Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1.08 Mб
Скачать

Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе

ҺҮҘҘӘР

Тиң киҫәктәрҙе дөйөмләштереп, уларҙың алдында йәки һунын­да килгән һөйләм киҫәктәре дөйөмләштереүсе һүҙҙәр була. Улар һөйләмдең тиң киҫәктәре менән бер үк һорауға яуап булалар.

Дөйөмләштереүсе һүҙҙәр үҙҙәрендә дөйөм киң мәғәнәне туплай­ҙар, ә тиң киҫәктәр уның айырым бер төрөн аңлаталар.

Бер заман күргән ташсы Уның кеүек кешеләр: Металлистар һәм шахтерҙар, Игенселәр, эшселәр,

Ҡулдарына ҡылыс алып, Мылтыҡ тотоп, гөрләшеп, Ҡыҙыл байраҡ күтәреп, Яуа сыҡҡан берләшеп (Ғ. Әмири).

Ә мин бер ниҙән ҡурҡмайым: бүренән, айыу ҙан да! (А. Игебаев).

Башҡорт телендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр булып, ғәҙәттә, тү­бәндәге алмаштар һәм исемдәр килеүсән: бөтәһе лә, барыһы ла, былар, ошолар, һәр бер нәмә, һәр кем, былар барыһы ла, һәммә­һе, ошо нәмәләр, бөтә нәмә, бер кем дә, бер нәмә лә, түбәндәгеләр, ҡыҫҡаһы, һәр ерҙә, һәр урында, бөтә кеше, һәр ваҡыт һ. б.

Дөйөмләштереүсе һүҙҙәр тиң киҫәктәрҙән алда ла, һуң да килә алалар, шуға ярашлы тыныш билдәләре ҡуйыла.

Дөйөмләштереүсе һүҙҙәр алдан килһә, тиң киҫәктәр менән дөйөмләштереүсе һүҙ араһына ике нөктә ҡуйыла, сөнки был осраҡ­та тиң киҫәктәр менән дөйөмләштереүсе һүҙ араһында асыҡлау­сы мөнәсәбәт барлыҡҡа килә:

Барыһы ла минең йөрәгемдә:

Сал Уралым, көмөш Иҙелем (Х. Кәрим).

Дөйөмләштереүсе һүҙ һөйләмдең тиң киҫәктәренән һуң кил­гәндә, улар араһына һыҙыҡ ҡуйыла, был осраҡта тиң киҫәктәр ме­нән дөйөмләштереүсе һүҙ араһында һығымта яһау мөнәсәбәте бар­лыҡҡа килә. Миҫалдар:

Осҡаны, сапҡаны, йөҙгәне Һәм ерҙә һөйрәлеп йөрөгәне— Һәммәһе бер тигеҙ елдерә, Ел үҙе уларға юл бирә (М. Кәрим).

Беҙҙең эшебеҙ ҙә, өҫ-башыбыҙ ҙа, өйҙәребеҙ ҙә, урамдарыбыҙ ҙа барыһы ла, барыһы ла матур булырға тейеш (Ә. Вәли).

Ҡайһы бер ваҡытта дөйөмләштереүсе һүҙҙәр һөйләмдә тиң ки­ҫәктәрҙән алда ла, уларҙан һуң да ҡулланылалар, был саҡта тиң киҫәктәрҙән алда ике нөктә, уларҙың аҙағында һыҙыҡ ҡуйыла: Бөтә тирә-як: тауҙар, таштар, ағастар, үләндәр, сәскәләр, йәнлектәр, ҡош-ҡорттар бөтәһе лә ҡояш сығасағын һиҙгән төҫлө, тынысланып, иркен һулыш алып ебәрҙеләр (М. Кәрим).

ТИҢ ЭЙӘЛӘР ЯНЫНДА ХӘБӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫШЫ

һөйләмдә әйтергә теләгән уй-фекерҙең йөкмәткеһенә ярашлы үҙ-ара тиң булған, берлектә йә күплектә торған ике йәки унан да артыҡ эйәләрҙең булыуы ихтимал. Был осраҡта хәбәрҙең тиң эйә­ләр менән ярашыуы ла, ярашмауы ла мөмкин.

Яңғыҙлыҡ иҫемдәрҙән килгән һәм үҙ-ара йә интонация, йә да/дә, ҙа/ ҙә, ла/лә, та/тэ, һәм теркәүестәренең береһе менән теркәлгән тиң эйәләр берлек һанда тороуҙарына ҡарамаҫтан, улар­ҙың эшен-хәрәкәтен белдереүсе хәбәр күплектә генә ҡулланыла: Иртәгеһенә Каргов, Роман, Сәлим, ауылдың биш ирен эйәртеп, Лапшинға һатылған ерҙе межаларға сығып киттеләр (Н. Му­син). Агзамский менән Сәлих һәм Хәсән залдан сыктылар (С. Агиш).

Яңғыҙлыҡ исемдән килеп, менән бәйләүесе ярҙамында тер­кәлгән тиң эйәләргә ҡараған хәбәр берлектә лә, күплектә лә килә ала: эш-хәрәкәтте бергә башҡарыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алғанда, хә­бәр — берлек һанда, ә айырым башҡарыуҙы белдергәндә, хәбәр күплек һанда килә: Торомтай менән Төлкөсура килеп еткәс тә, аттарын туғарып, ҡола бейәне арканланылар, тайҙың шы ҡуйыу мөнәсәбәттәрен белдерә. Ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр алдында һәр ваҡыт өтөр ҡу­йыла: Бикморат хәҙер кем килеп кереүен асык тоя, ләкин ауыҙ асып бер һүҙ әйтә алмай (Н. Мусин). Ауылға табан юл то-тайык, юҡһа һәләк булабыҙ бит (С. Мифтахов).

Бүлеү теркәүестәре (йә, йәки, ни-ни, бер-бер, берсә, әле, әллә). Улар бүлеү, сиратлашыу, инҡар итеү мөнәсәбәтен белде­рәләр, тиң киҫәктәрҙең асыҡ һәм ябыҡ рәтен барлыҡҡа килтерә­ләр: Ватырға ла, түгергә лә теләмәйһең, ә ул нәмә йә ваты­ла, йә түгелә лә ҡуя (С. Агиш). Ул берсә Кыҙраска, берсә Ғарифка ҡарап тик кенә ултырҙы (3. Биишева).

Аныҡлау, һығымта теркәүестәре (бәлки, хатта, тимәк, шуға күрә, шуға карамаҫтан, шунлыктан, шуның өсөн, шулай булһа ла һ. б.) Улар аныҡлау, һығымта яһау, сикләү мөнәсәбәтен белдерәләр һәм тиң киҫәктәрҙең тик ябыҡ рәтен генә1 барлыҡҡа килтерәләр: Беҙҙең былай йыйылып ултырғанды бер кем дә, хатта бисәң дә белергә тейеш түгел (Н. Мусин).

Сәбәп теркәүесе (сөнки). Ул сәбәп мөнәсәбәтен белдерә, тиң киҫәктәрҙең ябыҡ рәтен генә барлыҡҡа килтерә, телдә тиң киҫәктәрҙе теркәү вазифаһын сағыштырмаса һирәк башҡара: һал­дат әкиәтен һөйләп бөтә алмай йоклап китте, сөнки бик ары­ғайны (Б. Бикбай). Григорий Жуков һүҙен ослап бөтмәне, сөнки һүҙ таба алманы (А. Карнай).