Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Тимер ауылы йылъяҙмаһы.docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
838.1 Кб
Скачать

Бәләкәй фәндәр академияһы

Конкурсына тарихи эҙләнеү эше: тимер ауылы йылъяҙмаһы

Башҡарҙы:Баймырҙина Нурзилә Айбулат ҡыҙы

Тимер филиалының 7 класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Язағолова Миңлегөл Таһир ҡыҙы

2014

Фәнни тикшеренеү эшенең маҡсаты:

  1. Тимер ауыл китапханаһы архивындағы материалдар менән танышыу, уларҙы өйрәнеү.

2. Тыуған ауылым тарихын төплө өйрәнеү;

йәштәштәремде патриотлыҡҡа өндәү;

тыуған төйәгебеҙгә ныҡлы иғтибар, лайыҡлы

ихтирам сифаттарын һәм оло мөхәббәт тойғоларын

үҫтереү.

3. Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу

уятыу, батырлыҡтары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү.

Йөкмәткеһе

  1. Инеш һүҙ

  2. Тимер ауылы тарихы

  3. Тимер ауылы халҡының аралары

  4. Тимер ауылының ер-һыу атамалары

  5. Йомғаҡлау

Инеш һүҙ

Сал тауҙарым, үҙәндәрем  Һаҡлай тарих, ер йәмен.  Гүзәлдәрҙән-гүзәлһең һин,  Моңдар иле – Бөрйәнем. Килегеҙ, дуҫтар, килегеҙ  Мөғжизәле Бөрйәнгә.  Халҡымдың бай йолаһы бар –  Оло хөрмәт килгәнгә.

Әлбиттә, тыуған яғымдың матурлығын һүрәтләгәндә һәм данлағанда Тимер ауылында тыуып үҫкән Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың һүҙҙәрен ҡулланмау мөмкин түгел.

Тыуған төбәгемдең тарихын, ер-һыу атамаларын тәрәнерәк һәм ентекләберәк өйрәнгән һайын, уға булған һөйөүем арта бара. Ысынлап та, һәр башҡорт ауылы Башҡортостан тарихын сағылдыр­ған ер-һыу атамаларына ифрат бай.

Тимер ауылы ҡыпсаҡ ырыуының ҡарағай тармағына ҡарай. Ағасыбыҙ – ҡарағай, ҡошобоҙ – ҡарсыға, тамғабыҙ – даға, ораныбыҙ – Тәңре.

Ауыл йырҙарҙа данланған Ағиҙел буйында урынлашҡан. Тимер ауылының урынлашҡан ере, тәбиғәте бик матур, хозур. Уның Бейек-бейек тауҙары, ҡаялары, киң матур сәскәле туғайҙары һәр кемде үҙенә тарта, арбай.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда шәжәрә байрамдарының һәр бер ауылда тиерлек үткәрелеүе матур бер йолаға әйләнде. Беҙҙең ауылда был саранан ситтә ҡалманы. Һәм беҙҙең Тимер ауылында ла 2003 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар байрамы” үткәрелде. Ошо турала йыйылған мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, икенсе бүлектә Тимер ауылы аралары тураһында яҙылды. Шулай уҡ билдәле булған ҡайһы бер ер-һыу атамалары өйрәнелде. Ауылыбыҙ тарихын өйрәнеү ошо гүзәл еребеҙҙә тыуып үҫкән, уның барса ниғмәттәрен татыған һәм үҙен тап ошо ауылданмын тип һанаған барсабыҙҙың  да  иң  мөҡәддәс  бурысы.  Ауылыбыҙ  тарихын тәрәнерәк өйрәнеп, уны башҡаларға еткереүҙе; ырыу-шәжәрә һәм нәҫел-нәсәп бәйләнештәрен асыҡлауҙы; йыйылған материалдарҙы туплап, үҙенсәлекле бер йылъяҙма булдырылһа мин бик шат булыр инем.

Тимер ауылы тарихы

Тимер – Бөрйән районының иң боронғо ауылдарының береһе – 1786-1790 йылдар араһында барлыкка килә, шулай уҡ 1834-1850 йылдарҙа Аралбай, Байғазы, Бикташ ауылына, Көлөбә йәйләүҙәренә, Боһондобаш утарҙарына 1834 йыл үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында әүелдерелә, статус ала.

Бөрйән районы ауылдарының һәр береһенең икешәр, хатта өсәр исемдәре бар.Мәҫәлән: Иҫке Монасип – Һарт, Нәби-Ҡуян, Әбделмәмбәт-Ҡыпсаҡ, Килдеғол-Һарағы, Яуымбай – Ҡайынөй, Мораҙым-Аратау, Мәһәҙи-Түңгәүер,Яңы Собханғол-Янһары,Яңы Монасип –Мишәр. Был ауылдарҙың элекке исемдәре хәҙерге ваҡытта ла ҡулланыла. Ауылдарҙың ике исем менән йөрөтөлөүен төрлөсә аңлаталар. Тимер ауылы кешеләренә лә Биреләр тип өндәшәләр.

Ҡарағай – Ҡыпсаҡ волысына ҡараған Тимер ауылына хәҙерге Әбйәлил районынан күсеп ултырғандар. Ул 1786 йылдан алда барлыҡҡа килә алмай, сөнки шул йылдарҙа сығарылған картала юҡ. Тимер ауылы шәжәрәһе Тимер ҡарттан таралған. Ауылда бөтәһе туғыҙ ара бар.

Тимер ауылы ҡыпсаҡ ырыуының ҡарағай тармағына ҡарай. Ауыл йырҙарҙа данланған Ағиҙел буйында урынлашҡан. Боронораҡ уның ерҙәре бик киң булған. Кесе һәм Оло Нөгөш, Ағиҙел, Үҙән, Һәүәнәк, Боһондо

йылғалары буйында йәйҙәрен йәйләп, ҡыштарын ҡышлаған. Тимер ауылының урынлашҡан ере, тәбиғәте бик матур, хозур. Уның бейек-бейек тауҙары, ҡаялары, киң матур сәскәле туғайҙары һәр кемде үҙенә тарта, арбай.

Республикабыҙ Үҙәк Хөкүмәт тарихи архивында 1816 йылда ауылдың кешеләре тураһындағы тулы мәғлүмәттә рәүзидә (урыҫса ревизская сказка) Архив (231, 138-се биттәр) йорт старшинаһы Теләүғол Ялчин 6-сы башҡорт кантонынан 1-се бүлегенә 1813 йылда Мораҙым Байғусҡаров, Ишҡол Ҡалҡаманов һәм уның улы Зиганша Хәлил ауылынан барщина хеҙмәтенә ебәрелә, 1815 йыл Кульчукбай Һөйөндөкөв ғаиләһе өҫтәлә. Улар нәҫеле 1834 йыл Бикташ ауылына күсә, әлеге ваҡытта Кульчиковтар Исламбайҙа йәшәйҙәр. Һығымтала, ҡарағай-ҡыпсаҡ волосына ҡараған ауылдар Әбйәлил районынан күсеп, 11-се һәм 12-се йортто тәшкил иткән. Был турала райондың “Таң” газетаһында мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Улар тураһында Д.З. Аллабирҙин һәм С.Х. Дәүләтбирҙин яҙған.

Ерҙәрҙе ҡаҙна, помещиктар һәм завод хужалары тартып ала һәм көтөүлектәр бик ныҡ кәмей. Башҡорттарға йәйләүгә күсеүҙе лә тыялар. Администрация хатта йәйләү урындарын ағыулауға тиклем барып етә.

Теләүғол Ялчин һуңынан Ҡунаҡбай Ҡарабаев йорт старшиналары, зәүрәт-есаул Ғайса Тимеров, Иҙелбай Сүрәбаев, Есаул Аралбай Мөхәмәтов, Өмөтҡол Ишмөхәмәтов, сотник (йорт йөҙ башы) Ишмөхәмәт Буранғолов, Байғаҙы Ҡунаҡбаевтар берҙәм, яҡшы эш итеү, аҫаба ерҙәрҙе һаҡлау ниәтендә, тимерҙәрҙең бер өлөшөн утарҙарға күсереп, ауыл статусын алыуға өлгәшкәндәр.

1834 йылда Тимер ауылында ир-ат заты 305, ә ҡатын-ҡыҙ заты 259, барыһы 664 кеше була. Был йылдар урыҫтар тарафынан башҡорт ерҙәрен талаусыларҙың көслөк, алдау, һатып алыу юлы менән эш итеүҙе дауам иткән. Янау, ҡурҡытыу юлы менән башҡорттарҙы ошо бөлдөргөс алыш – бирешкә күндергәндәр. “Артыҡ” биләгән ер майҙандарын тартып алдырмау маҡсатында, ерҙәрен һаҡлап Тимер халҡы ла урыҫтарҙың төбәкте колониялаштырыуға тырышыуы арҡаһында төрлө ауылдар – Аралбай, Бикташ – барлыҡҡа килтергән.

Ауылда Ҡаһарман һәм Миңлебай Сирбаевтар, Һатлыҡ Күбәков 1806-1807 йылдарҙағы һуғышта, Мырҙағол Өмөтҡужин, Юлдыбай Түләбаев, Аҡназар Иҫәнгилдин Парижды алыуҙа ҡатнашып, миҙал алған, ә Һағынбай Ҡурамшин, Күсәрбай Ҡотлогилдин, Ишбирҙе Ҡыуандоҡов, Баяс Күлсәрин, Нөғмән Һикһәнбаев 1828 – 1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнаша.

Тимер ауылы шәжәрәһе Тимерҙең улы олоһо Ишкилде, уның улдары Ишбирҙе, Йәнбирҙе, Янабирҙе, Баубәктән һәм икенсе улы – зауряд-есаул Ғайса Тимеров – 1782 йылғы, кесе улы – Дәүләтбирҙе (1787 йылғы) Дәүләтбирҙенең улы Аллабирҙе – 1806 йылғы, уның улдары Шахморат – 1836 йылғы, Шаһиморат – 1838 йылғы, Ғәләүетдин – 1843 йылғы исемле олатайҙарҙан таралған. Шулай итеп, Тимер олатайҙан Ишкилдин, Дәүләтбирҙин, Аллабирҙин, Йәнбирҙин, Иҫәнбирҙин, Шахморатовтар таралған.