Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1.08 Mб
Скачать

Инеш һөйләмдәр

Инеш һөйләмдәр ҙә, инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр кеүек үк, һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнештә тормайҙар, тик әйтелгән фекергә ҡарата һөйләүсенең төрлө мөнәсәбәтен генә күрһәтәләр.

Улар һөйләмдәргә хас булған бөтә грамматик категорияларҙы ҡабул иткән, тамамланған уй-фекерҙе белдереүсе синтаксик конст­рукциялар булып сығыш яһайҙар.

Интонация йәһәтенән улар хәбәр, һорау, өндәү-вокатив һөй­ләмдәр формаһында килергә мөмкин, хатта уларҙың составында инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр ҙә була ала. Мәҫәлән: Ҡотлогужа тормошоноң йылдан-йыл ауырайыуына зарланды (әйтерһең, үҙе­нең елкәһенә төшә был ауырлык!) Бөрйән-Түңгәүер, Ҡыпсаҡ волостарындағы хәлдәрҙе, Юрматы башҡорттарының недоимка өсөн ере тартып алыныуын һөйләп бирҙе (Н. Мусин). Эшкә бара­һы булмаһа ла (әле уның былтыр файҙаланылмаған ун көн отпускыһы бар), бик иртә уянды (И. Абдуллин).

Грамматик төҙөлөштәре буйынса улар бер составлы һөйләм ти-бында ла, йыйнаҡ йәки тарҡау һөйләм формаһында ла килә алалар. Мәҫәлән:

Ул бары йоҡа күлдәктән, Тик шәл һалған иңенә

(һокландым нескә билен») (М. Кәрим).

Юҡ, өндәшмәй ҡурай ҡурайсыһыҙ,

Ҡурайсыһыҙ өнһөҙ был ҡурай

(Төтөн өрөп, серәкәйҙе генә

Ҡыуып сығарырға ул ярай) (Р .Ғарипов).

Теҙмә йә эйәртеүле, хатта ҡатнаш ҡушма һөйләм формаһында ла киләләр. Мәҫәлән: Ҡайтһам... (ә бөгөн мин иртә кайт-тым әле ун ике лә тулмаған) ҡунағым юҡ (И. Абдуллин).

Инеш һөйләмдәр һәр ваҡыт интонация менән айырып әйтелә­ләр һәм телмәрҙәге функциялары буйынса йә тотош һөйләмгә, йә уның айырым киҫәгенә өҫтәмә аңлатма, иҫкәрмә биреү өсөн ҡул­ланылалар. Улар, һөйләмдең уртаһында ла, һуңында ла киләләр һәм йәйәләр эсенә алыналар йәки һыҙыҡтар менән айырылалар.

Хатта телгә килер ине кеүек.

Күрһә мине ауылым йылғаһы,

Яр ҡомонда селтәрләнгән эҙҙәр...

(Шунда калған ғүмерем юл башы) (М. Ғәли).

Ауыл бая әйткәйнем инде ҙур биш мәхәлләле булған (И. Аб­дуллин).

һөйләмдән аңлашылған фекергә ҡарата улар өҫтәлмә аңлатма, иҫкәрмә биреү, шулай уҡ һөйләмгә эмоционаллек, модаллек би­ҙәктәре өҫтәү, асыҡлыҡ индереү, уй-фекерҙең сығанағын күрһә­теү, уны раҫлау һ. б. мөнәсәбәттәрҙе белдереү өсөн ҡулланылалар. Мәҫәлән:

Сана юлы төшкәс (вәт, күр ҙә тор)

Йәнә килер әрһеҙ яусылар (М. Кәрим).

Мин ипләп кенә торам баш зәңкегән, күҙ алдында меңлә­гән йондоҙҙар уйнай, ләкин йығылмаҫка тырышам бы­лай музыка асығыраҡ ишетелә (И. Абдуллин). Колхоз партия ойошмаһы секретары Азаматов менән дә (уны сәсеүгә төшөр алдынан ғына был урынға һайланылар), Абызбаева һәм башҡалар менән дә һөйләште (Ә. Вәли).

ПАРЦЕЛЛЯЦИЯ

Әйтергә теләгән фекерҙең тыңлаусыға тәьҫир көсөн арттырыу маҡсатында башҡорт телендә, һөйләмдең теге йәки был киҫәген үҙенең ғәҙәти килеү урынынан айырып алып, һөйләм составынан ситкә сығарыу алымы ла ҡулланыла. Бындай алым тел ғилемендә парцелляция (латинса: particula — киҫәксә) тип атала.

Парцелляцияға бирелгән һөйләм киҫәктәренә, ғәҙәттә, телмәр­ҙә логик баҫым төшә, шул арҡала улар үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итәләр, яҙма телмәрҙә һөйләмдең төп өлөшөнән нөктә менән, ә һөйләү телмәрендә интонация ярҙамында айырылалар.

Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә парцелляция күренеше түбән­дәге осраҡтарҙа барлыҡҡа килә.

1. Баш киҫәктәрҙең, һөйләм составынан ситкә сығарылыуы:

а) һөйләмдең эйәһе айырып бирелә: һыуҙың тәмен һәм соста- вын боҙалар. Бигерәк тә нефть эшкәртеү, хамия заводтары (И. Абдуллин). Ихтимал, бөтөнләй онотҡан да булыр инем, әл- кә газеталарының береһе ярҙам итте. Дөрөҫөрәге, дүртенсе бите (И. Абдуллин);

б) һөйләмдең тиң хәбәрҙәренең береһе айырып бирелә: Бүтән бер ниндәй ҙә юл менән алдырып булмағанда, ошо ҡоралға тотон- до. Һәм яңылышманы (Ғ. Әмири). Бар, аласыҡтан эйәрҙе, минең суҡмарҙы алып сыҡ, үҙеңә һыҙмалы ҡорал ал. Йәһәт кенә кы- лан (Н. Мусин).

2. Эйәрсән киҫәктәрҙең һөйләм составынан ситкә сығарылыуы:

а) һөйләмдең аныҡлаусыһы айырып бирелә: Ә былай ҡарап то- роуға бына тигән кеше инде үҙе. Кешелекле (И. Абдуллин);

б) һөйләмдең тултырыусыһы айырып бирелә: Йырлай-йырлай ҡамыр баҫа Шаһиҙә, һөткә генә (И. Абдуллин). 0, ниндәй аҙ кә- рәк икән кешене бәхетле итер өсөн... Буранлы кышты яҙ итер өсөн. Ҡараңғы төндө көн итер өсөн (И. Абдуллин);

в) һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре булған хәлдәрҙең айырып бирелеүе йышыраҡ осрай: Тауыштары ҡайһылай яғымлы. Хас та йыр ишкелле (Н. Мусин). Шаһиҙә ҡапыл һушын юғалтты. Шатлыктан. Бәхеттән (И. Абдуллин). Ауыл хәбәрселәре һаман да дауыл хәбәрселәре! Бөйөк рус яҙыусыһы М. Горь- кийҙың легендар һәм үлемһеҙ Дауыл кошо һымак (Ғ. Әми- ри). Буласаҡ шағир революцияны тамам өлгөргән кеше көрәш- се булып ҡаршыланы. Заводта, станок янында (Ғ. Әмири).

3. Ҡушма һөйләмдәр составындағы ябай һөйләмдәрҙең ситкә сығарылыуы:

а) теҙмә ҡушма һөйләмдәр составындағы ябай һөйләмдәрҙең береһе айырып бирелә: Башҡорт урмандарын үҙ замандарында ҡайһы берәүҙәрҙең дисәтинәһен бер тиндән дә кәмерәккә төшө- рөп һатып алғандарын да беләм. Ләкин хәҙерге дәүер икенсе- рәк икәнен дә аңлайым (Н. Мусин);

б) эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр составындағы эйәрсән һөйләм- дең ситкә сығарылыуы: Мин ысын мәғәнәһендә бәхетле булырмын әле. Сөнки мин бәхет өсөн көрәшергә кәрәклекте аңланым.