Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Stsenary_3_okonchatelno.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
38.76 Кб
Скачать

Илүзә Кирәйева.”Оҙон сәс” бейеүе.

За кулисами моңло ғына ҡурай моңо башлана.

2.Һай, ҡурайым, ярһып моңланаһың,

Башҡортомдоң көйөн көйләйһең.

Дәүер төпкөлөнән түкмәй-сәсмәй

Халҡым тарихын һин һөйләйһең.

1.Мөкиббән дә килеп ҡурай тыңлай

Ерем, һыуым, тауым, туғайым.

Тыңла! Ярһып, йөрәкһенеп йырлай –

Азатлыҡты даулай ҡурайым!

2.Хөрмәтле тамашасылар һеҙҙең алдығыҙҙа дарманлы, дәртле оҫта ҡурайсыбыҙ Вилдан _________ сығыш яһай!

Вильдан курай.

1.Быйыл республикабыҙҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Байтаҡ район, ауылдарҙа төрлө акциялар үткәрелһә лә, ҡайһы берәүҙәрҙең тәбиғәтебеҙҙең бөгөнгө торошона битараф ҡалыуҙары хафаландыра.

2.Ә бына киләһе сығыш, бәлки, күптәрҙе уйландырыр. Уянығыҙ, кешеләр!” ҡобайыры менән_______________________ авторы Лилиә Яхина.

Минең тыуған яғымдан,

Ҡояшлы ал таңымдан,

Тыуып үҫкән илемдән

Нимә ҡалыр йөҙ йылдан?

Һандуғастар һайрашып,

Таңды ҡаршы алмаһа,

Көмөш һыулы йылғалар,

Шаулап ағып ятмаһа,

Бейек тау ҡуйынынан

Саф шишмәләр аҡмаһа,

Киң туғай, урмандарҙа,

Бер сәскә лә атмаһа,

Ергә сихри нур сәсеп,

Төндә ай ҙа ҡалҡмаһа,

Һөйөү утында янған

Ғашиҡтар ҙа ҡалмаһа,

Сыу-сыу килеп уйнарға

Балалар ҙа булмаһа,

Бысранды Ер шары!” – тип

Ҡояш балҡып сыҡмаһа,

Нимә өсөн йәшәргә?

Ни тип Ерҙә йәшәргә?

Ер-әсәбеҙ хаҡында

Уйланығыҙ, кешеләр!

Тәбиғәтте һаҡларға

Уянығыҙ, кешеләр!

Уның артынса уҡ көй башлана.ҡыҙҙарҙың “Тәбиғәт ҡосағында” бейеүе сәхнәне, күңелдәрҙе дәртләндерә.

1.Рәхмәт, ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Хөрмәтле тамашасылар, һеҙ әле генә “Тәбиғәт ҡосағында” тип аталған бейеү-композиция ҡаранығыҙ.Ә беҙ дауам итәйек.

Матур үтһен ғүмер,

Йәшәлә бит тик бер,

Күкрәп үтәйек фани донъяны.

Йәшәүгә һөйөнәйек,

Ҡалһын йыр һибелеп,

Дәрт-моңдарға күмеп йәндәрҙе.

2.Илап йәшәһәң дә,

Йырлап йәшәһәң дә,

Ғүмеркәйҙәр үтә шул, үтә.

Иман менән атлап,

Ғөрөф-ғәҙәт һаҡлап,

Йырлап йәшәүҙәргә ни етә!

Ысынлап та, ғүмеркәйҙәр йыр менән үтеүе, яҡшы.Йыр- кешенең юлдашы булһа, Иман - күңелдең ғүмерлек юлдашы булһын ине.

1.Әйткәндәй, бөгөн Изге Рамаҙан айының ___көнө үтеп тә бара. Бындай изге айҙа сәфәр ҡылып, кешеләр күңеленә ял бүләк итеүебеҙ сауапҡа ғына булһын. Изге айҙа изгелектәр ҡылып, күңел түрегеҙҙе сафландырырға ашығығыҙ, дуҫтар!

2.Ә хәҙер сәхнә түренә инсафлы, талантлы Рүзилә Йәмилованы саҡырабыҙ!

Рүзилә йыр.

Йырҙан һуң.

Сәхнәгә яулығын күҙенә төшөргәнсе бәйләгән, алъяпҡысына ҡулын һөртә – һөртә “әбей”(Зәлиә) килеп инә.

-Ииий,СобханАллах, МашаАллах, тийәләрме әле? Мин әйтәм, әллә һандуғас йырлаймы тиһәм! Ҡалай матур, иҫ киткес, күҙкәйҙәрем генә тейә күрмәһен, балаҡайым, тауышыңа! Йырға сорналып, үҙемдең дә йәшлегемде иҫкә алып онотолоооп киткәнмен дә баһа. Анау ҡартты әйтәм, эҙләргә сыҡҡайным. Күрмәнегеҙме? Әү. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡмын шууул. Ҡайһы яҡҡа ҡиткәйне? Әй, рәхмәт инде. Ул ҡартыҡайым минең әле мировой бабай! Эйе-эйе. Анау атыбыҙҙы ҡалай оҫта итеп һатып ебәрҙе. Һеҙ әле ишетмәгәнһегеҙҙер, туҡта, һөйләйем әле. Бииик яҡшы атыбыҙ була торғайны. Уны ни ҡарарға, ашатырға йүн ҡалмағас ни һатырға булдыҡ инде. Бер кесаҙна, баҙар көнө инде беҙҙә, Пегасыбыҙҙы алып китте баҙарға ҡартыҡайым. Эй, ул атыбыҙ ҡарамаҡҡа бик күркәмле: ял-ҡойроғо ҡалын, үҙе һимеҙ шул хәтлем. Ысын. Шунан бер урыҫ, кем әле, анау теге күрше ауылдан дядя Ваня тиҙәр шикелле уны. Эйе. Нимәлә туҡтаным әле? Эй, хәтер генәм, ул аттыбыҙҙың да шулай хәтере насарыраҡ булды инде ул. Был Ваня тигәндәре алырға булды. Һатыулашмайынса алды бит инде, атты, тимен. Һатҡан сағында ҡартым: “Әйтте-әйтмәне, тимә, ызнакум ҡусты, атым йәш, көслө, тик бына памит каруткий”, -тигән.

Урыҫ ни һе, атҡа нимәгә память кәрәк тип, иғтибар итмәй ҡайтып киткән. Унан ни күпме генә ваҡыт үтте, урыҫ атыбыҙҙы кире килтергән.

Имеш, “Атың ялҡау, ҡыуғанды ла, һуҡҡанды ла белмәй. Мине алдағанһың бит яҡшы ат һатам тип. Алмаҫ та инем, белһәм, атыу вис нервы кончал!” тип килеп инде.

Ҡартым ни аптырап торманы: “мин тебя алдамаған. Сказал тебе аттың памит каруткий тип”.

Тегеһе бирешмәй:” Ну, сказал, а зачем атҡа память?”

-Как зашим? Вот ты коня бил с сыбырткым? Тип һорай ҡартым.

Урыҫ:

  • Ну, бил, а ему ни по чем, пробежал десять шагов, потом опять еле плетется, - тип хәбәрен һөйләй.

  • Ана шул как раз, памит каруткий була ла инде, ызнакум ҡустым,сыбыртҡы менән яндыра һуҡҡанды сразы онота, һуҡҡан ыңғайы ғына бер-ике аҙым шәбәйеп, ала ла, аҙаҡ тағы яйлап китә. килмәгән ере юҡ, тик шул памит ҡынаһы каруткий хайуанҡайҙың.”

Эээй, сер генә итеп әйтәйем әле: анау урыҫ ни ҡартымдан отолоп ҡалғанын аҙаҡ ҡына аңланы инде ул. иих, ҡартыҡайым бигеррәк зирәк бит ул. Үҙем әрләп кенә тотһам да, яндарымда сөкөрләшеп сәй эсеүе, юҡ-бар хәбәрен һөйләүе күңелдәремә рәхәтлек бирә шуул ғынайыым. Һеҙ ҙә шулай беҙҙең кеүек ҡартайғансы, бергә-бергә генә йәшәгеҙ, йәме? Әй, ана ҡайтып та килә шикелле, ҡайҙа ҡаршы барайым әле.)

Тип сәхнәнең теге осона йүгерә - атлай сығып китә әбекәй.

(Рифмирҙың Башҡортостан йырының припевын уҡыр кәрәк)

2.

1.Егерменән ашыу йырҙар авторы, талантлы йәш йырсы Рифмир Хөснөтдинов күптәрҙе үҙенең моңло тауышы менән йәлеп итә. Уның һәр йырында хистәр тәрәнлеге, күңел сафлығы сағыла.

2.Әйткәндәй,14-15 июнь Ейәнсура районында "Ҡош Юлы - 2013" гитарала уйнап йырлаусыларҙың икенсе асыҡ фестивале үтте. БашЛидер йәштәр ойошмаһы был сарала әүҙем ҡатнашып, призлы урындар ҙа яуланы.Ә инде Рифмир Хөснөтдинов үҙе ижад иткән йырҙары менән барса халыҡтың күңелен яулап, II урынға лайыҡ булды.

1.Хөрмәтле тамашасылар, көслө алҡыштар менән ҡаршы алығыҙ, дәртле, талантлы йырсы Рифмир Хөснөтдинов!

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]