Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

Аслямова А. Семенар 4, (3, 4, 5 вопросы)

.docx
Скачиваний:
12
Добавлен:
18.03.2015
Размер:
29.54 Кб
Скачать

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ ҺӘМ ФӘН МИНИСТРЛЫҒЫ

ЮҒАРЫ ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ

ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

«М. АҠМУЛЛА ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ»

Башҡорт филологияһы факультеты

Башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы

ТЕЛ МЕНӘН ФЕКЕРЛӘҮ БӘЙЛӘНЕШЕНЕҢ КОНКРЕТ ФОРМАЛАРЫ

/реферат/

Тикшерҙе:.ф.ф.к., доцент

Толомбаев В.З..

Эшләне: V курс, 502-се төркөм студенты

Әсләмова Ә.Р.

Өфө 2013

Йөкмәтке

Инеш……………………………………………………………………….3

  1. Логик һәм грамматик категориялар……………………………………5

  2. Һүҙ, һүҙ мәғәнәһе һәм төшөнсә………………………………………...6

  3. Һөйләм һәм фекер йөрөтөү……………………………………………..8

Әҙәбиәт………………………………………………………………...….10

Инеш

Тел ғилеменең төп һорауҙарының береһе булып тел менән фекерләү бәйләнешене мәсьәләһе тора. Был мәсьәлә күп конкрет фәндәргә лә үтеп инә: семасиология, лексикография, лексикология, морфология һәм синтаксис. Был мәсьәләне үҙен аңлатыр өсөн беҙгә лингвистика, философия һәм психологияны бергә ҡушып өйрәнергә кәрәк.

Тел – телдән әйтелгән кәүҙәләнеш, фекер йөрөтөү системаһы. Тик шул уҡ ваҡытта һорау килеп тыуа: кеше телһеҙ фекер йөрөтә аламы?

Күп ғалимдар әйтеүенсә фекерләү тел ярҙамында ғына йәшәй ала.

Күп быуаттар элек йәшәгән гректар “logos” һүҙен һүҙ, һөйләү (телмәр), һөйләү теле, аҡыл (аң), фекер (йөрөтөү) һүҙҙәре менән билдәләп йөрөткәндәр. Ә тел менән фекерләүҙе айырып ҡарарға күпкә һуңыраҡ башлағандар.

Вильгельм Гумбольдт, немец лингвисты әйтеүенсә, тел – формалашыусы фекерләү органы. Был тезисты үҫтерә килеп, ул халыҡ теле – уның теле – тип әйткән.

Икенсе немец лингвисты Август Шлейхер әйтеүенсә, йөмәтке һәм форма кеүек, тел һәм фекерләү ҙә оҡшаштар.

Филолог Макс Мюллер был фекерҙе үҙенсә шулай аңлата: беҙ беләбеҙ ти ул, күк йөҙө бар һәм ул зәңгәр. Уның исеме булмаһа (күк йөҙөнөң), беҙ нисек уны атай алыр инек? Тел һәм фекерләү ике һүҙ, ләкин улар бер-береһеҙ йәшәй алмай.

Фердинанд де Соссюр тел һәм фекерләүҙең бәйләнгән күренеш икәнен күрһәтер өсөн шундай образлы сағыштырыу килтерә: “Тел -

ҡағыҙ бите, фекерләү тышҡы яғы. Ҡағыҙҙың тышҡы яғын киҫһәң, икенсе яғы ла киҫелә. Шуға ла телдә лә фекерләүҙе тауыштан, тауышты фекерләүҙән айырып булмай. Уны тик абстракция ярҙамында ғына ҡаҙаныу мөмкин”.

Америка белгесе Леонард Блумфилд әйтеүенсә, фекерләү ул – үҙ-үҙең менән һөйләшеү.

Бөтөнләй икенсе ҡарашта булған ғалимдар ҙа күп. Улар, мәҫәлән, фекерләү, бигерәк тә ижади фекерләү телдән әйтелгән кәүҙәләнешһеҙ ҙә йәшәй ала тип һанайҙар. Ноберт Винер,Альберт Энштейн, Фрэнсис Гальтон һәм башҡа ғалимдар фекерләү ваҡытында беҙҙең уйға һүҙҙәр түгел, ә образдар килеп баҫа тип иҫбатлайҙар.

Икенсе яҡтан, күп кеше етер-етмәҫ фекерҙәрен, аңдарын күп һүҙ ярҙамында йәшерә ала. Гете әйтеүенсә: Гете әйтеүенсә: “Бессодержательную речь всегда легко в слова облечь”.

Телдән әйтелгән кәүҙәленешһеҙ композиторҙар, художниктар, актерҙар и жад итә ала. Мәҫәлән: Ю.А. шапорин кешене аңлай, кеше менән һөйләшә алмаған, ә көй яҙа алған, шулай итеп уның конструктив, образлы фекерләүе булыуын аңлайбыҙ.

Күренекле лингвист Роман Осипович Якобсон был күренеште шулай аңлата: Тамғалар – фекергә ярҙам итеүсе компоненттар, шулай ҙа, эске фекер (ижади фекер) бүтән тамға системалары менән эш итә (неречевые – һүҙһеҙ), улар араһында кешеләр менән ҡабул ителгәндәр ҙә индивидуаль тамғалар ҙа осрай.

Д. Миллер, Ю.Галантер, Г.Прибрамдар әйтеүенсә, һәр бер кешенең мейендә нимә әйтергә теләгәненең һөйләме барлыҡҡа килә. Бынан сығып беҙ һөйләмдең һүҙҙәр аша йыйылғанын билдәләй алабыҙ.

Шулай итеп, ҡапма-ҡаршы фекерҙәр икеһе лә нигеҙле. Дөрөҫлөк уларҙың уртаһында ята, фекерләү һәм тел бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Тик ҡайһы бер осраҡта ғына, фекерләүгә һүҙҙең кәрәкмәүе билдәләнгән.

  1. Логик һәм грамматик категориялар

Логик һәм грамматик категориялар бер-береһенән айырыла. Йөкмәтке буйынса грамматик категориялар бер-береһенән айырыла. М.: Килештәр исемдәрҙең башҡа һөйләм киҫәктәренә бәйләнешен күрһәткән, үҙенә башҡа ялғауҙар менән билдәләнгән грамматик категория; йүнәлештәр; һөйкәлештәр.

И.П. Иванова әйтеүенсә, грамматик категория – ике мотлаҡ элементтан тора: грамматик мәғәнә һәм грамматик күрһәткес. Граммматик мәғәнә грамматик форманың үтә кәрәкле элементы булып тора. Формаларҙың берҙәм булыуы бер иш грамматик мәғәнә, ә инде ул грамматик категория тәшкил итә.

Стюарт .милль әйтеүенсә, грамматик категория логиканың элементтар бүлеге.

Г. Штейнталь, И.Модвигтар грамматик һәм логик категорияларҙы бөтөнләй ҡапма-ҡаршы тип билдәләй.

Телселәр грамматик һәм логик категориялар төшөнсәләре бүленеп китәләр тип билдәләйҙәр: замандары, һандары, тап килмәй.

Нисек кенә булмаһын, грамматик мәғәнәнең асылын белер өсөн төшөнсәгә ҡайтабыҙ (О.Есперсен.). Тәүге булып был осраҡта төшөнсә тора, ә грамматик категория – яһалма булып һанала. Лексик мәғәнәлә өс көс ҡатнаша: телдең структураһы, төшөнсә һәм предмет бәйләнеше. Грамматик мәғәнәлә ике көс: Тел стуктураһы һәм төшөнсә (һиҙемһеҙ итә).

  1. Һүҙ, һүҙ мәғәнәһе һәм төшөнсә

Һүҙ – 1.Ысынбарлыҡтағы берәй предметты, күренеште, төшөнсәне аңлатҡан өндәр теҙмәһенән торған телмәр берәмеге. 2.Ике арала әйтелгән хәбәр. 3.Әйтеп белдерелгән кәңәш, тәҡдим. 4.Халыҡ алдында һөйләгән сығыш, телмәр. 5.Кем йәки ниҙер хаҡында халыҡ араһында йөрөгән төрлө хәбәр. 6. Ниҙер хаҡында вәғәҙә. 7. Талаш әрләш. 8. Көй сәғарылған әҙәби текст.

Төшөнсә – 1. Ниҙеңдер төп билдәһен сағылдырылған логик фекер. 2. Ниҙер хаҡындағы мәғлүмәт, белем.

Һүҙ төшөнсәнең материаль нигеҙе булып тора. Улар араһында айырмалар ҙа бар:

  1. Төшөнсә һәр ваҡыт бер һүҙ менән инә әйтелмәй (БДУ студенты);

  2. Төшөнсә һәм һүҙ һәр саҡ бер-береһе менән тап килмәй, сөнки омонимдар, синонимдар, паронимдар бар. Мәҫәлән, омонимдар, белеүебеҙсә әйтеме тап килеп, мәғәнәһетап килмәгән һүҙҙәр: асҡыс һ.б.

1.Төшөнсә Һүҙ 3.Төшөнсә

2. Төшөнсә

Был төшөнсәләрҙең һәр береһенең үҙ мәғәнәһе бар.

Тел хоҡуғы терминын алғанда, һүҙ кешегә һүҙ кеүек тә, һүҙбәйләнеш кеүек тә бирелә ала. Хоҡуҡ төшөнсәләре ике төргә бүленә һәм логик структуралы була:

  1. Хоҡуҡ – сағыштырма (закон, факт, статья).

  2. Хоҡуҡ – махсус (иҫтең –дәғүәсе, ответчик – яуап биреүсе).

Хоҡуҡ – сағыштырма төшөнсәһе хоҡуҡ-махсус төшөнсәгә күсә ала: юридик закон.

Хоҡуҡ – махсус төшөнсәләренең ике төрө бар:

  • Дөйөм ( ҡулланылған һүҙҙәр) – гражданлыҡ хоҡуғы.

  • Үҙенсәлекле (специфик) – конкрет ерҙәргә генә ҡулланыла торған һүҙҙәр: хражданлыҡ хоҡуғының разделдары – табылдыҡ, залог һ.б.

Синонимдар – икенсе бер һүҙгә мәғәнә яғынан тап килгән йәки яҡын булған һүҙ (батыр – ҡыйыу).

  1. Һөйләшеү ваҡытында төшөнсәнең семантик мәғәнәһенә күп осраҡтарҙа ярҙамсы һүҙҙәр ҡушыла. Улар эмициональ, баһалаусы булып торалар (адвокат – адвокатишка).

Шулай итеп, төшөнсә менән һүҙ бергә йөрөгәс, улар бөтә осраҡтарҙа ла бер мәғәнәле булмайҙар. Һүҙ төшөнсәнең кәүҙәләнеш формаһы булһа, төшөнсә һүҙҙең мәғәнәүи йөкмәткеһен кәүҙәләндереп килә.

3.Һөйләм һәм фекер йөрөтөү (суждение)

Һөйләм һәм фекер йөрөтөү мәсьәләһе – бик ҡатмарлы, яҡшы өйрәнеп бөтөлмәгән һорауҙарҙың береһе булып тора. Был теманы асыр өсөн тел ғилеменә лә, логикаға ла мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күп ғалимдар һөйләм һәм фекер йөрөтөүҙе тиңләштереп ҡарайҙар. Һүҙҙәр ярҙамында фекер йөрөтөү ярҙамында сағылдырылған, һөйләм була ла инде, ти Ф.И. Буслаев, А.А. Потебня, киреһенсә, грамматик һөйләмдәрҙе логик фекер йөрөтөү менән бөтөнләй тиңләштереп ҡарап булмай, ти. Һөйләм һәм фекер йөрөтөү билдәмәләләре бик күп. Шуға ла уларға таянып ҡына эш итеп булмай.

П.С. Попов әйтеүенсә – фекер йөрөтөү, ул предметтар тураһында фекерләү, шул арҡала раҫлау йәки инҡар итеү ярҙамында предметтар араһындағы ҡараш йәки билдә асыла.

Фекер йөрөтөүҙең төп һыҙаттары булып:

1.Атрибутик характер (предметтың билдәһенә тап килеүен, тап килмәүен күрһәтә);

2.предметтың айырмаһын һәм оҡшашлыҡты күрһәтеү мөмкинлеген билдәләй.

Фекер йөрөтөүҙең структураһы һәм элементтары булып субъект, предикат һәм связка(бәйләүес) тора.

Субъект – фекер йөрөтөүҙең предметын белеү.

Предикат – ул раҫланған йәки кире ҡағылған белем.

Связка – фекерләгән предикат хас йә хас булмаған фекер йөрөтөүҙең предметы.

П.С. Попов субъект менән предикатты ике мөһим фекер йөрөтөүҙең элементтары тип әйтә:

1.Предикат менән субъекттың бәйләнеше;

2.раҫлауҙы урынлаштырыу йәки фекерҙе кире ҡағыу.

Һөйләм – бер бөтөн уй аңлатып граммматик һәм интонацион яҡтан ойошҡан һүҙ йәки һүҙбәйләнеш. Һөйләм һөйләшеүсенең (фекер алыусының) төп ҡоралы. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙең һөйләмдәргә ҡушылыу ҡағиҙәһе – үҙе бер тема. Һөйләмдә иң беренсе баш киҫәктәр, унан эйәрсән киҫәктәр билдәләнә.

Фекер йөрөтөү менән һөйләмдең мөһим айырмаһы шунда асыҡлана: фекер йөрөтөүҙең конкрет йөкмәткеһе, фекерҙең ысын йәки ялғанлығын билдәләүсе һөйләм өсөн бер-ниндәй ҙә мәғәнә бирмәй.

Фекер йөрөтөүҙең ысын булыуын һөйләм бер нисек тә контролировать итә алмай.

Фекер йөрөтөү материаль донъя ысынбарлығы объекты менән тығыҙ бәйләнһә, һөйләмдәр бәйләнә алмай.

Фекер йөрөтөү менән һөйләмде айырып ҡараусы ғалимдар (Р.Карнап, Рассел, Маррис һ.б.) – улар логик позитивизмдың яҡлаусылары.

Ә улар менән килешмәгән ғалимдар шулай уҡ байтаҡ Дж. Уотлоу, А.Вассерштайн.

Һөйләм хәбәр итеүсе булып тора, ә фекер йөрөтөү быны белмәй. Һөйләм структураһы, мәсьәләләре, төҙөлөш төрҙәре, бөгөлөүсәнлеге менән фекер йөрөтөү айырылып тора.

Һөйләмдәр һүҙҙәрҙән төҙөлә. Һәр бер һүҙҙең лексик мәғәнәһе бар. Лексик мәғәнәғә фекер йөрөтөү ҡарай ҙа инде.

Фекер йөрөтөү менән һөйләмде ҡарағанда, беҙ тел һәм фекерләүгә кире ҡайтабыҙ. Шулай итеп улар бөтәһе лә бәйләнгән тип һығымта яһарға мөмкин.

Әҙәбиәт:

  1. Высказывания великих. – М.: Мысль, 1993.

  2. Горелов И.Н., Седов К.Ф. Основы психолингвистики: Учебное пособие. – М.: Лабиринт, 1997.

  3. Маслов Ю.С. .Введение в языкознание. – М., 1975.

10