Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1.08 Mб
Скачать

45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре

АЙЫРЫМЛАНЫУ ТУРАҺЫНДА ДӨЙӨМ ТӨШӨНСӘ

һөйләмдә үҙенсәлекле интонация менән айырып әйтелгән һәм билдәле дәрәжәлә үҙ аллылыҡҡа эйә булған һөйләм киҫәктәре айырымланған эйәрсән киҫәктәр тип атала.

Хәл әйтеме башҡа һөйләм киҫәктәренән пауза менән айырып әйтелә, һөйләмдең синтагмаларға бүленеше күҙлегенән ул бер син­тагманы, ә мәғәнә һәм интонация йәһәтенән бер бөтөн берәмекте тәшкил итә. Интонация йәһәтенән айырып әйтелеү хәл әйтеменә ниндәйҙер дәрәжәлә синтаксик үҙ аллылыҡ бирә, уның мәғәнәүи әһәмиәтен арттыра, йәғни хәл әйтеменең ойоштороусы компонен­ты, эйәнең өҫтәмә эшен белдереп, ярым предикативлыҡ хеҙмәтен үтәй, уға логик баҫым төшә, үҙе асыҡлаған ҡылымдан алыҫ тора, айырып алыу интонацияһы менән әйтелә һәм яҙма телмәрҙә өтөр менән айырыла.

Шулай ҙа һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре ярым предикативлыҡҡа эйә булмаҫҡа ла мөмкин, йәғни уларҙың бөтәһе лә эйәнең өҫтәлмә эшен белдермәүе лә ихтимал. Миҫалдар: Өйҙә, кашаяк яғындағы как һикелә, оҙон буйлы, кипкән битле бер ҡатын, башын түбән эйгән килеш, йоҡомһорап ултыра ине (Б. Бик­бай). Тәхәү комсомолға инергә дәртләнеп йөрөгән үҫмер егет, күҙен ҡайһы нөктәгә туҡтатырға белмәй, башы шаңҡып, иҙәндә бөгөлөп ултыра ине (Ф. Иҫәнғолов). Хәҙер миңә, катор­гала ғүмер үткәргән кешегә, кем ҡараһын? (Н. Мусин).

Миҫалдарҙағы айырымланған һөйләм киҫәктәре ярым предика­тивлыҡҡа эйә түгелдәр, ләкин айырымланған һөйләм киҫәктәре­нә хас булған билдәләр айырып әйтелеү интонацияһы, мәғәнәүи һәм синтаксик үҙ аллылыҡ, логик баҫым — былар бөтәһе лә үр­ҙәге һөйләм киҫәктәренең айырымланыуы өсөн сәбәп булғандар, уларҙа тик ярым предикативлыҡтың булмауына ғына ҡарап, был һөйләм киҫәктәренең айырымланыуы өсөн шарт юҡлығын раҫлар­ға ярамай, һөйләмдең бөтә эйәрсән киҫәктәре лә берҙәй айырым­ланып йөрөмәй: берәүҙәре — йышыраҡ, икенселәре һирәгерәк айырымлана; ҡай бер осраҡтарҙа айырымланыу — мотлаҡ, ә ҡай бер осраҡта уның мотлаҡ булмауы ла мөмкин.

һөйләм киҫәктәренең айырымланыуы өсөн тейешле шарттар ҡәрәк, уларҙы тел ғилемендәге традиция буйынса синтаксик, мор­фологик һәм семантик тигән төрҙәргә бүлеп йөрөтәләр.

1) Айырымланыуҙың синтаксик шарттары: а) Һүҙ тәртибе. Баш­ҡорт телендә һүҙҙәрҙең килеү тәртибе нығынған (аныҡлаусы һүҙ аныҡланыусыһынан алда килә): зәңгәр күҙҙәр, тырышып уҡый, өсөнсө курс, шәп атлай һ. б. Бына шул ғәҙәти һүҙ тәртибенең, әй­тергә теләгән фекерҙең йөкмәткеһенә ярашлы рәүештә, һөйләм­дә үҙгәреүе (аныҡланыусының аныҡлаусынан алда килеүе, йәғни инверсия күренеше) һөйләм киҫәктәренең мәғәнәүи йөгөн арт­тыра һәм яҙма телмәрҙә уларҙың тыныш билдәләре менән айырым-ланыуын барлыҡҡа килтерә. Миҫалдар: Бомба иҙгән бер соҡорҙа аунап ята ул, бисара {Ж. Кәрим). Яҙға районға йәнә йөҙ трактор килә, ти, Сталинградтан (Б. Бикбай).

б) Эйәреүсе һүҙҙең үҙе асыҡлаған һүҙҙән алыҫ тороуы. Был эйәр- теүсе һүҙ менән уларҙың бәйләнешен бер ни тиклем йомшарта, „.йәғни айырымланыу өсөн шарт тыуҙыра. Ҡылымдан килгән һөй- ләм киҫәктәрен асыҡлаусы хәлдәр, нигеҙҙә, ошо шарт арҡаһында айырымланалар. Миҫалдар: Мин, ғашиктай, уны ҡаршыланым Аҡланында Уралтауының (С. Кулибай). Уран, атынкыркатар- тып, комбайнерҙар эргәһенә сыҡты (Ә. Вәли). Күктән, көмөш тәңкәләй, ҡояш. нуры ҡойола (Ғ. Ғүмәр).

Был һөйләмдәрҙәге айырымланған хәлдәр үҙҙәре эйәргән хә­бәрҙәрҙән, улар араһында башҡа һөйләм киҫәктәре торғанлыҡтан, алыҫлашҡандар һәм шуға айырымланғандар.

в) Эйәрсән киҫәктең тарҡау булыуы. Эйәрсән киҫәктәрҙең тар- ҡаулығы айырымланыу өсөн шарт булыуы мөмкин, тарҡау эйәр- сән киҫәктәр һөйләмдең башҡа киҫәктәренән интонация менән еңелерәк айырып әйтелә, һөйләү телмәрендә улар бер синтагманы тәшкил итә. Ябай хәлдәргә ҡарағанда тарҡау хәлдәр йышыраҡ айырымлана. Миҫалдар: Шәрәф, йөҙөнә юрамал аптырау бил- дәһе сығарып, яурын баштарын һикертте (Б. Бикбай). Әлеге лә баяғы, ҡунағым, ултырма кыҙы кеүек, тағы наҙлана (И. Аб­дуллин).

г) Һөйләм киҫәктәренең үҙҙәре асыҡлаған һүҙгә ҡарата аныҡ­лау, билдәләү, теркәү мөнәсәбәтендә тороуы. Бындай мөнәсәбәт­тең булыуы һөйләм киҫәктәренең айырымланып килеүенә булыш­лыҡ итә. Был осраҡта аныҡланыусы һүҙ менән асыҡлаусы һүҙ, бер үк синтаксик функцияны үтәп, бер үк грамматик формала килә йәки шул уҡ төшөнсәне, билдәне башҡа һүҙҙәр менән атап, уға яңы атама була, йәки айырымланған киҫәк үҙе теркәлгән һүҙ хаҡында өҫтәлмә мәғлүмәт бирә. Аныҡланыусы һүҙ менән айырымланған киҫәк араһында бәйләнеш интонация, шулай уҡ интонация һәм йәғни, хатта, бигерәк тә, мәҫәлән, шул иҫәп­тән, йәки кеүек ярҙамсы һүҙҙәр ярҙамында ла булыуы мөмкин. Миҫалдар: Икенсе яҡтан уның Азаматов алдында, бигерәк тә Бикмәтов алдында, үҙ һүҙенән кире ҡайта торған кеше бу­лып күренгеһе килмәй ине (Ә. Вәли). Юҡ, ер өҫтөндә лә, ер аҫ­тында лашахта төбөндә лә табылмай бәхет (Б. Бикбай). һәр икеһенең Гөлйөҙөмдөң дә, Йәмиләнең дә бер-береһенә-һөйләр һүҙҙәре күп кенә булып сыҡты (Ф. Иҫәнғолов).

2) Айырымланыуҙың морфологик шарттары. Ҡайһы бер осраҡ- та һөйләм киҫәктәренең айырымланыуына уларҙың билдәле бер грамматик формала тороуы йәки уның составында билдәле бер лексик-грамматик төркөмгә ҡараған ярҙамсы һүҙҙең килеүе шарт була. һөйләм киҫәге хаҡында өҫтәлмә мәғлүмәт бирелеү билдәле бер форманы талап итә, йәғни айырымланыуҙың морфологик шар- ты барлыҡҡа килә.

Хәл ҡылымдар, сағыштырыу мөнәсәбәтен белдереүсе -дай / -дәй, -ҙай/ -ҙәй, -лай I -ләй, -тай I -тэй ялғаулы исемдәр, сифат ҡылымдар, шарт ҡылымдар, кеүек, һымак, шикелле, төҫлө бәй­ләүестәре менән килгән исемдәр, ҡылымдар ярым предикатив син­таксик берәмектәрҙе яһайҙар, шунлыҡтан айырымланып йөрөй­ҙәр. Миҫалдар:

Тик, телдәргә таш таккандай,

Ауыҙ асып өндәишәнек (М. Кәрим).

Улар, бер-береһен аңлап, тиҙ килештеләр (Я. Хамматов). Мин,, ун йыллыкты бөткәс, Ленинградка, уның янына, уҡырға бара­саҡмын (3. Биишева). Ул үҙе, наҙан булһа ла, русса уҡый-яҙа белә һәм хисап ғилемен яратып ҡарай (Б. Бикбай). Был ерҙә Еҙем, дуғаланып, бөгөлөп, ҡапыл беҙҙән уңға ташлана (Ә. Вахи­тов). Шулай уҡ һуң, аркаһында, сәбәпле, һөҙөмтәһендә, өсөн, максатында бәйләүестәре менән килгән һөйләм киҫәктәренең айырымланып йөрөүе лә морфологик шарттар менән аңлатыла.Был тарҡау хәлдәр ҙә көслө интонация һәм паузалар менән айырып әй­телә, уларҙың мәғәнәүи һәм синтаксик үҙ аллылығы көсәйә.

3) Айырымланыуҙың семантик шарттары. Үҙе асыҡлаған һүҙ менән аныҡлаусы араһында тығыҙ мәғәнәүи һәм синтаксик бәйлә- нештең булыуы йәки булмауы ҡайһы саҡта асыҡланыусы һүҙҙең мәғәнәһенә лә бәйле. Бөтә телдәрҙә лә алмаштарҙың мәғәнәһе дөйөм, улар конкрет төшөнсәләрҙе аңлатмай, тик контекстан сы­ғып ҡына, алмаш аңлатҡан мәғәнәне төшөнөп була.

Зат алмаштары, йыш ҡына һөйләмдә исемдән килгән һөйләм киҫәктәрен алмаштырып, шул исем үтәгән синтаксик функцияны башҡаралар, ләкин улар, билдәне белдереүсе һүҙҙәр менән синтак­сик мөнәсәбәткә инеп, һүҙбәйләнештәр ойоштора алмай. Зат ал­маштарының был семантик үҙенсәлеге билдәне белдереүсе һүҙҙең зат алмашына ҡарауы һәм уның һуңында килеүе был һүҙҙе хәбәр итеп ҡабул итеүгә алып килә: ул бисара, һин меҫкен. Был һөйләмдең хәбәре булһа, билдәне белдергән һүҙҙәр өҫтәлмә мәғ­лүмәт биреүсе киҫәк кенә булып ҡалалар һәм айырымланып йө­рөй башлайҙар. Айырымланыуҙың был төрө башҡорт телендә һи­рәк осрай, тик бисара, бахыр, меҫкен, мәрхүм һәм башҡа шуның кеүек зат алмаштарына ҡараған аныҡлаусылар ғына айырымлана: Ғәләмәт йөрәкле кеше ине атайың, мэрхүм (И. Абдуллин). Ул, меҫкен, был ҡайғыға нисек түҙә икән? Зат алмашына ҡараған, яңғыҙлыҡ йәки уртаҡлыҡ исемдән килгән өҫтәлмәлектәр ҙә шул уҡ семантик шарт нигеҙендә айырымлана: Ул, Фәхри, ҡулына тотҡан йүгәнен болғай-болғай, вайымһыҙ ғына һыҙғырып килә (Б. Бикбай). Дөйөм мәғәнәле исемләшкән һанға ҡараған һәм уның һуңында килгән тарҡау өҫтәлмәлек тә семантик шартҡа ярашлы айырым­лана. Ошо ваҡыт кемдер берәү, оҙон буйлы һәм каксарак егет, уның еңенән тартҡылай башланы (Б. Бикбай).

Айырымланыуҙың һаналған шарттары айырым-айырым ҡулла­нылмай, улар үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәттә була: береһе икенсеһен тултырып, бәйләнеп йөрөй.