Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Б.Искужин шиырарыны тел-стиль енслектре.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
124.93 Кб
Скачать

 Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Баймаҡ районы һәм ҡалаһы Мәғариф бүлеге

Байыш төп дөйөм белем биреү мәктәбе

Буранбай Искужин шиғырҙарының тел-стиль үҙенсәлектәре

Фәнни-тикшеренеү эше

Башҡарҙы:

IX синыф уҡыусыһы

Хәсәнова Гүзәлиә Мөхәмәт ҡыҙы.

Ғилми етәксе:

башкорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Мортазина Нурия Ғәммән ҡыҙы

2017

Йөкмәтке.

Инеш____________________________________________________1

Төп өлөш.

I бүлек. Шағир, прозаик һәм драматург Буранбай Искужин. ______3

II бүлек. Б.Искужин шиғырҙарының тел-стиль үҙенсәлектәре______5

III бүлек. Анкета алыу һөҙөмтәләре__________________________13

Йомғаҡлау________________________________________________ 15

Ҡулланылған әҙәбиәт_______________________________________ 17

Ҡушымта 1. Буранбай Искужин шиғырҙары лексикаһы___________ 18

Ҡушымта 2. Шағирҙың “Һеҙҙеңсә-беҙҙеңсә” һүҙлегенән өҙөк_______ 21

Ҡушымта 3. Байыш мәктәбенең 5-9 синыф уҡыусылары һәм ауыл халҡы араһында һорау алыу һөҙөмтәләре.____________________ 22

Ҡушымта 4. Буранбай ижадын уҡыу кимәле . Диаграмма_________23

Презентация

Инеш.

Шағир һәм яҙыусы Буранбай Искужиндың исеме киң билдәле шағир ҙа, үткер, төртмә телле прозаик та, драматург та, сатира оҫтаһы ла. Быларҙан тыш ул гармунсы, ҡурайсы, мандолина сиртеүсе, скрипкасы, ҡумыҙсы, ҡулын өҙҙөргәнгә тиклем көрәшсе, бейеүсе, рәссам, балта оҫтаһы, баҡсасы, бәшмәксе һәм тағы ла әллә кемдәр. Һәм ул барыһына ла өлгөрҙө. Ауылдаштыры, әҙәбиәт һөйөүселәр хәтерендә Буранбай Исҡужин тормоштоң сөсөһөнән әсәһен күберәк татыған кеше булараҡ һаҡлана. Ул саф әсә телендә, халыҡсан әҫәрҙәр тыуҙыра. Йәмғиәтебеҙҙә булған кире яҡтарҙы күрә белә, ҙур әсенеү һәм нәфрәт менән шуларҙы әҙәби алымдар менән аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә, тасуир итә. Бындай таһыллыҡ әҙәбиәтебеҙҙә бик һирәк күренеш ул.

 Яҙыусы тыуҙырған образ һәм персонаждарының телмәре − халыҡсан, йәнле телмәр. Улар шиғырҙы йәки хикәйәне йәнлерәк итеп ебәрә, уҡыу­сының ҡыҙыҡһыныуын бермә-бер арттыра. Яҙыусы ваҡиғалар барған төбәккә хас һөйләш үҙенсәлектәрен дә, әйтем кеүек тапҡыр һүҙбәйләнештәрҙе лә, рус теленән ингән һүҙҙәрҙе лә бик урынлы ҡуллана. Ҡайҙан килә һуң ябай ауыл малайына бындай ғәжәйеп һәләт? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, Буранбай Искужиндың шиғырҙар йыйынтығын ҡулыма алдым һәм…ярты төн еткәнсе “Аҡ һәм Ҡара”нан айырыла алманым. Таң атыуға инде минең эҙләнеү эшемдең темаһы билдәләнгән ине - Буранбай Искужин шиғриәтенең тел-стиль үҙенсәлектәре.

Тикшереү эшемдең маҡсаты.

Буранбай Искужиндың тормош юлы һәм ижады менән танышыу, шиғырҙарының тел - стиль үҙенсәлектәрен билдәләү, лексикаһының айырым иғтибарға һәм өйрәнеүгә лайыҡ икәнен күрһәтеү.

Был маҡсатҡа ирешер өсөн түбәндәге бурыстар билдәләнде.

- Буранбай Искужиндың тормош юлы менән танышыу;

- Шағирҙың йыйынтыҡтарҙағы шиғырҙарын уҡып сығыу;

- Әҫәрҙәренең лексик үҙенсәлеген билдәләү;

- Тел-стиль үҙенсәлеге буйынса төркөмләү;

Тикшеренеү эшемдең объекты – Б. Искужиндың шиғыр йыйынтыҡтары

Мин ғилми эшемдең темаһын актуальтип һанайым, сөнки Б.Искужин ижады ябай халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителә, әммә ярты быуаттан ашыу йәшәп, бер нисә йыйынтыҡ авторы булып та, уның исеме киң массала дан-шөһрәт ҡаҙанманы.

Эш методтары: осрашыу, әңгәмәләшеү, анкета үткәреү, өйрәнеү, анализлау, төркөмләү.

Эш структураһы: Инеш, төп өлөш (3бүлектән), йомғаҡлау,ҡулланылған әҙәбиәт, ҡушымталар, диаграммалар, фотоһүрәттәр.

Гипотеза: Буранбай Искужин шиғриәте лексикаһы айырым иғтибарға лайыҡ, сөнкиуның әҫәрҙәрендә халыҡ теленең үҙенсәлектәре асыҡ сағылыш алған.

Төп өлөш.