Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Тимер ауылы йылъяҙмаһы.docx
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
838.1 Кб
Скачать

Тимер ауылы халҡының аралары

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда шәжәрә байрамдарының һәр бер ауылда тиерлек үткәрелеүе матур бер йолаға әйләнде. Беҙҙең ауылда был саранан ситтә ҡалманы. Һәм беҙҙең Тимер ауылында ла 2003 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы” үткәрелде. Һәм тарихи мәғлүмәттәр, байрамдың нисек уҙыуы гәзит биттәрендә яҡтыртылды. Ошо йәһәттән тарихҡа күҙ һалып үтәйек. «Таң» гәзитендәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда Тимер ауылында 9 ара бар.

Тимер халҡының аралары:

  1. Шаҡым – Тимер ҡарттың заттары булған;

  2. Һәйетбайҙар – Бикмөхәмәтовтар, Арыҫланғужиндар, Балапановтар (ҡыш

өҫтөнән тары сәскәнгә әйткәндәр, Һәйетҡол ҡарттан ҡалған);

  1. Ҡушыҡ – Алтынбаев, Күҫәпҡолов, Аҡназаровтар ( улар бергә-бергә

ҡушылып ярҙам итешеп йәшәгәндәр);

  1. Бәзмән –Мырҙағоловтар (һәр нәмәне, әйберҙе үлсәгәндән килеп сыҡҡан);

  2. Бохмаштар – Яубаҫаров, Үлмәҫбаев, Ҡолдобаевтар (ер-һыу атамаһы Бохмаш яғынан күсеп килгәндәр, Бохмаш туғайы ла бар);

  3. Һармаҡ – Исхаков, Дауытовтар (тау төшкәндә аттың үҙенә тышау һалып

төшкәндәр);

7.Ҡоҙғон – Бәҙәмшиндар (Бәҙәмшиндарҙың өләсәһе Белорет районы

Ҡоҙғон ауылынан килен булып төшкән);

  1. Ишҡара – Алтыншин, Баймырҙиндар;

  2. Яманһары – Нәҙершин, Яманғолов( сей һары булғандарҙыр инде).

Ара, әлбиттә. Туғандарҙы айырыу өсөн дә кәрәктер, сөнки әүәл атай исеме фамилияға күскән. Уларҙы ололар әйтеүҙәренән яҙып алынған. Минең олатайым Баймырҙин Самат Ғәлемырҙа улы әйтеүенсә беҙ ишҡара араһына ҡарайбыҙ.

Тимерҙә 1850 йылда ир-ат затынан 162. ҡатын-ҡыҙ затынан 149 кеше, барыһы 311 кеше йәшәгән. Был йылдарҙа Байғаҙы ауылына 102 ир-ат, 85 ҡатын-ҡыҙ күсеп ауыл барлыҡҡа килтергән.

1859 йыл – 368, ә 1920 йылда – 453 кеше йәшәгән. Элекке утарҙың береһе – Аралбай ауылы есуал Аралбай Мөхәмәтовтың исемен йөрөткән. Ауылға 1834 йылда 20 йорт айырыла.

1850 йылда ауыл икеләтә арта: 41 йорт, ир-ат затынан 110, ҡатын-ҡыҙҙарҙан 87 кеше иҫәпләнгән. Алдағы иҫәпләнгән фамилияларға Зиянбаев, Ҡарашаев, Сәитбаталов, Хисматуллин, Үлмәҫбаев, Бүләкбаев, Ғөбәйҙуллин, Тимишев, Амирханов, Зәйнетдинов, Дәүләткилдиндәр һ.б. өҫтәлә. 1859 йылда 197 кеше 41 йортта йәшәгән, ә 1920 йылда кеше һаны кәмей, сөнки, 1-се бөтә донъя һуғышы, граждандар һуғышы, аслыҡ йылдары сәбәпсе, 33 өйҙә 162 кеше ҡала.

Ауылда мәктәп, магазин, мәсеттә була. Ауыл 1975-1980 йылдарҙа тарҡала, алдағы йылдарҙа Мишәргә, Тимер ауылына, район үҙәгенә күсәләр.

1816 йылда Тимерҙә Байғаҙы Ҡунаҡбаевтың бер туғандары Әбделғазы,

Бикмөхәмәт, Килмөхәмәт, уның улдары йәшәй.

Ауылда 1859 йылда – 220, 1920 йылда 478 кеше булған. Рядовой Хәйбулла Ташбулатов, Рәсүл Ишкилдин 1806 – 1807 йылдарҙа Наполеонға ҡаршы һуғышҡан, ә Ниғмәтулла Юлъяҡшин 1812 йылғы һуғышта миҙал ала.

Тимерҙәр Оло Нөгөш йылғаһы буйында Бикташ ауылына 1834 йылда нигеҙ һалалар. Уны 76 йәшлек Бикташ Тойғонов нигеҙләй. Улдары Динмөхәмәт, Күжәхмәт, Хажиәхмәт тә шунда йәшәй. Ауылда 1834 йылда 117 кеше, 1859 йылда – 124, 1920 йылда 185 кеше, 1960 йылдарҙан һуң тарҡала башлаған.

1812 йылғы Ватан һуғышында үрәтник Дәүләтҡол Ҡулаҡаев, Динмөхәмәт Бикташев, икешәр көмөш миҙал менән бүләкләнгән, рядовой Тавлин, Истан Ишмөхәмәтов 1806-1807 йылдарҙа Пруссияла һәм Польшала французға ҡаршы һуғыша.

Ауыл уҡымышлы кешеләренең күп булыуы, беренселәрҙән булып ауылда мәктәп асылыуы менән үҙенең мәҙәни кимәленең башҡаларҙа юғарыраҡ тороуын күрһәтә. Ләкин был йылдарҙа кешеләрҙә дини ҡараш бик көслө була. Ауылда 1930-сы йылда ғына колхоз ойошторола. Колхоз ойошторолғас, игенселек менән шөғөлләнә башлайҙар.

Тимерҙәр Кесе Нөгөш һыуын һыулаған, йәйләүҙәр булдырған, мал көткән. Ауылдарҙа төп шөғөл – малсылыҡ булған. Игенселек өсөн уңайлы ерҙәр ҙә булмаған, һәм климат ҡаршылыҡтарынан иген аҙ сәселгән. Шуға

күрә күбеһенсә ағас эше, күмер яндырыу, дегет ҡайнатыу, аусылыҡ, умартасылыҡ менән көн күрә. 1955 йылда көҙ еткәс кенә Боһондо буйында 48 метр оҙонлоғонда һарыҡ һарайын төҙөп өлгөрткәндәр. Бригадала даими эшләүселәрҙән Ватан һуғышы инвалидтары Аллабирҙин Мортаҙа, Байрамғолов Арсланғәле, Мырҙағолов Байғужалар булған. Сезоны менән Баязитов Сәлих , Ҡолдобаев Сәләхедтин , Яубаҫаров Ғәлимйән һәм башҡа колхозсылар ҙа ҡатнашҡан.Уларҙың да хеҙмәттәре ҙур. Бригадирҙан ҡалышмҡаҫҡа тырышҡандар, ихтирам иткәндәр. Әлеге һарыҡ торлағына кәрәкле ағас материалдарын Байрамғолов Арсланғәле ат менән бер үҙе ташып еткергән. Мортаҙа һәм Сәләхетдин олатайҙар ҡул бысҡыһы менән таҡта ярғандар .

Баймырҙин Ғәлимырҙа олатайҙың 7 кешенән торған бригадаһы Ҡарағол туғайында 87 баш мал һыйҙырышлы стандарт һыйыр һарайы төҙөгән.Эш иртә яҙҙан башланған. Төҙөүселәр ағасты үҙҙәре әҙерләп,таҡталығын балта менән ярып һалғандар. Төҙөлөш ауылдан бер километрҙан алыҫ түгел.Шулай ҙа кешеләр эш өҫтөндә ятып эшләгәндәр. Балта , бысҡы тауыштары иртә таңдан алып киске ҡараңғыға тиклем тынмаған.

Ҡыш уртаһы булһа ла төҙөлөштө тамамлау өсөн ҡыҙыу эштәр алып барғандар. Әҙ генә кешеләрҙең ҡышҡа ваҡытта ошондай ҙур эш башҡарыуы үҙе үк батырлыҡ инде.

Ғөмүмән, бер был объектта ғына түгел, төҙөүселәр бынан алда ла һыр бирмәгәндәр.

Төҙөлөшбригадаһы ысын мәғәнәһе менән штурм отряды булған. Ырҙын йәки баҫыу станы кәрәкме улар төҙөгән. Улар бергә бесән өмәһенән дә ҡалмағандар, берәү үҙенә нигеҙ ҡорорға булһа уларҙы һораған... Бындай эште төҙөүселәр, тик идара рөхсәт итһә генә, дөйөм эшкә зыян итмәйенсә, йә бик иртә менән, йә эштән һуң ғына башҡарғандар.

1957 йылда фермала 100 быҙаулыҡ һарай һалғандар, малсылар өсөн бик матур ике бүлмәле йорт күтәрелгән. Тап ошо йылдың йәйендә райком секретары М.Ғ.Билалов күршеләге эреләтелгән колхоз төҙөүселәрен Ғәлемырҙа бригадаһының эшен күрһәтеү өсөн Ҡарағол туғайына экскурсияға алып килгән. Шул уҡ йылда Баймырҙин Ғ.Ә. РСФСР Ауыл хужалығы төҙөлөшө ойошмаһы тарафынан Почет грамотаһы менән наградланған.

1961 йылға тиклем Тимер ауылы Байназар сельсоветына ҡарай. Ә 1961 йылдан һуң Иҫке Монасип ауыл хакимиәтенә күсерелә. Нәби,Иҫке Монасип, Яңы Монасип ауылдары менән берлектә “Ҡыҙыл Таң” колхозына ҡарай.

Башҡортостан республикаһы Указы (14.04.1992 йылғы) нигеҙендә Тимер ауыл хакимиәте барлыҡҡа килә. 1989 йылда Тимер бригадаһы “Маяҡ” колхозы булып айырыла.

Мәктәп тарихыла үҙгәреп тора. 1947 йылға тиклем башланғыс, 1948 йылдан – 7 йыллыҡ, 1966 йылдан - 8 йыллыҡ, 1987 йылдан урта дөйөм белем биреү мәктәбенә әйләнә, ә 2012 йылда киренән 9 йыллыҡ мәктәп булып ҡала.

Ауыл хакимиәтендәге мәғлүмәттәргә ярашлы,1993 йылда - 514 өй,

2000 йылдарҙа 467 өй, 2010 йылдарҙа 494, 2013 йылда ауылда 525 өй, 127 хужалыҡ иҫәпләнә. Иҫәпләүҙәр буйынса, Тимер ауылы үҫә бара. Ауылда йылдан-йыл яңы өйҙәр күтәрелә, йәштәр донъя ҡора. Әлеге ваҡытта тыуған ауылымда балалар баҡсаһы, мәктәп, фельдшерлыҡ пункты, клуб, ауыл китапханаһы, иман йорто – мәсет, 6 магазин эшләй.

“Маяҡ” колхозы хәҙер муниципаль хужалыҡ булып ҡалған. Заман талабынан ҡалышмай,  үҙ эшен асыусылар ауылдарҙа байтаҡ хәҙер. Етештереү өлкәһендә тырышып хеҙмәт иткән эшҡыуарҙар бары тик хуплауға лайыҡ, ә ауылымдың уңған хеҙмәткәрҙәре 10 крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына бүленгән. Хәҙерге ваҡытта ауылдың йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Шулай булһа ла элекке көн күргән кәсептәре: малсылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ онотолмай. Юл төҙөкләндереү, газ үткәреү кеүек заман талаптары өсөн кәрәкле проблемаларҙы күтәреп әлә лә ауыл үҫеш алдында.

2014 йылда уҙғарылған йыйылыш ҡарары нигеҙендә Тимер ауылында спорт комплексы төҙөлөш эшен башлағандар.

Тыуған ер – халыҡтың иң ҡәҙерле байлығы. Мин Тимер ауылында тыуып үҫеүемә,бында йәшәүемә, үҙ туған башҡорт телендә аралашыуыма бик шатмын! Моғайын, илемдән ситтә йәшәй алмаҫмын мин. Был минең Тыуған ерем, һөйгән төйәгем! Хатта, ҡоштар ҙа көҙ көнө йылы яҡҡа осһалар ҙа, яҙын кире әйләнеп ҡайталар. Мин дә ситкә китһәм, тиҙ үк һағынам. Эсәр һыуым, һулар һауам таҙа, яҡындарым имен, киләсәгем өмөтлө булыу менән мин бәхетле. Мин бәхетле, сөнки Тыуған илемдә халҡым дуҫ һәм шат йәшәй. Мин бәхетле, сөнки һәр таңым тыныс һәм яҡты. Ер йөҙөндәге һәр балаға ла ошондай бәхетле көндәрҙе теләр инем. Мин дә үҙемде халҡымдың, ауылымдың бер бәләкәй генә өлөшө итеп тоям. Киләсәктә тарих биттәрендә матур эҙ ҡадырасағыма ышанам,сөнки бөгөн дә уңыштарым юҡ түгел. Илем, һиңә булған мөхәббәтем сикһеҙ. Күңелем хыялдар менән тулы.

Тыуған ерем,тыуған илем! Ни тиклем күңелемә яҡынһың, ни тиклем ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин! Балдай татлы һыуҙарың да, тәрән күлдәрең дә, мәғрүр тауҙарың да, ҡышҡы ажғыр бурандарың да, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген-ҡырҙарың да – бөтәһе лә йөрәк түрендә. Күпме генә һыуҙар аҡһа ла һин минең өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерле һәм ғәзиз илем!