- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәрҙең мәғәнәһе билдәһеҙлек менән бәйле була. Был мәғәнә билдәһеҙ эйәле һөйләмдәрҙең структур-грамматик үҙенсәлектәренән барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә, бер составлы һөйләмдәрҙең был төрөнөң хәбәре булып ҡылым һөйкәлештәренең өсөнсө зат күплек формаһы сығыш яһай. Уны ошо рәүешле аңлатырға мөмкин: өсөнсө зат иң билдәһеҙ зат, сөнки ул һөйләүсене лә, тыңлаусыны ла белдермәй. Өҫтәүенә, күплек үҙе үк билдәһеҙлек идеяһын аңлата.
Ғилми-методик әҙәбиәттә бер составлы һөйләмдәр генә түгел, ике составлы һөйләмдәр ҙә билдәһеҙ була ала тигән фекерҙе осратырға мөмкин 6. Ысынлап та, лексик мәғәнәһе менән билдәһеҙлекте аңлатҡан һүҙҙәр бар (мәҫәлән, билдәһеҙлек һәм юҡлыҡ алмаштары). Шулар ике составлы һөйләмдә эйә була икән, уның лексик мәғәнәһе эшмәкәр булараҡ, әлбиттә, билдәһеҙ көйө ҡала.Мәҫәлән: Бер аҙҙан һуң ҡаяға ғәжәп етеҙ үрмәләп берәү менде лә тирә-яғына күҙ һалды (Ә. Вахитов). Кемдер уның төбөндәге ҡара тупраҡты каҙып алып китте (3. Ураҡсин). Ләкин ике составлы һөйләм дә бер составлы һөйләм кеүек билдәһеҙ эйәле була тип танып, беҙ билдәһеҙ эйәле тигән терминды үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ике төрлө мәғәнәлә ҡуллана башлайбыҙ, йке составлы һөйләм билдәһеҙ эйәле була тигәндән һөйләмдең грамматик нигеҙен тәшкил иткән баш киҫәктәрҙең эйәһе лексик мәғәнәһе буйынса ғына билдәһеҙ булыуы аңлашыла. Ғөмүмән, эйәнең һөйләмдә булыуы мәжбүри шарт булып ҡала. Ә бер составлы билдәһеҙ эйәле һөйләмдә мәсьәлә башҡасараҡ тора. Уларҙа эйә бирелмәй, һәм ул һөйләүсегә лә, тыңлаусы өсөн дә билдәһеҙ булып ҡала. Бындай һөйләмдәрҙе төп иғтибар һөйләүҙең предметына түгел, бәлки эш-хәрәкәткә йүнәлтелә, ҡылым хәбәр актуалләштереп бирелә. Тимәк, билдәһеҙ эйәле һөйлөмдәрҙә баш киҫәктәрҙең ҡылым хәбәр составы ғына ҡатнаша. Уның грамматик бирелешенең түбәндәге типик төрҙәре бар.
Хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заманы: Ауылда минең бала саҡты бик күңелһеҙ итеп һөйләйҙәр (С. Агиш); Мине ауылда «Һыңар ҡолаҡ Хисами» тип йөрөтәләр (Ш. Насыров); Логикала предикат тип фекер йөрөтөүҙең бер киҫәген әйтәләр («Башҡортостан уҡытыусыһы»); Әйтсе, Бурыл, ә һуң йәшәү өсөн Ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар? (Ғ. Сәләм).
Үткән заман хәбәр һөйкәлеше: Таң алдынан ишек шакыны-лар (А. Карнай); Колхоз председателдәрен кәңәшмәгә сакырҙы-лар (С. Агиш); Бынан һуң мине бер нисә мәртәбә операцияға алып барҙылар (Ғ.Әмири); Үрләттеләр минең бер һабаҡташымды (3. Ураҡсин).
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымының киләсәк заманы: һин — ҡунаҡ кеше, шуның өсөн һиңә бер күнәк һыу алырға рөхсәт итерҙәр (әкиәттән).
Шарт һөйкәлеше ҡылымы: Әгәр ҙә Тоняны ошо көндәрҙә больницанан сығарһалар, Сергей уны ауылға алып китер ине (А. Абдуллин).
Йәнле һөйләү телендә, шулай уҡ яҙма телмәрҙә билдәһеҙ заттың эш-хәрәкәте тураһында һүҙ барғанда, йә булмаһа берлектең тәьҫирлелеген арттырыу, ихтирам һәм башҡа мәғәнә төҫмөрҙәрен биреү маҡсатында затлы ҡылымдарҙың күплек формалары ҡулла-нылыусан. Миҫал өсөн: һиңә нисә тапҡыр әйтәләр? (һөйләү теленән); — һеҙгә кәңәш бирәләр, ә һеҙ ауыҙ йыраһығыҙ (Н. Мусин).
Айырым осраҡтарҙа синтаксик конструкцияларҙы тышҡы билдәләренә генә ҡарап билдәһеҙ эйәле һөйләм тип тамғалау дөрөҫ булып бөтмәй. Әйтәйек, һаксылар алмаш-тилмәш котелок ситенән һемерәләр. Ашыкмайҙар. Сәбәләнмәйҙәр (М. Кәрим) тигән өҙөктә, контекстуаль шартлылыҡҡа ярашлы рәүештә, Ашыкмайҙар. Сәбәләнмәйҙәр тигән һөйләмдәрҙе бер составлы билдәһеҙ эйәле һөйләм итеп түгел, ә ике составлы кәм һөйләм итеп ҡарау дөрөҫөрәк булыр.
ДӨЙӨМ ЭЙӘЛЕ ҺӨЙЛӘМДӘР
Дөйөм эйәле һөйләмдәр бер составлы эйәле һөйләмдәрҙең өсөнсө төрө. Улар белдергән эш-хәрәкәт, хәл-торош дөйөмләштерелгән затҡа ҡарай. Бөтә заттарға ла бер тигеҙ таралған эш-хәрәкәт формаль планда икенсе зат аша реалләштерелә. Икенсе зат (тыңлаусы, адресат) ҡалған заттарҙың урталығында тороу менән бергә, коммуникатив маҡсатҡа ярашлы рәүештә, билдәлелектәнбилдәһеҙлек (дөйөмләштереү) мәғәнәһенә күсештә мөһим урын тота. Уның дөйөмләштереп бирелеү мөмкинлеге бар.
һәр төрлө тормош күренештәренә, хәл-ваҡиғаларға баһа биреү, уларҙы дөйөмләштереү һәм аксиомалаштырыу рәүешендә барлыҡҡа килгән мәҡәлдәрҙең бер ни тиклеме үҙҙәренең төҙөлөшө буйынса дөйөм эйәле һөйләмдәргә тап килә. Миҫалдар: Көҙгө ашлыҡты кәлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс; Кешене кейеменә ҡарап баһалама, эшенә ҡарап баһала; Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый һ. б.
Дөйөм эйәле һөйләмдәр һирәкләп булһа ла художестволы әҙәбиәттә, публицистикала осрай. Миҫал өсөн: Ҡыҙ уларға бик оҡшай булырға кәрәк. Ғәҙәттә, шулай бит ул, яҡын барыу ҡыйын, сөнки һәйбәтерәк, аҡыллыраҡ һүҙ эҙләйһең. Ә уртасараҡ булһа, бараһың да өндәшәһең, һүҙеңде кире ҡаға икән, артыҡ юғалтыу күрмәйһең (С. Агиш).
ЭЙӘҺЕҘ ҺӨЙЛӘМДӘР
Эйәһеҙ һөйлөмдәрҙә ысынбарлыҡ күренештәре эйәһеҙ (эшмәкәрһеҙ) генә түгел, хатта субъектһыҙ ҙа күрһәтелә ала, шуның өсөн бындай һөйлөмдәрҙә грамматик эйә ҡулланылмай һәм һөйләмдәрҙең формаль төҙөлөшө йәһәтенән уның кәрәклеге лә талап ителмәй.
Хәбәренең ниндәй лексик-грамматик формаларҙан килеүенә ҡарап, хәҙерге башҡорт телендәге эйәһеҙ һөйләмдәрҙе түбәндәгесә төркөмләргә мөмкин.
1) Тәбиғәт күренештәрен, кешенең хәл-торошон тасуирлаған эйәһеҙ һөйләмдәрҙең хәбәре йөкмәтеү йүнәлешендәге ҡылымдар- ҙан килә. Мәҫәлән: Яңыны тектереп алһаң, о ялды ра (С. Агиш). Аяҡ өҫтө ҡоролай ғына ҡапҡылап алғайныҡ — һыуһатты (Ф. Иҫән- ғолов); Аяҙытып ебәрҙе. Ерҙең өҫтөн туңаҙытты (Н. Мусин); Һағындырған. Тыуған төйәген һағынмаған кеше буламы һуң?! (С. Шәрипов).
2) Эйәһеҙ һөйләмдең хәбәрен төшөм йүнәлешендәге ҡылымдар
билдәләй: Миҫал өсөн: Ун йыл буйы укылған. Иншалар яҙырға, математиканан ауыр-ауыр мәсьәләләр сығарырға, чертеждар һыҙырға өйрәнелгән (3. Биишева); Иртән иртә торолдо (М. Ғафури); Иртәрәк киленгән, ахырыһы (С. Агиш); Артелдең ике йөҙ һум аҡсаһын йәлләп, көн буйы һатыулашмаһаң, әллә ҡасан өйҙә булына ине... (Н. Мусин); — Эй, бабай, ус ҡысый бит, эште һағынылған (3. Ураҡсин).
Күренеүенсә, эйәһеҙ һөйләмдәрҙең ҡылым хәбәрҙәре йә йөкмәтеү, йәки төшөм йүнәлеше ялғауҙарын ҡабул итеп, күсемле мәғәнәгә эйә булғандар. Ләкин ана шул төшөм килеш менән башҡарыу һәләтлеге һәр осраҡта реалләштерелмәй, киреһенсә, тоноҡлана төшә. Был мөмкинлектең һаҡланыуы эйәһеҙ һөйләм барлыҡҡа килтерә лә инде.
3) Эйәһеҙ һөйләмдәрҙең хәбәре вазифаһында теләк-өндәү һөй- кәлеше ҡылымдары сығыш яһай. Миҫалдар: а) Өйгә инге килмәй
(Н. Мусин); Шул минутта уның (Туҡайҙың) балаларса шаярғыһы, аҡҡайындарға үрмәләп менгеһе һәм ҡояшҡа йымылдап ятҡан йәшел үләндәргә ятып аунағыһы килде (С. Ҡудаш); Батыр күрһәм, шул батырлыҡ тигән тауға менгем килде; Дан ҡапҡаһы күрһәм, шул ҡапҡаны Шаҡып ингем килде (М. Кәрим). Был төр эйәһеҙ һөйлөмдәрҙә эш-хәрәкәттең субъекты эйәлек килештә тора. Шуға күрә лә лингвистик әҙәбиәттә уларҙы билдәле эйәле һөйләм эсендә ҡарау күренеше бар; б) Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең ... (М. Кәрим); Хәҙер Тәршәнән килгән батыр менән көрәшәһе кал-ған (Ж-Кейекбаев); Ләкин әле байтаҡ ер атлайһы бар (3. Ураҡсин).
Тағы ла эйәһеҙ һөйләмдәрҙең хәбәре -ып/ -еп аффикслы хәл ҡылым + була/булмай мөнәсәбәт һүҙе ҡушылмаһынан төҙөлә. Бында бөтә хикмәт була /булмай мөнәсәбәт һүҙенә ҡайтып ҡала: ул ҡушма хәбәр составына инеп, грамматик эйә булырҙай һүҙ формаларын төшөм, төбәү һәм башҡа килештәрҙә торорға дусар итә". Миҫал өсөн: Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай (мәҡәл); Ауыл күп иҫкә төшмәй, тик үҙебеҙҙең өй эсендәге кешеләрҙе һәм Фәхри бабай менән Ғәлимә апайҙарҙы иҫтән сығарып булмай ине (М. Ғафури); Ә еҙнәләр менән бөтә нәмәләр хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеп була (Ж- Кейекбаев).
Хәбәре тик рәүештән генә йәки рәүештән һәм уға ҡараған пне, бул, булып кит, булып кал кеүек ярҙамсы ҡылымдарҙан килгән эйәһеҙ һөйләмдәр. Бындай һөйләмдәр тәбиғәт, тирә-йүн күренештәрен, кешенең физиологик һәм психологик торошон белдереп йөрөйҙәр: Бүлмәлә бөгөн йылы. Иртәнсәк туғайҙа тыныс ине. Йәшенле ямғыр ваҡытында нисектер куркыныс булып китте.
