- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
Сағыштырыу һөйләме
Сағыштырыу, ҡаршы ҡуйыу мәғәнәһе телдә сағыштырыу хәле менән сағыштырыу һөйләме ярҙамында белдерелә. Башҡорт телендәге сағыштырыу һөйлөмдәренең синтетик, аналитик һәм аналитик-синтетик төрҙәре бар.
Синтетик сағыштырыу һөйләме
Ул түбәндәгесә белдерелә.
I. Синтетик сағыштырыу һөйләменең хәбәре булып -ғансы аффикслы хәл ҡылым килә. Мәҫәлән: Халыҡ көсө серегәнсе, минең башым сереһен (Х. Ғиләжев).
II. Синтетик сағыштырыу һөйләмәнең хәбәре вазифаһын шарт һөйкәлеше формаһы үтәй, ләкин ул шартлыҡ идеяһын белдермәй. Миҫалдар: Ҡояш яҡтыһында һалҡын ҡар иреһә, һине яратып көлгән ҡыҙ ҡаршыһында һинең йөрәгең ирей (Ғ. Хәйри). Әхмәт ағай күпте күргән ат кеүек һәлмәк (һалмаҡ.— Ғ. С.) хәрәкәтле булһа. Тимер аҙ егелгән тай кеүек тилбер ине (И, Ғиззәтуллин). Күсей ауылыныҡылар бөтәһе йырсы һәм бейеүсе булһа, Төрөкмәндекс-ләр — ауылы менән һунарсы (Ә. Чаныш).
Берәү кешеләрҙе ҡырыу өсөн
Ядро һынауҙары үткәрһә,
Ике бөркөт йөҙә киң йыһанда
Фәнгә яңылыҡтар өҫтәргә (Б. Валид).
Урыны менән, контраслыҡты көсәйтеү өсөн, сағыштырыу һөйләмендә элек рәүеше, әбаш һөйләмдә хәҙер инде һүҙҙәре ҡулланыла. Мәҫәлән: Элек бай ҡыҙҙар менән бай кейәүҙәр данлы булһа, хәҙер инде алдынғы кеше, хеҙмәте менән дан алған кейәү һәм ҡыҙҙар данлы (Ә. Вәли).
Синтетик сағыштырыу һөйләменен хәбәре ролен -дай ' -дәй ялғаулы үткән заман сифат ҡылым башҡара. Миҫалдар: Быға тиклем сабыр булырға тырышҡан Рауза ла, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, иркен тын алды (Ш. Янбаев). Бер тарынан бутҡа булмағандай, бер Ҡылысбаев ҡына баянистар ансамбле була аламы ни? (Ф. Иҫәнғолов). Өйрәктәр балаларын башлап йөҙөргә өйрәтергә алып төшкәндәй, Әхмәҙулла бабай бураҙнаны үҙе ярып бирергә уйланы (Р. Низамов).
Контексҡа ҡарап, синтетик сағыштырыу һөйләме бер составлы эйәһеҙ һөйләм рәүешендә бирелә. Мәҫәлән: Бала саҡҡа кайтып булмағандай, китеп булмай икән йәшлектән (Ғ. Рамазанов). Әгәр эйәрсән һөйләм баш һөйләмдең хәбәре менән йәнәшә торһа, ул тыныш билдәһе менән айырылмай. Мәҫәлән: Хәмзин ҡорт сак-кандай ырғып торҙо (Ә. Бикчәнтәев).
Аналитик сағыштырыу һөйләме
Ул түбәндәге формаларҙа килә.
I. Аналитик сағыштырыу һөйләменең хәбәре үткән заман сифат ҡылым һәм кеүек бәйләүесе менән белдерелә. Бындай сағыштырыу һөйләме поэзиянан бигерәк проза әҫәрҙәренә хас. Миҫалдар: Киң даръялар тамсы һыуҙарҙан йыйылған кеүек, иген йылғаһы ла бөр- төктәрҙән йыйыла (Ш. Янбаев). Яҡшы йыр йөрәккә йәшен тиҙ- легендә ингән кеүек, утыҙ егеттең батырлығы тураһындағы хәбәр ҙә ғәскәрҙәргә шунда уҡ барып етте (Ә. Ихсан). Ҙур йылға инеш- тәрҙән яралған кеүек, халҡыбыҙҙың бөйөк Еңеүе лә миллиондар- ҙың батырлығынан тыуҙы (Ә. Хәкимов).
II. Аналитик сағыштырыу һөйләменең хәбәре вазифаһын үт- кән заман сифат ҡылым менән һымак бәйләүесе үтәй. Миҫалдар: Мәрәһим дә ҙур-ҙур усмаларҙы, ҡарағош канат елпегән һымак, һелтәп артына йышыраҡ әйләнеп һала башланы (М. Кәрим). Яңы тыуған йондоҙ яҡтыһы бик оҙаҡтан һуң ғына ер өҫтөнә килеп еткән һымак, Аргынбаев та шул яңы йыл кисендә Вәсилә менән осрашыу йылыһын, хистәр сафлығын бөтә йөрәге менән әле генә тойҙо (Ш. Янбаев).
III. Аналитик сағыштырыу һөйләменең хәбәре ролен үткән заман сифат ҡылым менән шикелле бәйләүесе башҡара. Миҫалдар: Индрилдың һуңғы һүҙҙәренән ҡатын кеше ҡорт саккан шикелле тертләп китте (Д. Юлтый). Ҡайһы ваҡыт, күл өҫтөндә ҡаҙҙар менән өйрәктәр аралашып киткән шикелле, ҡыҙҙар менән егет- тәр ҙә аралашып китәләр (Ғ. Хәйри). Кеше үҙенең әсәһен һәм Вата- нын һайламаған шикелле, ул үҙенең заманын, йәшәгән дәүерен дә һайлап алмай (Р. Бикбаев).Диңгеҙ тамсыларҙан торған шикелле, дөйөм халыҡ бәхете лә айырым-айырым бәхеттәрҙән тора (И. Аб- дуллин). Бүтән миҫалдарҙан айырмалы рәүештә, өсөнсө эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкцияла һүҙ фәҡәт бер генә субъект (кеше) тураһында бара.
IV. Аналитик сағыштырыу һөйләменең хәбәре булып үткән заман сифат ҡылым менән төҫлө бәйләүесе килә. Миҫалдар: Фә- н йәнең ошо бер күҙ ҡарашы, яҙғы ҡояш тәбиғәтте ҡышҡы йоҡо- нан уяткан төҫлө, мине йәнләндереп ебәрҙе (Ә. Вәли).
Тын торған диңгеҙ өҫтөндә Көслө шторм купкан төҫлө,
Янкиҙарға ләғнәт уҡып
Сайҡала майҙан өҫтө (Ш. Бикҡол).
