(“Ғәйбәтселәр” шаян бейеү)
2.Таң атыла,
Моңһоу ғына
Һандуғасҡай йыр һуҙа,
Күңелдәрҙе елкендереп
Илаһи моң ағыла.
Ҡаршы алығыҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа шулай уҡ быйылғы “Йәшлек-шоу”ҙа “Өмөт” номинацияһын яулаусы, “Ҡош Юлы 2013” фестивалендә юғары кимәлдә сығыш яһап,моңло тауышы менән халыҡты арбаусы йәш талант, Ишембай гүзәле Рүзилә Йәмилова (үҙ йыры менән(?)) сығыш яһай!
Рүзилә Йәмилова.
1.Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай – халҡыбыҙҙың ғорурлығы ғына түгел, ә бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазинаһы ла, тип әйтеү һис арттырыу булмаҫ.
2.Ҡурайсы ҡулына ҡурай алһа,барса тирә-яҡ сихри бер моңға күмелгән. Һәм шул ҡурай моңо быуындан-быуынға күсә килгән.
1.Әлеге көндә лә танылған , мәшһүр ҡурайсылар бихисап. Һәм уларҙан оҫта итеп ҡурайҙа уйнарға өйрәнеүсе йәш быуын да үҫеп килә. Шул быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен генә.
2.шулай итеп, тамашасыларыбыҙ иғтибарына йәштәр араһында танылып өлгөргән, оҫта ҡурайсы егетебеҙ Арыҫлан Оморҙаҡовто сәхнә түренә саҡырабыҙ!
1.Тылсымлы ҡурай моңдары йөрәктәрегеҙгә дауа булып яғылһын, дуҫтар!
(Арыҫлан.Ҡурай моңо)
1.Наҙлы тауыш әсир итә
Егеттәр йөрәктәрен.
Бер йырлауы ғашиҡ итә
Елкетеп күңелдәрен.
Ҡәҙерле тамашасылар, йылы итеп ҡаршы алығыҙ, һеҙҙең алдығыҙҙа моңло тауышлы һандуғасыбыҙ Гөлнур Ғәлиәхмәтова!
1.Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...
2.Азамат, Рәми ағайҙың һүҙҙәрен иҫләп хисләнеп киттең инде, әллә ғашиҡ булдыңмы, сер булмаһа?)
1.Ғашиҡ булмаҫлыҡмы ни, ана бит, ниндәй һылыу ҡыҙҙар ултыра йылмайышып!
2.Эйе, Сәскәләй һылыу гүзәлдәр тормошта күп осрар, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар ҙа егеттәрҙең башын әйләндермәҫлекме ни?) ҡаршы алығыҙ сәхнә түрендә һеҙгә башҡорт һылыуҙары байрамса кәйеф теләп, “Байрам” бейеүен бүләк итмәксе!
(Байрам бейеүе)
2.Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ,
Башҡорт ҡурайҙары булмаһа.
Егет кенә кеше йыр йырламаҫ,
Йөрәгендә дәрттәр булмаһа!
Дәртле йөрәкле, сая, отҡор егеттәребеҙҙең береһе, Илмир Биргалиндан моңло йыр! Ихласлап ҡаршы алығыҙ, дуҫтар!
2.Талғын ғына наҙлы көйгә
Бер аҡҡош йөҙөп килә.
Шул аҡҡоштай һоҡландыра
Башҡорт ҡыҙы сәхнәлә.
1.Хөрмәтле тамашасылар, һеҙҙең алдығыҙҙа “Заһиҙә” башҡорт халыҡ бейеүе менән Зәлиә Моталлапова сығыш яһай! Алҡыштарҙы йәлләмәйбеҙ, дуҫтар!
(Залия. Бейеү)
(Фон: тыныс һәм дәһшәтле, “Уйыл”халыҡ көйө яңғырай)
2.Халҡым тел тыуҙырған.
Бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Үҙен-үҙе әгәр күммәһә...
1.Ысынлап та, быуаттарҙан быуаттарға, быуындарҙан быуындарға күсә килгән тел – халҡымдың оло хазинаһы ла, һаҡлауға мохтаж изге ҡомартҡыһы ла ул. Телен юғалтҡан халыҡ ҡанатһыҙ ҡошҡа бәрәбәр.
2.Ә оса алмаған ҡош, һыуһыҙ интеккән балыҡтай, үлемгә дусар. Шулай уҡ телһеҙ халыҡ та, халыҡ тип аталыуҙан туҡтаясаҡ, илен, ерен юғалтҡан, тарих-тамырҙары ҡороған үле маңҡортҡа әүерелеү ҡурҡынысы янауы ихтимал.
1.Шуға ла “Теле юҡтың – иле юҡ”, тип халыҡ мәҡәле беҙҙе юҡҡа ғына иҫкәртмәй. Тел һәм халыҡ тураһында шиғыр менән ______________________ сығыш яһай. Киләсәк - йәштәр ҡулында тиһәләр, телдең киләсәге һеҙҙең ҡулда, замандаштар!
шиғыр
Халҡым хаҡында.
Рәми Ғарипов.
Була алһам ине моңло ҡурай,
Урман, далаларҙың хуш еҫе,
Була алһам ине сәсән бер тел,
Урал тауҡайҙарҙың күк төҫө,
Һөйләр инем һеҙгә, көйләр инем
Бар үткәнен башҡорт иленең,
Бар киңлеген халҡым күңеленең,
Бар хикмәтен әсәм теленең.
Көсөм етмәҫ быға, хисем етмәҫ,
Тик хаҡ әйтәм халҡым хаҡында:
Бейеклек юҡ тыуған тауҙарымда,
Бөйөклөк бар кескәй халҡымда.
Һәр башҡортом минең йырсы булыр,
Ат атланып сыҡһа тауҙарға,
Һәр башҡортом минең батыр булыр,
Ҡорал алып сапһа яуҙарға...
2.Арғымаҡ ат юл башлар,
Аҡыллы егет ил башлар,
Батыр егет яу башлар,
Сәсән егет дау башлар, - тип халыҡ телендә юҡҡа ғына әйтелмәй.
1.Ысынлап та, борон-борондан уҡ сәсәндәр һүҙе халыҡты күтәргән, ил өсөн ауыр мәсьәләләр сискәндә уларҙың һүҙе үтемле булған.
2.Бөгөн дә иһә сәсән телле йәштәребеҙ булыуы ҡыуаныслы. Йәмғиәткә әйтер һүҙҙәрен рэп стилендә яңғыратыусы, заман сәсәне, Ильдар Сафинды ҡаршы алығыҙ, дуҫтар! (бергә)
