- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
Атама һөйләмдәр
Атама һөйләм—бер составлы һөйләмдәрҙең шулай уҡ-үҙенсәлек-ле бер төрө ул. Башҡа синтаксик конструкциялар менән бергә, атама һөйләм дә телмәрҙә әһәмиәтле урын тота. Миҫал өсөн бер өҙөк: Берда калаһы. Пугачев станы. Сыуак көҙгө көн. Күктә кыр каҙҙары кыйкылдашып осоп үтә. Алыҫта саң каға-лар. Пугачев өйө алдындағы майҙан. Яңы ғына кояш сығып килә (М. Кәрим).
Атама һөйләмдәге баш киҫәктең синтаксик тәбиғәте хәл ителеп бөтмәгән. Баш киҫәктең номинативлығына ҡарап, атама һөйләмдә эйә йәки эйә составы була тигән фекер уҡыу-методик әҙәбиәттә киң таралған. Шуның менән бергә был төр һөйлөмдәрҙә эйә түгел, ә хәбәр була тигән ҡараш та йәшәй. Башҡорт теленең академик грамматикаһында иһә был мәсьәлә ҡәтғи хәл ителмәгән көйө ҡалған 8.
Тел факттарынан күренеүенсә, атама һөйләмдәрҙең иң ҙур күпселегендә предикативлыҡ эйә составы менән белдерелә. Шул уҡ ваҡытта хәбәргә оҡшаған синтаксик конструкциялар ҙа бар. Әйтәйек, Тән һәм Тән ине йәки 1916 йыл һәм 1916 йыл ине һымаҡ иштәрҙе сағыштырып ҡарау ошо фекерҙе ҡеүәтләй.
Атама һөйләмдәрҙең урыны, ғәҙәттә, текстың алдында була. Постпозицияла торған атама һөйләмдәр сағыштырмаса һирәгерәк осрай. Сөнки улар тасуирлауҙың дөйөм фонын (урын һәм ваҡыт) тыуҙыралар, предметтарҙың барлығын констатациялайҙар. Аталыусы компоненттар берәү, йә булмаһа бер нисә булырға мөмкин. Уларҙы ҡулланып һөйләүсе (яҙыусы) күп күренештәрҙең панорамаһын тыңлаусының (уҡыусының) күҙ алдынан үткәреп өлгөрә, ваҡиғалар үҫешен тиҙләтә. Коммуникатив маҡсатҡа ярашлы рәүештә, атама һөйләмдәр әйтелеш маҡсаты яғынан хәбәр һөйләм, ҡайһы берҙә өндәү һөйләм булып реалләшә.
Хәбәр итеү интонациялы атама һөйләмдәр ысынбарлыҡ күренештәрен констатациялайҙар. Мәҫәлән:
Урын-ер атамалары: Әхмәди ул тау үрнәктәренең, ҡаяларҙың, ҡулҡыларҙың һәр береһенең исемдәрен белә хатта: Ташкиҫ-кән, Акйегет, Әлеш кырлаһы, Аласыкбурған, Калмактар һырты, Каратай-йорт, Саука-йорт уяһы (Ж Кейекбаев); Урман. Икһеҙ-сикһеҙ урман. Көн-төн туҡтауһыҙ ҡойған ямғыр уның эсен батҡаҡҡа әйләндергән (3. Биишева); Алдында, саҡ ҡына һулдараҡ Ҡарауыл тауы (Ә. Вахитов).
Ваҡыт һәм урын: 1922 йыл. Ырымбур калаһындағы башкорт халык мәғариф йорто. Был уҡыу йортона Башҡорт-
J
остандың төрлө мөйөштәренән төрлө йәштәге уҡыусылар йыйылған (С. Агиш).
3) Ваҡыт: Ялкыткыс, быҫкак ямғырлы күңелһеҙ көҙ
(Н. Мусин); Май аҙағы ине. Утау вакыты. Был мәлдә ауылда ир-атҡа ул ҡәҙәре эш булмай (Ә. Вахитов).
Һан, күләм: Сурағоловка егерме алты йәш (Н. Мусин); Шакирҙың килеүенә бөгөн ун биш көн (Ә. Вахитов); Ун йыл... Үҙгәргәне — үҙгәргән, үҙгәрмәгәне — юҡ (С. Шәрипов).
Билдә: Тып-тын. Тик өҫтәлдә Шакир тигән ағайҙың, «бер отделение» балаһын ҡарап үҫтергәнгә хөрмәтләп, уға илле йәш тулған көндә бүләк иткән көмөш сәғәте генә тыҡылдап ултыра (Ә. Вахитов); Рәхәт, ниндәй ҙә рәхәт! (З. Ураҡсин).
Ваҡыт Һәм билдә: Ял көнө ине. Гарнизонда тынлык. Был тынлыҡта хатта хәрби ҡаласыҡ урамына ике яҡлап теҙелгән ағастар ҙа ойоп ултыра (Н. Мусин).
Предметтар, шәхестәр һәм күренештәр: Уның тормош юлы бығаса әллә ни ҡатмарлы булманы. У рта мәктәп, университет' тың тарих факультеты (Ф. Иҫәнғолов); Шәрип контора алдына сыҡты ла тирә-яғына күҙ һалды, күккә ҡараны. Әсе ел. Боҙла-уык. Көн биҙе һаман бөтмәгән (Ә. Вахитов); — Ғәзиз!.■■ Ғәзиз дә баһа! Үҙебеҙҙең Ғәзиз, һөйөнсө, һөйөнсө! (3. Ураҡсин); Зиннур. Ослоташ ауылыныҡы ул (С. Шәрипов).
Атама һөйләмдәрҙең бер өлөшө хис-тойғо биҙәктәренә эйә була һәм тейешле интонация менән әйтелә. Мәҫәлән: Октябрь! Был тарихи байрам тураһында илебеҙҙә йәшәгән һәр быуындың яҡты, онотолмаҫ иҫтәлеге бар (С. Агиш); Юл ... Ошо һүҙ мине әллә ни тиклем уйҙарға төшөрә. Кемдәр һәм ниҙәр генә һалмай был донъяла юлды?! (Н. Мусин); Тыуған ер. Һинең турала күпме йыр йырланған, күпме маҡтау һүҙе әйтелгән (Ә. Вахитов).
Атама һөйлөмдәрҙә дан, сәләм һәм башҡа номинатив берәмектәр ҡулланыла. Улар, ғәҙәттә, өндәү һөйләмдәр була: Коммунизм төҙөүсе, тыныслыҡ өсөн эҙмә-эҙ көрәшеүсе бөйөк совет халҡына дан!Коммунистар һәм эшселәр партияларына туғандарса сәләм! Ер йөҙөндәге бөтә балаларға тыныслык һәм бәхет! (миҫалдар «Совет Башҡортостаны» газетаһынан).
Хәйерле көн!Хәйерле юл!тибындағы атама һөйләмдәр ҙә ошо уҡ төркөмгә ҡарай. Күҙ алдына баҫтырыуға, күрһәтеүгә нигеҙләнеүҙе атама һөйләмдәрҙең тағы ла бер үҙенсәлеге итеп ҡарарға кәрәк. Миҫал өсөн: Бына Мәндем (Ә. Вахитов); Эйе, ана бит, Йәмилә апай үҙе. Мөлкәмән итәгендәге туғайҙан сығып килә ,(3. Ураҡсин); Алда яңы бейеклектәр, яңы киңлектәр, яңы заманалар (М. Кәрим).
39.ҺӨЙЛӘМДЕҢ ЭЙӘРСӘН КИҪӘКТӘРЕ
һөйләмдә, баш киҫәктәрҙән тыш, уларға эйәреп, асыҡлап, тултырып килеүсе һәм төрлө хәл мөнәсәбәттәрен аңлатыусы һөйләм киҫәктәре лә була.
Дөйөм тел ғилемендә традиция .буйынса уларҙы аныҡлаусы, өҫтәлмәлек, тултырыусы һәм хәлдәр тип йөрөтәләр.
һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре, ғәҙәттә, үҙҙәре асыҡлаған һүҙгә эйәртеү юлы менән бәйләнә, был бәйләнеш һорауҙар ҡуйыу юлы менән асыҡлана, улар, һөйләмдең баш киҫәктәренә йә туранан-тура, йә башҡа һөйләм киҫәктәре аша бәйләнеп, эйә һәм хәбәр составына ҡараған киҫәктәрҙе барлыҡҡа килтерәләр. Күҙҙәрҙе сағылдырған март ҡояшы алтын уҡтар менән ерҙең күкрәген биҙәй (Б. Бикбай). Был һөйләмдең эйәһе — март ҡояшы һүҙбәйләнеше, ә күҙҙәрҙе сағылдырған һүҙҙәре — эйә составына инеп, уны асыҡлап килеүсе тарҡау аныҡлаусы; биҙәй — хәбәр, ә алтын уҡтар менән ерҙең күкрәген һүҙҙәре — хәбәр составына инеп, уға ҡарата төрлө мәғәнә мөнәсәбәтендә тороусы эйәрсән киҫәктәр, улар хәбәргә йә туранан-тура, йә башҡа һүҙҙәр аша бәйләнгәндәр: уҡтар менән, күкрәген һүҙҙәре туранан-тура хәбәргә ҡарай, ә алтын һәм ерҙең һүҙҙәре һөйләмдең хәбәренә башҡа һүҙҙәр аша буйһона.
һөйләмгә синтаксик анализ яһағанда, формаль күрһәткестәренә ҡарап ҡына түгел, ә форма менән йөкмәтке берлегенән һәм синтаксик берәмектәр араһында була торған мәғәнә бәйләнешенән сығып та эш итергә кәрәк.
