- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
Аналитик-синтетик шарт һөйләм
Ул түбәндәгесә белдерелә.
I. Аналитик-синтетик шарт һөйләм бер составлы билдәле эйә- ле (субъектлы) һөйләм рәүешендә килеп, эйәрсән һөйләмдең ба- шында фарсы теленән ингән әгәр йәки әгәр ҙә теркәүесе ҡулланы- ла. Ул шартлыҡ мәғәнәһен көсәйтә төшә. Мәҫәлән: Әгәр ҙә халыҡ менән дөрөҫ эш алып барһаң, хаталар еңел бөтөрөләсәк (Я. Хам- матов).
II. Аналитик-синтетик шарт һөйләм бер составлы билдәһеҙ эйәле (субъектлы) һөйләм тибында бирелә. Бында ла әгәр ҙә тер- кәүесе урын ала. Мәҫәлән, Әгәр ҙә был урядник урынына үҙебеҙ- ҙең кешене куйһалар, биш артыҡ булған булыр ине (Я. Хамматов).
Аналитик-синтетик шарт һөйләм бер составлы инфинитив-модаль һөйләм сифатында белдерелә. Мәҫәлән: Әгәр ҙә киләсәктә уларға тундра аша атларға, күкте штурмларға, океан төбөнә төшөргә тура килһә, партизан отрядында алған һабаҡ һәр ваҡыт кәрәк буласаҡ (Ә. Бикчәнтәев).
Аналитик-синтетик шарт һөйләм ике составлы һөйләм формаһында килеп, эйәрсән һөйләмдә әгәрйәкм әгәр ҙә теркәүесе ҡулланыла. Миҫалдар: Әгәр умарталағы инә ҡорт үлһә, ҡалған ҡорттар бал йыймайҙар, ә теләһә ҡайһы яҡҡа таралышып бөтәләр (М. Өмөтбаев). Әгәр ҙә мин ят ерҙәрҙән килмәгән булһам, мине сит ояның себеше урынына шул саҡлы ҡыйырһытырҙар инеме ни? (М. Кәрим). Әгәр ҙә донъялағы ҡыҙҙар бөтәһе лә сәскә булһалар, мин Асияны һайлар инем (Ҡ. Даян). Әгәр ҙә Ғәбитов бөтә ғәйепте минең өҫкә ауҙарырға маташһа, барыһын да танырға (Я. Хамматов). Әгәр һин дә эргәмдә булһаң, минән дә бәхетлерәк кеше донъяла табылыр инеме икән? (Ш. Янбаев).
V. Аналнтпк-спнтетнк шарт һөйләмдең хәбәре вазифаһын урын-ваҡыт килеш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым үтәй. Эйәр- сән һөйләмдәге шарт мөнәсәбәтен көсәйтеү өсөн әгәр йәки әгәр ҙә теркәүесе ҡулланыла. Миҫалдар: Әгәр ҙә эш былай барғанда, емерек хужалыҡты төҙәтеү түгел, бәлки уны тағы емереү буласаҡ (Ғ. Хәйри).
VI. Ахыр сиктә, аналитик-синтетик шарт һөйләмдең дә, баш һөйләмдең дә эйәһе ролен беҙ зат алмашы башҡара. Бындай һөй- ләмдәрҙе бер субъектлы эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкция- лар тип атарға мөмкин. Мәҫәлән: Әгәр ҙә беҙ үҙебеҙҙең әҙәби эш- тең, үҙ һәнәребеҙҙең артабанғы яҙмыштарына битараф түгелбеҙ икән, беҙ бер ваҡытта ла ҙур хәстәрлектән азат булырға тейеш түгелбеҙ (М. Кәрим).
Ҡайһы бер эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкцияларҙа шарт мөнәсәбәте менән һөҙөмтә мөнәсәбәте үрелеп килә, шуға күрә бындай һөйләмдәрҙе шарт-һөҙөмтә һөйләмдәр тип йөрөтөргә була. Миҫалдар: Әгәр ҙә беҙ йәшәйбеҙ икән — тимәк, Салауат тере! (М. Кәрим).
Әгәр беҙҙең батыр космонавта р А йҡай икән серле йыһанды, Тимәк, ошо китап ҡанат ҡушан Күккә күтәрергә уларҙы (Я- Ҡолмон).
Кире һөйләм
Ҡапма-ҡаршылыҡ мөнәсәбәте телдә ҡаршы ҡуйыу теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм менән кире һөйләм ярҙамында бирелә. Кире һөйләм грамматик яҡтан кире хәлгә бик яҡын тора. Уларҙы бутамаҫ өсөн семантик принципты нигеҙ итеп алабыҙ. Кире хәлле ябай һөйләмдә һүҙ бер генә субъект хаҡында бара. Мәҫәлән: Белһәм дә әйтмәнем. Кире һөйләмле ҡушма синтаксик конструкцияла күбеһенсә ике субъект урын алырға тейеш. Мәҫәлән: Саҡырһалар ҙа, барманыҡ. Башҡорт телендәге кире һөйләмдәрҙең синтетик һәм аналитик-синтетик төрҙәре бар.
