Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1.08 Mб
Скачать

Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр

Реаль ысынбарлыҡ тураһында хәбәр итеү нимәнелер раҫлау йәки инҡар итеү мәғәнәһен үҙ эсенә ала. Предикативлыҡтың ошо үҙенсәлегенә ярашлы рәүештә ябай һөйләмдәрҙе раҫлаусы һәм

инҡар итеүсе синтаксик конструкцияларға бүлеп йөрөтәләр. Раҫ­лау менән инҡарҙы бер-береһенән айырып ҡарарға ярамай, сөнки был ике төшөнсә үҙ-ара бәйләнештә йәшәй. Йөкмәткеһе яғынан ҡарағанда, һәр бер инҡар ҡапма-ҡаршыны раҫлау тигән һүҙ. Мәҫә­лән, ниндәй ҙә булһа заттың, предметтың, билдәнең, хәрәкәттең булғанлығын кире ҡағыу уларҙың юҡлығын раҫлау булып сыға. Әйтәйек, ул атлай, ул ауылда, уның билеты бар тип раҫлап, беҙ бер үк ваҡытта ул атламай, ул ауылда түгел, уның билеты юҡ. факттарын инҡар итәбеҙ.

Шулай итеп, ысынбарлыҡтың һәр бер күренеше телмәрҙә раҫ­лау һәм инҡар рәүешендә бирелергә мөмкин. Шуға күрә был кү­ренештәр һөйләмдең грамматик нигеҙен төҙөүгә билдәле йоғонто яһай.

Башҡорт телендә раҫлаусы йәки инҡар итеүсе саралар күпсе­лек осраҡта хәбәр формаларында урын ала. Был саҡта, ^ғәҙәттә, синтаксик конструкциялар дөйөм раҫлаусы йә булмаһа дөйөм кире ҡағыусы һөйләмдәр рәүешендә була.

Хәбәр барлыҡтағы ҡылым формалары менән бирелһә, синтак­сик конструкциялар раҫлаусы, ыңғай уй-фекер белдереүсе һөйләм була. Улар әйтелеш маҡсаты яғынан хәбәр, һорау, бойороҡ, өн­дәү һөйләмдәр рәүешендә килә ала. Мәҫәлән: 1) Совет власын эс­ке һәм тышҡы дошмандарҙан һаҡлап алып ҡалыу өсөн ҡандарын, ҡойған һәм ғүмерҙәрен биргән оло быуын кешеләренә икһеҙ-сикһеҙ мөхәббәт һаҡлайбыҙ («Совет Башҡ.»). 2) Беҙ, йәш әҙиптәр, ошо бөгөнгө яңы тормошто, өр-яңынан төҙөлгән донъяны, совет кеше­ләренең уй-тойғоларын, уларҙың көсөргәнешле хеҙмәтен әҫәрҙәре­беҙҙә нисек сағылдырабыҙ һуң?.(Р. Низамов).

Хәбәр исемдәш һүҙ төркөмдәренән (исем, сифат, һан, алмаш һәм рәүеш) килгәндә, улар раҫлаусы һөйлөмдәрҙә махсус юҡлыҡ күрһәткестәре ҡабул итмәйҙәр, барлыҡтағы грамматик формалар менән белдереләләр. Миҫалдар: Бөгөн йәкшәмбе эшселәрҙең ял көндәре (М. Ғафури). 2) һабан туйында иң ҡыҙыҡлыһы ат са­быштырыу. 3) Дини күрәҙәлектең характеры бөтөнләй икенсе («Совет Башҡ.»). 4) һаҡмар ғына һыуҙың яры бейек, Йәбешеп кенә сығыр талы юҡ (халыҡ йырынан). 5) Миңә кырк ике йәш (3. Бии­шева).

Раҫлауға айырым баҫым яһағанда, хәбәрлек, аналитик ҡушыл­манан тороп, ике юҡлыҡты берләштергән булыуы мөмкин, һөҙөм­тәлә, математикала ике кире һан ыңғай һан биргән кеүек, ике юҡ­лыҡ күрһәткесе ыңғай уй-фекер барлыҡҡа килтерә. Миҫалдар: 1) Турыҡайҙа көс юк түгел (С. Агиш). 2) Ирмен тигән кеше Кирә­мәткә менмәй калмаҫ, әлбиттә (М. Кәрим). 3) Бөйөк Ватан һу­ғышы ҡырҙарында тиңдәше булмаған геройлыҡ күрһәткән исемдәр аҙ түгел (К. Мәргән). 4) Бындай тулҡынландырғыс көндәрҙә һәр коммунистың, һәр бер совет кешеһенең тәрән-тәрән уйланмауы мөмкин түгел (Ғ. Әмири).

Был типтағы һөйләмдәр йәнле һөйләү теленә лә, яҙма телмәр өсөн дә бер үк дәрәжәлә хас. Улар тыңлаусыға тәьҫирҙе көсәйтеү­се стилистик сара хеҙмәтен үтәй. Икеләтелгән инҡар итеү юлы менән барлыҡҡа килгән раҫлау, һис шикһеҙ, тыңлаусының иғти­барын нығыраҡ йәлеп итә.

Шуныһы характерлы, раҫлау һөйләмдәрендә хәбәрлек айырым осраҡтарҙа юҡлыҡтағы грамматик формаларҙан килә. Түбәндәге һөйләмдәргә иғтибар итәйек: 1) Эх тыуған яҡтың айлы кистәре! Кемдәр генә был кистәрҙе һағынып кайтмай ҙа, кемдәр генә өҙө­лөп көтмәй уларҙы! (Д. Бүләков). 2) Бер-береһенә күпме ҡайнар һүҙҙәр әйтмәнеләр, ниндәй генә анттар бирмәнеләр! (Д. Исла­мов) .

Был конструкцияларҙа хәбәрлек юҡлыҡ күрһәткесе менән би­релгән, ләкин улар раҫлаусы, ыңғай уй-фекерҙе реалләштерә. Тәүге осраҡта, мәҫәлән, һәр кем был кистәрҙе һағынып ҡайта, һәр кем өҙөлөп көтә уларҙы тигән, икенсе һөйләмдә бер-береһенә күп ҡайнар һүҙҙәр әйттеләр, төрлө анттар бирҙеләр рәүешендә­ге ыңғай мәғәнә һалыныуын һиҙемләүе ҡыйын түгел.

Күренеүенсә, хәбәрлекте барлыҡ формалар менән алмаштыр­ғанда, синтаксик конструкцияның төҙөлөшөн байтаҡ үҙгәртергә кәрәк була. Оригиналдағы миҫалдар иһә үҙҙәренең ыңғай хәбәр­лекле синонимик варианттарынан тыңлаусыға йәки уҡыусыға тәь­ҫир итеү ҡеүәһе яғынан-, иғтибарҙы йәлеп итеү йәһәтенән айыры­лып тора, йәғни уларҙа экспрессивлыҡ менән эмоционаллек көслө.

Телебеҙҙәге был үҙенсәлекле стилистик-синонимик вариант­тарҙы йәнле һөйләү телендә лә, халыҡ ижады әҫәрҙәрендә лә йыш осратабыҙ. Был төр һөйләмдәр башҡорт яҙма әҙәби теленең публи­цистик стиленә хас.

Раҫлау һөйләмдәрен реалләштереүсе универсаль сара итеп бар мөнәсәбәт һүҙе ҡулланыла. Уның ҡулланылыу мөмкинлектәре сикләнмәгән тиерлек. Миҫалдар: 1) Беҙҙең ауылдан ике генә саҡ­рым алыҫлыҡта ергә төшкән ай кеүек, түңәрәк көмөш тәңкә кеүек ялтырап ята торған бик ҙур күл бар ине (М. Ғафури). 2) Беҙ­ҙең ғәйәт ҙур экономик ҡеүәтебеҙ, эшсе, колхозсы һәм белгес кадр­ҙарыбыҙ, ҙур фәнни-техник потенциалыбыҙ, бай тәбиғи ресурста­рыбыҙ бар («Совет Башҡ.»). 3) Минең бер ерле юҡтан ғына гөлт итеп ҡабына, пылт итеп һүнә торған дуҫым бар (С. Агиш).

Хәбәрлеге юҡлыҡтағы формаларҙа булған һөйләмдәр уй-фекер­ҙе тулыһынса инҡар итәләр һәм ошо йәһәттән раҫлаусы һөйләм­дәргә ҡапма-ҡаршы ҡуйылалар. Улар ҙа бер нисә төрлө юл менән белдерелергә мөмкин.

Хәбәрлек юҡлыҡтағы -ма1-мэ аффикслы ҡылымдарҙан килә. Мәҫәлән: 1) Ҡорманайҙа поезд оҙаҡ тормай (К. Мәргән). 2) Ҡай­һы берәүҙәр икмәк ҡәҙерен белмәй башланы (3. Ураҡсин). 3) Тыу­ған төйәген ят күҙҙән һаҡлағанда, бәркөт ҡурҡыу белмәй (У. Сир­баев).

Исемдәш һүҙ төркөмдәре хәбәрлек функцияһын башҡарғанда, инҡар итеү түгел мөнәсәбәт һүҙе менән бирелә. Миҫалдар: 1) Бөр­көтлөнөң күрке күлдәр генә түгел (М. Кәрим). 2) Фазыл... Ә һин һунаосы түгелме әллә? (С. Мифтахов). 3) Ҡала арягык ҙур тү­гел (С. Агиш). 4) Мин хәҙер элеике һалдат Ғәҙелша түгел инде

әлкәһе менән тоташасак һәм поездарга Ҡаҙағстан менән Урта Азияға тура юл асыласак.

Хәҙер ҡушма һөйләмде ябай һөйләмгә өйләндерәйек. Револю­ция шуны эшләне: Россия бер нисә ай ваҡыт эсендә үҙенең поли­тик ҡоролошо яғынан алдынғы илдәрҙе кыуып етте (В. И. Ле­нин)—>- Россияның бер нисә ай ваҡыт эсендә үҙенең политик ҡоро­лошо яғынан алдынғы илдәрҙе кыуып етеүе ул революция эше. Аналитик конструкцияларҙы синтетик формалар аша биреү бын­дай үҙгәртеүҙәрҙец нигеҙендә ята.

Йомғаҡлап әйткәндә, һөйләмдең структур төрҙәре грамматик мәғәнә менән бик тығыҙ бәйләнештә йәшәй һәм уны һүҙ (һөйләм) тәртибенән, интонациянан тыш өйрәнергә мөмкин түгел.