Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Stsenary_3_okonchatelno.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
38.76 Кб
Скачать

Б-р-р.

Башҡорт рухы йөрәктәрҙә” концерт-проектына

Сценарий.

Сәхнә артынан ҡурай моңона шиғри юлдар яңғырай:

Даулы тарих шаңдауынан

Изге оран яралған,

Ата-баба уны һаҡлап,

Аманаттай ҡалдырған.

Быуындарҙан-быуындарға

Күсә килә моң-дауа,

Башҡорт рухы мәңгелеккә

Йөрәктәрҙә һаҡлана!

Фанфары. Алып барыусылар сәхнә түренә сыға. Алҡыштар.

  1. Хәйерле кис, хөрмәтле тамашасылар, килгән ҡунаҡтар, туғандар, һәм әлбиттә йыр –моң һөйөүселәр!

  1. Һаумыһығыҙ тиеп өндәшәбеҙ,

Саф йөрәкле, ихлас йөҙ менән,

Йәшлек дәртен һеҙҙең күңелдәрҙә

Тоҡандырырбыҙ йыр,моң, һүҙ менән!

  1. Шундай хозур, гүзәл тәбиғәтле данлыҡлы Кинйә Арыҫланов _____________ яҡтарында, ихлас, ҡунаҡсыл ________________ ауылында булыуыбыҙға бик тә бик тә шатбыҙ!

  2. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, күңел ҡанаттарында ашҡынып-талпынып килеп тә еттек!

  1. Хөрмәтле тамашасылар, БашЛидер төбәк-ара йәштәр ойошмаһы Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы менән берлектә бөгөн һеҙҙе “Башҡорт рухы йөрәктәрҙә” тип аталған сағыу сараға йыйып, хисле, рухлы йыр-моң даръяһына саҡыра.

  1. Тәүҙә тамашасыларҙы таныштырып үтеү ҡамасауламаҫ. “БашЛидер” йәштәр ойошмаһы йыл ярым элек барлыҡҡа килеп, юғары һөҙөмтәләргә ирешеп, бөгөнгө көндә бер нисә йүнәлештә уңышлы һәм емешле эшләп килә.

  1. Атап әйткәндә: “БашЮрт” – башҡорт тирмәләрен етештереп һатыуға сығарыу;

  2. Матбуғат саралары, “Йәштәр тауышын” ишеттереү;

1.“Рух” йүнәлешендә йәштәрҙә спортты, һау-сәләмәт тормошто пропагандалау;

2. Мәҙәни йүнәлештә йәштәр ялын ойоштороу, төрлө саралар үткәреү;

1. “Ансар” кино-видео төркөмөндә сифатлы ҡыҫҡа метражлы роликтар төшөрөү ҡаралған. Әйткәндәй, быйыл “Теләк булһа, ваҡыт табып була” исемле кино-роликты төшөрөү бәхетенә эйә булдыҡ.

2.Шулай итеп, Ойошманың төп бурыстары булып башҡорт йәштәрен берләштереү, уларҙы милли, рухи, мәҙәни яҡтан үҫтереү тора.

1.Tәүләп бындай оло сараларҙы ойоштороп килеүебеҙҙең дә үҙ маҡсаты бар, әлбиттә,

2. ул да булһа, заман йәштәре күңелендә милли үҙаңды күтәреү,

2.халыҡты рухи яҡтан байыҡтырыу,

1. һәм ҡайнар йәйҙең ауыр эш көнөнән һуң Өфө ҡунаҡтары менән күңелдәрегеҙ бер аҙ ял итеп,

2.айыҡ, иманлы, дәртле йәштәрҙең, таланттарҙың булыуына ҡыуанып,

1.2 (Бергә) дәртләнеп ҡайтырһығыҙ тигән өмөттә концертыбыҙҙы башлайбыҙ!

2.Бөгөн иһә һеҙ, тап һеҙ, ҡәҙерле тамашасылар, Иле, Халҡы, Теле өсөн янып көйгән, сәмле йәштәр йөрәктәрен ишетәсәкһегеҙ!

  1. Һәм йәш йырсыларҙың күптәре үҙҙәре ижад иткән йырҙар менән сығыш яһаясаҡ. Улар ижадында мөхәббәт, ил, халыҡ темаларының сағылыш алыуы, икеләтә ҡыуаныслы!

2.Йөрәктәрҙе елкендерер дәртле йырҙар, күңелдәрҙе нурландырыр хисле моңдар, ялҡынлы бейеүҙәр, береһенән- береһе сағыуыраҡ сығыштар – быларҙың барыһы ла тик һеҙҙең өсөн булыр ҡәҙерле тамашасылар!

1. Ә хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа Ҡазан ҡалаһында уҙғарылған “Милли хазина” конкурс фестивалендә 1 урын яулаусы, шулай уҡ “Йәшлек-шоу 2012” йыр-моң фестивале еңеүсеһе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Учалы батыры, Ильмир Бирғәлин сығыш яһай! Башҡорт халыҡ йыры “Азамат”.

(Илмир Биргалин йырлай)

1.Афарин, Илмир!

БашЛидер йәштәр ойошмаһы быйыл май айында БашАрт компанияһы менән берлектә Салауат Юлаев майҙанында ҙур башҡорт флешмобын үткәргәйне.

2.Башҡаларға өлгө булырҙай беҙҙең сая ҡыҙҙарыбыҙ үҙ таланттарын асып, был сарала ла үҙҙәрен һынатманы. Ҡәҙерле тамашасылар! Һеҙҙең алдығыҙҙа шаян бейеү менән “Аҡҡош” бейеү ансамбле!

1.Шаян, осҡор беҙҙең ҡыҙҙар,

Бал ҡортондай етеҙҙәр.

Бейеүҙәре һоҡландыра

Теймәһен генә күҙҙәр!

Алҡышлап ҡаршы алығыҙ үҙҙәрен!

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]