- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
58. Жәлил кейекбаев
(1911—1968)
XX быуат башҡорт тел белемендә баһалап бөткөһөҙ оло мираҫ ҡалдырған, һәр береһе үҙ аллы ғилми мәктәп тыуҙырып, дөйөм төркиселек фәне үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән айырыуса ҡәҙерле бер нисә исем бар. Шул арҙаҡлы исемдәр араһында башҡорт теленең тәүге ғилми грамматикаһының авторы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты профессор Н. К. Дмитриев менән йәнәш иң элек уның талантлы шәкерте, атаҡлы лингвист һәм яҙыусы Ж. Ғ. Кейекба-евты ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Профессор Ж. Ғ. Кейекбаев башҡорт тел белеменең бөтөн йүнәлештәрендә лә ҙур уңыш менән эшләне, төркиселек һәм урал-алтаистика фәнен өр-яңы теоретик ҡараштар менән байытты, ул хәҙерге башҡорт тел белеменә нигеҙ һалыусы булараҡ киң танылыу тапты.
Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 25 октябрендә элекке Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы) Ҡаранйылға ауылында тыуған. Күршеләге Сәйетбаба ауылында башланғыс, Маҡарҙа крәҫтиән йәштәре мәктәбен тамамлай. 1929—1932 йылдарҙа Өфөлә педагогия училищеһында уҡый. 1937 йылда, 1-се Мәскәү дәүләт сит ил телдәре институтының герман филологияһы бүлексәһен тамамлап, бер уҡыу йылы Мәскәү әлкәһенең Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә немец теле уҡытыусыһы булып эшләй. Башҡортостанға ҡайтып, төрлө мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында сит ил телдәрен уҡыта. 1943—1944 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире булып эшләй. 1948 йылда, кандидатлыҡ диссертацияһы
яҡлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына эшкә килә. Бында ул өлкән уҡытыусы, доцент вазифаларын башҡара, сит ил телдәре факультеты деканы була. 1951 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Ж. Ғ. Кейекбаев ошо уҡыу йортонда (1957 йылдан башлап — Башҡорт дәүләт университеты) башҡорт тел белеме кафедраһы мөдире, 1957—1961 йылдарҙа университеттың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры була. 1960 йылда СССР Фәндәр академияһы Тел белеме институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1961 йылда уға профессор исеме бирелә.
Жәлил Кейекбаевтың ижади эшмәкәрлегенең тәүге осоро 30-сы йылдарға тура килә. Башта ул Ж. Табын тигән ҡушамат менән шиғырҙар баҫтыра. Мәскәүҙә институтта уҡыған йылдарында Гёте һәм Гейне шиғырҙарын, В. Бред ель һәм Ф. Вольф әҫәрҙәрен, бер туған
Гриммдарҙың әкиәттәрен немец теленән башҡортсаға тәржемә итеү менән шөғөлләнә. Шул уҡ осорҙа Мәскәү дәүләт консерваторияһының Башҡорт студияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. 1944 йылда Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловҡа арналған күләмле очеркы айырым китап булып баҫылып сыға. Хикәйәләр, ҡобайырҙар яҙа. Ижадының артабанғы осоронда ул балалар өсөн күп кенә әкиәттәр ижад итә, уның әкиәт йыйынтыҡтары кескәй уҡыусылар араһында киң танылыу таба.
1946 йылдың июлендә Жәлил Кейекбаев үҙенең ҙур күләмле проза әҫәрен — «Туғандар һәм таныштар» романын тамамлай. Әҫәр үҙ ваҡытында донъя күрмәй, бары тик әҙип үлгәс, 1975 йылда ғына тәү башлап баҫылып сыға һәм һуғыштан һуңғы осорҙағы башҡорт романистикаһының ҙур ҡаҙанышы тип баһалана. Роман башҡортса һәм русса бер нисә тапҡыр ҙур тираж менән баҫылып сыҡты. «Туғандар һәм таныштар» — XX быуат башында башҡорт халҡының тормошон, көнкүрешен, үҙенең хоҡуҡтарын яҡлау мәнфәғәтендә алып барған фиҙаҡәр көрәшен колоритлы картиналар, сағыу образдар аша ҙур художестволы оҫталыҡ менән тасуир итеүсе әҫәр. Уны белгестәр ысын мәғәнәһендә халыҡ романы һәм халыҡсан роман тип атаны.
Ж. Ғ. Кейекбаевтың киң профилле төркисе-линг-вист булып формалашыуында бер нисә фактор айырыуса хәл иткес роль уйнай. Беренсенән, ғалим, әҙип һәм шәхес булараҡ ул һәр ваҡыт тыуған тупраҡҡа, үҙ халҡының бай һәм үҙенсәлекле рухи-мәҙәни донъяһына, туған телгә таянып эш итә, шул сығанаҡтан һут һәм илһам алып йәшәй. Икенсенән, күңелендәге башҡорт лоҡ рухын һаҡлап, ул ысын мәғәнәһендә европаса белем һәм әҙерлек алыуға өлгәшә, аҙаҡ ошо әҙерлек нигеҙендә үҙ туған телен өйрәнеүҙә заман һәм донъя фәне кимәлендә торған капиталь хеҙмәттәр ижад итә.
СССР Фәндәр академияһы Тел белеме институтында Н. К. Дмитриев етәкселегендә аспирантурала уҡыуы ысын мәғәнәһендә төркисе-лингвист булып китеүендә хәл иткес роль уйнай. Аспирантураны уңышлы тамамлап, 1948 йылда ул Мәскәү дәүләт университетында «Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Был уның башҡорт тел белеме үҫешенә индергән тәүге үҙенсәлекле хеҙмәте була. 1968 йылда ул айырым китап булып баҫылып сыга һәм башҡорт теленең орфоэпияһы әлкәһендә хәҙергә тиклем берҙән-бер һәм ғәйәт ҡиммәтле тикшеренеү булып ҡала.
1958 йылда Ж. Ғ. Кейекбаевтың «Башҡорт диалекттары һәм уларҙың тарихына ҡыҫҡаса инеш » тигән күләмле ғилми мәҡәләһе баҫылып сыға. Был хеҙмәт башҡорт диалектологияһының артабанғы үҫешенә ҙур йоғонто яһаны. Шул уҡ йылда Ж. Ғ. Кейекбаевтың «Башҡорт теленең фонетикаһы» тигән монографияһы нәшер ителә. Тиҙҙән, I960 йылдың ғинуарында, ошо уҡ темаға ул СССР Фәндәр академияһы Тел белеме институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1961 йылда уға профессорлыҡ дәрәжәһе бирелә, 1967 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән исемгә лайыҡ була.
Ғалимдың тел белеме өлкәһендәге тағы бер ҙур ҡаҙанышы — «Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы» (Өфө, 1966) тигән хеҙмәте. Бында туған телебеҙҙең лексик байлығы ғәйәт тулы һәм киң планда тикшерелә. Ғалим шулай уҡ фразеология, лексикография, стилистика мәсьәләләренә ентекләп туҡтала, башҡорт яҙмаһы һәм яҙма әҙәби тел тарихына ҡарата үҙ дәүере өсөн оригиналь ҡараштар менән сығыш яһай. Уның башҡорт әҙәби теленең фонетикаһы, лексикаһы, грамматикаһы, шулай уҡ башҡорт яҙмаһы һәм әҙәби тел тарихына арналған төп фекерҙәре тәү башлап 1966 йылда донъя күргән коллектив хеҙмәт — педагогия училищелары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегендә лә ғәйәт үҙенсәлекле сағылыш тапты. Ғалим башҡорт теленән юғары кимәлдәге мәктәп дәреслектәре әҙерләү эшенә күп көс һалды. Ауыр тоталитар режим йылдарында, асылда, Ж. Ғ. Кейекбаевтың тырышлығы һәм фиҙаҡәрлеге һөҙөмтәһендә башҡорт мәктәптәре өсөн тотороҡло, оҙаҡ ваҡыттар уңышлы ҡулланылып килгән дәреслектәр донъя күрҙе.
Профессор Ж. Ғ. Кейекбаев хаҡлы рәүештә Башҡортостанда урал-алтай телдәрен сағыштырма-тарихи
