
- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
Тултырыусы һөйләм
Тултырыусы һөйләмдең ҡайһы берҙәре баш һөйләмдән бер ниндәй ҙә тыныш билдәһе менән айырылмай. Уның синтетик һәм аналитик төрҙәре бар.
Синтетик тултырыусы һөйләм
Баш һөйләмгә килеш ялғауҙары ярҙамында бәйләнеүсе тултырыусы һөйләм синтетик тултырыусы һөйләм тип йөрөтөлә. Ул түбәндәгесә белдерелә.
I. Синтетик тултырыусы һөйләм ике составлы һөйләм форма- һында бирелеп, ул баш һөйләмгә төбәү килеш ялғауы менән то- таша. Эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһына тыныш билдә- һе ҡуйылмай. Миҫалдар: Икенсе секретарь әйткәнгә башҡа бюро ағзалары ла ҡушылды (Я. Хамматов). Байтаҡтай бирле тын да алмай йотлоғоп тыңлаған Айсыуаҡ әкиәт тиҙ бөткәнгә үкенгән төҫлө көрһөндө (Ш. Янбаев).
II. Синтетик тултырыусы һөйләмдең хәбәре ролен төшөм ки- леш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым башҡара. Был тултырыу- сы һөйләм дә баш һөйләмдән тыныш билдәһе менән айырылмай. Миҫалдар: Дәүләтҡол укып кайтканды Әлимә бөтә хәрефтәре менән күңеленә ятлап ала торғайны (Д. Юлтый). Миша һөйлә- гәндәрҙе күңел биреп тыңлаған Ғәзиз Урта Азияны сәскәләргә күмелгән ожмах итеп күҙ алдына килтерҙе (Я. Хамматов). Тәүге миҫалдағы синтетик тултырыусы һөйләм баш һөйләмдең хәбәренә ҡараған, ә икенсе эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкцияла эйәр- сән һөйләм баш һөйләмдәге аныҡлаусыны («тыңлаған») асыҡла- ған.
III.Синтетик тултырыусы һөйләмдең хәбәре вазифаһын сығанаҡ килеш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым үтәй. Бындай тултырыусы һөйләм менән баш һөйләм араһына бер ниндәй ҙә тыныш билдәһе ҡуйылмай. Миҫалдар: Тормош беҙ уйлағандан рәхимһеҙерәк шул (Н. Мусин), һин һөйләгәндән мин һәнәрҙәреңдең һанын һигеҙгә еткерҙем (М. Хәйзәров). Яуап Мансур көткәндән дә тиҙерәк килеп етте (Ә. Хәкимов).
Баш һөйләмгә интонация менән тоташыусы тултырыусы һөйләм
Ҡайһы бер тултырыусы һөйләмдәр постпозитив хәлдә ҡулланылып, баш һөйләмгә фәҡәт интонация ярҙамында бәйләнә. Улар теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе хәтерләтә. Был осраҡта бер һөйләмдән сығып икенсеһенә һорау биреп була. Баш һөйләмдән аҙаҡ ике нөктә ҡуйыла. Алиҫалдар: Императорға әйт: Юлай улы Салауат был ебәккә тап төшөрмәҫ! (М. Кәрим). Фәриҙә белә: Мөхәррәм ниҙер әйтергә теләй (Р. Солтангәрәев). Игенсе, иҫеңдә тот: игендең һәр башағы, ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле! («Совет Башҡ.»). Күңелем һиҙеп тора: гармун моңо бер Аҡйондоҙ өсөн генә шулай һибелә (М. Кәрим).
Аналитик тултырыусы һөйләм
Тарихи яҡтан аналитик тултырыусы һөйләмдәр синтетик типтағыларға ҡарағанда һуңыраҡ формалашҡан, уларҙың ишәйеүе, күбәйеүе яҙма әҙәби телдең йылдам үҫеүе менән тығыҙ бәйләнгән. Аналитик тултырыусы һөйләм түбәндәгесә белдерелә.
I. Ул ике составлы йәки бер составлы һөйләм рәүешендә бире- леп, баш һөйләмгә тип бәйләүесе ярҙамында тоташа. Өтөр был бәйләүестең алдына ҡуйыла. Миҫалдар: Бындай разведчиктар ме- нән штаб ҡына түгел, ҙур гарнизонды ла тар-мар итеп була, тип ҡыуанды Азат Байғужин (Ә. Бикчәнтәев). Минең балам уйнап йөрөйҙөр, тип уйлап йөрөрмөн мин сит илдә (М. Ғафури). Мин, беҙҙең осрашыу башҡасараҡ булыр, тип уйлағайным (III. Янбаев).
II. Аналитик тултырыусы һөйләмдең хәбәре өсөнсө зат бойо- роҡ һөйкәлеше ҡылымы менән өсөн бәйләүесенән килә. Мәҫәлән: Бөтә булып үткән ваҡиғаларҙың юшҡыны үҙ урынына ултырһын өсөн дә ваҡыт кәрәк (Ғ. Вәлиев). Бындай аналитик тултырыусы һөйләмдәр башҡорт әҙәби телендә бик һирәк ҡулланыла.
Аналитик тултырыусы һөйләм эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкциялағы төп уй-фекерҙе аңлатып, баш һөйләмдәге шуға һүҙенең мәғәнәһен асыҡлап йөрөй. Баш һөйләмдән аҙаҡ ике нөктә ҡуйыла. Миҫалдар: Фәһим тағы ла шуға шатлана: уның менән бергә Шафиғулла ағаһы ла бара (Ф. Иҫәнғолов). Эш шуға барып еткән: башы әйләнгән ҡыҙыҡай әсәһенең рөхсәтенән тыш Мәхмүттең палаткаһына күскән дә килгән (К. Мәргән). Мин шуға төшөндөм: күкте һәм самолетты яратҡан ысын летчик, ниндәй генә вазифа башҡарыуына һәм ерҙә ниндәй генә кисектергеһеҙ эштәр менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, күп осорға тейеш (Муса Гәрәев). Контексҡа ҡарап, бындай аналитик тултырыусы һөйләм препозитив хәлдә лә килергә мөмкин: Мәҫәлән: Кем йорто яҡыныраҡ, шуға барабыҙ (әкиәттән).
Аналитик тултырыусы һөйләм постпозитив хәлдә бирелеп, баш һөйләмдәге шуны алмашын асыҡлай. Эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһына ике нөктә ҡуйыла. Миҫалдар: Беҙҙең халҡыбыҙ шуны белә: үҙендәге бөтә нәмәне ул үҙ хеҙмәте менән булдырған, үҙенең ҡанын түгеп һаҡлаған («Совет Башҡ.»). Тормош тәжрибәһе шуны күрһәтә: бай тойғолар, изге маҡсаттар, юғары ынтылыштар менән йәшәгән ғаилә һәр ваҡыт өлгө була («Совет Башҡ.»). Хәҡиҡәт шуны талап итә: беҙ үҙебеҙгә йәшәү йәме биргән тәбиғәткә ҡул һелтәп ҡарарға тейеш түгелбеҙ (Н. Иҙелбай).
Ҡайһы бер осраҡтарҙа аналитик тултырыусы һөйләм шарт һөйләм формаһында бирелеп, препозитив хәлдә ҡулланыла, уның составында ни алмашы урын ала. Мәҫәлән: Күңел ни ҡушһа, ҡул шуны башҡара (М. Кәрим).
V. Аналитик тултырыусы һөйләм эйә һөйләм рәүешендә килеп, баш һөйләмдәге шуларҙы алмашын асыҡлай. Мәҫәлән: Кем дә кем мобилизация урындарына килеүҙән баш тарта, шуларҙы кисекмәҫ- тән Ырымбур ҡалаһына, башҡорт корпусы штабына, ҡул-аяғын бәйләп оҙатырға (Ф. Иҫәнғолов).
VI. Аналитик тултырыусы һөйләм постпозитив хәлдә ҡулла- нылып, баш һөйләмдәге шунан алмашын асыҡлай. Эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһына ике нөктә ҡуйыла. Мәҫәлән: Ауыл халҡының киң күңеллелеге шунан да күренә: олоһо ла, кесеһе лә урамда осраған таныш булмаған кешегә лә сәләм биреп уҙалар(«Ати- ҙел»).
VII. Аналитик тултырыусы һөйләм ике составлы һөйләм сифа- тында бирелеп, баш һөйләмдәге шунда һүҙенең мәғәнәһен конкрет- лаштыра. Был осраҡта ла баш һөйләмдән һуң ике нөктә ҡуйыла. Мәҫәлән: Туй мәжлесенең иң ҡыҙығы шунда булды: йәштәрҙең бейеүҙәрен ҡарап ултыра торғас, Ғафури ағай ҙа дәртләнеп китте (М. Тажи).
VIII. Аналитик тултырыусы һөйләм постпозитив хәлдә килеп, баш һөйләмдәге шуның менән йәки шуныһы менән һүҙҙәрен асыҡлай. Баш һөйләмдән аҙаҡ ике нөктә ҡуйыла. Миҫалдар: Кессон ауырыуы шуның менән дә хәтәр: кеше бер йоҡлаһа ҡабат уяна ал- май (Ә. Гәрәев). Ҡудашев иптәштең яҙмышы беҙҙең бешәбеҙгә лә тағы ла шуның менән ҡәҙерле: ул фронтта ҡаты яраланғандан һуң егерме ете йыл инде постелдән тора алмайынса ята (Ә. Бикчән- тәев). Тамамланып килгән йыл беҙгә йәнә шуныһы менән дә иҫ- тәлекле: цехыбыҙҙа иҫке ҡорамалдар яңылары, менән алмаштырыл- ды («Башҡ. ҡыҙы»).
IX. Ахыр сиктә, аналитик тултырыусы һөйләм бер составлы йәки ике составлы һөйләм формаһында бирелеп, баш һөйләмдәге шул хакта йәки шулар тураһында һүҙҙәрен асыҡлай. Миҫал- дар: Фән һығымталары, тупланған эш тәжрибәһе тағы бер тапҡыр шул хакта һөйләй: эрозияны туҡтатыу ғына түгел, бәлки бөтә урында уның юлына кәртә ҡуйырға мөмкин («Совет Башҡ.»). Мин ҡәтғи форманы һаҡламайым: нимәне мөһим тип иҫәпләйем, ни- мә мине бала саҡта, йәшлектә тетрәтте, шулар тураһында һөйләйем (М. Кәрим).
50 .ВАҠЫТ ҺӨЙЛӘМ
Билдәле булыуынса, ваҡыт мөнәсәбәте универсаль философик категориялар рәтенә инә. Тәбиғәт менән кешелек йәмғиәтендә ваҡытҡа бәйләнмәгән бер нәмә лә юҡ. Ваҡыт мөнәсәбәте телдә ваҡыт хәле менән ваҡыт һөйләм ярҙамында белдерелә. Хәл һөйләмдәр араһында ваҡыт һөйләмдәр телдә киң таралған эйәрсән һөйләм булып иҫәпләнә. Ваҡыт һөйләмдең синтетик, аналитик һәм аналитик-синтетик төрҙәре бар.
Синтетик ваҡыт һөйләм
Тарихи яҡтан синтетик ваҡыт һөйләмдәр аналитик типтағыларға ҡарағанда боронораҡ формалашҡан, улар башҡорт халыҡ ижадында ла, йәнле һөйләү телендә лә, художестволы әҫәрҙәрҙә лә йыш осрай. Синтетик ваҡыт һөйләмдәр түбәндәгесә белдерелә.
I. Уларҙың хәбәре вазифаһын -ғас аффикслы хәл ҡылым үтәй. Миҫалдар: Заһит һөйләүҙән тукталғас, ауылдаштары Кәжәндәге көстө һәм Совет хәлен һораштылар (Я. Хамматов). Бөтә эштәр тамамланғас, өҫтәл өҫтәренә ап-аҡ ашъяулыҡтар ябылды (Ә. Чаныш).
II. Синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре ролен -п аффикслы хәл ҡылым башҡара. Мәҫәлән: Иң аҙаҡҡы фашист һалдаты дө- мөкмәйенсә тороп, тынысланырға хаҡыбыҙ юҡ (Я- Хамматов).
Синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре булып -ғансы аффикслы хәл ҡылым килә. Урыны менән ул препозитив хәлдә лә, баш һөйләмдең уртаһында ла ҡулланыла. Миҫалдар: Башҡорттар килгәнсе позиция тотоп торғандар шырлыҡ аша йылғаның аръяғына сығыуҙың, ғөмүмән, мөмкин түгел нәмә икәнен әйттеләр (Ф. Иҫәнғолов). Яңгыҙы баҫып ҡалған Ғәйзулла ағай, беҙ боролошҡа инеп юғалғансы, эшләпәһен болғаны (Д. Бүләков). Тәүге миҫалдағы ваҡыт һөйләм баш һөйләмдең эйәһен асыҡлаған, ә икенсе ваҡыт һөйләм баш һөйләмдең хәбәренә ҡараған. Беренсе ваҡыт һөйләм үҙе асыҡлаған һүҙ менән йәнәшә торғанға, ике һөйләм араһына өтөр ҡуйылмаған.
Синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре -ғаса ялғаулы үткән заман сифат ҡылым менән белдерелә. Мәҫәлән:
Беҙ власты ҡулға алғанғаса Тамыр йәйгән Ғәйетбаевтар Һимергәндәр үткән быуаттан уҡ Ҡамсыланган синыф ҡанына (Ғ. Сәләм).
Эйәрсән һөйләм \'ҙе асыҡлаған һүҙ менән йәнәшә бирелгәнлектән, ул баш һөйләмдән тыныш билдәһе менән айырылмаған.
V. Синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре вазифаһын төбәү килеш ялғаулы исем ҡылым үтәй. Эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм ара- һына өтөр ҡуйыла. Миҫалдар: Ҡояш сығыуға, беҙҙең ҡапҡа төбөн- дә мәхшәр ҡайнай ине (М. Кәрим). Һаман да старосталыҡ ми- ҙалын ташламаған Мөхәррәм ҡулын болғай-болғай үҙ хәбәрен һөйләп тукталыуға, ҡара мыйыҡлы, оҙонса битле, башына кәпәс кейгән урта буйлы йәш кеше соланға күтәрелде (Я. Хамматов). Бик һирәк кенә булһа ла, синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре тар- ҡау булып, уның аҙаҡҡы компоненты рәүештән килә. Мәҫәлән: Юл- даш менән Ҡыҙырас тәү башлап ошонда Юлдашты атаһы алып килеп калдырып киткәндең иртәгәһенә осрашты (3. Би- ишева).
VI. Синтетик ваҡыт һөйләм хәбәренең һуңғы компоненты ро- лен алдынан йәки бөтөр-бөтмәҫтән һүҙҙәре башҡара. Миҫал- дар: Йәшенле ямғыр яуыр алдынан ағас баштарын шаулатып өр- гән көслө ел ваҡыттарындағы һымаҡ халыҡ тулҡыны сайҡалып, яңы- нан тынысланды (Я. Хамматов). Күк йөҙөн сыбарлаған иҫәпһеҙ-һан- һыҙ йондоҙҙар юйылып бөтөр-бөтмәҫтән, ауыл халҡы йоҡонан уянды (Я- Хамматов). Тәүге миҫалда ваҡыт һөйләм баш һөйләм- дең хәбәрен түгел, ә өргән аныҡлаусыһын асыҡлаған, шуга күрә ике һөйләм араһына өтөр ҡуйылмаған.
VII. Ахыр сиктә, синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре йәки хәбә- ренең һуңғы компоненты урын-ваҡыт килеш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым менән белдерелә. Бындай ваҡыт һөйләм проза әҫәр- ҙәрендә препозитив хәлдә, ә шиғыр, поэмаларҙа постпозитив хәл- дә ҡулланыла. Миҫалдар: Азаматтар Прагаға барып ингәндә, беҙҙең алдынғы частар ҡаланы дошминдан ҡотҡарғайны инде (Ә. Чаныш).
Ҡолас киреп бесән сапҡан саҡта,
Йүгерә-йүгерә еләк йыйғанда.
Йырлат ла килә урман яңғыратып,
Ер еләге менән күнәгең тулғанда (С. Мифтахов).
Аналитик ваҡыт һөйләм
Тарихи яҡтан ул синтетик типтағыларга караганда һуңыраҡ формалашҡан, әҙәби телдә йышыраҡ ҡулланыла. Аналитик ваҡыт һөйләм түбәндәгесә бирелә.
Уның хәбәре ролен үткән заман сифат ҡылым менән арала һүҙе башҡара. Баш һөйләм аңлатҡан эш-хәрәкәт менән эйәрсән һөйләм белдергән эш-хәрәкәт бер үк ваҡытта башҡарыла. Ике һөйләм араһына өтөр ҡуйыла. Миҫалдар: Тынлыҡ урынлашкан арала, тәҙрәнән ҡаланың төрлө тауыштары бүлмәгә тулды (Ш. Янбаев). Ирҙәр ихатала һөйләшкән арала, Мөслимә һурпа бешереп ■ебәрҙе (Ф. Иҫәнғолов).
Аналитик ваҡыт һөйләмдең хәбәре булып үткән заман сифат ҡылым менән мәлдә һүҙе килә. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмдән өтөр менән айырыла. Миҫалдар: Бер көндө, яҙын ҡояш яңы ғына сығып килгән бер мәлдә, мин Фәриҙәне етәкләп аласаҡмын да ҡояшҡа ҡарай китәсәкмен (М. Кәрим). Әле көҙгө ямғырҙар интектергән мәлдә, Мәүлиха инәйҙең Мораҙым тауын артылып китеп барыуы ғәжәпләндерҙе (Ш. Янбаев). Бөтә ил, халыҡ оло һағыш кисергән бер мәлдә, үҙ һағышың менән мауығыу килешмәҫ һымаҡ тойолдо Заһиҙәгә (Ә. Чаныш).
Аналитик ваҡыт һөйләмдең хәбәре вазифаһын төрлө һүҙ төркөмдәре менән сакта һүҙе үтәй. Миҫалдар: Тән урталарында, бөтә ауыл тәрән йокола сакта, ауыр гөрһөлдәү һауаны ҡалтыратты (Ф. Иҫәнғолов). Бындай хәлдәр йышыраҡ разведчиктар күсеп килгән сакта була (Р. Солтангәрәев). Буранбай Буранғолов бәләнән ҡотҡарыусы ағайға рәхмәтукыған сакта, һул яҡ ярға мотоцикл килеп туҡтаны (И. Ғиззәтуллин). Башҡа яҙмыш көтөү мөмкинме ни, шундай уландарың бар сакта? (Х. Кәрим). Хисмәтулла өйҙә юк сакта, килеп сығырмын әле (Я. Хамматов).
Аналитик ваҡыт һөйләмдең хәбәре үткән заман сифат ҡылым һәм вакытта һүҙе менән белдерелә. Бындай ваҡыт һөйләм поэзиянан бигерәк прозаға хас. Миҫалдар: Күптәр йылы өйҙәрҙә ултырған вакытта, төрлө ерҙән, төрлө илдән төрлө ел ташлаған һалдаттар һалҡын урамдан баралар (Ғ. Хәйри). Снарядтар менән миналар гөрһөлдәп ярылған вакытта, батальон командирының тауышы яңғыраны^. Хамматов). Тәүге миҫалда ваҡыт мөнәсәбәтенән тыш контраслыҡ, сагыштырыу идеяһы бар.
V. Аналитик ваҡыт һөйләмдең хәбәре ролен берлектәге беренсе зат хәбәр һөйкәлеше менән тигәндә генә һүҙҙәре башҡара, һөй- ләмдәр араһына өтөр ҡуйыла. Миҫалдар: Ғәлиә һыуға ташландым тигәндә генә, Юлай уның сәс толомонан эләктереп алды (И. Ғиз- зәтуллин). Ғәфүр инде йыуан имәнгә бер ҡулым менән тотондом тигәндә генә, ҡорос сым тартылып ҡуйҙы (Д. Бүләков).
VI. Аналитик ваҡыт һөйләмдең хәбәре булып киләсәк заман сифат ҡылым менән көндө һүҙе килә. Мәҫәлән: Зөләйха мин китә- сәк көндө төҙәнеп, яһанып мине оҙатырға килде (Т. Йәнәби). Бын- да ваҡыт һөйләм баш һөйләмдең уртаһында торганга, ул баш һөй- ләмдән өтөр менән айырылмаған.
VII. Аналитик ваҡыт һөйләмдең хәбәре башланғаны бирле һүҙҙәре менән белдерелә. Мәҫәлән: Ҡышҡы сессия башланғаны бирле өсөнсө экзаменды тапшырып фатирына ҡайтҡан Кәрим Сәриәнең тыуған көнөн иҫләп йөрәкһенде (Я. Хамматов).
VIII. Аналитик ваҡыт һөйләмдең хәбәре вазифаһын исем ҡы- лым һәм менән бәйләүесе үтәй. һөйләүсенең йәки яҙыусының коммуникатив маҡсатына ярашлы рәүештә, бындай ваҡыт һөйләм препозитив хәлдә лә, баш һөйләмдең уртаһында ла килергә мөм- кин. Миҫалдар: Низамов йәшел ракета атыу менән, беҙҙекеләр бейеклеккә ҡыҫҡа, ләкин иҫ киткес ҡаты артналет яһарға тейеш (Б. Бикбай). Хеҙмәт срогың тамам булыу менән, үҙебеҙгә тура ҡайт, улым (Ш. Бикҡол). Түҙемһеҙләнеп торған арғымаҡтар, команда булыу менән, тере ташҡын булып дошманға ябырылды (Ф. Иҫәнғолов). Тыныс, бик яйлы барған әңгәмә строй часы буйын- са дивизия командиры урынбаҫары полковник Левкин килеү менән бүленде (Я. Хамматов), һуңғы миҫалда ваҡыт һөйләм үҙе асыҡла- ған һүҙ менән йәнәшә тора, шунлыҡтан өтөр ҡуйылмай.
IX. Аналитик ваҡыт һөйләмдең хәбәре ролен үткән заман си- фат ҡылым менән һайын бәйләүесе башҡара. Миҫалдар: Яралылар килтерелгән һайын, Зифа эҙләй ҡурҡып Моратты (Б. Бикбай). Дошман артиллерияһы ут аскан һайын, мин боецтарҙы артҡа- раҡ күсереп торҙом (Ә. Бикчәнтәев).
X. Аналитик ваҡыт һөйләмдең хәбәре булып юҡлыҡ формаһын- дағы үткән заман сифат ҡылым менән борон йәки элек һүҙҙәре ки- лә. Был осраҡта баш һөйләм аңлатҡан эш-хәрәкәт алданыраҡ, тәү- ҙәрәк башҡарыла. Миҫалдар: Ҡотһоҙ бысраҡтар башланмаҫ бо- рон, көҙҙөң матурлығын да күреп ҡалырға кәрәк (Р. Солтангәрәев). Ул әйләнмәҫ элек һалҡын ташҡа, тотоп алһаң икән йондоҙҙо (Р. Бикбаев). Ат туғарылмаҫ элек, Фәйзулла баҫыуына күҙ йү- гертеп сыҡты (Ф. Иҫәнғолов).
XI. Ахыр сиктә, аналитик ваҡыт һөйләм составында касан ал- машы бирелеп, эйәрсән һөйләм баш һөйләмдәге шул сакта һүҙ- ҙәрен асыҡлай. Мәҫәлән: Бына касан минән дә мохтажыраҡ кеше- ләр фатир алып бөтөр, шул сакта мин дә алырмын (3. Биишева).
Аналитик-синтетик ваҡыт һөйләм
Ул түбәндәге формаларҙа килә.
I. Аналитик-синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре вазифаһын төбәү килеш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым менән саклы, тиклем, хәтлем бәйләүестәре үтәй. Мпҫалар: Доктор Алексеев Өфөлә эшләй башлағанға саклы, үпкә туберкулезы менән ауырыған кешеләргә операция яһарға кәрәк булғанда, ауырыуҙарҙы Мәскәүгә ебәрә торғайнылар (Ә. Вәли). Сафи Садриев райкомда
Йомағолов килгәнгә тиклем үк эшлән ине (Ғ. Аллаяров). Ямғырҙар башланғанға хәтлем ашлыҡты йыйып, һуғып, дәүләт келәттәренә һалып ҡуйырға кәрәк бит (Ш. Бикҡол). Икенсе миҫалда ваҡыт һөйләм үҙе асыҡлаған һүҙ менән йәнәшә ҡулланылған, шуның өсөн тыныш билдәһе менән айырылмаған.
Аналитик-синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре ролен сығанаҡ килеш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым менән бирле бәйләүесе башҡара. Миҫалдар: Гөлбикә еңгә уҡырға йөрөй башлағандан бирле, Тимеркәйгә ике төрлө эш артты (С. Ҡудаш). Гүзәл һылыу кайткандан бирле, колхозыбыҙҙа ер эшкәртеү культураһы бермә-бер^ күтәрелде (И. Ғиззәтуллин). Контексҡа ҡарап, бындай ваҡыт һөйләм баш һөйләмдең уртаһында ла килергә мөмкин.Мәҫәлән: Марина, атаһының һәләк булыуы хаҡында шул шомло хәбәр килгәндән бирле, поселок уртаһындағы фарфор'фабрикаһында эшләй (М. Хәйзәров). Әгәр ваҡыт һөйләм баш һөйләмдең хәбәренә ҡарамайынса уның берәй эйәрсән киҫәген асыҡлаһа, ул өтөр менән айырылмай. Мәҫәлән: Һуғыш башланғандан бирле бындай иркенлекте күргән булмағанға, ахырыһы, мин аптырай биреп тә ҡалдым (Ш. Бикҡол).
Аналитик-синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре булып сығанаҡ килеш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым менән һуң бәйләүесе килә. Миҫалдар: Перрондағы кешеләр араһында ҡалған Сә-риәһе күҙҙән юғалғандан һуң да Кәрим тамбурҙа тороуын дауам итте (Я. Хамматов). Самолет төшөп, йөгөн калдырып киткәндән һуң, шул уҡ төндә отряд та ҡуҙғалып китәсәк (Ә. Бикчәнтәев). Әгәр бындай ваҡыт һөйләм баш һөйләмдең хәбәре менән йәнәшә торһа, һөйләмдәр араһына тыныш билдәһе ҡуйылмай.Мәҫәлән: Төшкә табан болоттар өйөлөп маташты ла' бер аҙ ямғыр һибәләгәндән һуң таралышты (Р. Низамов).
Аналитик-синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре сығанаҡ килеш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым һәм аҙак һүҙе менән белдерелә. Мәҫәлән: Улар куҙғалып киткәндән аҙак та, ямғыр бер аҙ һибәләп торҙо.
V. Ахыр сиктә, аналитик-синтетик ваҡыт һөйләмдең хәбәре вазифаһын сығанаҡ килеш ялғаулы ҡылым менән алып йәки алда һүҙҙәре үтәй. Миҫал: Һин кайтып инерҙән алда ғына, тәүге колхоз председателе Курамшин килеп китте (Ғ. Аллаяров).