- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
Аныҡлаусы
Исем йәки исемләшкән һүҙ төркөмдәренән килгән һөйләм киҫәктәренә эйәреп, уларҙың төрлө билдәләрен (төҫөн, формаһын, ниндәй материалдан эшләнеүен, күләмен, иҫәбен, кемдеке, нимә-неке булыуын) аңлатыусы эйәрсән киҫәк аныҡлаусы тип атала.
Аныҡлаусылар, аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап, ниндәй? кай-һы? күпме? нисә? нисәнсе? касанғы? найҙағы? кемдең? нимәнең? кеүек һорауҙарға яуап булалар. Улар төрлө грамматик формала торған һүҙ төркөмдәренән киләләр һәм, ғәҙәттә, үҙҙәре асыҡлаған һүҙ менән йәнәшә торалар.
Аныҡлаусылар, тамыр сифаттарҙан булғанда, предметтың төрлө билдәләрен (төҫөн, күләмен, формаһын, тәмен һ. б.) белдерәләр: аҡ сәскә, күк төтөн, зәңгәр вагон; оҙон көн, ҡыҫҡа тән; күбәләк ҡар, текә яр; әсе тәм, үткер еҫ; сәсән егет, батыр кеше һ. б.
Яһалма сифаттар ҙа аныҡлаусы булып килә алалар.
а) -лы I -ле ялғауы ҡушылып яһалған сифаттарҙан торған аныҡ- лаусылар предметта йәки затта билдәнең булыуын күрһәтәләр. Бында бәхетле кешеләр йәшәй (М. Кәрим). Бындай тәмле бал тик Башҡортостанда ғына йыйыла (Ә. Бикчәнтәев). Бигерәк изге- лекле бала булды (Ф. Иҫәнғолов.).
б) -һыҙ I -һеҙ ялғаулы сифат-аныҡлаусылар предметта йәки зат- та билдәнең булмауын күрһәтәләр: Йәмһеҙ, шөкәтһеҙ биттәр ба- рыбер ҡала (М. Кәрим). Болотһоҙ, ғәмһеҙ бала сағы, кайғыһыҙ үҫмер йылдары күҙ алдынан үтте уның («Совет Башҡ.»).
в) -ғы I -ге йәки -дағы I -дэге кеүек ялғауҙар ҡушылып яһалған сифаттарҙан килгән аныҡлаусылар предметтың йәки заттың урын йә ваҡыт буйынса билдәһен белдерәләр: Ундағы тормош менән бындағын сағыштырып булмай (Ә. Вәли). Яҙғы һынауҙар ҙа яҡын- лай (Н. Мусин).
г) -дай I -дэй, -ҙай I -ҙәй кеүек ялғаулы аныҡлаусылар пред- меттың йәки заттың билдәһен сағыштырыу аша бирәләр:
Аксарлактай аҡ тирмәләр ята
Бер-бер артлы теҙелеп, бәйләнеп (Т. Йәнәби).
Уттай ураҡ өҫтөндә идеология фронты работниктарының да эше арта («Совет Башҡ.»)
Бер төркөм яһалма һәм ҡушма сифаттарҙан торған аныҡлаусылар предметтың сифаттан аңлашылған төрлө билдәләрен күрһәтәләр: Был закондар Лениндың социалистик революция теорияһы тарафынан асып бирелде, ижтимағи практикала тикшерелде һәм раҫланды («Совет БашҠч»). Акбулаттың куйы кара сәстәре, тәрән уйсан күҙҙәре, купшы төҙ кәүҙәһе күҙ алдынан китмәне (һ. Дәүләтшина). П резидиумда^ултырған оҙон буйлы, киң яурынлы кеше урынынан күтәрелде (Я- Хамматов).
Иҫемдәрҙән торған аныҡлаусылар предметтың түбәндәге билдәләрен белдерә, а) Предметтың ниндәй материалдан эшләнгәнлеге: Йылмайғанда, уймак ауыҙынан күренеп ҡала көмөш тештәре (Т. Йәнәби). Ҡаласа тегелгән ебәк күлдәк уның нескә билен ҡыҫып тора (Ә. Вәли), б) Заттың ниндәй профессия йәки милләт кешеһе булыуын:
Бына шунда наҙлы казак ҡыҙы
Ҡаҙан яҡтан кинәт күренде (Т. Йәнәби).
Тик сускасылык фермаһында ғына ла рус М. Шишкова, украинка К. Котова, мордва Г. Салдина, сыуаш Е. Алексеева, татар М. Шафикова бергә эшләйҙәр («Совет Башҡ.»). в) Енес буйынса айырымлыҡты белдерәләр: Мин, йүгереп барған ата ҡаҙҙың ҡанатына тотондом (М. Кәрим). Бал ҡорттары солоҡҡа кире ҡайтып, кешенең һүҙен инә ҡортҡа әйткәндәр (Ж- Кейекбаев), г) Күләм буйынса билдә: бер стакан сәй, ете кәбән бесән, өйкөм-өйкөм тал һ.б.
Бер төркөм исемдәр үҙҙәре асыҡлаған исемгә бәйләүестәр ярҙамында ялғана һәм төрлө мәғәнә мөнәсәбәттәрен белдереүсе аныҡлаусыларҙы барлыҡҡа килтерә.
а) Исем + кеүек, шикелле, төҫлө, һымак бәйләүестәре менән килгән аныҡлаусылар сағыштырыу, оҡшатыу мөнәсәбәтен белдерәләр: Алда торған тау кеүек ҙур эште эшләп бөттөләр (Т. Йәнәби).
Шәһит кеүек батыр ирҙәрҙең Быуаттарға ҡалған даны бар (Р. Ғарипов).
Йөрәк һымак һеҙҙең япраҡтарҙан Бөгөнгөләй торһон бал тамып (Ғ. Дәүләтов).
б) Исем + тиклем, хәтлем, саклы бәйләүестәре менән килгән аныҡлаусылар күләм буйынса билдәне күрһәтәләр:
Тау саклы уйҙар быуалар, Ашҡынып тибә йөрәк (Б. Бикбай).
Өй дәүмәле ҡаяларҙа
Айҙың аҡ шарын күрәм (М. Илбаев).
в) Исем + тураһындағы, хакындағы, тигән, катыш, ара- лаш кеүек һүҙбәйләнештәрҙән торган аныҡлаусылар төрлө мәғәнә мөнәсәбәтен белдерәләр: Тирә-яҡҡа төтөн катыш бензин еҫе та- ралды («Совет Башҡ.»). һулда Ҡарауыл, һалкы, Ҡыяғол тигән
тауҙар ҡарурман бөркәнеп, күбә-күбә булып ултыра (Ф. Иҫәнғолов).
г) Аныҡлаусыларҙың ҙур бер төркөмө исемдәрҙең билдәле йәки билдәһеҙ эйәлек килештәге формаһы менән белдерелә, аныҡла- ныусы һүҙ был осраҡта эйәлек ялғауы ҡабул итә.
Аныҡлаусының эйәлек килеш ялғауы ҡабул итеүе һәр ваҡытта ла мотлаҡ түгел, контексҡа ҡарап, билдәле предмет хаҡында һүҙ барғанда аныҡлаусы — билдәле эйәлек килештә, ә билдәһеҙ предмет тураһында һүҙ барғанда, билдәһеҙ эйәлек килеш формаһында килә.
Эйәлек килештәге исемдәр менән белдерелгән аныҡлаусылар эйәлек мөнәсәбәтен аңлаталар, а) Предмет үҙенең хужаһына ҡаратыла: Хисамиҙарҙың өйө ауыл осонда ғына (Б. Бикбай). Уралымдың таштарында хатта күпме ҡайғы, һағыш, өмөт бар (Р. Шәкүр), б) Предмет үҙенең булыу урынына йәки ваҡытына ҡаратыла: Ҡарас — Иләк һыуының туғайына төшөп ултырған ун дүрт өйлө ҡаҙаҡ ауылы (А. Таһиров). Данлы көрәш йылдарының онотолмаҫ сәхифәләрен ниндәйҙер моңһоу тулҡынланыу менән ҡарарға' тотондом (3. Биишева), в) Туған-тумасалыҡ мөнәсәбәтен белдерә: Тик кыҙҙың ағаһы теше-тырнағы менән был мөхәббәткә ҡаршы сыҡты (Д. Исламов). Еңгәләренең йәшерәктәре татарса бесеп тегергә кәңәш бирҙеләр (һ. Дәүләтшина), г) Өлөш бөтөнгә ҡаратыла: Ноябрь айының һалҡын көндәре етте (А. Таһиров). Тик ун һигеҙенсе йылдың июлендә Богоявленскиҙан ҡапыл хәбәр килде (Ф. Иҫәнғолов). Концерттың аҙағы яҡынлашты (Н. Мусин), д) Предмет үҙенең билдәһенә, объектына, затына, милләтенә, предмет тәғәйенләнешенә, исеменә һ. б. билдәләренә ҡаратыла: Кешеләр тубыҡтан бысраҡ ярып, төндөң ҡараңғылығына иҙрәп, шым-шым ғына ауыл ҡапҡаһынан үтәләр ине (Д. Исламов). Ленин башҡорт халҡына, башкорттоң революцион ғәскәренә ышанды (М. Кәрим).
Аныҡлаусылар һандарҙан да килә. һандарҙың аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап, аныҡлаусылар аныҡланыусының иҫәп буйынса төрлө билдәләрен күрһәтәләр: Ике кәңәш бер булһа, илле егет йөҙ була (мәҡәл). Икенсе көн иртән минең күрше төшөргә йыйына башланы (Ғ. Сәләм).
зоз
Аныҡлаусылар, алмаштарҙан килгәндә, аныҡланыусы һүҙҙең түбәндәге билдәләрен белдерәләр: а) эйәлек мөнәсәбәтен -.Һеҙҙең бүләк тағы дәртләндерә, егәрлектәр бирә йөрәккә (Т. Йәнәби). Уның яҙмышы беҙҙең ҡулда (Н. Мусин). Таң атҡанда инде, минең юлым күтәрелде тауҙар өҫтөнә (Ғ. Сәләм); б) билдәләү, атап күрһәтеү мөнәсәбәте: Ошо кәңәшмәнән һуң Мөхөтдиндең күҙе алдында ул тағы ла үҫте (Ф. Иҫәнғолов); в) һорау, аныҡлау мөнәсәбәтен: Ниндәй хәсрәт төштө һиңә, ниңә моңһоу ҡарашың (М. Кәрим).
Ҡылымдар ҙа аныҡлаусы була ала.
а) Сифат ҡылымдарҙан килгән аныҡлаусылар предметтың йәки заттың хәрәкәттәге билдәһен белдерә: Гөлйөҙөм калтыранған ҡулдары менән кейенә һалды (һ. Дәүләтшина). Ҡырҙа йөрөгән ике улының киләсәк яҙмышы тураһында уйланып борсолдо (Я. Хамма- тов).
б) Инфинитивтан килгән аныҡлаусы аныҡланыусының маҡсат буйынса билдәһен белдерә: Беҙҙең быуын вәкилдәрендә укырға, белем алырға теләк бик ҙур ине («Совет Башҡ.»)
Аныҡлаусылар үҙҙәренең грамматик төҙөлөшө буйынса ябай, ҡушма һәм тарҡау булалар. Ябай аныҡлаусылар бер генә үҙ аллы һүҙҙән йәки үҙ аллы һүҙ менән ярҙамсы һүҙ ҡушылмаһынан тора: Мин һиңә бик шәптән сатин күлдәк алып бирәм (Ф. Иҫәнғолов).
Ҡушма аныҡлаусылар — ҡушма һүҙҙәрҙән, тарҡау аныҡлаусылар һүҙбәйләнештәрҙән киләләр. Ауыл уртаһындағы бәләкәй генә клубта йәштәрҙең киске уйыны бара («Совет Башҡ.»). Бына тағы кирелеп бесән сабам аунап-тәгәрәп үҫкән туғайҙа (Р. Мифтахов). Үҙҙәре эйәргән һүҙҙе бер генә төрлө билдәһе буйынса асыҡлаған аныҡлаусылар тиң аныҡлаусылар була, улар үҙ-ара теҙмә юл менән бәйләнә, һанау интонацияһы, бер үк юғарылыҡтағы тон, бер үк дәрәжәләге баҫым менән әйтелә һәм бер-береһенән паузалар менән айырыла:
Дошман ҡул һуҙһа совет еренә,
Шат һәм ирекле Совет иленә,
Беҙ барыбыҙ ҙа яуга сығырбыҙ,
Дошман бандаһын ергә йығырбыҙ (Х. Кәрим).
Юлға һары, кы^ғылт, һоро япраҡтар түшәлгән (Н. Мусин).
Үҙҙәре эйәргән һүҙҙәрҙе төрлө билдәләре буйынса асыҡлап, береһе икенсеһен мәғәнә яғынан кесерәйтеп килгән аныҡлаусылар тиң булмаған аныҡлаусылар тип атала. Бындай аныҡлаусыларҙы теҙеү теркәүестәре менән бәйләп булмай, улар һанау интонацияһы менән әйтелмәй: Волость алдындағы рәшәткәле ташландык баҡсала сибек муйыл, сирень, мәрйен ҡыуаҡтары әлһерәтеп тын тора. Бер хәрәкәтһеҙ зәғиф япраҡтарҙы ҡалын һоро туҙан ҡаплаған (Ф. Иҫәнғолов).
Тиң булмаған аныҡлаусылар араһына, ғәҙәттә, өтөр ҡуйылмай, ләкин тиң булмаған аныҡлаусылар предметҡа йәки затҡа тулы характеристика биреү маҡсаты менән ҡулланылғанда һәм уларҙың һаны күп булғанда, аныҡлаусылар, тиң булмаһалар ҙа, бер-береһенән өтөр менән айырылалар. Ҡыҙыҡ, бер ҙә оҡшамағандар бит инде: Нина — кыҫкарак буйлы, бер аҙ һипкеллерәк, куңыр йөҙлө, кара күҙле, атлаған саҡта, өҙә баҫып йөрөүсе ҡыҙ, ә Елена — ашлыҡ араһында яҡтығ-а туймай үҫкән көнбағышмы ни — нәҙек оҙон (Б. Бикбай).
ӨҪТӘЛМӘЛЕК
Предметты йәки затты асыҡлап, яңы атама йә берәй билдә буйынса өҫтәлмә булып килгән аныҡлаусылар өҫтәлмәлек тип атала.
Өҫтәлмәлектәр предметтың йәки заттың билдәһен белдереү менән аныҡлаусыларға оҡшайҙар, ләкин уларға яңы атама булып килеүҙәре менән ғәҙәттәге аныҡлаусыларҙан айырылалар.
Өҫтәлмәлектәрҙең айырым һорауы булмай, улар үҙҙәре эйәргән һүҙ менән тығыҙ бәйләнештә киләләр һәм эйәргән һүҙҙәренең һорауына яуап булалар.
Өҫтәлмәлектәрҙең аңлатҡан мәғәнәләре күп төрлө: 1) улар ғилми йәки хәрби дәрәжәне, вазифаны (профессор Юлдашев, председатель Ғәлимов, генерал Шайморатов); 2) кешенең һәнәрен, профессияһын йәки хеҙмәт төрөн (уҡытыусы-филолог, танкист Сәлихов, Дилмөхәмәт курайсы); 3) предметтың тәғәйенләнешен (вагон-клуб, класс-кабинет); 4) кешеләр араһындағы туған-ҡәрҙәшлек мөнәсәбәттәрен, енес һәм йәш айырмалыҡтарын белдерә (Сәлимә коҙаса, Әнүәр бажа, Салауат улым, Сәриә кыҙым, Нурмө-хәммәт карт, Миңһылыу инәй, Ҡотдос корҙаш); 5) өҫтәлмәлектәрҙең бер төркөмө, яңғыҙлыҡ исемдәргә эйәреп, географик атама, шартлы исем булып ҡулланыла (Өфө калаһы, Ағиҙел йылғаһы, «Совет Башҡортостаны» газетаһы, «Правда» колхозы) һ. б.
Өҫтәлмәлектәр араһында тыныш билдәләре түбәндәгесә ҡуйыла:
Кешенең хеҙмәт төрөн, предметтың тәғәйенләнешен, кешегә квалификация күҙлегенән характеристика биреүҙе белдергән өҫтәлмәлектәр аныҡлаусының аҙағынан килһәләр, улар араһына һыҙыҡса ҡуйыла: уҡыусы-отличник, вагон-ресторан, эшсе-металлург, телефон-автомат.
Өҫтәлмәлектәрҙең бер төркөмө үҙе эйәргән алмаштың мәғәнәһен аныҡлау өсөн ҡулланыла, һөйләм уртаһында килгәндә, ике яҡтан да өтөр менән айырыла: Беҙ, ерҙең барлык йән эйәләре, һиңә күҙ төбәгәнбеҙ (Н. Мусин).
Ҡайһы бер өҫтәлмәлектәр үҙенсәлекле интонация менән әйтеләләр һәм исемдән килгән аныҡлаусы һүҙҙе асыҡлайҙар, уға яңы атама булалар, бындай өҫтәлмәлектәрҙең алдына һыҙыҡ ҡуйыла: Малай ғына көйөнсә ғәйеп булған Аллаяр — мәрхүм Эп-телғәлим Хажиҙың өлкән улы ҡайһылай таҙа ир булып еткән! (Ф. Иҫәнғолов). Уны көндөҙ Рәхилә — Котдостоң оло кы-ҙы ҡарай, кисен Бикморат үҙе бына шулай ултырып сыға (Н. Мусин).
Контексҡа ҡарап, улар ике яҡтан өтөр менән дә айырылырға мөмкин: Фатима Мырҙабаева, Якуптың атаһы менән бер туғандың кыҙы, тындырмаған инде уларҙы (Б. Бикбай).
4) һирәкләп булһа ла, өҫтәлмәлектәр үҙҙәренән алда килгән дөйөм мәғәнәле һүҙҙең йөкмәткеһен дә асыҡлай, был осраҡта аныҡланыусы һүҙ менән өҫтәлмәлек араһына ике нөктә ҡуйыла: Оҙаҡ. һөйләне яугир ҡатын-ҡыҙҙар: әсәләр, һуғышсылар, әхирәттәр («Совет Башҡ.»).
Улар яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр менән белдереләләр. Бындай өҫтәлмәлектәр менән аныҡлаусы һүҙ араһына һыҙыҡ ҡуйыла: Шулай итеп, Төлкөсураға берҙән-бер йыуаныс — Илһамы ҡалды (Н. Мусин). Хәҙер уларҙың тик икеһе — Валерий Ғарипов менән Нәкиэ Ғәлина ғына техниканы ташламаған («Совет Башҡ.»).
Һәм әҫтәңдә дуҫлыҡ анты булып,
Йән һөйгәнең — шиғыр яңғыраны (Х. Кәрим).
Исемдәр өҫтәлмәлек булып килгәндә, уларҙың ҡайһы берҙәре мәҫәлән, бигерәк тә, йәғни, шул иҫәптән, хатта һүҙҙәре менән башлана. Был һүҙҙәр менән башланған өҫтәлмәлектәр өтөрҙәр менән айырыла, әгәр улар булмаһа, өҫтәлмәлек менән аныҡланыусы араһына һыҙыҡ ҡуйыла: Уларҙың хәҙер имгәкләп бер итеп йөрөгән йыуаныстары — Илһам исемле малайҙары бар ине {Н.Мусин).— Уларҙың хәҙер имгәкләп, бер итеп йөрөгән йыуаныстары, йәғни Илһам исемле малайҙары, бар ине. Уның бар байлығы колхозсыларҙыҡы, йәғни һинеке, минеке, бөтәбеҙҙеке, булырға тейеш (Б. Бикбай).
Билдәләү алмаштары ла өҫтәлмәлек булып килә ала, улар араһына тыныш билдәләре ҡуйылмай:
Беҙ үҙебеҙ Дим буйынан,
Беҙ үҙебеҙ—шишмәләр (М. Кәрим).
