Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Б.Искужин шиырарыны тел-стиль енслектре.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
124.93 Кб
Скачать

IIбүлек. БуранбайИскужин шиғырҙарының

тел-стиль үҙенсәлектәре.

Хәҙерге башҡорт теле юғары үҫешкән, күп функциялы яҙма әҙәби тел һанала. Әгәр башҡорт әҙәби телен формалаштырыуҙаМ. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Ш.Бабич, Ж. Кейекбаев, М. Кәрим кеүек яҙыусы-шағирҙарҙың роле ҙур булһа, үҙ төбәгенең һөйләшеформалашыуында халыҡсан яҙыусы, шағир һәм драматург Буранбай Искужиндың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның әҫәрҙәрендә халыҡ теленең үҙенсәлектәре асыҡ сағылыш алған.

Ысынлап та, телдең әһәмиәте, халыҡ тормошондағы урыны сикһеҙ... Донъя филологияһына, дөйөм тел ғилеменә нигеҙ һалыусы атаҡлы немец ғалимы Вильгельм фон Гумбольдт был хаҡта бына нимә ти: “Тел кешеләрҙең бөтә эшмәкәрлегенең нигеҙендә ята. Тел кешене шәхес иткән”. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә лә телдең донъяуи әһәмиәте хаҡында бик тапҡыр әйтелгән: “Иле барҙың теле бар”, “Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел”. Буранбай Мәхмүт улының ижадына икенсе мәҡәл нығыраҡ тап килә.

Буранбай Искужиндың шиғриәте үткер теле, тос, тапҡыр фекере һәм үтә ябайлығы менән айырылып тора. Уның ижадында төп урынды сатира һәм юмор биләй. “Кинәйәле һүҙ менән сәнстереп-сәнстереп ала Буранбай яҙғандары. Бер ҡараһаң,ул ҡолаҡ ишетмәгән,күҙ күрмәгән хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләп бирә. Уҡыусы үҙе лә, бындай әҫәрҙәр уҡып өйрәнмәгәнлектән, тәүҙә ҡаушап ҡала. Һуңынан,әҫәрҙең асылына төшөнгәс, бәндәләрҙән дә, үҙенән дә рәхәтләнеп көлә. Яҙғандары – ҡыҫҡа, һәр һүҙе сыбыртҡы ҡайыҙлауы кеүек әсе.Уның юмористик һәм сатирик хикәйәләре “Беҙ - Буранбайҙыҡы!”, -тип ҡысҡырып тора. Уларҙан эс ҡатҡансы көләһең, йәки яҙмаларҙа һәр кешегә хасһыҙаттарҙы үҙендә лә табып,уйға ҡалаһың…”,- тип яҙа уның ижады тураһында Әхмәр Үтәбай.

Ә үҙенең яҙыу стиле, төртмә теле, пародиялар яҙыу сәбәбе тураһында автор шиғри юлдар менән бына нимә ти:

Хикәйәләр яҙып бик уңманым,

Шиғыр ҡалыбына һыйманым

Мөгөҙ сыҡмаҫмы,тип,ҡәләмдәште

Пародия менән һыйланым.

Баймаҡ халыҡ театры “Ғилмияза” әҫәрен сәхнәләштергәндән һуң Азамат Мөхәмәтшинға биргән интервьюһында: “…көлкөлө һүҙҙәрем өсөн байтаҡ айпалашырға тура килде.Бына бер генә эпизод.Ҡарға бутҡаһы ваҡытында Ғилмияза:”Аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә еремдән китмәйем”, - тип белдерә. Уға ҡаршы ҡыҙҙар:”Аҫыуын аҫмаҫтар, әммә нейтеүен нейтерҙәр”,- ти. Күптәр ошонда вульгарлыҡ элементтарын күрҙе. Ябай ғына һүҙ уйнатыуҙың ни хилафлығын таптылар икән? Хатта “маңҡа” һымаҡ һүҙҙәргә лә бәйләнделәр. Йәнәһе, Ғилмияза – идеаль, гүзәл образ, һәм уға арналған пьесала ла йәмһеҙ булырға тейеш түгел. Шулайтып “байытабыҙ” бит беҙ телде!” - ти шағир.

Буранбай шиғырҙарының лексикаһына байҡау яһап ҡына үрҙә яҙылғандарҙың асылына төшөнөп булалыр. Эҙләнеү эшемдең маҡсатына ирешеү өсөн мин авторҙың “Тамғалар” исемле йыйынтығына ингән 75 шиғырын яҙылыу теле, стиле, лексика үҙенсәлеге буйынса анализланым. Тикшереүҙәрем буйынса түбәндәгеләрҙе әйтә алам:

Башҡорт телендә фразеологик берәмектәр матур әҙәбиәттә киң ҡулланыла. Буранбай Искужин әҫәрҙәрендә улар образлылығы, тапҡырлығы, ыҡсымлығы, стилистик мәғәнә биҙәлештәренең күп төрлөлөгө менән айырылып тора, йәғни уларҙың халыҡсанлығы яҙыусының стиль үҙенсәлеген билдәләй.

Көллөгөҙгә йәнем көйгән…(“Гөлфаяҡ киткән саҡта”)

Көнөм хәҙер бөттө ни ҙә,

Таң аттырып үтте ни –

Барыбер түгелме ни? (“Барыбер түгел”)

Эш хаҡы ала алмайһың

Ат кеүек эшләһәң дә. (“Кемгә аҡса, кемгә тоҡса”)

Буранбай Мәхмүт улының әҫәрҙәрендә телдең тик халҡыбыҙға хас булған эмоциональ-экспрессив саралары бик оҫта ҡулланылған:

Ҡыйыш баҫҡан һайын ҡый-ҡыу һалып,

Юлдан сығармайса, һәй- һәүләп. (“Рәхмәт хаты”)

Түрәләрҙән халҡҡынама

Күрәһе лә күрәһе.(“Ниәһе бар илемдең?”)

“Был ауылда түрәләр күп, хужалар юҡ”, ”Йәндәре юҡ милсейә үҙ-үҙен генә һөйә” тигән һүҙҙәрҙе халыҡ араһында лаҡап булып йөрөй.

Бигерәк тә дүрт юллыҡтарынан:

Алъяпҡыс кәрәкмәй миңә

Итһәң дә бүләк.

Гел арттан һөжүм итәләр

Артъяпҡыс кәрәк.(“Нимә кәрәк?”)

йәки:

Мөхәббәттәр күп булмай ул,

Мөхәббәт берәү генә.

Ҡалғандары- төндә ятҡас-

Арҡаға терәү генә. (“Мөхәббәттәр иҫәбе”)

–тигән шиғри юлдары ауылдаштырымдың яратҡан лаҡабы.

Ә ҡайһы шиғри юлдары мәҡәл, әйтемгә тартым. Улар башҡорт әҙәбиәтендә ҡанатлы һүҙҙәр булып үҙ урынын алыр тигән ышаныстамын.

Ғәфү итә белеү – бер егетлек,

Егетлектән йыраҡ китмәйек. (“Өмөтһөҙөрәк өгөт”)

Халыҡ бар ерҙә – хаҡлыҡ! (“Боҙолоу сире”)

Бер – береһенә ҡуйып талаптар,

Һис ярашмаҫ

Талантһыҙҙар менән таланттар.(“Ритмһыҙ шиғыр”)

...Илендәген белмәгән-

Ситтән ризыҡ эҙләгән. (“Белекһеҙгә”)

Ҡарттары ҡарт була белмәй,

Йәш була белмәй йәше.(“Йәшме, ҡартмы?”)

Һәм тап Буранбайса ҡанатлы һүҙ:

Эсмәһә лә, эсеп туңҡайһа ла,

Мәңге үлмәй икән таланттар! (“Хилаф тарих”)

Буранбай Искужин бигерәк тәүҙләштерелгәнйәки башҡа телдән күсерелгән һүҙҙәрҙе байтаҡ ҡуллана. Күп осраҡта был һүҙҙәр ауылса ябайлаштырып, боҙолоп йәки халыҡса яңғырашта бирелә. Ошолай, ябай ауыл кешеләренә ауылса, уларса мөрәжәғәте менән алдыра ла инде Буранбай.Мин анализлаған шиғырҙарҙа осраған һүҙҙәрҙе дүрт төркөмгә бүлеп ҡарарға булдым:

а) Рус теленән үҙләштерелгән йәки рус теленән алынған һүҙҙәр:

Ни ҡылырһың, ғәзиз ҡунаҡтарың:

“Беҙ- коренной”,- тиеп әйтһәләр? …(“Аллаға шөкөр”)

б) Рус теленән алып, боҙолоп әйтелгән һүҙҙәр

…Комила йә ҡаҙаҡтарҙа түгел,

Самай урта төштә- айышта.(“Рәхмәт хаты”)

Әллә сәпсим мине оноттоңмо,

Әллә… әллә ниҙәр уйлайһың?(“Рәхмәт хаты”)

… Ҡалған рәхмәтеңде «бошал!» тиеп

Рәхмәтһеҙҙәр өсөн ебәрәм. (“Рәхмәт хаты”)

Улар ғына бүстәк булған икән-

Ятаж йортҡа кергәс аңланым…(“Архитекторға”)

Неужәли яңылыша

Көллө мирауай халыҡ?

Немуживит быть ундай хәл… (“Боҙолоу сире”)

В) Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр:

Ҡасан эт өргәнгә бер һиҫкәнеп,

Ғәфләт йоҡоһонан туяһың? (“Эттәр һәм һин”)

Г) Татар һүҙҙәренең үҙгәрешһеҙ ҡулланылыуы:

Һәр саҡ хаҡлы горничная инеп-

Нинди шум был?!”- тиеп дәшмәсме?(“Йырсылар ҡоро”)

Билдәле ич: ҡорһаҡтағы

Бер ҡошсоҡ та күккә ашмай! (“Уйҙар өйөрмәһе”)

Сит телдән диктант:

Авылыңда тик ят!” (“Хушлашыу”)

ХХ быуат тарихи ваҡиғалары менән бәйле аббревиатуралар һәм ҡыҫҡартылған һүҙҙәрҙә шағир ижадынды йыш осрай:

Ҡарағаным ТВ-йәшник. (“Визит карточкам”)

Комсомолдың үҙәк комы

Бынан урын хәстәрләгән.(“Урынлашыу”)

Буранбай Искужин ижады эмоциональ яҡтан хис-тойғоға бай. Шиғырҙарының исемдәрендә үк был үҙенсәлек ярылып ята. Әҫәрҙәрендәриторик һорау, риторик өндәү, уй йомоу кеүек фигуралар бик йыш осрай.:

Анау ҡыҙ бит миңә бер йылмайҙы…

Ни эшләйем икән, уф, алла? (“Ғашиҡ бул”)

Барыһы ла –аҡыл!

Тик бына үҙемә генә

Етмәй тора ҡапыл.(“Аҡыл”)

Китап яҙып, сығарам, тип

Йөрөүгә йөрәк кәрәк. (”Заманыбыҙ мәшәҡәтле”)

Буранбай Мәхмүт улы әҫәрҙәрендә антитеза нигеҙендә төҙөлгән берәмектәр ҙә бик йыш осрай. Автор урыны менән предметтарҙы йәки кешеләрҙе бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйыу юлы менән контраслы образдар тыуҙыра. Был алым әҫәрҙәрҙең исемдәрендә лә йыш ҡулланыла, хатта бер шиғыр йыйынтығының исеме үк “Аҡ менән ҡара”.

Урман уртаһына төшһәң,

Яланды һағындыра;

Ялан ҡояшына бешһәң,

Урманды уйландыра…

Йәйҙән- ҡышҡа,

Эстән- тышҡа

Ашҡынып тора күңел. (“Ғүмер”)

Шағир ижадында һүрәтләү саралары: ят сағыштырыуҙар, башҡа әҙиптәрҙә булмаған метафоралар, дөйөм алғанда үҙенсәлекле образдар осрай. Уның серәкәйе арҡа елпетә, иңкешеэшкә ҡыуа.

Серәкәйҙән арҡа елпеттерп,

Һаҡмар буйҙарында ятҡан бар.(“Архитекторға”)

Башҡа шағирҙарҙағы “йәшел йылан” уның ижадында “һыйһылыу”

Һауыттарҙа үткер- йылтыр

Һыуһылыу” уйнаҡланы(“Шағирҙар ҡоро”)

Ҡыуанмағыҙ – һаҙаҡтағы

Һайлам уҡтай аҙ ҡалғанбыҙ...

Беребеҙ – беткә, икенсебеҙ

Әҙәби эткә тоҫҡалғанбыҙ.(“Уйҙар өйөрмәһе”)

Нишләп унда – һанда осрағанда

Сөсө сәләм биреп уҙмайһың?(“Почти маҡтау йыры”)

“Ҡартаямы ни һуң йөрәк?” ,” Һуңлама, кил инде”, “Күл буйына килһәң ине”, “Гөлмәйрәм”, “Гармунсы мөхәббәте”, “Уйлама, кәкүк”кеүек әҫәрҙәре билдәле йырҙарға пародияитеп яҙылған һәм ауыл халҡы йыш ҡына йырҙың тәүге вариантын түгел, ә нәҡ Буранбайса йырлай.

Ҡартаямы ни һуң йөрәк,

Малайҙар өйләнһә лә,

Сәпсим эшкинмәйһең тиеп,

Бисәкәй һөйләнһә лә. (“Ҡартаямы ни һуң йөрәк?”

Аҡ сәскә һата ҡәйнәм

Үҙенең ҡыҙы менән.

Йәш йөрәк йыш тибә,-

Бер нисә ти, тәңкә

Миңә бирерҙәр микән? (” Һуңлама, кил инде”)

Күл буйына килһәң ине,

Балыҡ тотоп бирһәң ине,

Шиңгән ҡорһағыма ҡарап

Юҡһынам һине. (“Күл буйына килһәң ине”)

Янып-көйөп һөйгән булдым

Ҡыҙҙы ҡырҡ биш йыл буйына.

О-о-о!

Бөгөн көтмәгәндә мине

Саҡырҙы ул көмөш туйына. (“Гармунсы мөхәббәте”)

Буранбай Искужин яңы һүҙҙәр уйлап сығарыуға ла аптырамай. Уның шиғриәте менән танышҡандаголфаяҡ, ҡиблиәткә, ҡырымғытай кеүек һүҙҙәр осраны. Мәғәнәләрен төшөнөү маҡсатында башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенә лә мөрәжәғәт иттем, ләкин улар бер ерҙә лә теркәлмәгән.

Килеп тулмағанға ҡырымғытай,

Йәки һап- һарыһы, ҡараһы. (“Рәхмәт хаты”)

Гөлфаяҡ киткән саҡта” (шиғырҙың исеме)

Башта – яйлап.Табынымды һәм

Ҡиблиәткә ярашлыны һайлап.(“Шағирҙар ҡоро”)

Булыр унда иғтибар вә ихтирам,

Ер һелкетеп бер бейербеҙ триттирам!(“Егеттәр хоры”)

Ерле халыҡтың диалектын ҡулланыу, кешеләр менән ябай итеп, улар аралашҡан телдә һөйләшеү, ауыл лексикаһын ҡулланыу, моғайын, шағирҙың иң отошло үҙенсәлегелер.

Йөҙөп йөрөй тере түгел

Тиҙәк йә һыңар галош?(Был ауылда”)

Ярай әле, ашап-эсеп кенә

Изнәғәмдән тороп китһәләр…(“Аллаға шөкөр”)

Алдарына ҡуйып стакандар,

Дуҫлашалар туҡмаҡлашҡандар.( “Ритмһыҙ шиғыр”)

Барыбер бит миңә хәҙер

Түрәләр түпәләшеүе (“Барыбер түгел”)

Аптырана абышҡалар,-

Инде ни хәл итмәк? (“Буйҙаҡтар зары айҡанлы”)

Буранбай Мәхмүт улы халыҡ ижады традицияларына хас булған ҡобайыр стилендә лә ижад итә. Был әҫәрҙәрендә ул нәҡ сәсәндәрсә тапҡыр, ғәҙел фекерҙәр бирә. Байтаҡ шиғырҙары Аҡмулла стилендә, уның ҡалыбында яҙылған.

Ит яратҡан түрә барҙа һарыҡ үрсер,

Кеше йәнле түрә барҙа халыҡ үҫер.

Етешһеҙ донъя барында бурҙар үрсер,

Көслөнөкө заманала хурҙар үрсер.

Тибенлекле ерҙә аттар үрсер,

Типкенлекле ерҙә яттар үрсер. (“Аяуһыҙ аксиомалар.”)

Яҙыусы ул яҙмаһа ла һыҙып йөрөй,

Янмаһа ла вулкан һымаҡ ҡыҙып йөрөй.

Көллөһөн дә аҡ- ҡараға ҡыртылдатып бүлеп йөрөй,

Бүтәндән дә, үҙенән да шарҡылдата көлөп йөрөй. (“Яҙыусы”)

Шағирға уй-фекерен ҡыҫҡа ғына, әммә тапҡыр итеп әйтеп биреү хас. Мәҫәлән “Визит карточкам” әҫәрендә ул:

Теләгәнем:

мунсала- ҡайын миндек, муҡсала- ҡалын меңлек,

кәртәлә- малкөрлөгө,                  дуҫтарҙа- өй түрлеге,                 ятҡанда- ял итемлек,      торғанда- ил именлек, - тип үҙ теләктәрен алты юлда асып бирә.

Уның һәр шиғырында тиерлек төп фекер текстан айырым, һуңғы строфала ике юлда дөйөмләштереп ҡуйыла. Шиғырҙарының башҡа өлөшөнән ҡапыл ғына кем әҫәре икәнен белмәгән хәлдә лә, тап ошо юлдар “Мин-Буранбай!” тип үҙ-үҙен таныта ла инде .

Ҡағыҙҙарым ята ҡар төҫөндә,

Ручкам ята рюмкам өҫтөндә…(“Ҡыйын”)

Йә, егеттәр, ашығығыҙ,

Сират тағы кемгә етә? (“Кем сираты?”)

Дистанцион һөйөү өсөн генә

Эшкинәмен микән мин әллә? (”Үпкәләү”)

Бер нисә йылдар элек “Йәшлек” газетаһы хәбәрсеһе Юлай Мәҡсүтов: “…Элекке замандар булһа,шағир, яҙыусы, драматург Буранбай Исҡужинды йә атырҙар, йә аҫырҙар, йәки төрмәгә ултыртырҙар, һис юғында, һөргөнгә һөрөп, башын барыбер серетерҙәр ине, моғайын. Хәйер, үткер теллеге өсөн уны бөгөн дә бәғзе әҙәмдәр һәм етәкселәр бигүк мөрхәтһенеп бөтмәй. Уның ҡарауы, тура һүҙле булғаны, дөрөҫлөктө бер кемдән дә ҡурҡмай сәсәндәрсә ярып әйткәне өсөн, ябай халыҡ Буранбайҙы үҙ күреп, ысын шағир итеп яҡын ҡабул итә лә инде. Әлбиттә,ҡыйыулығы өсөн үҙенә лә туҡмаҡ эләкмәй тормай: уға һәр яҡлап аяҡ салырға тырышыусылар ҙа осрай, шиғри күңелен селперәмә килтерергә маташып,таш та бәрәләр, ағыулы ғәйбәт уҡтарын да сойорғоталар,хатта ҡулъяҙмаларын да ысын мәғәнәһендә утҡа бырғыталар,” – тип яҙғайны.

Шағирҙың тел-стиль үҙенсәлектәрен өйрәнеп тә, уның “Һеҙҙеңсә-беҙҙеңсә һүҙлеген” иғтибарһыҙ ҡалдырһаҡ, эшебеҙ ярты-йорто ғына булыр ине, моғайын. Тап ошо Буранбай һүҙлегендә уның киң фантазияһы ла, сикһеҙ юморы ла, әсе хаҡиҡәте лә ярылып ята.

Һүҙлектән бер нисә миҫал:

Байрам-айлыҡ аҙыҡты ашай торған көн

Балалайка-лайканың көсөгө

Врач-теге донъя менән был донъя араһында диспечер

Ғәйбәтсе-йәшәү рәүешенең санитары

Диван-ялҡауҙың эш урыны

Дубликат-икенсе ҡатын

Рәхмәт-аҡсаны алыштыра торған һүҙ

Үксә-ҡасҡанда мотлаҡ ялтырай торған запчасть

Юморист- йыуашайған сатирик

Шулай итеп, был күҙәтеүҙәр шағирҙың тик бер йыйынтығына ғына ингән әҫәрҙәренән сығып яһалды. Уның айырым китап булып сыҡҡан “Аҡ һәм ҡара”, “Аҡсарлаҡ” шиғри йыйынтыҡтары, “Ирәндек гәүһәрҙәре” ндә тупланған шиғырҙары әле өйрәнеүҙе, анализлауҙы талап итә. Б.Искужин ижады, лексикаһы – сикһеҙ даръя. Яҙыусының тел-стиль үҙенсәлектәрен өйрәнеү мөһим һәм бик ҡыҙыҡлы йүнәлеш тип әйтер инем.