Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Stsenary_3_okonchatelno.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
38.76 Кб
Скачать

Ильдар Сафин. Рэп.Йыр.

2.“Көлөү ҡояшҡа тиң” – тигән Виктор Гюго. Көлөү-шаярыуҙың файҙаһы, тормошобоҙҙо ни тиклем биҙәүе хаҡында уйланмайбыҙ ҙа шикелле, шулаймы, дуҫтар?

1.Ә бит ҡыуана белеүҙең ғүмер оҙонлоғона туранан-тура тәьҫире булғанлығы билдәле. Шулай уҡ, төрлө ауырыу, сирҙәрҙе еңеүҙә лә булышлыҡ итә икән ул. Шулай булғас, хөрмәтле тамашасыларыбыҙҙы бер аҙ “көләс күстәнәстән” ауыҙ итергә саҡырабыҙ.))

Сәхнәгә “оло ғына, әммә шаян бер бабай” (бәлки Илназ) сыға. Ҡулында таяғы, башында ауылса бүрек,биленә таянған, ә күҙҙәре шат йылмая. фон: күңелле генә, бер аҙ ишетелерлек кенә музыка яңғырай, әтәс тауышы, мал мөңрәүе лә ишетелеп ҡуя.

  • Һай, бынау бисуранан көскә сығып ҡотолдом, әй. Юҡ, бына тынғы бирмәй бит ул, әле лә тик ятма, исмаһам, кәзәләреңде ҡыуып алып ҡайт тип әйтеп ҡалды. Һүҙ юҡ, үҙе фәрештә бит ул, баба-яга булһа ла. Эй, кәзәләр тигәс, иҫкә төштө әле. Бер мәл шулай колхоз эштәренән көскә арынып төнөн генә ҡайтырға сыҡтым. Әле ул ваҡытта кулхузы була торғайны инде. Төн еткән бит, әй, күҙ ни бөткән инде. Һуҡыр.һуҡмаҡ та күренмәй. Ҡараңғыла абынып китеп, бер соҡорға осоп төштөм, әй.иҫһеҙ. Уныһы тәрән булып сыҡты, суҡыңғыры. Соҡор мөйөшөнән бер кәзә бәрәсе тауыш бирҙе,миҡылдап. Һәрмәнеп таптым теге бахырҡайҙы. Күптән осоп төшкән ахыры, хәлһеҙләнгән, бисараҡай. Менәм тиһәң, соҡор тәрән, менеп булмай. Күпмелер ваҡыт үткәс, йәштәр тауышы ишетелде бит, минең бәхеткә. Әй ҡысҡырам тегеләргә:” Ҡотҡарығыҙ, мин соҡорҙа ятам. Сығарығыҙ мине.Ҡотҡарығыҙ”, тим. Теге йәш елкенсәк, егеттәр булып сыҡты, тауышыма килделәр, соҡоромдо таптылар. Ул заманда ни хәҙерге кеүек телефон фәлән, фонарь юҡ бит инде. Былар хәҙер һеҙҙе сығарабыҙ тип, ҡайыштарын, билбауҙарын сисә башланылар. Уларын бер-береһенә бәйләп, миңә аҫҡа төшөрҙөләр ҙә:” Ошоға тотоноғоҙ, йә билегеҙҙән бәйләгеҙ, беҙ тартырбыҙ”,- тиҙәр бит, әй. Мин бау-ҡайыштарын тоттом да, үҙем һаман бахыр кәзә бәрәсен уйлайым: мине сығарһалар,уны кем сығарыр тиеп. Шунан кәзә бәрәсен алдым да теге ҡайыш –бауҙарына бәйләп тартып ҡуйҙым.үҙем уйлайым инде, бәрәсте сығарғас, аҙаҡ үҙемде лә ҡотҡарырҙар, сығарырҙар тиеп. Тегеләргә бауын тарттым да:”булды,бәйләнем, сығарығыҙ!” тием бит инде, әй. Егеттәр тартып сығарһалар, ни күҙҙәре менән күрәләр, биленән бәйләнгән кәзә бәрәсе! Тегеләрҙең ҡоттары осто, йөрәктәре табандарына төштө. “Ааа, кеше тауышы менән һөйләшкән кәзә бәрәсе! Шайтан был, шайтааан!” тип йүгереп ҡастылар. Эх, мәйтәм, башҡорт батырҙарыыы. Ә миңә иртәнгегә тиклем ултырырға тура килде шул соҡорҙа. Ә кәзә бәрәсе әле лә иҫән. Әй, мин иҫһеҙ...

(Сәхнә артынан әбейе тауышы ишетелә, әммә үҙе күренмәй)

  • Ай, әттәгенәһе, әллә, һаман китмәгән инде! Шул хәбәренән бушамаҫ инде!Кәзәләреңдән түгел, әбейеңдән баш ҡағаһың былай булғас, йүнһеҙ.

Бабай тауышын кәметеп,халыҡҡа:

-Ана ишеттегеҙме әбекәйемде? тауыш бирә башланы.Ҡуй, баш иҫән саҡта, эшен бөтөрөп ҡуяйым инде, - тип сәхнәнең теге осона сығып та тая.

Алып барыусылар сыға.

1.Бар донъяның гүзәллеге

Сағылалыр серле ҡарашта.

Оялсан да , сая ла ул

Кем һоҡланмаҫ башҡорт ҡыҙына?!

2.Ҡәҙерле тамашасылар, һеҙҙең алдығыҙҙа Әлшәй һылыуы, оҫта бейеүсебеҙ Илүзә Кирәева! Алҡыштарҙы йәлләмәгеҙ!

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]