Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1.08 Mб
Скачать

Аналитик сәбәп һөйләм

Ул түбәндәгесә белдерелә.

I. Аналитик сәбәп һөйләмдең хәбәре булып исем ҡылым менән аркаһында, айканлы, сәбәпле һүҙҙәре килә. Миҫалдар: Бер нисә көн буйы туҡтауһыҙ ямғыр яуыу аркаһында, комбайн ашлыҡ ура алманы (3. Биишева). Алыҫ Көнсығышҡа Икенсе бөтә донъя һу- ғышында япон милитаристарын еңеүгә утыҙ йыл тулыу айканлы килдек (Ә. Бикчәнтәев). Ҡалала ҡаҙармалар булмау сәбәпле, беҙ- ҙе ошо фабрика корпустарына урынлаштырҙылар (Д. Юлтый). Районда тулы урта белемле комсомолецтар бик аҙ булыу сәбәпле, райком да, военкомат та минең ғаризамды ҡәнәғәтләндерҙеләр (Ш. Бикҡол).

II. Аналитик сәбәп һөйләмдең хәбәре вазифаһын үткән заман сифат ҡылым менән һайын бәйләүесе үтәй. Миҫалдар: Заман уҙ- ған һайын, Ленин эшенең, көрәшенең, тормошоноң бөйөклөгө арта бара (М. Кәрим). Офоҡ һыҙығы киңәйә барған һайын, тал ҡыуа- ғын алмаштыра имән, ҡайын (Х. Ғиләжев). Һәр еңеүлекәй тыу- ған һайын, Яңы йырҙар уты миндә ҡабына (Ә. Вәли). Йылдар үт- кән һайын, мин Тыуған ил, Ватан тигән төшөнсәләрҙе асығы- раҡ төҫмөрләй башланым (Д. Бүләков). Әгәр сәбәп һөйләм баш һөйләмдең хәбәре менән йәнәшә торһа, һөйләмдәр араһына ты- ныш билдәһе ҡуйылмай. Миҫалдар: Ауылда йәш балалар тыуған һайын ҡыуанам мин (Д. Бүләков). Ҡар ҡатламы калынайған һайын ауыраябара юл йөрөү (Ғ. Рамазанов).

Аналитик сәбәп һөйләмдең хәбәре ролен төрлө ҡылым һөй­кәлештәре менән тип бәйләүесе башҡара. Бындай сәбәп һөйләм­дә маҡсат мәғәнәһе лә бар. Шулай ҙа баш һөйләмдең хәбәренең семантикаһында сәбәилек өҫтөнлөк итә. Миҫалдар: Улай-былай иғтибар иткән кеше булманымы икәч тип, тирә-яғына ҡаранды (И. Насыри). Тулҡындарға ҡарап мин дә тулҡынланам, ҡауышыр көндәр тиҙерәк етһен тип (Ш. Насыров).

Аналитик сәбәп һөйләмдең хәбәре үткән заман сифат ҡы­лым менән өсөн бәйләүесе ярҙамында белдерелә. Миҫалдар:

Туйындыра мине ерем. Хеҙмәтем булған өсөн;

Кейендерә мине илем,

Бер улы булған өсөн (М. Тажи).

Мин һине юлымда күрҙем,

Юлдар бер булған өсөн (Н. Нәжми).

Әгәр бындай сәбәп һөйләм баш һөйләмдең хәбәре менән йәнә­шә торһа, ике һөйләм араһына тыныш билдәһе ҡуйылмай. Миҫал­дар:

Баһадир рус халҡы батыр

Башҡортомдо

Ғүмерлек дуҫ иткән өсөн

Ғорурланам (3. Биишеьа).

Күкрәгемдә һөйгән халҡымдың Саф, тоғро

Ҙур йөрәге типкән өсөн Ғорурланам (3. Биинева).

V. Аналитик сәбәп һөйләм баш һөйләмгә сөнки теркәүесе ме­нән тоташа. Миҫалдар: Фәтхулла башын эйеп тынып ҡалды, сөн­ки залға Ғәйшә инеп килә ине (Д. Юлтый). Ҡулда ҡамсы, сыбыҡ булырға тейеш түгел, сөнки кавалерия аты ундай «.тәртипте» яратмай (С. Кулибай).

Бөтә хеҙмәт халҡы беҙгә ынтыла,

Күтәрелә һаман юғары,

Сөнки ҡояш булып юл яҡтырта

Маркс—ЭнгельсЛенин уйҙары (М. Марат).

Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм

Ул башҡорт әҙәби телендә киң таралмаған. Аналитик-синтетик сәбәп һөйләмдең хәбәре вазифаһын төбәү килеш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым менән күрә бәйләүесе үтәй. Ул проза әҫәрҙә­рендә препозитив хәлдә, ә шиғыр, поэмаларҙа күбеһенсә постпо­зитив хәлдә ҡулланыла. Миҫалдар: Аптырап тороу, ас көйөнсә көн үткәреү улар өсөн ғәҙәти һәм тәбиғи булып киткәнгә күрә, юҡлыҡтан зарланыу ҙа бөтә башлағайны (М. Ғафури). Беҙҙең дивизия был мәлдә алғы һыҙыҡта булмағанға күрә, төнгө сәғәт ун икенән һуң телефонда һөйләшеүҙәр туҡтатыла (Д. Юлтый). Тор­мош хәүефле булғанға күрә, кәләш алырға уйламай торғандыр Хисмәтулла (Я. Хамматов).

Беҙҙең ауылда игендәр Комбайндарҙы күмә, Йәше, ҡарты намыҫ менән Хеҙмәт иткәнгә күр.> (Н. Нәжми).

ҺӨЙЛӘМ

һөҙөмтә мөнәсәбәте лә универсаль философик категорияларҙан һанала. Уныц менән сәбәп мөнәсәбәте араһында диалектик бәйлә­неш йәшәй. Хәҙер һәм бында сәбәп булған эш-хәрәкәт, хәл-ва­ҡиға икенсе ваҡытта һәм бүтән ерҙә һөҙөмтәгә әүерелә, һөҙөмтә мөнәсәбәте телдә һөҙөмтә һөйләм ярҙамында сағылдырыла. Башҡорт телендәге һөҙөмтә һөйләмдәр фәҡәт аналитик характерҙа ҡулла­ныла. Йәнә һөҙөмтә һөйләм тик постпозитив хәлдә бирелә, сөнки тәүҙә берәй предмет, кеше хаҡында һүҙ булмайынса тороп, һығым­та яһау мөмкин түгел. Һөҙөмтә Һөйләм түбәндәгесә белдерелә.

I. Ул бер составлы йәки ике составлы һөйләм рәүешендә килеп, баш һөйләмдәге шундай, шундай иттереп һүҙҙәрен асыҡлай. Бындай һөҙөмтә һөйләмдәр поэзиянан бигерәк прозаға хас. Миҫал- дар: Уйын бит ул шундай рәхәт, уны һис бер тәмле нәмә менән дә тиңләштереп булмай (С. Агиш). Ул ҡатын шундай һылыу ине, күргән бер кеше уға һоҡланмай ҡалмай торғайны (Б. Бикбай). Тимер мейес шундай ҡыҙыу итеп яғылған, ишек төбөндәге мөйөш- кә муйынсаҡлап ҡуйылған быҙау һәм һарыҡ бәрәстәре эҫелектән әлһерәп, һуҙылып ятҡандар (С. Ҡудаш). Эх, Байрамбикә, ғаилә ҡороп йәшәгәс, шундай иттереп йәшәргә кәрәк, һинең тормошоңа ҡарап теләһә кемдең күҙе ҡыҙып торорлоҡ булһын (М. Хәйзәров).

II. һөҙөмтә һөйләм баш һөйләмдәге шул тиклем һүҙҙәрен асыҡлай. Миҫалдар: Беҙ көлә-көлә, йырлай-йырлай шул тиклем күп ағас ултырттыҡ, уҡытыусыбыҙ Тәүзиха Бахтиевна ике тапҡыр беҙҙең янға килеп, күңелде күтәреп китте (К- Кинйәбулатова). Алмағастар яҙ шул тиклем матур булып сәскә аттылар, ҡарап шатланмаған кеше булмағандыр (Ш. Янбаев). Клара нефтте эҙ- ләү хаҡында шул тиклем белеп һөйләй, мин түгел, хатта Әхмәте лә ауыҙын асып, ҡолағын ҡарпайтҡан (Ә. Хәкимов). Беҙҙән ике- өс километр ғына алыҫлыҡта дошман шул тиклем күп артилле- рия туплаған, энә төртөрлөк тә урын юҡ (Ә. Чаныш).

һөҙөмтә һөйләм баш һөйләмгә хатта теркәүесе ярҙамын­да тоташа. Был теркәүес һөҙөмтә мөнәсәбәтен көсәйтеп килә. Ми­ҫалдар: Атайымдың йәнен, көсөн йәлләмәй колхоз малдарын үрсе-теүе мине шул тиклем ҡанатландырҙы, хатта түбәм күккә тей­гән кеүек булдым (С. Кулибай). Донъя шундай тыныс, хатта Сәр­мәсән буйында һирәк-һаяҡ ат бышҡырыуына тиклем ишетелә (Х. Ғиләжев). Шишмә шундай бәләкәй, хатта услап һыу алырлыҡ та түгел (Р. Солтан гәрәев). Ғизетдин һүҙҙәрен шул тиклем өҙө­лөп әйтте, хатта күҙҙәренән йәш атылды (Р. Низамов).

һөҙөмтә һөйләм баш һөйләмгә шуға теркәүесе менән бәй­ләнә. Миҫалдар:

Бәхеттәр бик ҡыйын табыла, Шуға улар ауыр ҙа була (С. Ҡудаш).

Бар тәбиғәт биргән уға матурлығын,

Шуға егет юғалтҡандыр батырлығын (Я. Ҡолмой).

Батыр көрәш өсөн халҡым минең Француз дуҫын ихлас ярата; Шуға бик йыш осрай Морис исеме, Татар Марсель,

Башҡорт Марат та (М. Марат).

V. Һөҙөмтә һөйләм баш һөйләмгә шуға күрә, шуға күрә лә

теркәүестәре ярҙамында тоташа. Миҫалдар: Ҡоштар улар йән­ле тәбиғәттәге иң нәфис хайуандар, шуға күрә һине ҡоштар фер­маһында эшләргә ҡушҡандар (С. Агиш). Мәрәкәләшеп һөйләшер ваҡыт түгеллеген белеп тора Нурулла, шуға күрә лә ул күңеле­нән үҙен бер эшһеҙ эйәреп йөрөүсе малай итеп түгел, ә ысын гео­физик итеп иҫәпләне (Ш. Янбаев). Ул саҡта Мәскәүҙә метро, троллейбустар юҡ ине әле, шуға күрә трамвай туҡталыштарын­да халыҡ күп йыйыла ине (Ә. Бикчәнтәев).

Бик ауырҙыр яңғыҙ йәшәү, Көнө моңһоу үтәлер, Ш\ға күрә һәр таң һайын Кемделер ул көтәлер (Ҡ. Даян).

VI. Һөҙөмтә Һөйләм алдында шунлыктан теркәүесе ҡулланы- ла. Бындай эйәрсән һөйләм поэзиянан бигерәк прозаға хас. Миҫал- дар: Халыҡтар вокзал эсенә генә һыя алмайҙар, шунлыктан илар линия буйына сығып, һәләмә кейемдәренә төрөнөп яталар (Ғ. Хәй- ри). Урман ҡырҡылып бөткән, шунлыктан шишмәләр ҡороған (Ғ. Ибраһимов).

VII. Һөҙөмтә Һөйләм баш һөйләмгә шуның өсөн теркәүесе ме-, нән бәйләнә. Бындай эйәрсән һөйләм, шиғыр һәм поэмаларға "ҡа- рағанда, хикәйә, повесть, романдарҙа йышыраҡ осрай. Миҫалдар: Өйҙә булған әйберҙәрҙең һәммәһе лә миңә мәғлүм ине, шуның өсөн үҙем менән ниндәй нәмәләр алып китеүем күңелдә яҙылғайны (М. Ғафури). Яубаҫарҙың ҡулында ла, яурынында ла мылтыҡ юҡ, шуның өсөн ул ҡуянға ата алманы (С. Агиш). Бында ҡыҙҙарға егеттәр етмәй, шуның өсөн дә вальсҡа күп кенә ҡыҙҙар ҡыҙҙар ме- нән парлашып төшә (Ғ. Хәйри). Рамазан Юлбирҙин бит заман- даштарының уй-теләктәрен, яҡты хыялдарын һөйләргә ынтыла, шуның өсөн ауыл юлдарынан ҡайтмай, шуның өсөн уның г үмере тәгәрмәс өҫтөндә үтә тиерлек (Р. Низамов).

VIII. һөҙөмтә һөйләм менән баш һөйләм араһында шул арка- ла теркәүесе бирелә. Миҫалдар: «Интернационалды Иштуған мәк- тәптә көн һайын тип әйтерлек йырлата, шул аркала уның һү- ҙен дә, көйөн дә балалар ҙа, ололар ҙа бик яҡшы белә ине (3. Би- ишева) . Парафин торбаларға ултыра, шул аркала айырата ҡыш көндәре авария, коллектор ярылыуҙары бик йыш булды (Р. Солтан- гәрәев). Ер һәр пгәүлек һайын бер нисә мең тонна водород юғал- та, шул аркала Ерҙең ауырлығы артыуы һәм кәмеүе бер кимәл- ' дә ҡала («Совет Башҡ.»).

IX. һөҙөмтә һөйләм баш һөйләмгә шул сәбәпле теркәүесе яр- ҙамында теркәлә. Мәҫәлән: Сыҙар хәлебеҙ ҡалманы, шул сәбәпле беҙ иҫкелекте төбө-тамыры менән ҡороттоҡ һәм үҙ көсө менән көн күреүселәрҙе яҡларға ҡыҙыл Летроградтағы туғандарыбыҙға ярҙамға килдек (Ф. Иҫәнғолов).

X. һөҙөмтә һөйләм баш һөйләмгә шулай булғас теркәүесе ме- нән бәйләнә. Мәҫәлән: Был Беренсе батальондың һуғышсан участкаһы ине, шулай булғас командир бында тулы хужа инде (Ф. Иҫәнғолов).

XI. һөҙөмтә һөйләм менән баш һөйләм араһында үҙенсәлекле теркәүес вазифаһын үтәүсе әйтерһең, әйтерһең дә инеш һүҙ- ҙәре ҡулланыла. Миҫалдар: Тын алыуы шул тиклем ауыр, әйтер- һең, ни менәндер үпкәне бөтә яҡтан килтереп ҡыҫҡандар (Р. Сол- тангәрәев). Ҡапыл шундай көслө шартлау булды, әйтерһең дә, күк емерелеп, киҫәк-киҫәк булып ергә төштө (Ә. Бикчәнтәев).

һөҙөмтә һөйләм баш һөйләмгә фарсы теленән килеп ин­гән ки теркәүесе менән бәйләнә. Миҫалдар: Сәми шул тиклем көйгәйне ки, уға бер күл һыуы ла аҙ булыр төҫлө ине (Д. Юлтый). Ҡотлояр хеҙмәтселәрҙе эшкә шул тиклем ҡаты ҡуша ки, уның иртәһе лә, кисе лә, төнө лә эш менән үтергә тейеш (Д. Юлтый). Ҡайһы ваҡыт улар шул ҡәҙәргә барып еттеләр ки, пароход арты­нан йөҙә торған балыҡтар ҡапыл үҙгәреп, Зөләйха һүрәтенә ке­реп киткәндәй булдылар (И. Насыри). Ҡара табынлылар шул тиклем бөлгөнгә һәм түбәнселеккә төштөләр ки, артабан йәшәү түгел, һулыш алырға ла рәт ҡалманы (К- Мәргән).

Ахыр сиктә, баш һөйләм шарт һөйләм формаһында бире­леп, ике һөйләм араһында теркәүес ролен башҡарыусы тимәк инеш һүҙе ҡулланыла. Миҫалдар:

Йыр батырҙар тураһында булһа,

Тимәк, ул йыр Ватан хаҡында (Р. Ннгмэти).

Әгәр Зоя дарҙа сағында ла Еңә алған икән дошманды, Тимәк, беҙҙең быуын тоғро булды, Партияға шулай ышанды (Х. Ғиләжев).

Был типтағы эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкцияларҙы шарт-һөҙөмтә һөйләмдәр тип тә атарға мөмкин.

МАҠСАТ ҺӨЙЛӘМ

Маҡсат мөнәсәбәте универсаль философик категория була ал­май, сөнки ул кешелек йәмғиәтенә ҡарата ғына ҡулланыла: кеше­ләр үҙ алдарына билдәле маҡсат ҡуялар һәм уның, өсөн көрәшә­ләр һәм ецеп сығалар. Тәбиғәткә килгәндә, унда стихиялылыҡ хөкөм һөрә; беҙ әле үҙебеҙгә кәрәк саҡта ямғыр менән ҡарҙы яу­ҙыра, ер тетрәүҙе туҡтата, ҡойон, дауыл, тайфунды «ауыҙлыҡлай» алмайбыҙ. Тимәк, маҡсат ҡуйып ҡына тәбиғәт закондарын теләгән­сә үҙгәртеп булмай. Ләкин бынан кеше тәбиғәткә бөтөнләй йоғон­то яһай алмай тигән Һөҙөмтә сығарырға һис тә ярамай.

Маҡсат мөнәсәбәте телдә маҡсат хәле менән маҡсат һөйләм яр­ҙамында белдерелә. Шуныһы характерлы: башҡорт телендә маҡсат һөйләмдең фәҡәт аналитик төрө генә бар. Ул түбәндәгесә килә.

I. Маҡсат һөйләм бер составлы билдәле эйәле һөйләм рәүе- шендә бирелеп, баш һөйләмгә тип бәйләүесе менән тоташа. Өтөр был бәйләүестән аҙаҡ ҡуйыла. Миҫалдар: Атай йортона тиҙерәк кайтып етәйем тип, Тимерҡаҙыҡ бер көн эсендә генә лә күпме юл үтте (Ғ. Ибраһимов). Комсомол эшен юлға һалабыҙ тип, Алеша менән бергә бөтә волосты арҡыры-буй йөрөп сыҡты Байрас (3. Би- ишева).

II. Маҡсат һөйләм бер составлы билдәһеҙ эйәле (субъектлы) һөйләм формаһында белдерелә. Мәҫәлән: Һине Бурыл менән оҙат- һындар тип, үҙем юрый Бүртә бейәне егеп киттем бит (Ш. Бик- ҡол).

III. Маҡсат һөйләмдең хәбәре вазифаһын хәбәр һөйкәлеше ме- нән тип бәйләүесе үтәй. Миҫалдар: Байрас, ҡарағат ҡыуағы йәки муйыл ағасы күренмәҫме тип, уңға-һулға күҙ ташлап, күк айғы- рын һаман атлатып ҡына барыуын дауам итте (3. Биишева). Бәғиҙә күҙен дә йоммай, Сөйөмбикә ҡасан кайтып инер тип, тышҡа ҡолаҡ һалып ятты (Ш. Янбаев).

Әгәр автор төп уй-фекерҙе баш һөйләмгә һалып, уҡыусының, иғтибарын уға йүнәлдерергә теләһә, маҡсат һөйләмде постпозитив хәлдә ҡуллана. Баш һөйләм актуалләшеп килә. Миҫал: Улдар үҫтергәйнем, уландарым ҡарт көнөмдә терәк булыр тип (3. Би­ишева).

IV. Маҡсат һөйләмдең хәбәре ролен өсөнсө зат бойороҡ һөйкә- леше ҡылымы менән тип бәйләүесе башҡара. Миҫалдар:

Берлин урамында ҡустым ятып ҡалған,

Халҡым итһен тиеп тантана (И. Ғиззәтуллин).

Ул бөтә көсөн ҙур хужалыҡты үҫтереүгә һалды, колхозсылар бай йәшәһендәр тип тырышты (Д. Исламов). Икенсе миҫалда маҡсат һөйләмдән һуң өтөр ҡуйылмаған, сөнки эйәрсән һөйләм үҙе асыҡ­лаған һүҙ менән йәнәшә ҡулланылған.

V. Маҡсат һөйләм хәбәренең һуңғы компоненты булып шарт һөйкәлеше формаһы менән тип бәйләүесе килә. Миҫалдар: Пат- рондар бөтә калһа тип, ҡылысын алып, биленә таҡты (С. Ханов). Хәбәрһеҙ ғәйеп булған еренән Әбдрәшите ҡапыл кайтып төшһә тип, ҡаҡлап һаҡлаған ҡаҙының яртыһын әсә ҡаҙанға төшөрҙө (Ф. Иҫәнғолов). Айҙар, командир улай-былай өндәшә калһа тип, эстән генә яуап әҙерләп ултырҙы (Д. Бүләков).

VI. Маҡсат һөйләмдең хәбәре булмаҫмы икән тип, юк микән тип кеүек һүҙҙәр ярҙамында белдерелә. Миҫалдар: Вагондарҙан сыҡҡан командирҙар араһында тағы берәй күҙ күргән кеше булмаҫмы икән тип, Хәйҙәр уларҙың йөҙҙәренә йотлоғоп ҡарай (Ф. Иҫәнғолов), һыбайлылар араһында атайым юк микән тип, fa-кип аяҡ үрә баҫты, әммә береһен дә таный алманы (Р. Низа­мов).

.Маҡсат һөйләм бер составлы инфинитив-модаль һөйләм сифатында бирелеп, баш һөйләмгә тип бәйләүесе менән тоташа. Бындай эйәрсән һөйләмдәр башҡорт әҙәби телендә бик һирәк ос­рай. Мәҫәлән: Тәбиғәттең был хатаһын төҙәтергә, Кәмәтиу аҫ­тындағы һаҙлыҡты киптерергә, туғайлыҡтың ҡыуаҡлыҡтарын бөтөрөп, культуралы көтөүлек яһарға тип, мелиораторҙар кил­де (И. Ғиззәтуллин).

Маҡсат һөйләм бер составлы эйәһеҙ һөйләм формаһында килеп, баш һөйләмгә өсөн бәйләүесе ярҙамында тоташа. Миҫалдар: Бер саҡ әбей батша, башҡорт болаларын баҫтырырға уңайлы бул­һын өсөн, халыҡтың ҡап уртаһына килтереп ошо ҡаланы төҙөтә башлаған (3. Биишева), һеҙгә шулай кыҙык булһын өсөн, йөрәкте дөрләтеп яндырҙыҡ (С. Ҡудаш). Айратҡа һәйбәт булһын өсөн, ҡулынан килгәндең барын да эшләргә тырышты Ғимран (М. Хәй­зәров).

IX. Маҡсат һөйләмдең хәбәре вазифаһын берлектәге өсөнсө зат бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы менән өсөн бәйләүесе үтәй. Миҫал- дар: Киләсәктә тормош тағы ла һәйбәт булһын өсөн, беҙ бөгөн бергәләп тырышып эшләргә тейешбеҙ (3. Биишева). Йондоҙҙар йы- мылдауы, төнгө еләҫ ел, ҡоштар һайрауы эскә үтеп инмәһен өсөн, тәҙрәләргә ҡалын ауыр пәрҙәләр ҡоролған (М. Кәрим). Муйыл аға- сының ҡабығын мал-фәлән кимереп бөтөрмәһен өсөн, йорт ҡар- шыһына бәләкәй баҡса яһалған (Ғ. Хәйри). Тыныслыҡты һаҡлап һаҡҡа баҫтыҡ, күкрәп үҫһен өсөн Тыуған ил (Я. Ҡолмой). Төҙө- лөштә тынғы белмәйһең һин бер ҙә, балкып торһон өсөн тормош тыуган ерҙә (Н. Иҙелбай). Әгәр маҡсат һөйләм баш һөйләмдең ур- таһында тороп, үҙе асыҡлаған һүҙ менән йәнәшә бирелһә, ике һөй- ләм араһына өтөр ҡуйылмай. Мәҫәлән: Мин бында Ватан һәм һинең яҙмышың матур булһын өсөн калам, Вероника (Д. Исла- мов).

Ҡайһы бер осраҡтарҙа маҡсат һөйләм баш һөйләмдең хәбәренә түгел, ә исем ҡылымдан килгән эйәгә ҡарай. Мәҫәлән: Промысла­лар йүнләп эшләһен, илгә күберәк нефть бирһен өсөн көрәшеү һәр кешенең изге бурысы (Я. Хамматов). Бындай маҡсат һөйләм баш һөйләмдән тыныш билдәһе менән айырылмай.

Х. Ахыр сиктә, маҡсат һөйләмдең хәбәре ролен күплектәге өсөнсө зат бойороҡ һөйкәлеше ҡылымы менән өсөн бәйләүесе баш­ҡара. Мәҫәлән: Киләсәк быуындар икмәкте беҙгә ҡарағанда ла му-лыраҡ үҫтерһендәр өсөн, беҙ уға нигеҙ һалып ҡалдырырға тейеш­беҙ (Ғ. Аллаяров).

РӘҮЕШ ҺӨЙЛӘМ

Рәүешлек мәгәнәһе телдә рәүеш хәле менән рәүеш һөйләм яр­ҙамында белдерелә. Башҡорт телендәге рәүеш һөйләмдәрҙең синте­тик, аналитик һәм аналитик-синтетик төрҙәре бар.

Синтетик рәүеш һөйләм

Ул түбәндәге формаларҙа килә.

I. Синтетик рәүеш һөйләм хәбәренең һуңғы компоненты вази- фаһын -п аффикслы хәл ҡылым үтәй/ Миҫалдар: Райса генә шулай матур итеп, бөтә кеше һоҡланып карап калырлык итеп атлай белә (Д. Бүләков). Икеһе өсөн дә күңел тыныслығы биргән был һөй- ләшеүҙән һуң Талмазов менән Әминә, һәр ҡайһыһы үҙ уйҙарына сумып, бер аҙ өндәшмәй килде (М. Бураҡаева).

II. Синтетик рәүеш һөйләмдең хәбәре ролен ҡабатланып килеү- се ҡылымдар башҡара. Мәҫәлән: Хәсәнов Абдулла, ҡулдары кал- тырана-калтырана, тәмәке төрөп тоҡандыра ла, берәй мөһим эш тапҡан булып, янымдан китергә ашыға (Д. Юлтый).

III. Синтетик рәүеш һөйләмдең хәбәре -ғанса -гәнсә аффикслы хәл ҡылым менән белдерелә. Миҫалдар: Һуғыш һәм батша хө- күмәте хаҡында Хәсәнов, беҙ уйлағанса ук, дөрөҫ һәм етди фекер йөрөтә (Д. Юлтый). Барыһы ла теге һаҡаллы кеше һөйләгәнсә булып сыҡты (С. Агиш). Бөтөнләй мин уйлағанса булып сыҡманы был егет (С. Ҡудаш). Төҙөүселәрҙән етешмәгән ерҙәрен ҡабат эш- ләттерҙек, һәр фатирҙы, заман кушканса, югары сифатҡа ет- керттек (Й. Солтанов). Контексҡа ҡарап, бындай рәүеш һөйләм, баш һөйләмдең хәбәренә ҡарамайынса, уның тултырыусыһын асыҡ- лап килергә мөмкин. Мәҫәлән: Донъяның ҡатмарлылығына, ундағы ваҡиғаларҙың һин уйлағанса гына булмауына Сәғиттең асыуы килде (И. Ғиззәтуллин).

Аналитик рәүеш һөйләм

Ул түбәндәгесә бирелә.

I. Аналитик рәүеш һөйләмдең хәбәре булып үткән заман сифат ҡылым менән килеш бәйләүесе килә. Мәҫәлән: Новиков тәҙрә янына китте лә, Альфреданың үтенесен дә онотоп, ҡулдары кал- тырашкан килеш, тәмәке төрөргә тотондо (Д. Юлтый).

II. Аналитик рәүеш һөйләмдең'хәбәре үткән заман сифат ҡы- лым һәм көйөнсә бәйләүесе менән белдерелә. Миҫалдар: Ҡайны- лар кушмаған көйөнсә, нисек өйҙән сығып китмәк кәрәк, нисек бармаҡ кәрәк өйөрлө ир-ат араһына?! (Ф. Иҫәнғолов). Хәҙергә бер ҡоралың булмаған көйөнсә, һуғышсыларҙың аяҡ аҫтында ура- лып йөрөүҙән бер файҙа юҡ (Ф. Иҫәнғолов).

III. Аналитик рәүеш һөйләмдең хәбәре вазифаһын үткән за- ман сифат ҡылым менән хәлдә бәйләүесе үтәй. Миҫалдар: Беҙ, йөрәктәребеҙ атлығып сығырҙай рәхәт итеп дарҫлаған хәлдә, ҡорҙарҙың төшөр урынын самалап алға атланыҡ (Д. Юлтый). Мул- лайэн, тубыҡ быуындары калтырашкан хәлдә, ары баҫты, бире баҫты ла ҡалҡынырга маташҡан Тәхәүетдинде күтәреп торғоҙ- ҙо (Ф. Иҫәнғолов). Әгәр рәүеш һөйләм үҙе асыҡлаған һүҙ менән йәнәшә ҡулланылһа, ул баш һөйләмдән тыныш билдәһе менән айы- рылмай. Мәҫәлән: Совет Башҡортостаны үҙенең етенсе тиҫтә- һенә экономикаһы һәм культураһы өҙлөкһөҙ үҫә барған хәлдә аяҡ

баҫа («Ағиҙел»).

IV. Аналитик рәүеш һөйләм бер составлы йәки ике составлы һөйләм формаһында бирелеп, баш һөйләмдәге шулай һүҙен асыҡ­лай, эйәрсән һөйләм постпозитив хәлдә ҡулланыла. Миҫалдар: Мин шулай уйлайым: кеше бәхетенә кермә, боҙма, үҙ бәхетеңде ке­шегә бирмә (Ғ. Ғүмәр). Мин шулай һиҙенәм: беҙҙең бик ҡаты алыш булырға тейеш әле (С. Агиш). Мин шулай уйлайым: атом ядроһын ярғыслап өйрәнеүсе ғалимдар ҙа, йыһан карабына ултырып күккә олғашҡан ҡаһармандар ҙа, яңы әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы һәм композиторҙар ҙа ошо бөйөк һәнәр кешеһе игенсе алдында баш эйәлер (Р. Солтангәрәев).