Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1.08 Mб
Скачать

Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм

Әгәр ҡатмарлы синтаксик конструкциялағы баш һөйләмдәр менән эйәрсән һөйләмдәр ишле булһа, фразаны артабан дауам итеп, үҫтереп булмаһа, ҡаршы ҡуйыу, сәбәп, Һөҙөмтә теркәүестәре урып алһа, беҙ ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм менән эш иткән булабыҙ. Шуны әйтергә кәрәк: бындай ҡатмарлы синтаксик кон­струкциялар шиғыр, поэмаларҙа йышыраҡ, ә проза әҫәрҙәрендә һирәгерәк осрай. Башҡорт телендәге ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр түбәндәгесә төҙөлә.

I. Бер хәбәр эйәрсән һөйләм, аныҡлаусы һөйләм һәм ике баш һөйләм ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция- ны барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән:

Ҡыҙҙың изге теләге шул:

Ҡабат һугыш булмаһын,

Ул йәрәшкән өлкән сумка

Ҡайт менән тулмаһын (Шакир Бикҡолов).

II. Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм бер хәбәр эйәр- сән һөйләмдән, тултырыусы һөйләмдән һәм ике баш һөйләмдән

тора. Мәҫәлән:

Ижад итеп йәшәү генә яҡшы Матурлығы шунда кешенең; Бар йөрәктән мин теләйем: һәр кем Ҙур шағиры булһын эшенең! (Р. Ғарипов).

Ике аныҡлаусы һөйләм, бер баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән бәйләнгән үҙ аллы һөйләм ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде хасил итә. Мәҫәлән: Дивизияла Фәйзи Тәскәров ойошторған һәм Аҙнабаев етәкселек иткән йыр һәм бейеү ансамб­ле ҡунаҡтарға бик матур концерт күрһәтте, ә уның аҙағы ха­лыҡ бейеүҙәре кисәһенә әйләнеп китте (С. Ҡудаш).

Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция бер ваҡыт һөйләмдән, баш һөйләмдән һәм уларға теҙмә юл менән теркәлгән үҙ аллы һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән:

Йөрәктәр тере ҡалғанда, Мөхәббәт йәшәр һаман, Йәшәргә теләүселәргә Яңғыҙлыҡ артыҡ яман (М. Кәрим).

V. Бер урын Һөйләм, баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән бәйләнгән үҙ аллы һөйләм ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөй- ләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: Бынан алыҫта, Днепр һыу- ҙары ағып ятҡан яҡтарҙа, Александр Твардовскийҙың тәүге өмөт нурҙары тоҡанды, ә Мәскәү янында ул үҙенең васыяттарын әйтеп

ҡалдырҙы (М. Кәрим).

VI. Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция бер сәбәп һөйләмдән, баш һөйләмдән һәм уларға теҙмә юл менән бәйләнгән үҙ аллы һөйләмдән йәки һөйләмдәрҙән тора. Миҫалдар:

Үлгән кеүек түгел миңә Ленин, Ул һаман да исән төҫлөлөр, Сөнки уның ҡорос партияһы Арымаҫ-талмаҫ, һүнмәҫ көс бөгөн (М. Ғафури).

Бойҙай тулы келәттәрҙә, Шатлыҡ тулы һәр өйҙә; Йыр урғыла йөрәктәрҙән, Тормош йәмлегә күрә (Ә. Ихсан).

VII. Бер һөҙөмтә һөйләм, баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән теркәлгән үҙ аллы һөйләм ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде хасил итә. Мәҫәлән:

Тирә-яҡтан үрелеп ҡарай төҫлө Бар йорттары уға Өфөнөң, Бында Ленин булған, шуның өсөн Иң бәхетле тоя ул үҙен (Н. Нәжми).

VIII. Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция бер маҡсат һөйләмдән, баш һөйләмдән һәм уларға теҙмә юл менән бәйләнгән үҙ аллы ике һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән: Ҡар һыуы ғына ярҙам итер микән, һеңлем, ул яҙ көнө була бит, ә иген үҫһен өсөн, йәй көнө ямғыр кәрәк (Ғ. Аллаяров).

IX. Бер рәүеш һөйләм, баш һөйләм һәм ике үҙ аллы һөйләм ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән:

Яҙғы байрам, йәмле, шау,ш байрам. Күңелең теләгәнсә уйнап туй (3. Биишева).

X. Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция ике дәрәжә-күләм һөйләменән һәм ике баш һөйләмдән тора. Мә- ҫәлән:

Баҫырға ине курокты,

Магазин бушағансы;

Ут алһын ине яланды,

Аҡ ҡар дөрләп янгансы (Ә. Вәли).

XI. Бер сағыштырыу һөйләме, баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән теркәлгән ике үҙ аллы һөйләм ябыҡ структуралы ҡат- наш ҡушма һөйләмде хасил итә. Мәҫәлән:

Көлтәләрҙән тәбрик килтер беҙгә, Беҙ сытырбыҙ бында ҡаршыңа, Унда тальянкалар оҙатһалар, Бында оркестрҙар ҡаршылар (Ғ. Сәләм).

XII. Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция ике шарт һөйләм менән ике баш һөйләмдән төҙөлә. Миҫалдар:

Ғорурлыҡ сиктән аша минең,

Илем бөйөклөгөн уйлаһам;

Ниндәй бәхетһеҙлек булыр ине,

Әгәр ошо илдә тыумаһам (3. Биишева).

Атҡан уғым ярһа таштарҙы, Сапҡан ҡылысым өҙһә тимерҙе, Ҡотҡарыр ҙа инем мин һине, Ҡотҡарыр ҙа инем мин ерҙе! (Б. Бикбай).

XIII. Өс кире һөйләм менән өс баш һөйләм ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән:

Иҫһә лә ҡеүәтле елдәр, Бөгөлмәй ҡайын; Килһә лә ыжғырып дауыл, һығылмай ҡайын; Өйөрөлөп, олоп, ҡойонлап Килһә лә буран, Күкрәген киреп, буранды Ҡаршылай урман (Р. Нигмәти).

XIV. Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция бер аныҡлаусы һөйләмдән, өс маҡсат һөйләмдән һәм баш һөйләм- дән тора. Мәҫәлән: Шундай үтенесем бар: һуғыш тиҙерәк бөтһөн һәм атайым өйгә ҡайтһын өсөн, яңынан яҡшы тормош башлан- һын өсөн, ҡәһәрле фашистарҙы ныҡ туҡма (Муса Гәрәев).

Бер аныҡлаусы һөйләм, ике ваҡыт һөйләм һәм ике баш һөйләм ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде хасил итә. Мә­ҫәлән: Ит бешкәнсе, донъя хәлдәрен һөйләп ултырҙылар, аш һо-ҫолоп алынғанда, Арыҫлан әйткән икенсе сапҡын килеп етте (Ғ. Ибраһимов).

Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция бер аныҡлаусы һөйләмдән, шарт һөйләмдән һәм ике баш һөйләм­дән төҙөлә. Мәҫәлән:

Донъя йөгөн һелкеп ташлап булһа,

Ҡайтыр инем тыуған яғыма;

Йырлар инем баҫып Оло Эйектең

Суҡ тирәктәр үҫкән ярына (3. Биишева).

XVII. Бер ваҡыт һөйләм, сәбәп һөйләм һәм ике баш һөйләм

ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән:

Мин яҙам был йырҙарымды, Ҡыҙыма биш тулғанда;

Яҙам, уның үтер юлы

Бик бәхетле булғанға (Т. Арслан).

XVIII. Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструк- ция бер ваҡыт һөйләмдән, шарт һөйләмдән һәм ике баш һөйләм- дән тора. Мәҫәлән:

Мин һулармын, ерҙә дауыл Тынмаһа әгәр; Мин янырмын, һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр! (М. Кәрим).

XIX. Бер дәрәжә-күләм һөйләме, шарт һөйләм һәм ике баш һөйләм ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде хасил итә. Мә- ҫәлән: Иген уңһа, мал ни тиклем күбәйһә, шул саҡлы ил байлығы арта, Совет дәүләтенең ҡеүәте үҫә (Я. Хамматов).

XX. Ахыр сиктә, ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция бер һөҙөмтә һөйләмдән, кире һөйләмдән һәм ике баш һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән:

*