Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1.08 Mб
Скачать

37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре

Интонацияһы (әйтелеш маҡсаты) буйынса һөйләмдәр дүрт төр­гә бүленә: хәбәр, һорау, өндәү һәм бойороҡ һөйләмдәр, һөйләм­дең интонацияһы тауыш тоныныц үҙгәрешенә нигеҙләнгән мелодия­ны, төрлө оҙонлоҡтағы паузаларҙы, тауыштың көсөн, телмәрҙең темпын, телмәргә эмоционаллек биреүсе тауыш тембрын үҙ эсенә ала. Интонацияның үҙ-ара бәйләнгән был төп элементтары телмәр­ҙе йәнләндерә, мәғәнәүи яҡтан һығылмалы яһай һәм эмоциональ биҙәктәр менән байыта.

Ғилми-методик әҙәбиәттә интонацион конструкцияларҙың бер нисә төрөн айырып күрһәтәләр.

Хәбәр һөйләмдәр ысынбарлыҡта булған хәл-ваҡиға, күренеш­тәрҙе раҫлау йәки кире ҡағыу юлы менән хәбәр итәләр. Улар тас­уирлау мелодияһына ҡорола. Был саҡта тауыш ағышы тулы була һәм өс өлөштән тора: 1) күтәрелеүсе тауыш, 2) интонация бейек-

/

леге һәм 3) түбәнәйеүсе тауыш. Мәҫәлән: Беҙҙең Башҡортостан-

ға Европа менән Азияның сигендә урынлашҡан республикаға

\

ҡунаҡтар күп килә («Ағиҙел»).

Хәбәр һөйләмдәр ябай ҙа, ҡушма ла булырға мөмкин.

Эш-хәрәкәт, хәл-ваҡиға тураһында хәбәр итеүҙән тыш, беҙ ысынбарлыҡ күренештәрен белергә лә теләйбеҙ, йәғни һорау һөй­ләмдәр ҡулланабыҙ.

һорау һөйләмдәрҙең үҙенә генә хас интонацион-мелодик си­фаттары бар. һорау үҙе бер нисә төрлө булырға мөмкин. Дөйөм һорауҙа, ғәҙәттә, хәл-ваҡиғаныц булыу-булмауын асыҡлау маҡсат итеп ҡуйыла. Мәҫәлән: Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? (М. Кәрим); — һин беҙҙең ауылды ҡырҙан ҡараға­ның бармы? тип һораны Әхмәҙулла бабай серле генә итеп (Ә. Вахитов).

Конкрет һорау биреп һөйләүсе хәл-ваҡиғаныц ҡасан, ҡайҙа, ни рәүешле, кем ҡатнашлығында булыуын һ. б. асыҡларға теләй. Миҫалдар: Кем ул йөк тейәгән көйө атын йән-фарманға ҡыуалай? (Ж- Кейекбаев); Аҡ ҡайындар, Урал ҡайындары, Был ерҙәргә ҡай­хҙан килдегеҙ? (Н. Нәжми); [Аллаяр]. ... Уның янында ике егет бар. ;{Фәррәх]. Ике егет? Кемдәр? (С. Мифтахов).

Телмәрҙә йыш ҡына дөйөм һорау менән конкрет һорау йәнәш килә: Ҡасан ҡайтып күрер Карам Үргененең буйҙарын? Заһиҙәһе ауылға иҫән-һау ҡайтып етә алдымы? Ҡайтһа, кемдәрҙә йәшәй? Әминә менән үҙҙәренең өйөндә торалармы? (Н. Мусин).

Риторик һорау формаһы хис-тойғо менән әйтелә һәм яуап та­лап итмәй. Тимәк, ул мәғәнәүи яҡтан хәбәр һөйләмгә тиң була. Миҫалдар: Ә үҙен донъяға яралтҡан әсәгә ҡул күтәреүҙән дә яманыраҡ яуызлыҡ бармы икән донъяла?! (Н. Мусин); Бала өсөн әсә ҡулдарынан да йомшаҡ, наҙлы, хәстәрле ни бар икән һуң донъя­ла? (3. Ураҡсин); Кемдәрҙе ҡайҙа алып китмәгән дә кемдәрҙең яҙмышын кемдәр менән тоташтырмаған был юлдар?! (И. Ғиззә­туллин).

Хәбәр һәм һорау һөйләмдәр телмәрҙең һөйләү маҡсатына яраш­лы рәүештә төрлө модаль мәғәнәләрҙе интонация ярҙамында бел­дерә.

Бойороҡ һөйләмдәр һөйләүсенең нимәлер эшләргә ҡушыуы, бо-йороуы, саҡырыуы һ. б. менән характерлана. Шундай мәғәнәлә­ренә ҡарап, улар күберәк рәсми документтар (хөкүмәт указдары, ҡарарҙар, саҡырыуҙар, йөкләмәләр һ. б.) телендә, хәрби һәм спорт командаларында, приказдарҙа йышыраҡ ҡулланыла. Мәҫәлән: Халыҡ мәғарифы работниктары! Үҫеп килеүсе йәш быуынды уҡы­тыу, уға политик, хеҙмәт һәм әхлаҡ тәрбиәһе биреү сифатын кү­тәрегеҙ! («Совет Башҡ.»); — Һеҙ завучмы әллә директормы, Сатлы-ҡова иптәш! Миңә икенсе тапҡыр ундай бойороҡтарығыҙҙы ҡабат­ламағыҙ. Уҡытыу эштәрен һәйбәт итеп ойоштороғоҙ, хужалыҡ эштәренә ҡыҫылмағыҙ (Н. Мусин); Ғашиҡтар, һеҙгә өндәшәм Юҡ-барға йән ҡыйнашмағыҙ (М. Кәрим).

Өндәү һөйлөмдәрҙә нимәлер эшләргә өндәү, теләк барлыҡ, нимәгәлер һоҡланыу сағыла. Унда хис-тойғо мәғәнәһе көслө. Ми­ҫалдар: Беҙҙең бөйөк тыуған илебеҙ тағы ла көслөрәк, байыраҡ һәм матурыраҡ булһын! («Совет Башҡ.»).; Бына тигән матур бер күренеш! (С. Агиш); Арыш башағы! Кешеңде иң башлап ауыҙлан­дырыусы, туҡлығың менән һөйөндөрөүсе арыш башағы! (Ф. Иҫән­ғолов); Мин һалдатмын. Кем һуң һалдат түгел (Р. Назаров).

Шуныһы үҙенсәлекле: хәбәр һөйләмдәр ҙә, һорау һөйләмдәр ҙә көслө тойғо менән әйтелеп, өндәү һөйләм барлыҡҡа килтерә­ләр. Миҫал өсөн: Быға тиклем үткән аҙна-ун көн эсендә Сыу аҡ­ташта ниндәй генә һүҙҙәр йөрөмәне лә уны нисәмәгә төрләндереп һөйләмәнеләр (Н. Мусин); Минең халҡым кеүек, кемдең тағы Иң ҙур һәйкәл өсөн хаҡы бар?! (Ғ. Сәләм).