
- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
49. Эйәртеүле кушма һөйләм
Эйәртеүле ҡушма һөйләм баш һөйләм менән эйәрсән һөйләмдән тора..Баш һөйләмде буйһондороусы Һөйләм тип, ә эйәрсән һөйләмде буйһоноусы һөйләм тип атарға мөмкин. Эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкция составындағы һөйләмдәр бер-береһен» интонация ярҙамында бәйләнә. Мәҫәлән:
Мин теләйем: бөгөн шағир дуҫтар Яңы яҡшы шиғыр яҙһындар (М. Хәй).
Әгәр эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкциялағы эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә килеш ялғауҙары менән тоташһа, бындай эйәрсән һөйләм синтетик эйәрсән һөйләм тип йөрөтөлә. Миҫалдар: Мәстүрә ҡарсыҡ сәй табынын әҙерләп бөтөүгә, ел уйнатып, Фариза килеп инде (Ә. Хәкимов). Эш баштан уҡ Фәһим уйлағандан байтаҡ ҡатмарлыраҡ, хәүефлерәк булып сыҡты (Ф. Иҫәнғолов).
Әгәр эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә бәйләүес йәки теркәүес менән бәйләнһә, ундай эйәрсән һөйләм аналитик эйәрсән һөйләм тип атала. Миҫалдар: Беҙ, хәрби ҡатын-ҡыҙҙар, Ләйлә тыуған көнөндә бер генә тапҡыр булһа ла кейеп ҡараһын тип, уға аҡ ситсанан бик матур күлдәк тектек (Ғ. Әхмәтшин). Тыуған яҡ биҙәктәрен йылдан-йыл арттырырға, ишәйтергә кәрәк, сөнки улар халыҡҡа материаль байлыҡ та, сәләмәтлек тә, шатлыҡ та бүләк итә («Сов. Башҡ.»).
Әгәр эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкциялағы эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә килеш ялғаулы һүҙ һәм бәйләүес ярҙамында тоташһа, бындай эйәрсән һөйләм аналитик-синтетик эйәрсән һөйләм тип йөрөтөлә. Мәҫәлән: Бер-бер артлы үтеп киткән башҡорт полктары күҙҙән юғалғандан һуң да, бейәһен ҡайтыу юлына борорға көсө етмәйенсә, Сафия баҫҡан урынында шаҡ ҡатып торҙо ла торҙо (Я. Хамматов).
ЭЙӘРСӘН ҺӨЙЛӘМ ТӨРҘӘРЕ
Мәғәнәһе, төҙөлөшө һәм интонацияһы яғынан эйәрсән һөйләм түбәндәге төрҙәргә бүленә: 1. Эйә һөйләм. 2. Хәбәр эйәрсән һөйләм. 3. Аныҡлаусы һөйләм. 4. Тултырыусы Һөйләм. 5. Ваҡыт һөйләм. 6. Урын һөйләм. 7. Сәбәп һөйләм. 8. һөҙөмтә һөйләм. 9. Маҡсат һөйләм. 10. Рәүеш Һөйләм. 11. Дәрәжә-күләм һөйләме. 12. Сағыштырыу һөйләме. 13. Шарт һөйләм. 14. Кире һөйләм.
ЭЙӘ ҺӨЙЛӘМ
Был эйәрсән һөйләмдең мөһим үҙенсәлеге шунда: ул баш һөйләмдә эйә булып килгән шул, шуныһы алмаштарын асыҡлай. Эйә һөйләм түбәндәгесә белдерелә.
I. Ул ике составлы һөйләм формаһында килеп, баш һөйләм-' дең эйәһе ролен башҡарыусы шул алмашын асыҡлай. Миҫалдар: Кем һуңғы көлтәне бәйләп ташлай, шул еңә (М. Кәрим). Оло йорт- ҡа ни кәрәк — кесеһенә лә шул кәрәк (әйтем).
II. Эйә һөйләм баш һөйләмдең эйәһе вазифаһын үтәүсе шулар алмашын асыҡлай. Эйәрсән һөйләмдең эйәһе булын кем дә кем йәки гемдэр һүҙе килә. Мәҫәлән: Кемдә кем туйғансы ҡалас ашарға теләй, шулар минең уң яҡҡа баҫһын! (М. Кәрим).
Эйә һөйләм баш һөйләмдең эйәһе булып килеүсе шуныһы һүҙен асыҡлай. Был осраҡта ике һөйләм араһына ике нөктә ҡуйыла. Мәҫәлән: Шуныһы һөйөнөслө: Зөбәржәт Йәнбирҙинаның ижадында күҙгә күренеп торған үҫеш бар (Р. Ғарипов).
Эйә һөйләм постпозитив хәлдә бирелеп, баш һөйләмдең үҙенсәлекле эйәһе ролен башҡара, һөйләмдәр араһына ике нөктә ҡуйыла,, Миҫалдар: Күренеп тора: егеттәр ҡыҙға ниндәй ҙә һүҙ ҡушырға, шуның менән әңгәмәне башлап китергә уйлайҙар (С. Агиш). һеҙгә мәғлүм булһын: Йәләлетдинов Ишембайҙа мастерлыҡҡа уҡып ята (Р. Солтангәрәев). Ҡапыл Мансурҙың иҫенә төштө: Аҡсәсәк Сынтимерҙе иҫкә лә алманы, уның хаҡында бер генә ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәне (Ш. Янбаев), һәр кемгә билдәле: тросһыҙ ағас һаллап та, ағасты һыуға төшөрөп тә булмай («Совет Башҡ.»).
ХӘБӘР ЭЙӘРСӘН ҺӨЙЛӘМ
Уның мөһим үҙенсәлеге шунда: баш һөйләмдең хәбәре вазифаһын үтәүсе шул, шунда, шундай, шулай һүҙҙәрен асыҡлай. Контексҡа ҡаран, хәбәр эйәрсән һөйләм препозитив хәлдә лә, постпозитив хәлдә лә ҡулланыла. Уның түбәндәге формалары айырыуса киң таралған.
I. Хәбәр эйәрсән һөйләм баш һөйләмдең хәбәре ролен башҡа- рыусы шул күрһәтеү алмашын асыҡлай. Баш һөйләм препозитив хәлдә ҡулланылып, унан аҙаҡ ике нөктә ҡуйыла. Мәҫәлән: Иң беренсе бурыс шул: башҡорт полктарын ойоштороуҙа һәм уларҙы тейешле урынға оҙатыуҙа миңә ярҙам итергә тейешһегеҙ (Я. Хам- матов).
II. Хәбәр эйәрсән һөйләм баш һөйләмдең хәбәре булып килеү- се шунда алмашын асыҡлай. Баш һөйләмдән һун ике нөктә ҡуйыла. Мәҫәлән: һеҙгә ҡара таңдан тороп килеүҙең сәбәбе шунда: ағас- тарҙы яҙға тиклем Ағиҙел буйына ташып ҡалырға кәрәк (Д. Бүлә- ков) .
III. Хәбәр эйәрсән һөйләм баш һөйләмдең хәбәре вазифаһын үтәүсе шундай һүҙен асыҡлай. Мәҫәлән:
Заман шундай: Барабандар тауышы ла кәрәк Яуга барырга (Й. Солтанов).
Беҙгә һинең менән еңелергә ярамай — ваҡыты шундай («Ағиҙел»).
IV. Хәбәр эйәрсән һөйләм баш һөйләмдең хәбәре ролен башҡа- рыусы шулай һүҙен асыҡлай. Мәҫәлән:
Кеше шулай: ғүмер буйы тауға менә,
Ярҙам ҡулын һуҙа-һуҙа бер-беренә (Ф. Ғүмәров).
Әгәр ҙә үрҙә күрһәтелгән хәбәр эйәрсән һөйләмдәр актуаллә-шеп, препозитив хәлдә килһәләр, ул саҡта ике һөйләм араһына һыҙыҡ ҡуйыла. Мәҫәлән:
Прометейҙың бауырын суҡыр ҡошҡа Ҡорос суҡыш, тимер тырнаҡтар ҡуй — Зевс әмере шулай (М. Кәрим).
V. Хәбәр эйәрсән һөйләмдең хәбәре ниндәй алмашы менән белдерелә. Мәҫәлән: Командир ниндәй — һалдаттар шундай (әйтем).
VI. Хәбәр эйәрсән һөйләм баш һөйләмдең хәбәре булып килеү- се шуныкы һүҙен асыҡлай. Мәҫәлән: Кем көслө — бүлэк шуны- кы (Ә. Бикчәнтәев).