрҙең тел, стиль үҙенсәлектәрен тел ғилеме күҙлегенән өйрәнеү ул. Тормош күренештәренең образлы һәм аныҡ кәүҙәләнеше генә уҡыусыла эстетик зауыҡ уята. Тимәк, һүрәтләү саралары әҫәрҙең идея йөкмәткеһен асыуға хеҙмәт итә. Һәр һүҙ, һәр һүҙбәйләнеш әҫәрҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Р. Сафин ижады – күркәм һүҙ сәнғәтенең сағыу өлгөһө. Поэтик алымдар, шиғри формалар төрлөлөгөнә ғәжәп бай шағир поэтикаһы. Унда строфалар, рифмалар системаһының байлығын, стилистик сараларҙың ишлелеген күрергә мөмкин.

Р. Сафин шиғырҙарына хас үҙенсәлектәрҙең береһе – уларҙың ҡыҫҡа, йыйнаҡ, тапҡыр һүҙҙәргә тартым афористик характерҙа булыуында.

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, сығарылыш квалификацион эшебеҙҙең темаһы “ Р.Сафин поэзияһының лексик үҙенсәлектәре” тип билдәләнде.

Теманың өйрәнелеү кимәле. Талантлы шағирыбыҙҙың шиғри ижады “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның 6-сы томында Ғ. Хөсәйенов тарафынан ярайһы уҡ төплө тикшерелгән һәм лайыҡлы баһаланған [1; 492-503]. Уның “Сағыу биҙәктәр” мәҡәләһендә Р.Сафин ижадына ентекле байҡау яһала, әҫәрҙәренең идея-тематик йүнәлеше, әҙәби-ижтимағи әһәмиәте билдәләнә [17; 198-209].

Бынан тыш, Р.Сафиндың шиғырҙары, поэмалары һәм пьесалары тупланған “Ут эсендә бейеү”, “Ҡыр ҡаҙҙары” китаптарында “Алтмышынсылыр быуыны”тип аталған баш һүҙҙҙәрҙә шағир ижадына байҡауҙы ла Ғ. Хөсәйенов яһай [16; 5-10]. Унда шағир ижадының поэтик үҙенсәлектәре ниндәйҙер кимәлдә ҡарала, әҫәрҙәр идея-проблематика йәһәтенән сығып анализлана, уҡыусыға Р.Сафиндың лирик шағир икәнлеге еткерелә.

Мостай Мәримдең “Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар” тигән дүртенсе хаты Р.Сафинға адресланған [5; 593], бында шағир ижадына баһа бирелгён. Шағирҙың тормош юлына һәм ижадына бағышланған хеҙмәттәрҙән тағы ла Ю.Латыповтың “Ышаныс” исемле мәҡәләһен [8; 56], М.Ф Ғәйнуллиндың энциклопедик һүҙлектә бирелгән мәҡәләһен [6; 514] индерергә мөмкин. Ә. Хәбировтың “Шиғриәт илендә” китабында [20], Р.Х. Фәтхуллинаның “Башҡорт шиғриәтенең строфикаһы” исемле хеҙмәтендә Р.Сафин ижадынан миҫалдар ҡарала [13]. .

Юғарыла күрһәтелгән бөтә хеҙмәттәрҙә лә авторҙар Р. Сафин шиғриәтенең художество һәм поэтик үҙенсәлектәрен анализлай. Үкенеснекә ҡаршы, шағирҙың әҫәрҙәрен тел ғилеме күҙлегенән монографик планда ентекле тикшергән айырым хеҙмәттәр юҡ кимәлдә.

Башҡорт шиғриәтенең поэтик синтаксисын «Башҡорт теле» томлыҡтарында Ғ.Ғ. Сәйетбатталов 12, 13, «Әҙәбиәт ғилеме» һүҙлегендә К. Әхмәтйәнов 28, «Башҡорт теленең синтаксисы һәм уны уҡытыу методикаһы» һәм «Башҡорт теленең синтаксик төҙөлөшөн өйрәнеү» китаптарында Д.С.Тикеев 15, 16, 17, «Башҡорт теленең ябай һөйләм синтаксисы»нда Ҡ. Әхмәр 25 һәм башҡалар бер аҙ тикшереп үтә. Әҫәрҙәрҙе күркәмлек сараһы булараҡ, стилистик яҡтан В.Ш. Псәнчин «Телдең күркәмлек саралары», «Һүҙ тылсымы» хеҙмәттәрендә ҡарап сыға 9, 10. Шулай уҡ Р.Х.Фәтҡуллинаның «Башҡорт шиғриәтенең строфикаһы» 18, Ғ.Б. Хөсәйеновтың «Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы» тигән мәҡәләһендә, «Әҙәбиәт теорияһы» 23 исемле китабында һүрәтләү сараларына бер аҙ урын бирелгән. Шулай уҡ З. Шарипованың «Башҡорт әҙәбиәтендә һүрәтләүсе саралар» хеҙмәте был өлкәлә билдәле әһәмиәткә эйә 24. Беҙҙең тикшеренеү эше үрҙә һаналған хеҙмәттәргә таянып башҡарылды.

Эштең маҡсаты һәм бурыстары. Был тикшереү эшенең маҡсаты булып Р. Сафин поэзияһының лексик үҙенсәлектәрен тикшереү торҙо. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге тәғәйен бурыстар ҡуйылды:

1) темаға ярашлы ғилми һәм нәфис әҙәбиәт менән танышыу;

  1. Р. Сафин ижадында ҡулланылған сағыштырыуҙарҙың ролен билдәләү;

  2. Р. Сафиндың шиғырҙарында бирелгән метафора һәм метонимия ларҙың әһәмиәтен күрһәтеү;

  3. автор поэзияһында фразеологик берәмектәрҙең сағылышын ҡарау;

  4. Р. Сафин әҫәрҙәрендә синонимдарҙың, антонимдарҙың, омонимдарҙың ҡулланылышын анализлау;

  5. Р. Сафин шиғриәтендә халыҡсан сараларҙың бирелешен тикшереү.

Тикшереү эшенең объекты итеп Р. Сафинҙең поэтик әҫәрҙәре алынды.

Эштең структураһы. Тәҡдим ителгән диплом эше инеш өлөштән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт теҙмәһенән тора.

Инеш өлөштә тикшереү эшенең актуаллеге күрһәтелә, теманың өйрәнелеү тарихы байҡала, тикшеренеүҙең маҡсаты, бурыстары ҡуйыла, хеҙмәттең структураһы билдәләнә.

Беренсе бүлек «Р. Сафин шиғриәтендә күсмә мәғәнәле һүрәтләү саралары» тип исемләнә. Тәүге бүлексәлә Рафаэль Сафин һүҙ оҫтаһы булараҡ ҡарала. Айырым бүлексәләрҙә уның поэзияһында сағыштырыуҙарҙың метафора һәм метонимия күренештәренең, фразеологизмдарҙың ҡулланылыш үҙенсәлектәре ҡарала, уларҙың образлы телмәр тыуҙырыуҙағы әһәмиәте билдәләнә.

Икенсе бүлек «Р. Сафин поэзияһында синонимия һәм антонимия күренештәре» тип исемләнә һәм унда «синонимдарҙың, антонимдарҙың» әҫәрҙәрҙә тотҡан урыны асыҡлана.

Өсөнсө бүлек «Рафаэль Сафин әҫәрҙәре лексикаһының генетик сығанаҡтары» тип атала. Был бүлектә әҫәрҙәрҙә төп башҡорт һүҙҙәренең һәм үҙләштерелгән лексиканың бирелешен тикшереүгә арнала.

Йомғаҡлау бүлегендә шағир әҫәрҙәренең лексик үҙенсәлектәре буйынса дөйөм һығымталар бирелә.

Эштең практик әһәмиәте. Тәҡдим ителгән тикшереү эше мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар өсөн файҙалы ҡулланма булыр, тип уйлайбыҙ.

Эште апробациялау. “Рафаэль Сафин поэзияһында һүрәтләү сараһы булараҡ антонимдарҙың ҡулланылышы” исемле мәҡәлә Сибай институтында уҙғарылған “Хәҙерге заманда гуманитар фәндәр һәм мәғариф мәсьәләләре” (15 ғинуар, 2015 йыл) ғилми-ғәмәли конференция материалдары йыйынтығына тапшырылды.