Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1.08 Mб
Скачать

Синтетик кире һөйләм

Ул түбәндәге формаларҙа килә.

I. Синтетик кире һөйләм бер составлы билдәле эйәле (субъект­лы) һөйләм рәүешендә бирелеп, эйәрсән һөйләмдең хәбәре вазифа­һын та-тә киҫәксәле шарт һөйкәлеше формаһы үтәй. Мәҫәлән:

II. Синтетик кире һөйлом бер составлы билдәһеҙ эйәле (субъект- лы) һөйләм сифатында осрай. Миҫалдар: Нисә тапҡыр яуап алып караһалар ҙа, Ғәлиәкбәр ҡарт берҙе һөйләне (Ф. Иҫэнголов). Ниндәй генә эшкә кушһалар ҙа, баш тартмаҫҡа (Ф. Иҫәнғолов).

III. Синтетик кире һөйләм ике составлы һөйләм тибында ки- леп, эйәрсән һөйләмдең хәбәре ролен ла-лә киҫәксәле шарт һөйкә- леше формаһы башҡара. Миҫалдар: Һыу йылынып өлгөрмәһә лә, бала-саға, йәш-елкенсәк ҡомло ярҙы һырып алды (Ш. Янбаев).Омор- ҙаҡ ағай менән беҙ, райондар төрлө булһа ла, бер яҡтыҡылар бу- лып сыҡтыҡ (Ш. Бикҡол). Ҡыҙҙар менән разведкаға йөрөү уставта каралмаған булһа ла, Рәбиғаны алырға булдыҡ (И. Ғиззәтуллин). Ракеталар күккә караһа ла, улар барыбер ергә төбәлгән (Р. Бик- баев). Шуныһы характерлы: бындай синтетик кире һөйләмдәр поэ- зия әҫәрҙәрендә башлыса постпозитив хәлдә ҡулланыла. Бына бер нисә миҫал:

Мин ризамын, әгәр һине ҡыуып,

Оҙаҡ барһалар ҙа хаттарым (Р. Ниғмәти).

Сигенмәне күңел ауырлыҡҡа,

Ашаһа ла күҙҙе газ-төтөн (Ғ. Сәләм).

Баҡһаң әгәр тау башында тороп, Түбәндә ҡайнаған донъяға. Айырмаҫһың дуҫ һәм дошманыңды, Күҙҙәрең бик үткер булһа ла (С. Ҡудаш).

IV. Синтетик кире һөйләмдең хәбәре өсөнсө зат бойороҡ һөйкә- леше ҡылымы менән белдерелә. Бындай эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһына һыҙыҡ ҡуйыла. Миҫалдар: В өтә ауыл түгел, бөтә донъя һөйләһен -мин уларға ышанмайым! (М. Ғафури). Тыуған яҡтарыма ҡайтҡан һайын, юлдарыма ямғыр түгел, таштар яу- һын Дәүләкәнгә туҡтамайынса үтер хәлем юҡ (Р. Низамов).

V. Синтетик кире һөйләмдең хәбәре булын, бер лексик мәғәнә аңлатыусы шарт һөйкәлеше менән хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары килә. Был ике ҡылым теҙмәһе кирелекте белдерә. Мәҫәлән: Ҡар- иҙел кирегә акһа ағыр, мин вәғәҙәмдән баш тартасаҡ түгелмен (Яр. Вәлиев).

VI. Синтетик кире һөйләмдең хәбәре вазифаһын бер үк мәғә- нәле ҡылымдың шарт һөйкәлеше формаһы менән өсөнсө зат бойо- роҡ һөйкәлеше формаһы үтәй. Был осраҡта ике һөйләм араһына һыҙыҡ ҡуйыла. Миҫалдар: Менгән атың йығылып үлһә үлһен әйткән һүҙең нахаҡҡа сығып үлмәһен (М. Кәрим). Колхоз хәҙер- гә ярлы булһа булһын синфи дошман уға морон тыҡмаһын (Ә. Чаныш).

VII. Ахыр сиктә, синтетик кире һөйләмдең хәбәре ролен була тороп ҡылымдары башҡара. Уларҙы булһа ла менән алмаштырыр- ға мөмкин. .Мәҫәлән: Шул тиклем караптарыбыҙ була тороп, үҙебеҙ яр башында ултырабыҙ (М. Кәрим).

Аналитнк-синтетик кире һөйләм

Ул түбәндәгесә белдерелә.

I. Аналитнк-синтетик кире һөйләмдең хәбәре булып ла-лә киҫәксәле шарт һөйкәлеше формаһы килә. Кирелек мәғәнәһен кө­сәйтеү өсөн эйәрсән һөйләмдә нисек кенә, ни саклы ғына һүҙҙәре ҡулланыла. Миҫалдар: Сарышев нисек кенә төкөрөк сәсеп каршы сыкһа ла, беҙ Яланайырҙа эште дауам итәсәкбеҙ (Ш. Янбаев). Ул саҡтағы ҡайғырыуҙар, һағыныуҙар ни саклы ғына ауыр булһа ла, бөтәһен онотоп, туған ерҙәрҙе күреү, осрашып аңлашыу сә­ғәттәре яҡынлашып килә ине (Ғ. Ибраһимов).

П. Аналитнк-синтетик кире һөйләмдең хәбәре вазифаһын бер­лектәге икенсе зат бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы үтәп, эйәрсән һөйләм составында ниндәй генә һүҙҙәре урын ала. Мәҫәлән: Ал­дан ниндәй генә план корма ул планға хәрби шарттар тө­ҙәтмә индермәй ҡалмай (Ә. Чаныш).

Аналитик-синтетик кире һөйләм бер составлы эйәһеҙ һөй­ләм рәүешеңдә килеп, эйәрсән һөйләмдең хәбәре ролен өсөнсө зат бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы башҡара. Мәҫәлән: Кәбән төбөндә нисек кенә тыныс тойолмаһын, Алһыу ҡурҡыуынан арына ал­маны (Ғ. Ибраһимов).

Аналитнк-синтетик кире һөйләм ике составлы һөйләм фор­маһында бирелеп, эйәрсән һөйләмдә кайһы ғына, нисек кенә һүҙ­ҙәре ҡулланыла. Миҫалдар: Оло талант эйәһе Заһир Исмәғилев сәнғәттең кайһы ғына әлкәһендә эшләмәһен, ул дөйөм ижади ' процестың кимәлен билдәләүҙә, ижади атмосфера тыуҙырыуҙа тура­нан-тура ҡатнаша (М. Кәрим). Мәжлес нисек кенә күңелле һәм шатлыклы булмаһын, уның айырылышыу ултырышы икәнеп йөрәк­тәр ҙә, йөҙҙәр ҙә, күҙҙәр ҙә йәшерә алмайҙар ине (С. Ҡудаш). Колхоз председателе маҙаһына тейгән күңелһеҙ һәм ҡурҡыныслы уйҙарҙан нисек кенә ҡотолорға тырышмаһын, улар тынгылыҡ бирмәне (Я- Хамматов). Катерина менән Михаила Алһыуға нисек кенә яҡын булмаһындар, уны нисек кенә яратырға тырышмаһындар, барыбер Алһыуҙың бәхете урланған (Ғ. Ибра­һимов).

V. Ахыр сиктә, аналитнк-синтетик кире һөйләмдең хәбәре ва­зифаһын төбәү килеш ялғаулы исем ҡылым менән карамаҫтин бәйләүесе үтәй. Бындай кире һөйләм проза әҫәрҙәренә хас булып, күбеһенсә препозитив хәлдә ҡулланыла. Миҫалдар: Телдәрегеҙ, диндәрегеҙ, төҫтәрегеҙ, политик ҡараштарығыҙ ниндәй булыуға карамаҫтан, һеҙгә мөрәжәғәт итәм (М. Кәрим). Стенаға берке­телгән сәғәт стрелкаһы төнгө унға якынайыуға карамаҫтан, бе-' рәү ҙә ҡайтырға ашыҡманы (Я. Хамматов). Һуғыш тамамланыу­ға карамаҫтан, дошман ҡоралын ташламаған, әле (Ғ. Алляиг.рВ). иатша Россияһында ҡатын-,тапың Һин,~Авивкл** ц - „j„,.,i4 ның ишектәре ябык булыуға карамаҫтан, Варвара Александров­на Кашеварова-Руднева Россияла ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә булыуға ирешкән («Башҡ.ҡыҙы»).