Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Stsenary_3_okonchatelno.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
38.76 Кб
Скачать

Рифмир. 2 йыр. Финал!!!

1.Үткәндәрҙән бөгөнгөгә

Тартылған ҡанлы ҡылдар.

Шул ҡылдарҙан атлағандай

Ил йөгөн тартҡан улдар.

2.Тик күңелдәр янған саҡта

Илем, телем, ерем тиеп,

Бөтмәҫ минең башҡорт халҡым

Яулар азатлыҡ, ирек!

1.Халҡым өсөн янып йәшәүсе,

Күңелдәргә иман сәсеүсе,

Һеҙ бит илдең киләсәге,

1.2.Башҡортомдоң аҫыл йәштәре!

Финальная песня.

ҡатнашыусылар сәхнәгә сыға.

2.Был донъяның шундай сағыу йәме бар:

Кешелектең Ерҙә йәшәү мәле бар,

Донъяларҙың йәме, бәлки, булмаҫ ине,-

Ғүмерҙәрҙең йәшлек тигән тәме бар.

1.Хөрмәтле тамашасылар, дуҫтар, туғандар!

Ошо залға барыбыҙ ҙа ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығыларҙан арынып, күңелдәрҙе ҡанатландырып, рухланып алырға йыйылдыҡ.

2.Йәш быуындың ижадҡа һөйөүе, тарих,тел, халҡына битараф булмауы бөгөнгө кисәбеҙҙә сағылыш тапҡандыр тиеп ышанабыҙ!

1.Шулай итеп, хөрмәтле тамашасылар, беҙҙең күркәм кисәбеҙ аҙағына ла яҡынлашты.

2.Беҙ, БашЛидер йәштәр ойошмаһы, ____________________район хакимиәтенең башлығы _______________, __________ауылының мәҙәни усағы директоры__________________________, 1.Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайына, беҙҙе шул тиклем йылы ҡабул иткән_______ ауыл халҡына, һеҙгә ҡәҙерле тамашасылар, ҡатнашҡан барлыҡ артистарға, килгән ҡунаҡтарға, 2.шулай уҡ, был сараны ойоштороуҙа Азамат Юлдыбаевҡа, Илназ Фәйзуллин, Гүзәл Атнағолова, Зәлиә Моталлапова, Зәлиә___________ларға оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ!

Һәм был концертты алып барҙылар: Күмертау егете Азамат Юлдыбаев һәм Ҡыйғы һылыуы Зөһрә Сафина.

1.Илебеҙҙе алға әйҙәрлек, үткер, фекерле, иманлы йәштәребеҙ булғанда, телебеҙ ҡоромаясағына, илебеҙҙең тағы ла күкрәп сәскә атыуына иманыбыҙ камил!

2. Киләһе осрашҡандарға тиклем ҺАУ БУЛЫҒЫҘ!!!

18

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]